
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
А.П. Безак
(1860 - 1864 йылдарҙа губернатор булған)
Ул Безакҡа бына нимә ти: "Һеҙ, Александр Павлович, миңә башҡорттарға яңы положение индереүҙе йөкмәттегеҙ, әммә һәләтле һәм тәжрибәле кешеләремде алаһығыҙ; мин кем менән эщләргә тейешмен һуң? Черновты ҡыуыу өсөн ул бер ни ҙә ҡылмаған бит". "Мин бөтөнләйгә башҡа бер сәбәптәр арҡаһында уның менән хеҙмәт итергә теләмәйем!" - тип әйтә Безак. Бер аҙ бәхәсләшкәндән һуң Безак икенсе бер ҡарарға килә: "Мин уны берәй икенсе урында кантон начальнигы итеп ҡалдырырға ризамын, тик Ырымбурҙа түгел".
Богуславский быға ҡаршы булыуын белдерә: "Ул башҡа урында түгел, тап бында, минең эргәмдә кәрәк; ул саҡта мин яңы эштең нисек барышын ваҡытында белеп торасаҡмын; бигерәк тә күсеп-һәсеп йөрөүсе башҡорттар менән ауырлыҡтар буласаҡ, улар үҙҙәренең элекке йәшәү шарттарын һаҡлау яғында ныҡ тора". Ахырҙа Безак мине Ырымбурҙа ҡалдырыу менән ризалаша һәм Богуславскийҙан уға ярҙамсы итеп тәғәйенләнәсәк кенәз Трубецкой менән ҡәнәғәт булыу-булмауы хаҡында һорай.
Богуславский ошолар хаҡында һөйләр өсөн үҙе минең өйөмә килде. Кенәз Трубецкойҙы тиҙ генә раҫламанылар. Милютин, уның тәжрибәһеҙлегенә һәм ошондай вазифаға әҙер түгел икәненә һылтанып, ризалыҡ бирмәй. Безак үтенесен яңынан ҡабатлай, атай булараҡ, яратҡан ҡыҙынан айырылыуы арҡаһында ҡайғы-һағышҡа батасағы хаҡында батша ғали йәнәптәренә белдереүҙе һорай.
Ахырҙа, уның мөрәжәғәте ҡәнәғәтләндерелә. Кенәз Трубецкой 2 мең һум жалование менән ярҙамсы вазифаһына тәғәйенләнә, ә мин беренсе Ырымбур кантоны башҡорттары начальнигы итеп ҡуйылдым.
Июнь урталарынан урындарҙа ауыл йәмғиәттәре һәм олоҫтар ойоштороу, олоҫ судтарына һәм олоҫ идараларына барса вазифалы кешеләрҙе йәмғиәттәрҙең үҙҙәренән һайлатыу эштәрен башлап ебәрҙем. Был эште мин ике ай эсендә тамамланым. Олоҫтар ҙур итеп төҙөлдө, һәр береһендә 3 меңдән 5 меңгә тиклем кеше йәшәне.
Положениены индереүҙең тәүге осоронда эштәрҙе ниндәй тәртиптә башҡарыуым менән танышыр өсөн миңә Верхнеуральск өйәҙенән кантон начальнигы, подполковник Броссе һәм Бәләбәй өйәҙенән капитан Редин килде, ә 1864 йылда Безак тарафынан барса кантондарға яңы положениеның башҡорттарҙа дөрөҫ эшләүен тикшереү маҡсатында чиновниктар ебәрелә. Безак чиновниктарҙан Плачковский, Рогали-Левицкий, Шульгин һәм Покровскийға минең кантонда олоҫтарҙы, суд һәм ауыл йәмғиәттәрен тикшереү бурысын ҡуя. Мин уларға урында Ырымбур өйәҙендә индерелгәндәрҙең барыһын да күрһәттем, һәм ошондай мәғлүмәттәр запасы менән улар башҡа өйәҙҙәрҙе лә тикшерергә китте.
Безактан миңә уның шәхси рәхмәте белдерелде, ә һуңынан бик юғары наградаға - 2-се дәрәжә изге Анна орденына лайыҡ булдым. Минең үҙемә эшкә булышлыҡ иткәне өсөн отставкалағы подполковник Дәүләтшинды бүләкләү мәсьәләһен хәл итеүҙе йөкмәттеләр, әммә бындай хәл булманы, сөнки ул үҙе йәшәгән Иманғол ауылында бер тапҡыр ғына сходта ҡатнашты. Дәүләтшин полковник чинын алырға теләй ине, сөнки шулай булғанда уның балалары дворяндар иҫәбенә инә ала, ә уға 2-се дәрәжә Станислав орденын бирҙеләр.
Яңы положениены индереү менән, полковник Богуславский башҡорттар менән идара итеүсе урынында ҡалырға теләмәй, сөнки киләсәктә бынан үҙе өсөн бер фәтүә лә тапмай, шуға күрә 1864 йылдың яҙында Ырымбурҙан отпускаға китә һәм бында кире ҡайтмай. Артабан ул Кавказ армияһы штабы начальнигы ярҙамсыһы вазифаһын биләй, һуңынан казак ғәскәрҙәренең баш идаралығы начальнигы була, инфантериянан генерал дәрәжәһенә өлгәшә һәм хәрби совет ағзаһы итеп тәғәйенләнә; 1896 йылда вафат була. Уның хөрмәтенә Ырымбур казак ғәскәрҙәренең Угольная станицаһына Богуславский исеме бирелә.
Башҡорттар менән ваҡытлыса идара итеүсе статский советник Плачковский, ошо вазифа бөтөрөлгәс, генерал-губернатор ҡарамағындағы 5-се класлы айырым бурыстар үтәүсе чиновник урынында ҡалырға теләмәй (был вазифаны ул элегерәк биләгән) һәм Киевҡа генерал-губернатор итеп тәғәйенләнгән Безак янына китә, һуңынан Подольскийҙа вице-губернатор була, льготалы хоҡуғына таянып, 3 мең һум килем килтерә алған, конфискацияланған поляк имениеһын үҙенә ала. Безак вафат булғас, хәрби хеҙмәттән отставкаға сыға.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА