
Йома намаҙҙарының береһендә имам һөйләгән бер вәғәз күңелгә нығыраҡ уйылып ҡалды. Ғилем тураһында ине ул. Мөхәммәт Бәйғәмбәр с.ғ.с. бер көн иртәнге намаҙға мәсеткә килһә, шайтан мәлғүн тәҙрәнән ғибәҙәтхананың эсен күҙәтеп тора икән. Тағы кемде аҙҙырырға йөрөйһөң, тип һораған унан Бәйғәмбәр. Үҙе мәсет эсенә күҙ һалһа, бер кеше иҙәндә йоҡлап ята, икенсеһе намаҙ уҡый икән. "Кемен аҙҙыраһың, йоҡлап ятҡанынмы, әллә намаҙ уҡығанынмы?" - тип һорауын ҡабатлаған Мөхәммәт с.ғ.с. "Йоҡлап ятҡанын аҙҙыра алмайым, бигерәк ғилемле. Намаҙ уҡып ултырғанын әллә нисә тапҡыр насар юлға баҫтырҙым, әммә ғилемлеһе уны кире мәсеткә алып килә лә ҡуя",- тигән мәлғүн.
Эйе, тормош ығы-зығыһынан айырыла алмай, йә булмаһа, елкә төбө соҡорланып, белем эстәү, ғилем туплау тураһында уйлана һалып бармайбыҙ шул. Ә ғалимдар күктән төшкәндәй тойола, фән өлкәһе беҙгә ҡағылмаған һымаҡ. Шулай ҙа хөрмәт итәбеҙ ғилем эйәләрен. Ғалим-эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының һәм Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының академигы, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхфәт улы менән һөйләшеүгә лә оло хөрмәт менән барҙым. Мине уның ябайлығы, ихласлығы арбаны. Тыңлағыҙ һеҙ ҙә уның һөйләгәндәрен.
Юл башы
Мин ябай ғына ауыл ғаиләһендә тыуып үҫтем. Тамырҙарым Йылайыр районына барып тоташа, ата-бабаларыбыҙ Исҡужа ауылыныҡы булған. Һуғыш алдынан атайым Баймаҡ районына күсеп килеп йәшәй башлаған. Беҙ биш бала - дүрт малай һәм бер ҡыҙ- Үрге Мәмбәттә донъяға килгәнбеҙ. Аллаһҡа шөкөр, бөтәбеҙ ҙә имен-һаубыҙ. Апайым Аҡморонда йәшәй, ҡалған дүртебеҙ Сибайҙа төпләнгәбеҙ.
Фән тураһында бала саҡта ишеткән дә булманы, уйға ла инеп сыҡмағандыр. Беҙҙең Урал аръяғында ул ваҡытта юғары уҡыу йорто, фән учреждениелары бөтөнләй булманы. Баймаҡ тәжрибә хужалығы барлығын, шунда ауыл хужалығы буйынса төрлө тәжрибәләр үткәрелеүен генә ишетеп белә торғайныҡ. Тыуған ауылымда башланғыс мәктәптең өс класын тамамлағас, уҡыуҙы Аҡморон мәктәбендә дауам иттем. Мәмбәттәр Баймаҡ интернатына бара һалмаһалар ҙа, мин туғыҙынсы класҡа Баймаҡҡа юлландым. Урта белем алғас, Өфөләге ауыл хужалығы институтына уҡырға индем һәм 1983 йылда юғары белемле агроном һөнәре алдым. Ғаиләлә кинйә бала булғас, ауылға ҡайтып, атай-әсәй эргәһендә булырмын, тигән уйҙа инем, әммә яҙмышым бөтөнләй икенсе юлдан алып китте.
Ике ҡулға бер эш
Институтта тупраҡ ғилеме буйынса беҙҙе профессор Айрат Шәрифҡол улы Ишемйәров уҡытты. Ул мине беренсе курстан уҡ ғилми эшкә йәлеп итте. Тәүҙә айырым бер тема буйынса кафедраһына лаборант итеп эшкә алды, аҙаҡ шул тема буйынса диплом яҡланым. Студент саҡта уҡ тәүге ғилми мәҡәләм баҫылып сыҡты, ул осорҙа ундай хәл бик һирәк була торғайны. Хәҙер иһә мөмкинлектәр киңерәк бирелә, хатта бөгөнгө студенттарға сығарылыш проекттары буйынса мәҡәлә яҙыу талабы ҡуйыла.
Шулай итеп, Айрат ағайҙың фатихаһы менән институтта эшкә ҡалдырҙылар. Әлбиттә, иң тәүҙә атай-әсәйҙең ризалығын алдым. Атайым, оҙаҡ уйламай, "Ҡал, беҙ әлегә, Аллаһҡа шөкөр, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡарай алабыҙ, ауылға ҡайтһаң, ҡалаға китеү ҡыйын булыр, ә ҡаланын ауылға ҡайтыуы бер ваҡытта ла һуң түгел", тигәс, Өфөлә ҡалдым. Бер төркөмдә уҡыған курсташым, Стәрлебаш ҡыҙы Мөнирә менән өсөнсө курстан һуң ғаилә ҡорғайныҡ, бишенсе курста өлкән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ҡатыным да институтҡа эшкә урынлашты.
Ике йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, ассистент булып, институттың аспирантураһындағы көндөҙгө бүлеккә маҡсатлы рәүештә уҡырға индем, сөнки ситтән тороп уҡыу ҡыйыныраҡ, күптәр уҡыуын ташларға мәжбүр булалар. Ике ҡулыма бер эш, тинем дә, тотондом. Күп осраҡта эшләп тә йөрөйҙәр, уҡыйҙар ҙа, ә мин, киреһенсә, уҡып та йөрөйөм, эшләп тә йөрөйөм - бындай йәшәү рәүешенең айырмаһы бик ҙур. Сирек ставкаға ла эшләргә лә тура килде, баянда уйнауым да ярҙам итте, төрлө байрам сараларында аҡса эшләнем.
Баянсы ғалим
Аҡморонда уҡығанда Баймаҡ музыка мәктәбенең филиалын астылар, шунда баян класы буйынса уҡырға ингәйнем. Баймаҡ интернатына иртәрәк барырға тигән уйҙа булһам да, филиалды тамамларға ҡарар иттем. Интернатта уҡый башлағас ҡына унда ла музыка мәктәбенең филиалы булған икәнен белдем.
Музыка буйынса махсус уҡыу, әлбиттә, бик һәйбәт - мөмкинлектәр киңәйә, тормош бөтөнләй икенсе яҡтан балҡый башлай, тәжрибә туплана, ваҡытты дөрөҫ итеп файҙаланырға ла өйрәнәһең. Мәктәп йылдарында уҡ төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша башланым, конкурстарҙы, концерттарҙы музыкаль яҡтан биҙәү күңелгә рәхәтлек бирә ине. Аҙаҡ, студент саҡта ла, аспирантурала уҡығанда ла, ғөмүмән, ғүмерем буйы баяндан айырылмайым. Һуңғы йылдарҙа йырҙар ижад итә башланым, Сибай институты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренән торған вокал ансамбле менән етәкселек итәм.
Ғилем юлы
Аспирантурала уҡығанда иң ҡыйыны фатир мәсьәләһе булды. Сиратта алда торғандарҙың береһе булһаҡ та, көтә-көтә көтөк булып, Өфөнө ташларға тура килде. Икенсе сәбәбе - 73 йәшендә атайым үлеп ҡалды. Уның менән йүнләп рәхәтләнеп һөйләшеп тә өлгөрмәнем, үлер тигән уй бер ҙә генә лә юҡ ине. Был мәлгә диссертация яҡлап, биология фәндәре кандидаты булғайным. Тыуған яҡ тартты, Баймаҡ тәжрибә хужалығына эшкә ҡайттыҡ. Ул мәлдә бында Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшереү институтының тәжрибә хужалығы бик әүҙем эшләп килә ине. Өлкән ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә алдылар, ҡатыным агроном булып урынлашты. Өфөлә йәшәгәндә ғаиләбеҙ тағы ике балаға артты, аспирантура тамамлауға беҙ өс балалы инек инде.
Тәжрибә хужалығында дүрт йыл эшләнек, шунан кафедра мөдире булып эшләгән биология фәндәре докторы Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтурин Башҡот дәүләт педагогия институтының Сибай филиалына эшкә саҡырҙы. Башта өлкән уҡытыусы булдым, шунан доцент, кафедра мөдире, 1995-1998 йылдарҙа филиал директоры вазифаларын башҡарҙым. 1998 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты менән Башҡорт дәүләт университеты филиалдары берләшеп, Сибай институты барлыҡҡа килгәс, директор урынбаҫары булдым.
Докторлыҡ диссертацияһы Сибайҙа йәшәү дәүерендә яҙылды. Университет ректоры Ғимаев Рәғиб Насретдин улы Сибай институтына бик ыңғай ҡарашта булды. Ул йыш ҡына "Егеттәр, һеҙ артабан да үҫешергә тейешһегеҙ", тип ҡабатлай торғайны. Нәҡ уның ярҙамында университеттың ғилми Советы ҡарары менән докторантураға уҡырға индем. Сибайҙа эшләп, Өфөгә консультанттарға йөрөп, тәжрибә хужалығында туплаған материалдарҙы, экспедицияларҙың һөҙөмтәләрен бергә туплап, ике йыл тигәндә диссертациямды яҙып бөттөм. Кандидатлыҡ диссертацияһын 1988 йылда Новосибирскийҙа яҡлағайным, докторлыҡты 2001 йылда Тольяттиҙа яҡланым.
Сибай ғалимдары
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр фәнде аңлап етмәй. Ике төрлө ҡараш йөрөй: берәүҙәр, фән ниндәйҙер айырым кешеләрҙең эше, тип һанаһа, икенселәр беҙҙе, юҡ нәмә менән булаша, тип уйлай. Фәндең башҡа эш төрҙәре һымаҡ уҡ эшмәкәрлек төрө икәнен ишеткеләре лә килмәй. Мәҫәлән, уҡытыусы һөнәрен алайыҡ. Көрәк тотоп, физик эш менән шөғөлләнмәгәс, улар ҙа буш менән буламы ни? Уҡытыусы һөнәренең иң ауыр эштәрҙең береһе икәнен күптән аңларға ваҡыт. Фән дә шундайуҡ эш төрҙәренең береһе, быны бөтәбеҙ ҙә белергә тейешбеҙ.
Быйылдан башлап институтыбыҙҙың педагогия факультетында, ғилми эҙләнеүҙәр нигеҙе, белем биреү учреждениеларында ғилми-эксперименталь эш, ғилми эҙләнеүҙәр методикаһы, тигән предметтарҙы уҡыта башланым. Студенттарға фән өлкәһенә аҡылы теүәл һәр ҡәҙимге кеше бара алыуын аңлатабыҙ, ғилми эш менән шөғөлләнергә уйҙары бар икән, рәхим итһендәр, ишектәр һәр саҡ асыҡ. 1993 йылдан башлап Сибайҙа төрлө йүнәлеш буйынса йөҙҙән ашыу фән кандидаты, 4 фән докторы сығарғанбыҙ икән, был ҙур ҡаҙаныш, тип һанайым. Беҙ бит студент сағынан уҡ кемдең фәнгә һәләте барлығын күрәбеҙ, ғилми эштәр тәҡдим итәбеҙ, диплом эштәре бирәбеҙ, контролгә алабыҙ. Ике биология фәндәре докторыбыҙ булып, шуларҙың береһе Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы икән, бер нисек тә Сибай институты көсһөҙ тип әйтә алмайҙар, сөнки беҙҙә ғилми көс күптән тупланған. Беҙ ғалимдар әҙерләйбеҙ, киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ.
Уҡытыусы һәр саҡ үҙ урынында
Әлегә тиклем беҙҙә магистратура булманы. Быйыл биология һәм экология, педагогика һәм психология-педагогика буйынса лицензия алдыҡ. Тимәк, өмөт бар, бакалавр дипломы алып сыҡҡан егеттәр-ҡыҙҙар беҙгә килер, һайлау мөмкинлеге булыр, тигән уйҙабыҙ, сөнки лицензия булғас, уны тормошҡа ашырырға кәрәк. Һуңғы осорҙа йәштәрҙең фәнгә килмәүе ана шул бакалаврлыҡ арҡаһында туҡтап торҙо. Был - бер сәбәп. Икенсе сәбәп - фән өлкәһендә эш хаҡының түбән булыуы. Йәштәр күреп-белеп тора, эргәһендәгеләр йөҙ-ике йөҙ мең алып эшләгәндә, ниңә ул түбән хаҡҡа йөрөргә тейеш?
Фән эшенең еңел түгеллеген, ныҡ яуаплы икәнен дә аңлай улар. Электән дә ғилми эшкә күбеһенсә ныҡышмалдар килә ине. Шулай ҙа специалитет киренән тергеҙелһә, шундай студенттар булыр, тип уйлайым. Әле йәштәр килмәү арҡаһында уҡытыусыларыбыҙҙың урта йәше арта бара. Уларҙың күпселеге үҙебеҙ уҡытып сығарған институттың патриоттары. Ваҡытында институтта эшләп, фатир алып, кире китеүселәр булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы бында ҡалдырырға булған мөмкинлектәрҙе файҙаланманылар. Институттың йөҙө бөтөнләй икенсе булыр ине.
Үҙемә килгәндә, тыумышым менән ошо яҡтан, эш хаҡым да түбән түгел, Сибайҙа йәшәү, эшләү миңә оҡшай. Ошоға тиклем 15 фән кандидаты, 2 фән докторы әҙерләнем. Өфөлә йәшәп, Сибайҙа уҡыған аспиранттарым бар, Монголиянан докторантым бар. Ике аспирантым Тыва Республикаһынан. Кәрәк тип һанағандар эҙләп табалар.
Фән граниты
Буласаҡ ғалимдарҙы мәктәптән үк фән юлына ҡыҙыҡһындыра башларға кәрәк. Баймаҡ интернатында химиянан, биологиянан беҙҙе Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина уҡытты. Ул агрохимия түңәрәге ойоштороп, төрлө ҡыҙыҡлы тәжрибәләр үткәрә торғайны. Ерҙең уңдырышлығын өйрәнәбеҙ, химик анализдар эшләйбеҙ, тупраҡтың составын тикшерәбеҙ. Шул ҡыҙыҡлы дәрестәр ҙә, бәлки, ғилем юлынан китеүемә йоғонто яһағандыр. Әлбиттә, ул осорҙа ауыл балаларына агроном һөнәрен үҙләштереү бик абруйлы һанала ине, әммә төпкө аң кимәлендә ғилми тикшеренеүҙәр шауҡымы һаҡланғандыр.
Беҙ әле мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Мәҫәлән, үҙем уҡыған Баймаҡ интернат-лицейында шәхси грантымды булдырғанмын, йыл һайын алдынғы уҡыусыларға тапшырам. Мәктәптәр үҙҙәре лә, хәлдәренән килгәнсе, тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнәләр, беҙ ярҙам итәбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Күптән түгел Сибайҙағы "Ирәндек" лицейынан минән тупраҡты өйрәнеү буйынса консультация алған уҡыусы шундай сараларҙың береһендә Башҡортостанда еңеп сыҡты. 8-се класта уҡыған Валеева Самира исемле ҡыҙ ул, Рәсәй командаһына эләгеп, Белоруссияға ярышҡа барып ҡайтты. Мин уға: ҙурайғас, фән менән шөғөлләнергә кәрәк һиңә, тим. Уйлайым ул турала, ти. Бик етди ҡыҙ. Шулай бөртөкләп мәктәптән үҫтерһәк, әлбиттә, йәштәр фәнгә киләсәк.
Балаларҙың аңына, кешенең хәленән килмәҫлек нәмәләр булмай, тигән хәҡиҡәт һеңдерелергә тейеш. Буштан-бушҡа ҡурҡып, фән минең эш түгел, мин унда бер нисек тә эләгә алмайым, тип, шикләнеп йөрөһәң, шулай килеп сыға ла инде. Ҡуҙғалһаң, ынтылһаң, ныҡышмал булһаң, Троцкий әйтмешләй, "фән гранитын йәш тештәр менән кимерһәң", ябай кеше лә ҙур уңыштарға өлгәшә ала. Мәктәптә бөтә уҡыусылар ҙа отличник булып китмәй, өс-дүрткә уҡып та, аҙаҡ айырым бер өлкәлә уңышлы фән эшмәкәре булып киткән ғалимдар бихисап.
Студенттарға килгәндә, мин улар менән тиң күреп аралашам. Фән юлынан китерҙәй кешене табыу ана шул ябай һөйләшеүҙәрҙән башлана. Әлбиттә, талапсанлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо ла бик мөһим.
Фән һәм тормош
Фән бер урында ҡатып ҡалмаған, төплө, тәрән фундаменталь тикшеренеүҙәр менән бер рәттән көнөндә ҡәҙерле булған ғәмәли яҡтан кәрәкле фән дә бар. Уларҙың икеһе лә булырға тейеш. Фундаменталь фән яйлап-яйлап, этап артынан яңы этаптар үтеп, тәбиғәттең, кешенең, йәмғиәттең закондарын өйрәнә, ғилем туплай. Йыйылып килгән белем, ваҡыты етһә, ыңғай, һәйбәт һөҙөмтә бирә. Кешеләр фәндең ҡаҙаныштарын аңлап та өлгөрмәй, улар үҙенән-үҙе йәмғиәттә, етештереү өлкәһендә ҡулланыла ла башлай. Шулай булған, буласаҡ.
Ә ғәмәли фәндәр төрлө процестарҙы камиллаштырыу өсөн кәрәк. Ундай ҡаҙаныштар тиҙ генә махсус рәүештә производствола ҡулланыла. Мәҫәлән, ер һөрөү буйынса ғына әллә күпме үҙгәрештәр булды. Әле нуленсе эшкәртеү киң ҡулланыла. Беҙ уны күптән тәҡдим иткәйнек, тик техникаһын эшләүсе табылманы. Шул сәбәпле беҙгә сит илдең техникаһы килде. Уларҙы күп-ләп һатып ала башланылар. Инженерҙар, яңы саҡ иҫенә килеп, үҙ тәҡдимдәрен индерә башланы. Фән эргәһендә мотлаҡ рәүештә ҡаҙаныштарҙы тормошҡа ашырыусылары ла булырға тейеш.
Юлдар үҙәккә илтә
Рәсми статистика юҡтыр, әммә фәнгә ҡарата мөнәсәбәт буйынса Мәскәү һәр саҡ үҙәк һаналды. Сөнки фәндәр академияһы ла, юғары уҡыу йорттары ла баш ҡалабыҙҙа, ҙур үҙәктәрҙә тупланған. Әйтәйек, тупраҡты өйрәнеү буйынса ла Мәскәү беренсе һанала, икенсе урында - Новосибирск, Өфө - өсөнсө урында. Быға тиклем шулай килде. Әле күптән түгел Мәскәүҙә урынлашҡан В.В.Докучаев исемендәге Тупраҡты өйрәнеү институты профессоры И.Ю.Савин үҙенең ғилми мәҡәләһендә Рәсәйҙә был өлкәлә ғилми кадрҙар әҙерләү буйынса Өфө икенсе урында тора, тип яҙа. Был ысынлап та шулай, сөнки беҙҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында диссертацион Совет эшләй. Беҙ, Сибайҙан өс кеше, йәғни мин, Резеда Фирғәт ҡыҙы Хәсәнова, Ирина Николаевна Семенова шул Советтың ағзаларыбыҙ. Әлбиттә, сибайҙарҙы өфөләр менән сағыштырыуы ҡыйын, уларҙың матди яҡтан мөмкинлектәре киңерәк, күп һанлы юғары уҡыу йорттары, лабораториялары бар.
Ғилми этика
Фәндә ғилми этика тигән төшөнсә бар. Ниндәй генә фән өлкәһен алһаң да, бөтәһендә лә ғилми ҡаҙаныштар абруйы ни тиклем юғары булыуына ҡарамаҫтан, расаһына, енесенә, йәшенә ҡарамай, тигеҙ баһаланырға тейеш. Мин йәш ғалимға, һин әле маңҡаһың, тип әйтергә тейеш түгелмен. Ул берәй ғилми фекер әйтә икән, уның асылына төшөнөргә тейешмен, бәлки, ул берәй асыш алдындалыр. Өлгәшелгән, булған-бөткән, артабан өйрәнергә кәрәкмәй, тип тә уйларға ярамай. Әлбиттә, велосипед уйлап табыуҙың мәғәнәһе юҡ, сөнки ул юл үтелгән, әммә уны камиллаштырыу өсөн нисек эшләнгәнен өйрәнергә, белергә кәрәк.
Бер үк мәсьәләгә сәйәси яҡтан да, тарихи, иҡтисади, экологик яҡтан да ҡарап була. Мәҫәлән, тупраҡты өйрәнеү йүнәлеше буйынса биология, ауыл хужалығы йә геология-минералогия фәндәре кандидаты йәки докторы тигән фәнни дәрәжә генә түгел, хатта тарих фәндәре кандидаты йәки докторы дәрәжәһен дә бирәләр, сөнки ул ентекләп был мәсьәләнең тарихын өйрәнгән. Фән бит ул күп ҡырлы эшмәкәрлек.
Шулай итеп...
Евгений Евтушенконың берҙән-бер сәсмә әҫәре һаналған "Еләкле урындар" ("Ягодные места") романында бик фәһемле эпизод бар. Үҙәктән ситтә Калугала йәшәп, космос караптары тураһында ғилми эҙләнеүҙәр алып барған Циолковкийҙы ҡараңғы тыҡрыҡта бурҙар туҡтата. Уйҙары - уны талау. Алтын сәғәтен тартып алғас, бабай уларға: "Һеҙ минең сәғәтте урламайһығыҙ, ваҡытымды урлайһығыҙ, мин йыһан тураһында уйлайым, йондоҙҙарға осоу тураһында хыялланам", - тип асыулана башлағас, бурҙар алдарында кем тороуын аңлап, оло хөрмәт күрһәтеп, Циолковскийҙы оҙатып ҡуялар.
Шулай, йәмәғәт, ғалимдарҙы хөрмәт иткәндә генә кешелек цивилизацияһы алға барасаҡ.
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА