
Суфыйсылыҡты Уралға Зәйнулла ишандың оло ҡарт аталары Тупый, Ураҙғәли, Яныш, Ятабей, Манғут, Һеркә Урта Азия яҡтарынан карауансылар аша Ефәк юлы менән килтергән булhа кәрәк. Сөнки уларҙан байтаҡҡа hуңыраҡ тыуған Аҙнасура ишан, Уау Мөхәммәт Вәхит уны ентекле белмәҫ ине. Күрәhең, ул ерле халыҡ араhында электән ярайhы уҡ киң таралған була. Әммә суфыйсылыҡ киң йәмәғәтселеккә бик күптәнән таныш булhа ла, беҙгә, хәҙерге кешеләргә, Зәйнулла ишандың тормошон өйрәнгәндә тағы ла нығыраҡ асыла бара.
Суфыйсылыҡтың сабырлыҡҡа, түҙемлелеккә өндәгән вәғәздәре ҡәтғи холоҡло яу кешеләрен, мәҫәлән, башбирмәҫ башҡортто кәрәкле урында күп ҡырылыуҙан да hаҡлаған. Рух тойғоhо тәғлимәте зиhене менән эске ауаздашлыҡ табып, теләгенә ярашлы хис уятҡан. Суфыйсылыҡҡа шаманлыҡ ҡамлау ҙа хас. Традицион Исламда Ҡөрьән Кәримде үҙ алдына ғына, йәки өндәшмәй генә уҡыу - төп алым. Мәҫәлән, көндәлек башҡарылған биш намаҙ. Намаҙ уҡыған кеше ҡиблаға ҡарап тороп, алдына намаҙлыҡ йәйеп, сүрә аяттарын ҡысҡырмай ғына үҙ алдына эстән hөйләй. Ул яңғыҙы. Намаҙ уҡыған кешенең алдында башҡа кеше торорға ла тейеш түгел. Мулланың вәғәз hөйләүе ҙур дини байрамдарҙа, аят мәжлестәрендә тыңлана. Дөйөм алғанда, намаҙ уҡыу - үҙ алдыңа ғына Аллаhы Тәғәләгә инаныу. Унда йәмғиәт талап ителмәй.
Суфыйсылыҡта, бигерәк тә уның ҡамлау алымдарына, йәмғиәттең булыуы мотлаҡ. Ҡамлау кешеләргә үҙендә ышаныс көсөн тыуҙырыу өсөн кәрәк. Тиккә генә кешеләр hәм йәмғиәт Зәйнулла ишанға тартылмаған. Уның мөриттәре үҙҙәрен иркен hәм азат тойған.
Традицион, ғәҙәти Ислам әhелдәре Зәйнулла ишанды аңламаған. Уны hәр төрлө мөртәтлек, сихыр, сифатhыҙ ҡамлау алымдары ҡулланып, халыҡты батшаға ҡаршы ҡоторта, тип, төрмәгә, ә унан hөргөнгә ебәреүгә өлгәшәләр. Уларҙың был ялыуҙары империализм hәм шовинизм дегетенә ҡойонған батша ялсылары өсөн бик тә уңай сәбәп була.
Суфый тәриҡәтенең төп сифаты, үрҙә әйткәнемсә, шәхси кисерештәрҙе йы-йып үткәреү. Кисерештең эсенә инеү. Һүҙ, тойғо кеше балаhын хәрәкәткә килтерә. Кисереш үҙенән-үҙе хәрәкәт талап итә. Ә хәрәкәт - кеше тәбиғәтенә ярашлы. Юҡҡа ғына халыҡ "Хәрәкәттә - бәрәкәт" тимәйҙәр. Суфыйсылыҡ түҙемлек, сабырлыҡ, йыуашлыҡ менән бер ҡатарҙан, кешене кешелекле, тоғро hәм дөрөҫ, таҙа күңелле булырға өйрәтә. Ул hәр ваҡыт кире яҡты тәнҡитләй. Уға фани тормошҡа ҡәнәғәт булыу хас, әммә уға баhа биреүҙе өнәмәй. Кешеләргә рәхәтлек тыуҙырыуға, йылы мөнәсәбәт ҡылыуға баhа биреүҙе хуп күрә.
Шулай ҙа суфыйсылыҡты Ислам тәғлимәте фәйләсуфтары тыуҙырған hәм ул, нигеҙҙә, дүрт йүнәлештә - Нәҡшбәндиә, Хәлидиә, Нәсәвиә hәм Ҡәҙриә исемле йүнәлештә hәр береhе үҙ аллы юл алған. Һәр береhен дини мәғрифәтселектә генә түгел, донъяуи алымдар hәм үҙ тәғлимәте өлкәhендә остаз булырлыҡ шәхестәр етәкләгән. Әммә тәбиғәт, тереклек донъяhын бер төрлө итеп яратмаған кеүек, уның остаздарының да, уларға эйәргән йәмғиәттең дә рухи кимәле, тормош, йәшәү шарттары төрлөсә. Бәхәстәр ҙә, тәкә булып төкөшеүҙәр ҙә әҙ булмай. Остазға эйәреп, йәмғиәттәре лә үҙ-ара айпалышып, гонаhҡа керә. Әммә уларға дөйөм hыҙат - мәғрифәтселек hәм мәҙәниәттәренең дөйөм hыҙаттары хас. Йәмғиәт үҫешенең артта ҡалыуы менән килешмәүсәнлек, кеше зиhененең камиллығы, сикhеҙлеге, әхлаҡ алымдарын йылдам үҫтереү, төрлө сифатта рухи hәм фани азатлыҡ эҙләү - суфыйҙарҙың эске ҡануны ғына түгел, ә булмышы. Сөнки дөйөм Ислам ҡануниәтенә генә эйәреп, азатлыҡ hәм Аллаhы Тәғәлә менән берҙәмлек эҙләhәләр, улар рухы, улар hыны, булмыштары ла яhалма булыр ине.
Тәриҡәттәгеләр шәхси хужалыҡты ойоштороу алымында ла азатлыҡты өҫтөн күргәндәр. Матди байлыҡты, ҡулланыу әйберҙәрен, аҙыҡ-түлекте үҙҙәре етештереүгә, дөйөм хеҙмәт, дөйөм хужалыҡҡа төп урын биреү ҡаралған. Быны Зәйнулла ишандың хужалығы, дөрөҫөрәге, Рәсүлиә мәҙрәсәhе хужалығы миҫалында асыҡ күрергә була. Әгәр ҙә Рәсүлиә мәҙрәсәhендә дөйөм хужалыҡ алымы ҡулланылмаhа, уның бинаhын, ике йөҙҙән артыҡ шәкертте, егермеләгән хәлфәне, ғаиләләрен, уҡыу, уҡытыу әсбаптары һатып алыу, ойоштороу эштәрен хәйер-саҙаҡа килеменә генә аҫрап, ғәмәлгә ашырып булмаҫ ине. Беҙ быны хәҙерге заман кешеләренең хәтирәләренә лә таянып, Зәйнулла ишанға тасаууыф ғилемен, Нәҡшбәндиә тәриҡәтен өҫтәмә өйрәтеүсе остазы, Сарҙаҡлы ауылының шәйехе Fәбделхәлим хәҙрәт тураһында һөйләнгәндәрҙән дә беләбеҙ. Ул да мәҙрәсә тотҡан, уның да мәҙрәсәhенең төп нигеҙе булып тәриҡәт ғилеме, шулай уҡ дөйөм хужалыҡ алымы торған.
Суфыйсылыҡта, дөйөм хеҙмәттән тыш, тормош hабаҡтарын өйрәтеү ҡомары, өгөт-нәсихәт йоғонтоhо көслө була. Һәм был алымдар Зәйнулла ишандың вәғәздәренә бер юлы хатта меңәрләгән кешеләрҙе йәлеп иткән. Башҡорт илендә колонизация сәйәсәте көсәйеүе халыҡ күңеленә азатлыҡ орлоғон әленән-әле hала тора. Азатлыҡ фекере киңерәк тамыр йәйһен өсөн дини, фәлсәфәүи йәки тормош ҡануниәтенән башҡа, фәнни белем дә талап ителә. Үҙ халҡыңдың тарихыңынан тыш, тәбиғәттең үҫеш ҡанундарын, ер хәритәhен өйрәнеү, есемдәрҙең сифатын hәм төҙөлөшөн белеү кәрәклеге зарур була. Уны ғилемгә ынтылыусы шәкерттәрҙең дә рухиәте талап итә. Шуға ла Зәйнулла Рәсүлев мәҙрәсәлә төп ислам тәғлимәте, уның сатамаҡайы булған суфыйсылыҡ тәриҡәтенән тыш, йәҙитсә уҡыу, фән нигеҙҙәрен уҡытыуҙы ла индерә. Был эштә уға Ҡаhирәлә Әл-Әзhәр университетын тамамлап ҡайтҡан улы, буласаҡ Башҡортостан мөфтөйө Абдрахман ныҡ ярҙам итә. Маҡсаты фәнни йәҙитселек, дөйөм ғилемдән тыш, мосолман төрки халыҡтарының тәбиғи тормошсанлығын, рухын үҫтереү бурысы була. Шәйех Зәйнулла бин Хәбибулла Нәҡшбәнди тәрән рухи әхлаҡле кеше булараҡ, "ғүмер осоро мосолманын" эҙләгән. Йәштәр күңеленә азатлыҡ, ғилем орлоҡтары hалған.
Башҡорттар борон-борондан, үҙҙәре милләт булып ойошҡанға тиклем үк, меңәр йыллыҡ төпкөлөндә тәбиғәт менән рухи туғанлыҡты тойоп йәшәгән. Зәйнулла ишан да, башҡа башҡорттар кеүек үк, тәбиғәт балаhы була. Боронғо төркиҙәр кеүек, өс таған таймаҫ, хәҡиҡәтенә ышанып йәшәй. Улар, боронғо төркиҙәр, Аллаhы Тәғәлә ҡолдарына юл өйрәтеү өсөн күҙгә күренмәй торған бәләкәй бәйғәмбәрҙәрен өс мөhабәт тау аша ергә төшөрөр булған, тип иҫәпләгәндәр. Ул бәйғәмбәрҙәр кешеләрҙең фани донъяла ҡулланылырға тейешле бөтә хазиналарын да hаҡлаусы hәм яҡлаусы булып күңелдәрендә hынланған. Төркиҙәрҙең күңел хазинаhын дөйөмләштереүсе ул тауҙар өсәү: Тәнйәндә - Ҡайлас, Алтайҙа - Тәңрехан, Уралда - Ирәмәл.
Зәйнулла ишан үҙ тыуған ауылынан 40-45 саҡырым ерҙә ятҡан Ирәмәл hәм уның армыттары менән рухи бәйләнештә йәшәгән. Тауҙарға сәфәргә сығыр алдынан, тау эйәhенә арнап, ҡорбан салдырған. Әммә уның тәғәйенләнешен бар ғәләмгә фаш итмәгән. Шулар тураһындап хәтерләп hөйләр ине Әүеш, Әүлиә тауы буйындағы Иҫке Байрамғол ауылында йәшәп, күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән, атайымдың бер туған оло апаhы Сабира әбейем Сәйфетдинова-Ильясова. Fөмүмән, Зәйнулла ишандың тауҙар менән бәйләнеше үҙе бер тарих, үҙе бер сер... Тура килhә, ул турала ла, бәлки, киләсәктә бәйән итербеҙ.
Зәйнулла ишан бигерәк тә яҙ миҙгелен hағынып көткән. Ер-hыу кибеп, япраҡ йәбешкәкләүенән туҡтағас, килгән кешеләрҙән ул: "Уй шырлығында, ҡарағас түбә арҡаhындағы сауҡалыҡта кәкүк саҡырамы?" - тип hораған. "Саҡыра", тиhәләр, "Әләйhә, иртәнән hуңға иртәнге намаҙҙан hуң аттарҙы егегеҙ, ала юрғаны эйәрләп бәйгә алығыҙ", тип бойорған.
Fөмүмән, суфыйсылыҡ тәриҡәте hәр кемгә еңел бирелмәгән. Ни тиhәң дә, уға айырым бер hәләттең юлдаш булыуы шарттыр. Һәр кем уға өлгәшә лә алмаған. Шуғалыр ҙа, бәлки, күп рух hәм хеҙмәт талап иткән тәриҡәтте үҙ итеүсе лә күп үк булмай. Халыҡтағы "Соҡоп ҡарға булмаҫhың, уҡып, суфый булмаҫhың", тигән мәҡәлде ул өлкәләге өмөтhөҙ шәкерттәргә әйтер булғандарҙыр, тип уйланыла. Йәнәhе, тәғлимәтте камил итеп өйрәнә алмаҫhың, уны үтәүсе генә булhаң да сауап алырһың. Суфыйҙар -эскерhеҙҙәр. Үҙ рухына мөкиббән инанып йәшәүселәр. Улар Исламдың рухи үҙәгендә тороусылар. Аҡыл менән зиhен бер түгел, зиhен төптәрәк ятhа ла, аҡылдың өҫтөндә ултыра, тип өйрәткән ишан. Һәм, ысынлап та, аҡыл зиhендең бер өлөшө кеүек. Аҡыл аңды тыуҙырыусы. Һәр кешене тәбиғи аҡылы үҙ юлынан алып йөрөтә. Аҡылға мохтажыраҡ булhаң, зиhен тауы үҙенә мендермәй. Шыуаhың да кире төшәhең.
Спартак ИЛЬЯСОВ.
(Дауамы. Башы 29-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №32, 15 - 21 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА