
Украин дрондары Рәсәй биләмәһенә һөжүмде дауам итә. 3 август төнөнә ҡарай шартлатҡыс аппараттар яуҙырыу айырыуса Ҡара диңгеҙ йүнәлешендә әүҙемләште: был төн Рәсәйҙең төрлө тарафтарына осоролған 93 самолет рәүешендәге дронды, шул иҫәптән Ҡара диңгеҙ акваторияһы өҫтөндә 60 аппаратты беҙҙең Һауа һөжүменә ҡаршы көстәр атып төшөрҙө.
Украина Ҡораллы көстәре көн һайын Рәсәй биләмәләренә йөҙәрләгән дрондар осора һәм аңлы рәүештә граждандар объекттарына һөжүм итә; бының менән дошман урындағы халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырып, илдәге эске тотороҡлолоҡто ҡаҡшатырға уйлай. Мәғлүм булыуынса, үткән аҙнала беҙҙең көньяҡ ғәскәр төркөмө яугирҙарыбыҙҙың фиҙаҡәр батырлыҡтары һәм тонналаған снарядтар ярҙамында Донецк халыҡ республикаһының ошоға тиклем Киев контролендә булған һәм 2024 йылдың яҙынан бирле уның өсөн алыштар барған Часов Яр ҡалаһын алыуға иреште. Республиканың төньяҡ өлөшөндә Донецкиҙан - 60 һәм Артемовскиҙан ни бары 5 -7 км арала ҡалҡыулыҡта урынлашҡан был ҡаланы алыу МХО тарихында иң ҡатмарлы һуғыштарҙың береһе булды, тип яҙа хәрби хәбәрсе Иван Петров RGRU баҫмаһында.
Часов Ярҙы алыу Рәсәй командованиеһының стратегик еңеүе тип баһаланды. Уның әһәмиәтен РФ Президенты Владимир Путин 1 августа Беларусь лидеры Александр Лукашенко менән Валаамда осрашыу мәлендә лә журналистар алдында билдәләп китте. Был сарала Путин Украина конфликтын көйләүҙә Мәскәүҙең элеккесә үҙ шарттарынан сигенмәүен тағы бер тапҡыр телгә алды. Шулар иҫәбендә ул Рәсәй составына ингән дүрт территориянан Украина ғәскәрҙәрен сығарыу һәм Киевтың НАТО-ға инеү ниәтенән баш тартыуына өлгәшеүҙе айырым билдәләне.
Ләкин Махсус хәрби операциның Рәсәй өсөн төп маҡсат булған был шарттарҙы АҠШ президенты ишетергә лә, аңларға ла теләмәй, үҙенекен ҡайыра: фәҡәт уныңса булырға тейеш. Бер ҡараһаң - 50, икенсе ҡараһаң 10 көн ваҡыт биреп, туҡтауһыҙ ультиматум ҡуя; ике ил араһындағы ябай булмаған конфликтты яртылыҡ юлда хәл итергә теләй. Шул уҡ ваҡытта үҙе әле вәғәҙә иткән өҫтәмә санкцияларҙың Мәскәү өсөн һөҙөмтәле булырына ышанмай ҙа. Сараһыҙҙан, күрәһең, ул бынан алдағы визиттары мәлендә Кремль коллегалары араһында абруй яулап өлгөргән һәм Трамп хакимиәтендә Рәсәйгә иң ыңғай, объектив мөнәсәбәттә булған махсус вәкил Стив Уиткоффты тағы ла Мәскәүгә ебәрергә ҡарар итте. Был юлы АҠШ президенты илсеһе Трамптың башҡаса "уйындар уйнамаясағы" һәм шуға ла эштең етди тороуы: йә килешеү, йә ҡаты саралар менән тамамланасағы тураһында Путинды иҫкәртергә килә, ти сәйәси күҙәтеүселәр. Ысындан да, 8 августа 10 көнлөк ультиматум ваҡыты үткәндән һуң Дональд Трамп Украинаға яңы AMRAAM ракеталары ебәрә башлаясағы хаҡында белдерә. Ошондай уҡ ракеталарҙы АҠШ-тың союздаштары Дания, Бельгия, Япония, Нидерланды, Канада, Германия, Венгрия, Испания, Польша, Швеция, Тайвань, Швейцария, Израиль һәм Кувейт та аласаҡ. Ә бына Украинаның ҡасан һәм күпме ракета аласағы әлегә иғлан ителмәй. Америка конгрессвумены Марджори Тейлор Грин Украина конфликтын финанслауға ҡырҡа ҡаршы сыҡты һәм быны Америка халҡына хыянат тип атаны: "Сит илдә барған конфликтҡа ҡыҫылып, ниндәйҙер бер илгә кеше үлтереү өсөн аҡса түләү күпселек американдарҙың ҡарашына тап килмәй, АҠШ президенты итеп Дональ Трампты һайлағанда, беҙ уның сит конфликттарҙы финанслауҙы туҡтатырға вәғәҙәһе өсөн уға тауыш бирҙек",- тине ул.
Ә шул арала Украинала ығы-зығы булып ята. Беренсенән, Швейцариялағы Альп тауҙары курорттарының береһендә АҠШ менән Британия вәкилдәре Украина президенты офисы башлығы Андрей Ермак, Украина хәрби разведка башлығы Кирилл Буданов ҡатнашлығында ВСУ-ның элекке баш командующийы, әлеге ваҡытта Британияла илсе Валерий Залужныйҙы Зеленский урынына президент итеп һайлау буйынса йәшерен осрашыу үткәрҙеләр. Американың сәйәси аналитигы Скотт Риттер белдереүенсә, Альптағы йәшерен осрашыу Зеленский режимының юҡҡа сығыуының башланыуын белдерә. "Известия" гәзите сайтының ошо мәсьәләгә ҡағылышлы үткәргән һорау алыуҙар һөҙөмтәһе шуны күрһәтте: президент итеп Залужныйҙы тәғәйенләү Украина конфликтын көйләүгә булышлыҡ итмәйәсәк.
Унан һуң илдә халыҡ араһында көсәйә барған протест сығыштары ла Киев режимының ҡаҡшауға табан барыуын раҫлай. Киевта һәм башҡа ҡалаларҙа әле генә коррупцияға ҡаршы ведомстволарҙың вәкәләтен сикләүгә ризаһыҙлыҡ белдергән сығыштар тамамланыуға, Винницала мәжбүри мобилизация алып барыусы хәрби комитеттарҙың башбаштаҡлығына ҡаршы болалар башланды. Урындағы мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ҡаланың "Локомотив"стадионына 100-гә яҡын ир-егетте килтереп тултырғас, протеста ҡатнашыусылар стадион ҡапҡаһын емереп, майҙанға үтеп инергә теләне, ләкин полиция уларҙы ҡаты көс ҡулланыу юлы менән туҡмап, газ һиптереп, ҡыуып таратты, күптәр ҡулға алынды...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
"Киске Өфө" гәзите, №31, 8 - 14 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА