
Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш режимында илебеҙ төбәктәренең яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын асыу сараһында ҡатнашты. Улар араһында Өфөләге Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы ла бар.
Билдәләнеүенсә, дөйөм майҙаны яҡынса 35 мең квадрат метр тәшкил иткән күп ҡатлы бина 2019 йылдың июлендә төҙөлә башланы. Бында диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлексәһе, поликлиника, реанимация менән 10 операция бүлмәһе, рентгенохирургия һәм кардиохирургия бүлексәләре, административ блок һәм дарыухана-бүлеү пункты урынлашҡан. Объекттың хаҡы 10,7 миллиард һум тәшкил иткән, аҡса Башҡортостан бюджетынан бүленгән.
Рәсәй Президенты төбәктәрҙең барлыҡ етәкселәренән ФАП-тарҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауҙарын һораны. "Ҡан тамырҙарына, йөрәккә ошондай ҡатмарлы операциялар яһалған Республика кардиология үҙәгенең ун ҡатлы хирургия корпусы - республикала ла, тотош илдә лә медицина үҫеше күҙлегенән бик мөһим, әлбиттә. Әммә фельдшер-акушерлыҡ пункттары тураһында онотмағыҙ, был бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән миллионлаған граждандарыбыҙға ҡағыла, сөнки уларҙа фельдшерҙан башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре юҡ. Шуға күрә ремонт эштәрен дауам итергә, яңы ФАП-тар төҙөргә, белгестәр йәлеп итергә, улар өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк, тәү сиратта торлаҡ яғынан, һеҙ был хаҡта ла яҡшы беләһегеҙ", - тине Владимир Путин.
- Республикабыҙҙа ике меңдән ашыу ФАП иҫәпләнә. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында һуңғы алты йылда уларҙың 500-өн алмаштырҙыҡ. Улар берҙәм һанлы контурға индерелде. Тимәк, хәҙер төпкөл ауылдағы ФАП-та беҙ электрокардиограмма эшләй һәм шунда уҡ төбәктең ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрә алабыҙ. Хөрмәтле Владимир Владимирович, белеүегеҙсә, корпустың майҙаны 35 мең квадрат метр, 10 операция бүлмәһе бар. Был иһә оҙаҡ һәм сәләмәт йәшәү өсөн өҫтәмә өмөт, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы Вил Тимербулатов Өфөлә кардиология үҙәге корпусын асыуҙың әһәмиәтен шулай тип баһаланы.
- Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләү һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтары Рәсәй Федерацияһы буйынса 1-се урында тора һәм беҙҙә лә шундай уҡ күрһәткестәр. Шуға күрә был ваҡиғаның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ауырыуҙарҙың күбеһе консерватив медикаментоз дауалауға мохтаж, ләкин хирургик коррекция талап ителгән ауырыуҙар ҙа бар, - тип аңлатма бирҙе "Башинформ"ға Вил Тимербулатов. - Ҡасандыр беҙ дөйөм корпус составында кардиохирургия бүлеген астыҡ, әммә был бүлек, әлбиттә, дөйөм алғанда кардиохирургия һәм кардиореанимация талаптарына тап килмәне. Сөнки операцияны бик яҡшы башҡарыу ғына түгел, ә ауырыуҙарҙы ҡарау ҙа мөһим. Уларҙы һауығыуға, реабилитация стадияһына еткерергә кәрәк. Уйланылған һәм тормошҡа ашырылған был аҙым бик етди һәм, ғөмүмән, кардиохирургияның ғына түгел, ә, дөйөм алғанда һаулыҡ һаҡлауҙың үҫеше. Шуға күрә ауырыуҙар хәҙер заманса кардиохирургия үҙәге шарттарында юғары технологиялы, махсуслаштырылған ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Был бик мөһим мәл.
Бынан тыш, үҙәк заманса, һуңғы һүҙ менән әйткәндә, йөрәккә генә түгел, ә башҡа ҡатмарлы кардиохирургик операциялар башҡарыу өсөн ҡорамалдар һәм шарттар менән йыһазландырылған. Унда эре ҡан тамырҙарына операциялар башҡарыласаҡ, улар - аорта, дуға ҡан тамырҙары, күкрәк аортаһы, ҡорһаҡ аортаһы, эре һеңер аҫты артериялары һәм башҡалар. Йәғни операцияларҙы башҡарыу диапазоны байтаҡҡа киңәйгән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡатмарлы операциялар эшләү өсөн кардиохирургия диспансеры кадрҙары ла әҙерләнгән. Сөнки беҙҙең кардиохирургтар, ҡатмарлы операциялар яһауҙан тыш, йыл һайын йөрәк күсереп ултыртыуҙы ла башҡара. Был ваҡиға республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы һәм, дөйөм алғанда, ил өсөн ҙур етди ваҡиға, беҙҙең кардиодиспансер һәр ваҡыт Рәсәй Федерацияһының алдынғы ун кардиохирургия үҙәге иҫәбендә, булды. Ә хәҙер ул тәүге бишәү иҫәбенә яҡынлашасаҡ
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА