
Башҡорт халҡының ғәҙәттән тыш ижади, интеллектуаль һәм ойоштороу һәләттәренә эйә легендар улы Салауат Юлаев образы XIX быуаттан алып беҙҙең көндәргә тиклем Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылары, хронистары, музыканттары, композиторҙары, рәссамдары, скульпторҙары һәм башҡа ижади интеллигенция вәкилдәренең иғтибарын биләне һәм биләүен дауам итә. Билдәле тарихсы-антрополог Ринат ЙОСОПОВты, мәҫәлән, батырҙың антропологик тибы, йөҙ һыҙаттары ҡыҙыҡһындыра торғайны һәм тере сағында ул был туралағы мәҡәләһен беҙҙең гәзиткә тәҡдим иткәйне. Гәзитебеҙҙә 2005 йылда баҫылған ошо мәҡәләне гәзит уҡыусыларға яңынан уҡып сығырға кәңәш итәбеҙ.
Рәссамдар А.П. Лежнев, А.Д. Гончаров, П.М. Марков, М.Н. Арыҫланов, Ғ. Ш. Имашева, Г.С. Мостафин һәм башҡаларҙың танылған картиналарында һәм полотноларында милли геройыбыҙҙың образы төрлө композицияла бирелә. Ул һүрәттәрҙә Салауат Юлаев бер төрлө түгел, һәр береһендә батыр һыны үҙенсәлеклеге һәм эске энергияһының сағылышы менән айырылып тора. Совет скульпторы И.Г. Фрих-Харҙың 1925 йылда уҡ яһаған тәүге скульптура портреты - Салауаттың ағас бюсы бөгөнгө көндә Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында һаҡлана. Т.П. Нечаева 1946 йылда Салауат Юлаевтың скульптура портретын яһай, ул бронзанан ҡойолоп, 1952 йылда - Өфөлә, 1955 йылда Салауат ҡалаһында һәм Салауаттың тыуған яғы Малаяҙҙа ҡуйыла. 1989 йылда Салауат Юлаевтың бюсы герой һуңғы 25 йыл ғүмерен үткәргән Палдиски ҡалаһында ҡуйыла.
Салауат Юлаевтың С.Д. Тавасиев эшләгән һәм 1967 йылда Ағиҙелдең уң яҡ ярына ҡуйылған атҡа атланған скульптураһы иң мөһим һәм иң ҙур ижад емеше булып тора. Был ат скульптураһы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала. Постамент менән бергә уның дөйөм бейеклеге 20 метрға яҡын, ә ауырлығы - 40 тонна. С.Д. Тавасиев Салауат образын көс һәм энергияһы ташып торған, азатлыҡ һөйөүсе ярһыу яугир һәм батыр итеп һүрәтләй алған. С. Тавасиев батырыбыҙҙы туран тибындағы башҡорттар араһында киң таралған һыҙаттар менән һынландырған. Был тип, билдәле булыуынса, көньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында йышыраҡ осрай. Сығышы менән Төньяҡ Осетиянан булған С.Д. Тавасиев нисек башҡорттарҙың төньяҡ-көнсығыш төркөмгә хас антропологик һыҙаттарын шулай күләмле һәм аныҡ итеп Салауат Юлаев ҡиәфәтенә күсерә алған һуң? Ғөмүмән, өс скульпторҙың, йәғни И.Г. Фрих-Хар, Т.П. Нечаева һәм С.Д. Тавасиевтың бер антропологик типҡа ҡараған герой образын нисек тыуҙырыуы шулай уҡ сер булып ҡала. Ихтимал, улар Салауаттың тыуған яғына барып, уның яҡташтары менән осрашҡандыр.
Ысынында иһә, ниндәй булған һуң беҙҙең батыр Салауатыбыҙ? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙ был турала бер нәмә лә белә алмайбыҙ, сөнки М.М. Герасимовтың ысулын файҙаланып, баш һөйәктәренә ҡарап, йөҙөн тоҫмаллар инең дә, әммә беҙҙең ҡулда һөлдәһе юҡ (ә шулай ҙа беҙ, бер аҙ тырышлыҡ һалғанда, батырыбыҙҙың һөлдәһен таба алыр инек һымаҡ. Салауатыбыҙ тарихын өйрәнеүсе ғалимә И. Гвоздикова әйтеүенсә, Эстониянан беҙҙең бер диңгеҙ офицеры Рогервикта мосолманса ерләнгән ике кешенең һөлдәһе табылыуы тураһында 90-сы йылдар башында уға хәбәр иткән. Ләкин ул саҡта Балтик буйы илдәрендә СССР-ҙан айырылып сығыу менән бәйле сәйәси ваҡиғалар ҡуйырған ваҡыт була, шунлыҡтан был хәбәр иғтибарһыҙ ҡала). Емельян Пугачевтың образын тере сағында XVIII быуатта төшөрөлгән бер нисә картинаға ҡарап, күҙ алдына килтерә алабыҙ. Өфө провинция канцелярияһында каторжниктарҙы Балтик буйына, Рогервик портына, оҙатыр алдынан төҙөлгән "Именной опись"та Салауат тураһында бер нисә генә юл яҙылған булған: "Буйы ике аршин да дүрт ая ярым, сәсе ҡара, күҙҙәре ҡара. Һул яҡ яңағында яра эҙе, сыбыртҡы менән туҡмалған, танау япраҡтары өҙгөләнгән, маңлайында һәм яңаҡтарында указ тамғалары һалынған". Уның тышҡы йөҙө бына шулай ғына һүрәтләнә.
Уҙған быуатта төрлө антропологтар, шул иҫәптән ошо юлдар авторы тарафынан төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында үткәрелгән антропологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен файҙаланып, Салауат Юлаевтың тышҡы йөҙөн яҡынса күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Салауат Юлаевтың һәм уның ата-әсәһенең тыуған һәм йәшәгән урыны хәҙер бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Салауат 1754 йылда Өфө провинцияһы Себер юлы Шайтан-Көҙәй улысының Тәкәй ауылында тыуған. Хәҙерге ваҡытта был -Башҡортостандың Салауат районы территорияһы. Уның атаһы Юлай Аҙналин ошо Шайтан-Көҙәй улысының старшинаһы һәм үҙ ырыуының данлыҡлы бейе, рус армияһы составында хәрби походтарҙа, шул иҫәптән 1772 йылда поляк конфедераттарын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы булараҡ билдәле булған.
Тарихсы-антрополог Ринат ЙОСОПОВ яҙмаларынан.
(Дауамы бар.)
"Киске Өфө" гәзите, №25, 27 июнь – 3 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА