
Украиналағы Махсус хәрби операцияның мең дә ике йөҙөнсө көнө РФ Ҡораллы көстәренең Көньяҡ төркөмөнә ҡараған 10-сы гвардия танк полкы яугирҙары өсөн еңеүле һәм уңышлы мәлдәрҙең береһе булды. Донецк республикаһының иң көнбайыш төбәгендәге Заря тораҡ пункты украин нацистарынан таҙартылып, сик һыҙығындағы бина өҫтөнә флаг ҡаҙалды.
Был операцияла дошмандың байтаҡ һандағы боевиктары менән техникаһы ҡыйратылды һәм биләмә тулыһынса контролгә алынды. Штурмлаусы отрядтың Искәндәр хәрби ҡушаматлы командиры һөйләүенсә, Заря дошмандың ярайһы нығытылған пункттарының береһе ине. Тораҡ пунктты азат итеү өсөн танк подразделениелары һәм артиллерия уты оҙатыуында штурмлаусы төркөмдәр көсө кәрәк булды. Рәсәй Оборона министрлығы белдереүенсә, дошмандың 170-тән ашыу һалдаты, 5 автомобиль менән 5 ялан артиллерия орудиеһы, 2 радиоэлектрон станцияһы һәм ҡорал склады юҡ ителде. Ошо уҡ көндә Часовой Яр һәм Славяно-Краматорск йүнәлешендә лә Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) боевиктары менән техникаһының туғыҙ бригадаһы тар-мар ителде. Бынан тыш, Үҙәк төркөмө һуғышсылары Донецк республикаһы сигенән үтеп, Днепропетровск өлкәһенә һөжүм башланы.
Федерация Советының Конституция закондары һәм дәүләт төҙөлөшө комитеты башлығы Андрей Клишас Днепропетровск өлкәһендә "денацификация" башланыуы хаҡында иғлан итте. Әммә был ваҡытҡа ҡарата Украина Ҡораллы көстәре Рәсәй территорияһына һөжүмен туҡтатмай, бындай шарттарҙа беҙҙең хәрбиҙәр Украина яғынан янау һәм һөжүмдәрҙе кәметеү өсөн плацдарм төҙөй.
Ә бына Көнбайыш илдәре украин ҡасаҡтары менән ни эшләргә лә белмәй аптырана: хоҡуҡи статус билдәһеҙлеге, хеҙмәт һәм торлаҡ баҙарында килеп тыуған өмөтһөҙлөк хәлдәре...Конфликт башланғандан алып, Украинанан килгән 4,3 млн кеше Евросоюз илдәрендә ваҡытлыса яҡлау статусы алды. Ул хәҙер бер нисә тапҡыр оҙайтылды инде, ә бит бындай статус ни бары өс йылға ғына бирелә. 2022 йылдың февраль аҙағынан алып иҫәпләгәндә 6,7 млн кеше Украинаны ташлап киткән. Хәҙер унда күпселек ҡарттар тороп ҡалған, йәштәр китеп бөткән. Евросоюз илдәренә килеп тулған ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу ҙур проблемаға әйләнгән. Германия, Польша әле булһа йәшәргә урын һораусы ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүҙән баш тарта һәм бындай илдәр Европала ошо икәү генә түгел.
Ҡыҫҡаһы, Европа Украинанан арыны. Ә инде Киев режимының һуңғы әхлаҡһыҙ ҡылығы менән бәйле бигерәк тә: бер ниндәй аңлатмаһыҙ-ниһеҙ Украина Рәсәй яғынан сик буйына рефрижераторҙарға тейәп килтерелгән үҙҙәренең яугирҙары мәйеттәрен ҡабул итеп алыуҙан баш тартты. Был һуңғы тапҡырҙағы Стамбул һөйләшеүҙәрендә өлгәшелгән килешеүҙе тупаҫ боҙоу ғына түгел, яу ҡырында һәләк булғандар рухына төкөрөү, уларҙың ата-әсәләрен, туғандарын һәм яҡындарын шәһит булған һалдатты ихтирамлап һуңғы юлға оҙатыу хоҡуғынан мәхрүм итеү булды. Сит ил күҙәтеүселәре фекеренсә, Владимир Зеленскийҙың мәрхүмдәр кәүҙәләрен, шулай уҡ яралы әсирҙәрҙе ҡабул итеп алыуҙан баш тартыуын Украина армияһының һуғышта юғалтыуҙары кимәлен танырға теләмәү, тип, ә икенселәре һәләк булған бөтәһе 6 мең яугир өсөн уларҙың туғандарына компенсация түләүҙән баш тартыу, тип тә аңлата. Украин етәкселегенән айырмалы, Рәсәй һәләк булған был украин һалдаттарын христиандарса һәм дини-әхлаҡ тәртиптәренә ярашлы хәл итәсәк, тип белдерә Дәүләт Думаһы депутаты, Оборона комитеты ағзаһы Андрей Колесник. Яралы украин һалдаттары ла билдәһеҙлеккә дусар ителмәйәсәк, уларға Рәсәй госпиталдәрендә дауаланыу мөмкинлеге биреләсәк.
Бынан сығып, нимә әйтергә була? Шуны ғына: Киев режимы Көнбайыш ҡатнашлығында террористик ойошмаға әйләнде. Киев үҙенекеләрҙе лә, ситтәрҙе лә, тереләрҙе лә, үлектәрҙе лә аяп тормай. Үткән аҙнала Рәсәйҙең граждандар объекттарын дрондар һөжүменә тотоу дауам итте. "Көнбайыш илдәре Украинаның Рәсәй территорияһындағы террористик эшмәкәрлеген туранан-тура финанслай", - ти террорға ҡаршы "Альфа" махсус подразделение ветераны, запастағы подполковник Андрей Попов.
Үткән аҙнала тағы ниндәй хәлдәр булды? Һуңғы осор ниңә Дональд Трамптың тауышы ишетелмәй, тиһегеҙме? АҠШ президентында Украина ҡайғыһы ла юҡ, Рәсәй менән Ҡытай ҙа уны әлегә ҡыҙыҡһындырмай. Яҡын дуҫы, партнеры Илон Маск менән аралары боҙолоп китте бит. Өҫтәүенә, мигранттарҙы ҡыҫырыҡлауҙарға ҡаршы Калифорнияла болалар, полиция менән бәрелештәр башланды. Аҡ йорт легаль булмаған мигранттарҙы илдән ҡыуыуға ҡаршы был сығыштарҙы "АҠШ закондары һәм суверенитетына ҡаршы фетнә" тип атаны һәм тәртипһеҙлектәрҙе баҫтырыу өсөн Лос-Анджелесҡа 2 мең Милли гвардия һалдаты ебәрҙе. Әгәр бының менән генә болалар туҡталмаһа, АҠШ-тың оборона министры Пит Хегсет Калифорнияға диңгеҙ пехотасылары ебәреү менән янаны. Аналитиктар фекеренсә, Демократтар партияһы, әйтерһең дә, шуны ғына көтөп торған, улар былай ҙа Трамптың дүрт ай президентлыҡ осоро буйына сәбәп эҙләне һәм хәҙер Калифорниялағы хәлдәрҙе 2020 йылғы боланы ҡабатлау өсөн бороп ебәрергә теләгән хәлдә лә, Трамп ваҡытында сара күреп өлгөрҙө.
Ә бына Маск менән ҡабаттан дуҫлашыуға өмөт бар микән? Маск Трамп хакимиәте Департаментынан киткәс, АҠШ президенты сәйәсәтен тәнҡитләй башланы. Әлеге оло ыҙғыш алдынан да ул дәүләт сығымдарын ҡыҫҡартыу буйынса закон проектын Америка халҡын бурысҡа батырасаҡ "әшәкелек" тип атағайны һәм хатта Трампҡа импичмент иғлан итеү менән янаны. Ике миллиардерҙың тәрәнәйә барған ыҙғышын бөтөн донъя күҙәтә, уларҙы яраштырырға теләүселәр ҙә бар, сөнки ғәйәт ҙур ресурстар, медиа-платформалар һәм сәйәси көскә эйә был ике йоғонтоло эшмәкәрҙең бәрелеше донъяуи технологияға ла, сәйәсәткә лә, йәмғиәт торошона ла күңелһеҙ эҙемтәләр менән янамағайы, тигән хәүеф бар.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА