
(Фәлсәфәүи эссе)
• Беҙ, башҡорттар, Рәсәй тип аталған ҙурҙарҙан ҙур илдә, сәйәсәттә нарыҡланғанса, бөйөк державала йәшәйбеҙ. XVI быуат урталарынан бирле - был беҙгә яҡын тарихтың һуңғы 468 йылына тиң. Барса башҡорт ырыуҙарының Рәсәй составына инеүе ярты быуаттан ашыу ваҡыт дауамында бара, сөнки ошоға тиклем тарихи Башҡорт иле биләмәләре элекке Алтын Урҙаның төрлө ярсыҡтары - Ҡаҙан, Әстерхан, Себер ханлыҡтары, Нуғай Урҙаһы ҡулында ҡалған була. Алтын Урҙа замандарында башҡорттар үҙенә күрә привелигиялы халыҡ булып, иркенлектә, байманлыҡта көн итә. XVI быуатта төрлө ханлыҡтар үҙ-ара даими низағта йәшәй, бер-береһе менән һуғыша, башҡа халыҡтарҙы талай. Шуғалыр ҙа инде, 1552 йылда Иван Грозный Ҡаҙан ханлығын тар-мар итеү менән, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Рәсәй ҡанаты аҫтына инеүҙе хуп күрә.
• Рәсәй тарихын бер нисек тә шыма ғына итеп, драма-трагедияһыҙ тасуирлап булмай. Нимә генә булмаған ул тарихта: Киев Русенең тарҡалыуы, ваҡ кенәзлектәргә Азия күскенселәренең һөжүм итеп, мал-мөлкәтен талап алыуы, халҡын әсиргә алып, ҡоллоҡҡа һатыуы, һуңынан үҙ-ара һуғыш-низағтар, монгол-татар хандары власы аҫтында ҡалыу, шведтарға, герман рыцарҙарына, поляк шляхтаһы ғәскәрҙәренә, төрөктәргә, француз илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш, рус-япон, Беренсе донъя һуғышында ҡан ҡойош... Ишеү етмәһә, 1917 - 1920 йылдарҙағы граждандар һуғышы ҡыйралышы Рәсәйҙе ныҡ ҡаҡшата. Ә Бөйөк Ватан һуғышы башында Рәсәй торған СССР державаһының азатлығы һәм мөстәҡиллеге өсөн иң ҙур, хәл иткес халыҡ һуғышына әйләнә.
• Әлбиттә, Рәсәй составындағы Башҡорт иле заманында бик күп һынауҙар аша үтә, хатта уның катастрофик хәлгә төшкән мәлдәре лә була. Батша Рәсәйе чиновниктары йәбере, заводчик-фабриканттар ҡыҫымы аҫтында ла йәшәгән халҡыбыҙ. Түҙемлеге бөткәс, баш күтәргән, ихтилалдарға сыҡҡан, ҡан ҡойошло яуҙарҙа ҡырылған. Батша властары өсөн эске сәйәсәттә Себер, Урта Азия йә иһә Кавказ халыҡтары менән түгел, башҡорттар менән идара итеү иң ҡатмарлы проблема булып ҡала. Тик шуға ла иғтибар итергә кәрәктер: ниндәй генә Рәсәй батшаһы булмаһын, уларҙың береһе лә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғына яҫҡынмай, ул 1917 йылғы түңкәрелешкә тиклем үҙ көсөндә ҡала.
• Уҙған быуаттың һуңғы тиҫтәһендә, Совет ҡоролошо юҡ ителгәс, 70 йыллыҡ СССР (шул иҫәптән Рәсәй) тарихы, башлыса, аяуһыҙ тәнҡитләнә, элекке идеология яңыһы менән алыштырыла, донъя кимәлендә элекке бөйөк державанан харабалар ғына ҡала. Тик яңы идеологтар ул саҡта бер нәмәне онота: тарихта теләк-шарт һөйкәлеше булмай, уны һис бер кем кире ҡайтара ла, үҙгәртә лә алмай. Әлбиттә, кешеләр, йәмғиәт тарихҡа баһа бирә ала, ә ҡайһы бер тарихсылар, сәйәсмәндәргә эйәреп, уны яңынан яҙырға ла маташа. Кеше күңеле күптән уҙған ваҡиғаларҙы нисек кенә ауырһынып, тәрән кисереп ҡабул итмәһен, тарихи ысынбарлыҡтан ҡасып, тайпылып ҡалып та булмай.
• Тарих шундай күренеш ул: әҙәм балаларына, хатта иң юғары вазифа биләгән шәхестәргә лә объектив баһа бирә. Йәнә ил, дәүләт тарихын, уны ниндәй генә гениаль шәхес етәкләмәһен, халыҡ үҙе яҙа. Күренекле рус яҙыусыһы Л.Н. Толстой үҫенең донъяла киң танылған "Һуғыш һәм солох" романында тап ошондай һығымтаға килә. Халҡыбыҙҙың һуңғы 5 быуатлыҡ тарихын дөйөм Рәсәй тарихынан айырып ҡарап булмай. Ул замандың трагедиялары, катастрофалары башҡорттарҙы ситләп үтмәгән, әммә беҙ, тарихтан һабаҡ алып, бөгөнгөбөҙҙө генә ҡайғыртып йәшәй алмайбыҙ: тарихи ваҡиғаларҙы, бәғзе бер шәхестәрҙе фашлап, хатта ки үс көҫәп йәшәп булмай. Тарих төпкөлдәренән киләсәккә рухи күпер һала белеү ҡиммәтлерәктер.
• Бына миҫалға Рәсәйҙең совет осорон ғына алып ҡарайыҡ. Уның халҡыбыҙға килтергән файҙаһын бер ниндәй бизмәндәргә һалып үлсәп булмаҫ ине. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: республикабыҙ, Башҡортостан тигән дәүләтебеҙ хасил була, йылдан-йыл сәнәғәт үҫешкәндән үҫешә бара, башҡорт яҙма әҙәби теле, башҡорт матбуғаты, нәшриәте, мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, театрҙар, филармония, китапханалар, клубтар, радио һәм телевидение һәм башҡа йәшәйеш объекттары булдырыла. Һанай башлаһаң, барыһын да яҙып бөтөрөп тә булмаҫ ине. Бер генә миҫалға иғтибар бирмәйенсә булмай: XX быуатта, 30-сы йылдарҙағы үкенесле юғалтыуҙарға ҡарамай, йәш башҡорт интеллигенцияһы үҫеп сыҡты, нығынды: уларҙан башҡа бөгөнгө зыялыларыбыҙ ҙа булмаҫ ине бит.
• Бөгөнгө Рәсәйебеҙҙең дә проблемалары бихисап. Бәғзе бер сәйәсмәндәр, алдын-артын уйлап тормайынса, милли республикаларҙы бөтөрөргә кәрәк, тип яр һала. Әммә ундайҙарға ҡолаҡ һалып бармайҙар, иҫәпкә лә алмайҙар: Рәсәй Федерацияһының да, милли республикаларҙың да Конституциялары бындай ҡотҡоно тыйыу өсөн ныҡлы ерлек бирә. Тик тел сәйәсәте өлкәһендә генә хилафлыҡтарға юл ҡуйырға ярамай, сөнки низағ-конфликттар, аңлашмаусанлыҡтар ошонан башланыуы ихтимал.
• Күп өлкәле оло Рәсәй менән Башҡортостан, башҡа милли республикалар бөгөн бер бөтөнлөктө тәшкил итә. Ер шарының биштән бер өлөшөн тиерлек биләгән рус, башҡорт, яҡут, татар, сыуаш, мари, удмурт, алтай, бурят, Кавказ ҡәүемдәре, тиҫтәләгән башҡа бер халыҡтар оло бер ғаиләгә тиңдер. Халыҡ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек ептәре өҙөлмәһә, һәр халыҡтың тарихы, мәҙәниәте, йолалары, телдәре дәүләт яҡлауын тапһа, ыҙғыш-талаштарға юл ҡуйылмаһа, Рәсәй дәүләтенең дә нигеҙе ныҡ булыр.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Шағир-фронтовик Хәниф Кәрим заманында былай тип яҙғайны:
"Төн ҡаплағас киң океан өҫтөн,
пароходтар юлдан аҙашһа,
оҫта капитандар барыр юлды
яҡты йондоҙҙарға ҡарап табалар".
Дәүләтебеҙ етәкселәре лә, тарих океанының оҫта капитандарылай, сәйәсәт күгенең яҡты йондоҙҙарына ҡарап, "Рәсәй" тигән оло караптың барыр юлдарын күҙаллар, тип ышанайыҡ. Халыҡтар берҙәмлеге лә үҙе бер сағыу йондоҙҙай тойола. Рәсәй көсө - берҙәмлектә. Ә унан башҡа үҫешкә, киләсәккә алып барған юлыбыҙҙы дөрөҫ тоҫмаллай алыу мөмкин булмаҫ.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА