
2 - 4 июлдә Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтарының XIII Бөтә Рәсәй съезы үтә. Ошо ваҡиға айҡанлы физика-математика фәндәре кандидаты, доцент, Өфө фән һәм технологиялар университетының Физика-техник институты директоры Илдар Вәкиф улы ҠӘНӘФИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Башта гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырып, мауыҡтырғыс та, ауыр ҙа был юлды ни өсөн һайлауығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине, сөнки бөгөн йәштәр фәнгә бик ылығып бармай бит...
- Мин үҙем уҡытыусылар ғаиләһенән. Әсәйем Вәсилә Миңнур ҡыҙы 36 йыл Белорет районы Сермән ауылының урта мәктәбендә математиканан уҡытты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Үҙемде уҡытмаһа ла, позитив энергетикаһын, һөҙөмтәгә эшләй торған ынтылышын миңә, улына, һеңдерә алған. Атайым Вәкиф Хәсән улы оҙаҡ йылдар урындағы "Сельхозтехника" ойошмаһында эшләне. Ауыл хужалығы техникаһы моторҙарын ремонтлау буйынса ҡулы оҫта уның, эшләп торган двигателдең тауышынан уҡ проблеманың нимәнән икәнен әйтә ала. Быны белгән кешеләр, ярҙам һорап, уға республиканың ҡайһы ғына районынан килмәй. Атайым менән әсәйем хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда инде.
Әсәйемдең нисек тырышып, ихласланып эшләгәнен күреп, уҡытыусы булыу теләге тыуҙы бала саҡта. Ул ваҡытта уҡытыусылар урындағы интеллигенция ҡатламын тәшкил иттеләр һәм ауылдың иң абруйлы кешеләре ине. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланым. Университетта уҡығанда, өсөнсө курстан фән менән ҡыҙыҡһына башланым, проекттарҙа ҡатнаштым. Өсөнсө курстан һуң Себерҙә, Ҡағалымда, практика үттем. Бик оҡшаны. Скважина материалдары менән эшләргә, компьютер артында ултырып, анализ яһарға кәрәк ине. Дүртенсе курстан һуң да унда барғас, эшкә ҡалырға саҡырҙылар. Бишенсе курста вахта менән шунда эшләп йөрөнөм, дипломды ла ундағы эшем буйынса яҙҙым. Уҡыуҙы тамамлағас, үҙемдең эш тәжрибәмде күҙҙән үткәрҙем, күптән эшләп йөрөгән коллегаларым менән фекер алыштым. Күбеһе, үҙҙәре аспирантурала уҡыһалар ҙа, эшләй башлағас, фәнгә ваҡыт етмәйәсәк, тинеләр. Үҙебеҙҙең геофизика кафедраһы етәксеһе Рим Абдулла улы Вәлиуллин менән дә һөйләштем. Ул аспирантураға уҡырға инергә, бер яҡшы проект өҫтөндә эш башларға кәңәш бирҙе. Шулай итеп, фәнгә тулыһынса бирелдем һәм бер ҡасан да үкенгәнем юҡ.
Нимә ул геофизика, уның геология, тау сәнәғәте, нефть һәм газ тармаҡтары өсөн әһәмиәте ниҙә?
- Геофизика - Ер шарын төпкә үтеп инеп тикшергән фәндәрҙең береһе ул. Уның алымдары күп һәм һәр ҡайһыһы фәҡәт физика закондарына нигеҙләнә. Ғәмәли фән булараҡ, геофизика ер аҫтындағы физик ҡырҙарҙы (физические поля) күҙәтеү, тау тоҡомдарының составын, уларҙың барлыҡҡа килеү тарихын һәм шарттарын билдәләү мөмкинлеген бирә. Беҙҙең институт промысла геофизикаһы, йәғни нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү һәм уларҙы үҙләштереү, тәбиғәткә зыян килтереүҙе иҫкәртеү маҡсатында углеводород ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе контролдә тотоу буйынса махсуслашҡан. Ғәҙәттә, геофизика - нефть һәм газ тармаҡтарының күҙе һәм ҡолағы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Геофизиктар үҙҙәренең күп датчиклы махсус приборҙарын 5 километрға тиклем тәрәнлеккә еткән скважинаға төшөрә һәм ер аҫты ҡатламдарының физик параметрҙарын - тау тоҡомдары ҡаршылығын, ундағы баҫымды, температураны, тығыҙлыҡты һәм башҡа күрһәткестәрҙе үлсәй. Һуңынан, компьютерҙа "Прайм" тип аталған махсус программа ярҙамында алынған мәғлүмәттәрҙе анализлай һәм тау тоҡомдарында нефть һәм газ миҡдары, скважинаға шыйыҡсаларҙың килеү интервалдары һәм уларҙың килеү тиҙлеге, торбалар герметиклығының боҙолоу аралығы билдәләнә. Әйткәндәй, "Прайм" - беҙҙең геофизика кафедраһы эшләгән программа. Уны хәҙер Рәсәйҙәге бөтә нефть компаниялары ҡуллана һәм ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ булып тора.
Әлеге көндә геофизикаға ҡағылышлы ниндәй проблемалар өҫтөндә эшләйһегеҙ? Һеҙҙең кафедра (институт) тәҡдим иткән асыштар, яңы технологик алымдар производствола ҡулланыламы?
- "Прайм" программаһы тураһында әйтеп үттем инде. Бөгөнгө көндә беҙҙең институттың геофизика кафедраһында алып барылған төп эҙләнеүҙәр цементтың герметиклығы боҙолоу интервалдарын билдәләүгә ҡағыла. Скважина төҙөгәндә, торба скважинаға төшкәс, ул мотлаҡ тышҡы яҡтан цемент менән ҡатырыла. Ваҡыт үтеү менән был тышлыҡ ҡаҡшай һәм ярыҡтар барлыҡҡа килә. Улар аша производствола ҡулланылған ныҡ минералланған иҙмә тау тоҡомдарына үтеп инеүе, ер аҫты һыуҙарын бысратыуы ихтимал. Экология күҙлегенән ҡарағанда, был - үтә киҫкен проблема. Барлыҡҡа килгән ярыҡтарҙы (каналдарҙы) билдәләүе ауыр, сөнки улар, ғәмәлдә, бик ваҡ була. Термометрияның киң таралған ысулы - төрлө эш режимында скважина эсендә температураны үлсәү. Үкенескә ҡаршы, уның ярҙамында күрһәтелгән проблеманы һәр ваҡытта ла хәл итеп булмай. Ошоно иҫәпкә алып, геофизика кафедраһында әүҙем термометрияның бөтөнләй яңы ысулын уйлап таптыҡ. Уның идеяһы шунда: индукцион йылытҡыс ярҙамында скважина яһалма йылытыла һәм температура датчиктары ярҙамында уның нисек таралыуы күҙәтелә. Яңы алым колонна герметиклығының боҙолоуын юғары һөҙөмтә менән билдәләргә мөмкинлек бирә. Ә мин үҙем алып барған эҙләнеүҙәрҙең төп өлкәһе - ул симуляторҙар ярҙамында скважинаның цифрлы өлгөһөн эшләү. Беҙ термосимуляторҙар программалары эшләйбеҙ. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, күп фазалы ағымдар булғанда скважинала теркәлгән температура мәғлүмәттәрен тәрәнерәк анализлау өсөн инструменттар булдырабыҙ. Ә ни өсөн тап температура һуң? Сөнки, табиптар кешегә диагноз ҡуйған кеүек, скважиналағы температуранан сығып, ремонт талап ителгән проблемалы урындарҙы билдәләргә мөмкин. Беҙҙең ғилми төркөм эшләгән термосимуляторҙар хәҙер Рәсәйҙең күп кенә геофизика компанияларында һәм хатта сит илдәрҙә ҡулланыла.
Һеҙ фән кандидаты. Докторлыҡ диссертацияһы хыялығыҙҙа ғынамы, әллә уның өҫтөндә эш башлағанһығыҙмы?
- Әлеге ваҡытта докторантураға уҡырға индем. Алдағы өс йылда, диссертация яҙып, уны яҡларға тейешмен, Алла бирһә. Термогидродинамика процестарын өйрәнәм. Шулай уҡ скважиналарҙың һәм ҡатламдарҙың торошон диагностикалау, скважиналарҙың эшләүе буйынса мәғлүмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу, һөҙөмтәлә углеводород ятҡылыҡтарын тулыраҡ эшкәртеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙамға килгән күп фазалы ағымдар йылылығы яландарының фазалы күсеүҙәрен тикшерәм.
Оҙаҡламай юғары уҡыу йорттары абитуриенттар өсөн үҙ ишектәрен аса, ҡабул итеү кампанияһы башлана. Һеҙ етәкләгән Өфө фән һәм технологиялар университетының Физика-техник институты йәштәрҙе нимәһе менән ылыҡтыра ала?
- Беҙҙең институт нефть һәм газ тармағы, электроника һәм наноэлектроника, наноматериалдар, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өсөн магнит һәм электр күренештәре өлкәләрендә инженер кадрҙары әҙерләй. Бакалавриат һәм специальность программалары буйынса ҡабул итәбеҙ. Институтта петрофизикала цифрлы технологиялар буйынса "РН-БашНИПИнефть" ғилми-тикшереү һәм проектлау институтының база кафедраһы бар. Уның нигеҙендә магистранттар әҙерләнә, улар уҡыуҙың тәүге көндәренән үк был ойошмала эшләй башлай. Һуңғы йылдарҙа индустриаль партнерҙар менән берлектә яҡшы йыһазландырылған яңы ғилми һәм уҡыу лабораториялары асыла. Беҙҙең уҡытыусылар промысла геофизикаһы, нефть ҡатламы физикаһы, электроника, наноматериалдар өлкәһендә танылған эксперттар булып тора. Яңы фәнни йүнәлештәр өлкәһендә сит ил компаниялары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Ғалим булыу өсөн ниндәй сифаттар мөһим? Фән юлынан китергә теләгән йәштәргә әйтер һүҙегеҙ...
- Минеңсә, фән юлынан китеү өсөн тырыш, ихлас булырға, киң фекерләй белергә, белем кимәлеңде даими күтәрергә кәрәк. Барыбер бер нәмә лә сығарып булмаҫ, тип ҡурҡырға ярамай. Фәндә лә яҡшы аҡса эшләргә мөмкин икәнен онотмағыҙ. Иң мөһиме, беҙҙең Башҡортостанда үҫеш өсөн мөмкинлектәр бик киң. Сит илдә стажировка үтеү, коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Грант конкурстары аша төрлө проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге бар, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса программалар эшләй. Мин үҙем Башҡортостан Башлығы грантын оттом. Йәш ғалимдарға һәм белгестәргә ярҙам итеү, уларҙың инновацион идеяларын үҫтереүгә һәм бәләкәй инновацион предприятиелар булдырыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән "Йәштәр ғилми-инновацион конкурсында ҡатнашыусы" ("УМНИК") һәм яңы тауар, технологиялар һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген үҙләштереүгә ынтылыусы бәләкәй инновацион предприятиелар булдырыуға булышлыҡ иткән "Старт" федераль программалар гранттарын алыуға өлгәштем. Хәҙер Рәсәй халыҡ фронты фонды тарафынан финансланған йәш ғалимдар өсөн ғилми проект етәксеһе булып торам. Шуға күрә, ышаныс менән әйтә алам: әгәр фән юлынан китеү, уны үҫтереүгә бәләкәй генә булһа ла өлөш индереү тураһында уйлайһығыҙ икән, икеләнмәгеҙ. Әгәр ғаиләлә һинең ынтылыштарыңды аңлап ҡабул итһәләр, уңыш һис шикһеҙ урап үтмәйәсәк. Был йәһәттән мин айырыуса бәхетле - ҡатыным Айзилә Рәсүл ҡыҙы менән университетта бергә эшләйбеҙ. Ул - филология фәндәре кандидаты, төрлө структуралы телдәрҙең, атап әйткәндә, инглиз, рус һәм башҡорт телдәренең, сағыштырма филологияһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 27 июнь – 3 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА