«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАКОНДЫ БЕЛ ҺӘМ КҮҘӘТ!
+  - 


Гәзит уҡыусылар иғтибарына яңы ҡабул ителгән һәм ҡабул ителәсәк закондар буйынса РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ аңлатма бирә.

Һалым ҡайтармаһы бар

Дәүләттән сираттағы ярҙам: пенсионерҙар һәм балалы ғаиләләр өсөн һалым ташламалары ҡарала.

Эшләмәгән пенсионерҙар дауалау өсөн һалымды кире ҡайтара алмай, сөнки пенсияға НДФЛ һалынмай. Күптәр пенсионерҙар һәм балалар өсөн дәүләттән 20 мең һум самаһы аҡса алыу мөмкинлеге тураһында белмәй. Законға ярашлы, ололарҙың эшләгән улы йәки ҡыҙы ата-әсәһе өсөн һалым ташламаһын алыу хоҡуғына эйә.
Бының өсөн тыуыу тураһында таныҡлыҡ (туғанлыҡты раҫлау өсөн), медицина учреждениеһында күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында белешмә, медицина препараттарын һатып алыу өсөн рецепт, чектар кәрәк. Бөгөнгә 150 мең һумдан иң ҙур ташлама күләме 19 500 һум тәшкил итә. Ҡиммәтле дауалау өсөн (эндопротезлау, онкология) тулы сумманың 13 проценты, хатта ул 150 меңдән артһа ла, ҡайтарыла.
Шул уҡ тәртип менән 18 йәшкә тиклемге балалар (әгәр ҙә улар көндөҙгө уҡыу формаһында белем алһа, 24 йәшкә тиклем) өсөн түләнгән һалымдарҙы ла кире ҡайтарырға була.
Документтарҙы онлайн тапшырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн һалым түләүсенең рәсми кабинетында теркәлеп, шәхси пароль алырға кәрәк. Артабан "һалым ташламаһын алыу" бүлегенә инергә һәм инструкциялар буйынса онлайн тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ 3-НДФЛ декларацияһын тултырып, документтарҙың төп нөсхәләре менән Федераль һалым хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт итергә лә була.

Хәүефһеҙ түгелдәр

Һуңғы йылдарҙа бер ниндәй контролһеҙ БАД-тар (биологик әүҙем өҫтәмәләр) күпләп һатыла. Ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡталған дарыу төймәләре, ирмәк һауыттағы шыйыҡсалар бар сирҙәрҙе еңәсәк, тауҙарҙы аҡтарырҙай көс-ҡеүәт бирәсәк, тип ышандыралар.

Белгестәр хәүефһеҙ тойолған БАД-тарҙың күңелһеҙ эҙемтәләргә илтеүе хаҡында туҡтауһыҙ киҫәтә, тейешле контроль булмаһа, халыҡ һаулығына етди хәүеф янай, тип саң ҡаға килде. Ниһайәт, уларҙы ишеттеләр!
Ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы биологик актив өҫтәмәләрҙең сифат критерийҙарын билдәләү тураһында закон ҡабул итте. Документҡа Рәсәй Президенты В.Путин ҡул ҡуйҙы.
Законға ярашлы, 2025 йылдың 1 сентябренән БАД-тарҙың сифат критерийҙарын, шулай уҡ уларҙы ҡулланыу һәм теркәү үҙенсәлектәрен Хөкүмәт билдәләйәсәк. Был өҫтәмәләрҙе һаулыҡ өсөн хәүефле матдәләр, мәҫәлән, пестицидтар, агрохимикаттар, мал аҙығы өҫтәмәләре һәм дарыуҙарҙың айырым төрҙәре ярҙамында әҙерләргә ярамай. БАД-тар һәм уларҙы ҡулланыу буйынса күрһәтмәләр исемлеге барлыҡҡа киләсәк. Уны диагнозға ҡарап ҡына ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Бынан ары табиптар сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән биологик актив өҫтәмәләрҙе генә тәғәйенләй аласаҡ.
Һатыуға тыйылған БАД-тарҙы рекламалаған сайттар суд ҡарары булмайынса ла тиҙ генә ябыласаҡ. Таныш-тоноштар араһында "көнөнә өс тапҡыр ошо тамсыларҙы эс, сир белмәйенсә йөҙгәсә йәшәрһең" тип йөрөүселәрҙең дә эшмәкәрлегенә сик ҡуйыласаҡ.

Мутлашыусыларға ҡаршы

Граждандарҙы интернет, телефон аша аҡса урлаусыларҙан яҡлауға йүнәлтелгән ике федераль закон ҡабул ителде. Ҡануниәттәге был үҙгәрештәр мутлашыусыларға һәм уларға ярҙам итеүселәргә ҡарата енәйәт яуаплылығын көсәйтә.

Мутлашыусылар банк иҫәптәрен енәйәт схемаларында фаш итмәҫкә тырыша. Шуға күрә улар дроппер, йәғни аралашсы ҡуллана. Дропперҙар үҙ исемендәге банк картаһы йәки электрон аҡса янсығы тураһындағы мәғлүмәтте мутлашыусыларға һата. Ә мутлашыусылар төрлө алдау схемаларын ҡулланып, ябай кешеләрҙән дропперҙың иҫәбенә аҡса күсертә. Алданыусы полицияға мөрәжәғәт иткәс, аралашсының шәхесе асыҡлана, әммә улар енәйәтселәр тураһында бер нәмә лә әйтә алмай.Мутлашыусылар шул рәүешле эҙ яҙлыҡтары.
РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, шәхси банк картаһын мутлашыусыға һатыусы, улар күрһәтмәһе буйынса банк операцияһы атҡарыусы 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Ә бына дропперҙар йәлеп итеү, банк картаһы мәғлүмәтен һатып алыу, уларҙы артабан икенсе кешегә тапшырыу, банк операциялары атҡарыу өсөн 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһы ҡарала.
Йыш ҡына дропперҙар сифатында бәлиғ булмағандарҙың ҡатнашыуын иҫәпкә алып, РФ Граждандар кодексының 846-сы статьяһына ла үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер балаларға банк картаһы тик ата-әсәләренең яҙма ризалығы булған осраҡта ғына бирелә. Был саралар балаларҙы законһыҙ эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙән һаҡларға, шулай уҡ ата-әсәләргә балаларының финанс операцияларын контролдә тоторға мөмкинлек бирәсәк.
Ҡабул ителгән закондар граждандарҙың аҡсаһын яҡлауға һәм мутлашыу өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Бәлиғ булмағандарҙы енәйәтселәр ҡоралына әүерелмәҫкә һәм электрон түләүҙәр өлкәһендә хәүефһеҙлек тәьмин итергә ярҙам итәсәк.

Аҙ килемле ғаиләләргә

Ҡайһы берҙә осрашыуҙарҙа "Депутаттар балалы ғаиләләргә ярҙам итеү сараларын ("Әсәлек капиталы", йөклөлөк буйынса айлыҡ түләүҙәр, торлаҡ һатып алыуға 450 мең һум күләмендә бушлай ярҙам, балаларға пособиелар һ.б.) бик күп ҡабул итте. Шул рәүешле кешеләрҙе эшләргә түгел, ә дәүләт иҫәбенә йәшәргә өйрәтте", тип тә әйтәләр. Был хаҡта башлыса оло йәштәгеләр һөйләй, сөнки элек бындай түләүҙәр булманы, һәр кем ғаиләһен тик үҙе тәьмин итте.

Яңыраҡ халыҡ көнитмешен еңеләйткән тағы бер закон ҡабул иттек. 18 йәшкә тиклем ике һәм унан күберәк балаһы булғандарға (бала көндөҙгө уҡыу формаһы буйынса белем алһа - 23 йәшкә тиклем) яңы түләүҙәр булдырылды. Эшләүсе ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың, опекундарҙың, попечителдәрҙең) 2025 йылдағы дөйөм килеменән тотолған физик шәхестәрҙең килеменә һалымдар (артабан - НДФЛ) түләнгән һәм ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған осраҡта түләү алыуға хоҡуғы буласаҡ. Бындай ата-әсәләргә 2025 йыл өсөн түләнгән 13 процент НДФЛ-дың 7 проценты кире ҡайтарыла.
Миҫал өсөн ике бәлиғ булмаған бала (йәки береһе студент) үҫтереүсе ғаиләне алайыҡ. 2025 йылда ата-әсәнең йәки береһенең уртаҡ килеме 1 миллион һум тәшкил итә, ти. Уларҙан йылына 13 процент НДФЛ тотола, был - 130 мең һум. 2025 йылда Башҡортостанда йәшәү минимумы 15 782 һум күләмендә билдәләнгән. 1,5 тапҡырға ҙурыраҡ күләм был ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн 23 673 һум тәшкил итә. Тимәк, уларға 70 мең һумды кире ҡайтарырға мөмкин. Сөнки ғаилә ағзаһына айлыҡ килем 1,5 тапҡыр йәшәү минимумынан түбәнерәк (ғаилә килеме айына 83 333 һум тәшкил итә, һәр береһенә - 20 833 һум). Һөҙөмтәлә, улар 2025 йылда НДФЛ-ды 13 процент түгел, ә 6 процент түләйәсәк.
Был ярҙам менән түбән эш хаҡы арҡаһында ярҙамға мохтаждар файҙалана ала. Ата-әсәләрҙең йәки уларҙың береһе рәсми рәүештә эшләүе мотлаҡ. Закон 2026 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 25 июнгә тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru