
Бер уйлаһаң, бөгөнгө ығы-зығылы заманда ауылды ла ташлап китерме кеше! Күңелгә һил, тыныс, күкрәк тултырып һуларға һауаһы саф, шишмә һыуылай танһыҡ. Үҙ ҡулдарың менән үҫтергән химияһыҙ хәләл ризыҡ... Хәҙер ҡала халҡының да күпселеге тип әйтерлек иркенлек, һиллек эҙләй, йөрөп эшләргә хәленән килгәндәр Өфө яны ауылдарына күсенеүҙе өҫтөн күрә. Ә ҡала халҡы ситтән килеп фатир һатып алыусылар, мигранттар иҫәбенә арта бара.
Һуңғы мәғлүмәттәр нимә тей был хаҡта? Kommersant.ru сайтының 31 июнь сығарылышында, Башҡортостан ауылдарында халыҡ һаны кәмей бара, тип, медицина тергеҙеүе буйынса төбәк программаһына һылтанма бирелә. Былтырғы йылдың баштарында республика ауылдарында 1,5 млн кеше йәшәп, улар төбәк халҡы һанының 37,4 процент өлөшөн тәшкил иткән, ә 2023 йыл эсендә 15 мең кешегә кәмегән. Шуларҙың 7,2 меңе тәбиғи кәмеүҙәр иҫәбенә инһә, 8,1 меңе - ауылды ташлап китеүселәр. Ә ҡала халҡының һаны шул уҡ осорға 2,5 миллион тәшкил итеп (62,6 процент), бер йыл эсендә 2 мең кешегә артҡан. Ә тотош республика буйынса халыҡ һаны бер йыл эсендә генә лә 22 мең кешегә кәмегән, тип яҙа News-Bash сығанағы.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы йылдың тәүге айҙарында ғына 609 кеше республиканы ташлап сығып киткән. Бигерәк тә Йылайыр районынан китәләр, был йәһәттән район антирейтинг исемлегендә беренсе тора, тип хәбәр итә Башстат. Унан ҡала Йәрмәкәй, Мишкә, Мәсетле, Стәрлебаш һәм башҡалар. Китмәҫтәр ҙә ине, бөтәбеҙгә лә мәғлүм: был райондарҙа халыҡҡа эш юҡ, шуға күрә хәҙер нисә йыл буйына ир-егеттәр төньяҡ тарафтарға вахта эшенә ағыла һәм уларҙың һаны һис кәмемәй; күрше Татарстанға күсеп китеүселәр ҙә байтаҡ.
Яҡшы тормоштан түгел инде: демографик хәлгә бәйле тағы бер хәүеф тыуып тора: республикала хеҙмәткә яраҡһыҙ инвалидтар һаны арта. 2014-2022 йылдар эсендә кәмей төшкән был күрһәткес һуңғы осорҙа кинәт 5 меңгә артып китте. Республикала бөгөн барлығы 250 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнеп, был бөтөн төбәк халҡы һанының 6 процентын тәшкил итә. Өҫтәүенә, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, тағы бер хәбәр тетрәтте: Башҡортостанда шәкәр диабеты менән сирләүселәр һаны арта икән. Был хаҡта Ufacity News.ru хәбәрсеһе "Шәкәр диабеты менән көрәш" төбәк программаһы мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп яҙып сыҡты. Был документтан күренеүенсә, былтыр республикала 161 221 диабет сире асыҡланған, ә унан алдағы йыл ғына әле был күрһәткес 120 354 осраҡ булған. Шуныһы хәүефле: былтыр шәкәр сире 1 369 балала, 481 үҫмерҙә һәм 159 371 өлкән кешелә табылған. Сирлеләр һанының кинәт артыуын рәсми сығанаҡта властар диабет сирен асыҡлау буйынса һөҙөмтәле саралар үткәреүҙән, тип билдәләһә, өлкәндәр араһында иһә диспансерлаштырыу һәм башҡа профилактик тикшереүҙәр ярҙамында мәғлүм булды, тип иҫәпләй.
Эйе, шулайҙыр, ләкин был һылтанма сирҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен түгел, ә һандарҙың артыуы өсөн аҡланыу кеүегерәк тойолоп китә. Ә сәбәптәр, беҙҙең ихтыярҙан тормаған нәҫел "бүләген" иҫәпләмәгәндә, эргәбеҙҙә генә, көндәлек йәшәйеш рәүешебеҙгә бәйле. Сер түгел, күпселек ғаиләләрҙә туҡланыу рационы бик ярлы: әлеге лә баяғы макарон да картуф та хәүефле колбаса изделиелары һәм химияла үҫтерелгән йәшелсә-емеш. Шуға бәйле медиктар шәкәр сиренең ҡайһы бер киң таралған сәбәптәренең береһен углеводтарға бай һәм ныҡ ҡына сәнәғәт эшкәртеүе үткән (ризыҡ тип әйтергә тел әйләнмәй) продукт төрҙәре менән туҡланыуҙан, тип аңлата. Башстат мәғлүмәттәре буйынса республикала уртаса эш хаҡы 70 мең тип күрһәтелһә лә, күпселек өсөн был һан буй еткеһеҙ сумма икәне сер түгел. РИА Рейтингтың былтырғы мәғлүмәте Башҡортостандың тормош сифаты буйынса 22-се урында булыуын күрһәтте. Диабет сиренең ҡалған сәбәптәре лә туранан-тура йәшәйеш кимәленә бәйле: бер төрлө туҡланыу, стресс, тынысһыҙ тормош шарттарына бәйле кәүҙә ауырлығы артыу; ашҡаҙан аҫты биҙҙәре, эндокрин сирҙәр; йоғошло ауырыуҙарҙың ҡатмарлашыуы һ.б.
Ошо көндәрҙә генә Известия.ру сайты Annals of Internal Medicine журналында махсус тикшеренеү һөҙөмтәһе баҫылған мәҡәләгә һылтанып, шәкәр сиренән үлем осраҡтарын кешенең оҙайлы физик әүҙемлеге кәметә ала, тигән асыш хаҡында хәбәр итте. Ә шулай ҙа демография торошона иң күп һанлы юғалтыуҙар өлөшө йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә тап килә һәм был республикабыҙҙа ғына түгел, дөйөм Рәсәй буйынса ла шулай. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса былтыр үлемгә килтереүсе сирҙәр исемлегендә ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре беренсе урында тора һәм ул 33,1 процент тәшкил иткән.
Был проблеманы хәл итеү буйынса ошо көндәрҙә яңы стандарттар тураһында норматив акттар порталында бер документ баҫылып сыҡты. Эйе, ыңғайҙы һәм бөгөн тормошобоҙҙа һирәк ҡунаҡ булған ҡыуаныстарҙы ла күрә белергә кәрәк беҙгә, гәрсә әлегә ул ҡағыҙҙа ғына булһа ла. Ләкин уның бойомға ашырыласағына өмөт бағларға кәрәктер, ни тиһәң дә, ул туранан-тура илебеҙ яҙмышын билдәләүсе өҫтөнлөклө мәсьәлә - демография хәленә бәйле бит. Әйтеүемсә, миллиондар ғүмерен ҡотҡарасаҡ был проект ҡан баҫымы сирҙәрен дауалауға әлегесә 10 көн түгел, ә бер йылға тиклем ваҡыт бүлергә һәм уны иғтибар үҙәгенә алырға ниәтләй. Ҡан баҫымын дауалауҙың яңы стандарттары программаһы РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан эшләнгән. Яҡшыны яҡшы тиһең инде, ләкин ул һәр ваҡыттағыса формаль төҫ алып йә ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалмаһын ине...
Ауыл, тип башлағайныҡ бит әле яҙманы. Был юҫыҡта ла республикабыҙ кимәлендә бер яҡшы ниәт тыуып тора: инвесторҙарға Башҡортостанда картуф үҫтереүгә һәм йәшелсә һаҡлағыс төҙөүгә аҡса һалырға тәҡдим булды. Проекттың хаҡы 156,5 миллионға баһалана. Картуфты республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш биләмәһендә, алдан күҙаллауҙар буйынса, Салауат районының Мөрсәлим һәм Ишембай ауылдары янында үҫтереү ҡарала. Ошонда уҡ йәшелсәне оҙаҡ ваҡыт һаҡларға һәләтле ҡеүәттәр булдырыу ҙа планлаштырыла. Бына ауыл халҡына эш! Әгәр ниәттәр барып сыҡһа...
Ә бит башҡа райондарҙа ла ҙурҙан ҡупмағанда ла бәләкәй һәм уртаса хужалыҡтар ойошторорға була һәм мотлаҡ ҡартуф үҫтереү генә түгел, башҡа төр йәшелсәләр буйынса махсуслашырға мөмкин. Ошо тәңгәлдә элекке совет осорондағы данлыҡлы Иглин, Нуриман һуғаны иҫкә килеп төшә. Яңылыҡ - ул онотолған иҫкелек, тигәндәй, был эште лә аяҡҡа баҫтырырға, халыҡты эш менән тәьмин итергә була. Ҡасандыр беҙҙә ҡаҙ үрсетеү шөғөлө лә башланып киткәйне, әле был эште "Башҡортостан ҡошо", "Хан Мырҙа" ҡаҙ фермаһы кеүек ҙур предприятиелар үҙ ҡулына алды, тик уларҙың продукцияһын сауҙа кәштәләрендә һирәк күрергә тура килә. Бәлки, уларҙың башҡа төрлө сауҙа ысулдары барҙыр - беҙгә билдәһеҙ, ләкин ауыл халҡы үҫтергән ҡаҙҙарҙы ла һатып алып, бәләкәй бизнесҡа ярҙам итә алыр ине ҙур предприятиелар. Был да бит ауыл халҡының мәшғүллегенә юл асып ебәрер бер сара.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА