
йәки Барына шөкөр итеп йәшәйек!
Ҡасандыр "коммунизм - яҡты киләсәк", тип ана шул "бәхетле тормош"то илебеҙ, хатта бөтә донъя күләмендә төҙөү хаҡында хыялланып йәшәгән дәүер әле булһа онотолмаған. "Һәр кемдән - хәленән килгәнсә, һәр кемгә - кәрәгенсә", тигән принцип менән йәшәр ваҡыттар килеренә күптәребеҙ әллә ни ышанып етмәһәк тә, ни өсөндөр, ана шул мәлдәрҙе еткерәбеҙ тип тырыштыҡ бит инде.
Шул саҡта бына ошо "иң юғары" булған йәмғиәти-иҡдисади ҡоролошто яҡынса түбәндәгесә күҙ алдына килтерә инек. Илдә бөтә кеше үҙаңлы, барыһы ла эшләй, тырыша. "Бер кеше - бөтә кеше өсөн, бөтә кеше - бер кеше өсөн" тигән принцип хөкөм һөрә. Аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарға һис бер ҡытлыҡ юҡ. Аҡса тигән төшөнсәне берәү ҙә белмәй, магазиндарҙа бөтә нәмә - бушлай! Кеше бына шундай магазинға инә лә, үҙенә һәм ғаиләһенә күпме кәрәк, шуныса ғына нәмә алып сыға. Артығы уға кәрәкмәй, сөнки ул иртәгеһе көн өсөн борсолмай. Иртәгә лә, артабан да шулай буласаҡ... Бөтә ерҙә тыныслыҡ, татыулыҡ. Кеше - кешегә дуҫ, иптәш һәм туған... Бына шундай яҡты тормошто үҙебеҙ күрә алмаһаҡ та, бәлки, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ кү-рер, тигән өмөтөбөҙ ҙә булманы түгел... Тик шул саҡтағы ҡайһы бер олораҡ быуын вәкилдәре - әле граждандар һуғышы, колхозлашыу мәлдәрен, Бөйөк Ватан һуғышын башынан үткәргән ағайҙар: "Әллә инде, балалар, ундай нәмәнең булыуы мөмкин түгелдер ул. Әҙәм балаһы һәр саҡ һәм бөтә нәмәне тик үҙенә тартырға ғына әҙер тора бит ул. Магазинға ингән кеше тауарҙы үҙенә кәрәгенсә генә күләмдә алып сығыуҙары - ай-һай, икеле бит..." - ти инеләр. Беҙ - пионерҙар, комсомолецтар, эстән генә икеләнеүебеҙгә лә ҡарамаҫтан, "Ул саҡта бөтә кеше "сознательный" буласаҡ бит", тип, ололар менән хатта бәхәскә лә ингеләй торғайныҡ. Уҡыу йорттарында "Научный коммунизм" тигән предмет уҡытҡан фән кандидаттары, хатта докторҙары булған фәйләсүфтар ҙа "марксизм-ленинизм"дың бына шундай тәғлимәтен беҙҙең күңелгә һеңдерәләр ине. Быға "мөкиббән" бирелеп, йәне-тәне менән тигәндәй ышанған кешеләр ҙә булды.
Шул хаҡта уйҙарға бирелә башлаһам, мин, ни өсөндөр, ана шул "коммунизм" тигән нәмәне иң башта бер ғаилә эсендә төҙөргә кәрәктер, тип уйлай торғайным. Татыу, эшсән булған һәр ғаиләлә, ысынлап та, шуға оҡшашыраҡ мөхиттең булыуы мөмкин бит. Миҫал итеп, тулы бер ғаиләне күҙ алдына килтерәйек. Ғаилә башлығы - ир кеше, көн дә үҙенең яратҡан кәсебе менән булышып, ғаиләһе өсөн аҡса таба. Уны быға һис кем мәжбүрләмәй. Иртә менән тороп, эшкә китә. Кәрәк икән - эшендә оҙаҡлауы ла мөмкин, ә ҡайһы саҡтарҙа - ял көндәрендә лә эшләй ул. Үҙенең яратҡан эшенән ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек кисерә. Ә өйөндә уның хәләл ефете - яратҡан ҡатыны тәмле аштар бешереп, уның эштән ҡайтыуын көтә. Ире эштән һуң йыуынып, кейенеп алһын өсөн, алмаш кейемдәр ҙә йыуылған, үтекләнгән. Балалары ла ҡараулы. Уларҙың дәрестәре әҙерләнгән, эштән ҡайтҡан атаһын һәр кемеһе ни менәндер шатландырырға әҙерләнә. "Атай, бөгөн мин математиканан контроль эште "бишле"гә яҙҙым", ти өлкән улы. Икенсеһе: "Ярышта мәктәп беренселегендә йүгереү буйынса беренсе урынды алдым",- тип һөйөнсөләргә ашыға. Ә балалар баҡсаһына йөрөгән төпсөк ҡыҙы уға яңы өйрәнгән шиғырын ятлап күрһәтә... "Атаһы, яңғыҙыңа ғаиләбеҙҙе ҡарап тороу ауырҙыр бит. Әллә үҙем дә берәй эшкә төшәйеме икән, тип торам", - ти хужабикә иренең тәрилкәһенә аш өҫтәй-өҫтәй. "Юҡ, әсәһе, ғаилә аҫырау - ир кешенең бурысы. Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм шулай ҡушҡан. Һинең йортобоҙҙоң йәме, йылыһы булып, балаларҙы бағып өйҙә ултырыуың хәйерлерәк", - ти хужа...
Хыялланыуҙың зыяны юҡ, тиҙәр бит әле урыҫтар. Бындай хыял - утопиямы, әллә тормошта ошондай ғаиләнең булыуы мөмкинме? Минеңсә, тап бына ошолай итеп йәшәгәндә, ысынлап та, һәр бер ғаилә эсендә бәләкәй генә "коммунизм" төҙөргә булыр ине. Ата-әсәһенән үрнәк алып, балалары ла ана шундай рухта тәрбиәләнеп үҫһә, үҙҙәренең тормош юлында тап үҙҙәре кеүек кешеләргә осрап, улар менән ғаилә ҡорһа, илебеҙ тулы "коммунистик" ғаиләләр булыр ине...
Кемдер (ә, бәлки, күпселек) бындай ысынбарлыҡтың булыуын шунда уҡ инҡар итергә тотонор. Уларҙың һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ булыр, тип уйлайым, сөнки, күп кенә әҙәм балаһының ҡулы "үҙенә ҡарай бөгөлгөн" була шул. Ғаиләлә ир менән ҡатын араһына "шына" ҡаға торған "мин-мин"лек, бала-сағаларҙың йыш ҡына ата-әсәләрен һанламауы, икенсе кешеләрҙең (хатта яҡын туғандарының да) ғаилә эшенә ҡыҫылыуы, бәғзе сит ғаиләләрҙән насар өлгөләр алыу һымаҡ кире күренештәр бер ғаилә эсендә әлеге әйткән "коммунистик йәмғиәт"те төҙөргә ирек бирмәй. Ғаилә башлығының, йә иһә уның хәләл ефетенең "йәшел йылан" менән дуҫ булыуы хаҡында өйтеп тораһы ла юҡ...
Ҡасандыр "Марксизм-ленинизм философияһы" фәнен өйрәнгәндә Сен-Симон, Фурье һымаҡ утопик социалистарҙы тәнҡит утына тота торғайныҡ, ә хәҙер килеп "емерелмәҫ" коммунистик идеяларыбыҙҙың да бөтөнләйгә "буш ҡыуыҡ" булып сыҡҡанлығына инандыҡ. Ә мин шулай ҙа, ҡәҙерле яҡташтар, бына ошо мәсьәләгә оптимизм менән ҡарау яғындамын. Коммунизмдың "Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған" тигән принцибын, минеңсә, бөтә ил күләмендә түгел, әйтәйек, бер ғаилә эсендә урынлаштырыу - мөмкин булмаған нәмә түгел. Минең инаныуымса, баштараҡ бер аҙ фәлсәфәгә бирелеп, миҫал итеп килтергән һымаҡ өлгөлө ғаилә төҙөргә була. Тирә-яғыбыҙға яҡшылабыраҡ бағып ҡараһаҡ, башҡаларға өлгө булырҙай, татыуҙарҙан-татыу шундай ғаиләләр ҙә бар бит. Онотҡанда бер булып алған бәләкәй генә бәхәстәрҙән һуң, һәр кемеһе үҙенең "дөрөҫ булмағанын" танып, бер-береһенән ғәфү үтенеп, артабан да матур йәшәгән кешеләрҙе күргәнем бар. Тап ана шундай кешеләр хәҙер ысын коммунизмда йәшәй, тип һанағанда ла булалыр...
Инде онотолоп та барған "коммунизм" тигән терминды ошо мәҡәләмдә ҡулланыуымды, әлбиттә, һүҙмә-һүҙ ҡабул итергә кәрәкмәй. Бер аҙ уңайыраҡ, күптәребеҙ өсөн таныш булған өсөн генә ҡулландым был атаманы. Ҡасандыр яҡташтарыбыҙ менән уларҙың иманы араһына кәртә ҡуйыусы, динебеҙҙе бөтөнләйгә инҡар итеүсе коммунизм хаҡында һүҙ бармай, әлбиттә.
"Эй, бына бит, ҡасандыр хыялланған коммунизм! Йәшәйем тиһәң - өйөң, ашайым тиһәң - ашарыңа бар, ни кейәйем, тигән проблема ла юҡ. Тик бына ғүмер генә үтеп киткән шул..." - тигән бер пенсионер бабайҙы хәтерләйем (мәрхүм инде ул). Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ысынлап та, хәҙерге көндә халҡыбыҙҙың бына ошо категорияһының йәшәү кимәле тап ана шул бабай әйкәнсә лә баһа! Пенсионерҙар хәҙер, ысынлап та, һәр яҡлап иң тәьмин ителгән кешеләр. Иң минималь пенсия алыусы ла, әрәм-шәрәм итмәй тотонһа, аҡсаһын киләһе айға тиклем һуҙып еткерә ала. Сыуаштар әйтмешләй, "сахал да читәть, нумай да петәть", йәғни, аҙ ҙа етә, күп тә бөтә. Булғаны өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәһәң, ана шунан да яҡшы нәмә юҡ. Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең "Әҙәм балаһына бер тау алтын бирһәң, ул икенсеһен теләр, ә икенсен бирһәң - өсөнсөһөн теләр. Ысынында, әҙәм балаһын тик ер генә туйҙыра", тип әйткән хәҙисе бар.
Бына ошо фекерләүҙәрем менән нимә әйтергә теләгәйнем, ҡәҙерле туғандар: йәшәү ҡәҙерен белеп йәшәгәндәр өсөн бер ғаилә эсендә бәхетле тормош ҡороу - фантазия һәм утопия түгел. Һәр кеше үҙ өйөндә "коммунизм" төҙөп йәшәй ала. Барына ҡәнәғәт булып йәшәй белеү ҙә - үҙе бер бәхет. Кемгәлер йәшәү өсөн айына ун биш-егерме мең етһә, ә кемгәлер - йөҙ меңдең дә етмәүе мөмкин. Тәүгеләре, йәғни аҙ нәмәне етештереп, Аллаһы Тәғәләгә ана шуның өсөн шөкөр итеп йәшәгәндәр, шулай ҙа, күпкә бәхетлерәк.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА