
Үткән аҙнаның 18 июненән алып 21-енә тиклем Санкт-Петербургта сираттағы Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы (ПМЭФ 2025) булып үтте. Гәзит уҡыусыларыбыҙ был хаҡта, әлбиттә, хәбәрҙар һәм улар был ҙур, етди сараны төрлө мәғлүмәт каналдарынан күҙәтеп барғандыр, моғайын. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, форумдың бөгөнгө шарттарҙа мөһим булған ҡайһы бер йомғаҡтарына туҡталып китке килә.
Ғөмүмән, Форумдың маҡсаты нимәлә һуң? Был халыҡ-ара иҡтисад форумы 1997 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. Сараның йөкмәткеһе һәм маҡсатына бик үтеп инмәй генә фекер йөрөтөүселәр ситтән күҙәтеп, Форумды дөйөм һүҙҙәр һөйләнеп таралыша торған сираттағы бер йыйын кеүек тә ҡабул итә торғандыр, ләкин улар яңылыша. Быйыл форум айырыуса йәнле, файҙалы һәм заманса кимәлдә ойошторолдо, үҙен төрлө яҡлап күрһәтә алды. Әйтергә кәрәк, был сараның 28 йыл буйына халыҡ-ара кимәлдә үҙ йөҙөн һәм абруйын һаҡлап ҡалып, күп һанлы сит ил делегациялары йәлеп итеп, һаман да популярлаша барыуы юғары баһаға лайыҡ. Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы - теге йәки был проблемалар буйынса фекер алышыуҙар ғына түгел. Унда төрлө илдәр вәкилдәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек контракттары төҙөй, алдынғы технологиялар менән алмаша, халыҡ-ара партнерлыҡ хаҡында һөйләшеп килешә. Был форум киләсәк проблемаларын: технологик бойондороҡһоҙлоҡ; аҙыҡ-түлек һәм энергетика хәүефһеҙлеге; бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы үҫтереү; цифрлаштырыу һәм башҡа шундай мәсьәләләрҙе хәл итә. Быйылғы форумда 92 илдән 20 мең кеше ҡатнашты; 6,3 трлн һумлыҡ 1066 һәр төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Рәсәй ивестициялар фонды 11 килешеү төҙөнө. Форум экспозицияларында Рәсәйҙең яһалма интеллект технологиялары ҡаҙаныштары булған роботтар, "Пегас", "Пилигрим", "Лидер" атамалы өр-яңы Рәсәй дрондары өлгөләре, "АвтоВАЗ" компанияһының "Лада Азимут" һәм Aurus яңы автомобиль моделдәре күрһәтелде.
Форумдың төп ваҡиғаһы булараҡ, унда ҡатнашыусылар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сығышын көтөп алды. Ниндәй яңы һүҙ әйтер Рәсәй башлығы? Киләсәккә ниндәй өмөттәр бағларға була? Президент, әлбиттә, Рәсәй иҡтисады буйынса белдереүҙәр яһаны, Рәсәй үҙенең иҡтисад күләме буйынса Европала - беренсе, донъя кимәлендә дүртенсе урында килеүен һәм башҡа мәлдәрҙе билдәләне. Бынан тыш, Владимир Путин 2026 йылдан Рәсәйҙә пенсияларға 1 февралдән - былтырғы йыл инфляция кимәлендә һәм 1 апрелдән - эш хаҡтары артыу менән бәйле РФ Социаль фонды килемдәре үҫешенән - ике этапта индексация буласағы хаҡында белдерҙе.
Ҡатнашыусылар Рәсәй Президентының Украина конфликты һәм Яҡын Көнсығыштағы хәл буйынса фекерен дә ишетте. Билдәләнеүенсә, Рәсәй Украинаның капитуляцияға бирелеүен маҡсат итеп ҡуймай - Мәскәү Киевтың килеп тыуған хәлде таныуын теләй; Рәсәй менән украин халыҡтары - бер бөтөн һәм "ошо мәғәнәлә бөтөн Украина - беҙҙеке"; Курск өлкәһенә баҫып инеп, Киев үҙенә-үҙе проблема тыуҙырҙы; Рәсәй Украина сиге буйынса хәүефһеҙлек буфер зонаһы булдырырға мәжбүр; Рәсәй Украинаның бойондороҡһоҙлоҡҡа хоҡуғына шик тотмай, ләкин уға суверенитет алған саҡтағы нигеҙ ҡиммәттәргә әйләнеп ҡайтыу хәйерле буласаҡ; әгәр Киев Рәсәй территорияһына "бысраҡ бомба" ташлай икән, был уның бик ҙур хатаһы, ә бәлки, һуңғы хатаһы буласаҡ. Ләкин Путин бындай хәлгә юл ҡуйылмаҫ, тигән ышаныс белдерҙе; Рәсәй Иран менән дә, Израиль менән дә бәйләнештә тора һәм уларға үҙ-ара конфликтты яйға һалыу буйынса ҡайһы бер тәҡдимдәре бар.
Әйткәндәй, 22 июнгә ҡарай төндә АҠШ Ирандың Фордо, Натанз һәм Исфахандағы ер астында урынлашҡан ядро объекттарына бункерға ҡаршы бомбалар һәм ракеталар менән һөжүм итте һәм Трамптың белдереүенсә, "Ирандың уран байыҡтырыу ҡеүәттәре юҡ ителде". Милли телевидение аша сығышында Трамп был агрессия актын оятһыҙ рәүештә "тәьҫоратлы хәрби уңыш" тип атаны. Американың Конгресс санкцияһынан тыш күрәләтә конституцияны һәм БМО Уставын тупаҫ боҙоуы менән бәйле, Ирандың мөрәжәғәте буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советы ашығыс рәүештә үҙенең ултырышын йыйырға ҡарар итте. Нью-Йорк штатынан конгрессмен-демократ Александрия Окасио-Кортес АҠШ-тың Иранға һөжүмен ғәйепләп сығыш яһаны һәм бының Трампҡа импичмент иғлан итеүгә нигеҙ булыуын белдерҙе. Ләкин, әгәр Тегеран АҠШ һөжүменә ҡарата ниндәйҙер яуап сараһы күргән хәлдә, был Иран өсөн һәләкәткә әйләнеүе ихтимал, тип янай Америка тарафы. Шул уҡ ваҡытта Вашингтон Тегеранды ядро килешеүҙәре буйынса һөйләшеүҙәргә әйләнеп ҡайтырға саҡыра.
Һуңғы хәбәрҙәрҙән: Иран Ҡораллы көстәренең ныҡлы оборонаһы һәм яуап һөжүменән һуң ике ил араһында ваҡытлыса килешеү урынлашты, ләкин Иран Хәүефһеҙлек советы дошманға ышанырға ярамауы хаҡында иҫкәртте. Һәм, ысынлап та, Израиль яғы Иранға ҡаршы кампанияның әле тамамланмауы һәм яңы этапҡа күсеүе хаҡында белдерҙе.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 27 июнь – 3 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА