«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮЛЕМДӘН ОЯТ КӨСЛӨ, ЙӘКИ, ӘРМЕЛӘГЕ ВАҠИҒАЛАРҘАН
+  - 


Туғандарым менән, яҡты донъя менән хушлашҡандай булып, каптерка ишеген асып инеүем булды, мине унда ярым ҡараңғылыҡ һәм танауға бәрелгән тәмле аш-һыу еҫе ҡаршыланы. Бәй, каптерканың уртаһында ишеккә ҡарай һуҙып ултыртылған тар ғына өҫтәл артында мәжлес бара, имеш. Дембелдәрҙе оҙатыу тантанаһына йыйылғандар икән. Табын өҫтәлендә юҡ нәмәнең үҙе юҡ: итле ризыҡтарҙан, йәшелсә-емештән өҫтәл һығылып тора, көньяҡ коньяктары ла күренә. Өҫтәл артында ултырыусы грузиндар, әрмәндәр, гагауздар, тажиктар, ҡаҙаҡтар, чечендар, әзербайжандар үҙ телдәрендә гөбөр-гөбөр килә. Миңә иғтибар итеүсе лә юҡ...

Мин йәш һалдат булараҡ, әҙәп һаҡлайым. Индем дә ҡатып ҡалдым. Күҙ ҡырыйы менән генә ҡарайым: бая мине рәнйеткән Вейсалов күренмәй, өҫтәлдең теге башында грузин егете Нарсия Эльдар ултыра, был яҡ башындағы урын буш. "Утябаев, ты в натуре мальчик что ли, садись, налейте ему, короче..." - тип әйтеп һалмаһынмы миңә черпак Эльдар. Күңел йылынып китте, ә мин һуғышырға әҙерләнеп килгән булдым бит әле. Стакандағы көньяҡ эсемлеге тамаҡҡа инеп киткәс, эҫе була башланы хатта. Бер-икене ҡабып алдым. Бер минут самаһы ултырғас, артымда каптерканың ишеге асылып китеүен ишеттем. Күңелем менән һиҙәм - Вейсалов. Килеп инеүсе миңә арт яҡтан яҡынлап, ҡулын яурыныма ҡаты ғына итеп һалды ла: "А этот дух почему сел на мое место, когда старший по званию подходит, что делают?" - тине. Мин аяғүрә баҫып, уға боролорға иттем. Минән дә алдараҡ Эльдар һикереп торҙо һәм ҡарсыға танауын алға төбәп, нәҙек оҙон кәүҙәһен эйеберәк, барыһын да һиҫкәндерерлек итеп: "Я всем говорю, короче, если хоть один волосок, короче, из головы Утябаева упадет, короче, тот будет иметь дело со мной, короче. Он же башкирский поэт, короче, что он потом будет писать о нас, короче. Вы же нацию свою позорите, короче. Вейсалов, найди себе место, короче, и садись, короче..." - тине ул барлыҡ Кавказ акценты ҡанундарына ярашлы итеп.
Бына шулай көтөлмәгән йүнәлеш алды Вейсалов менән минең ҡырҡыулашырға тейешле мөнәсәбәт. Дөрөҫөрәге, грузин егетенең урынлы-урынһыҙ "короче"лары менән тиҙ генә хәл ителде минең яҙмыш. Ел өрһә, ҡоларға әҙер торған сибек, әммә башҡаларға йоғонтоһо менән титаник ҡеүәткә эйә Нарсия менән бынан алда ла әңгәмәләшә торғайныҡ. Ул һәр осраҡта ла нисек итеп Өфөгә килеүе, ундағы нефть институтына һынау тотоп ҡарауы, әммә конкурстан үтә алмауын бәйән итә ине. Әммә Өфөлә булғаны, беҙҙең яҡты яҡшы белгәне өсөн генә ярҙамға килмәне Эльдар миңә. "Ты смог постоять за себя, короче, не побежал к офицерам. Вот из-за этого, короче, я уважаю тебя", - тине ул миңә мәжлес һуңынан тәмәке көйрәтергә сыҡҡанда. Һуңынан да Эльдар мине бер нисә тапҡыр төн уртаһында уятып, гарнизонда урынлашҡан хәрби частарҙың ашханаларына, каптеркаларына үҙенең яҡташтарына ҡунаҡҡа алып йөрөнө. Тик ул дембелгә ҡайтҡанда хушлаша алманым, сөнки уны Әзербайжандың Куткашен (хәҙер Габала ҡалаһы) тигән ҡасабаһына оҙайлы командировкаға киткән урындан ҡайтарғандар. Исмаһам, адресын да алмағанмын үҙенең.
Вейсалов менән дә мөнәсәбәтебеҙ көйләнде. Дөрөҫөрәге, мин үҙебеҙҙең хәрби частың строевой бүлегендә хеҙмәт иттем, ә уға институтҡа инер өсөн яҡшы характеристика кәрәк ине. "Ҡағыҙ күтәрә ул", тип, үҙен ергә төшөрмәй маҡтап яҙып бирҙем, үҙемсә бының менән "ғәйебемде" йомшартырға теләнем, буғай. Ул дембелгә киткәндә ҡосаҡлашып хушлаштыҡ, һәр хәлдә, ирҙәрсә аңлаштыҡ.
Хәҙер килеп, уйҙарым менән шул ваҡыттағы кисерештәремә кире әйләнеп ҡайтам да, үҙемде алъюҫыҡ-ҡа рәнйетеүсегә ошо рәүешле итеп яуап биреүем менән, барыбер ҙә, дөрөҫ эшләгәнмен тип ҡуям. Мосолман дине мөхитендә үҫкән Вейсалов та үҙенсә дөрөҫ булғандыр, тием. Хатта ки, "Үлемдән оят көслө" тигән әйтемде уның ҡылығын аҡлар өсөн дә ҡулланырға булалыр. Моғайын, ул ғаиләһендә ныҡлы дини тәрбиә алғандыр һәм, моғайын да, уның ғаилә принциптарында мосолманға тыйылған ризыҡты ҡабул итеү үлемдән дә көслө оят, хурлыҡ булып иҫәпләнгәндер һәм шуның өсөн дә ул аҙағы үҙе өсөн нимә менән барып бөтөрөн белмәгән аҙымға барғандыр, тим...
Ә мин иһә, бөгөн килеп, һәр быуат һайын тыуған еребеҙ, телебеҙ һәм динебеҙ өсөн үлемесле яуға күтәрелеп сығып, һуңғыһында танктарға ҡаршы һыбай килеш ҡылыс менән барған атай-олатайҙарыбыҙҙың кисерештәрен аңлаған кеүекмен. Әрмелә булһынмы, тормоштоң башҡа төрлө ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм ҡатмарлы ваҡиғаларында минең кеүек хәлгә ҡалған бик күп милләттәштәремдең шундай саҡтағы кисерештәрен тыңлағанда ла бындай аңлауым тәрәнәйә бара. Дөрөҫ, хәҙерге прагматик заман күҙлегенән сығып, бындай фиҙаҡәрлекте һәм ҡаһарманлыҡты ахмаҡлыҡҡа һәм берҡатлылыҡҡа тиңләүселәр ҙә бар. Ундайҙар хатта үҙебеҙҙең арала ла күп. Әммә беҙ, беҙ генә түгел, Рәсәй составында дәүләтле булған күп кенә халыҡтар, үҙҙәренең бөгөнгө йәшәйеше менән тарихтағы, бигерәк тә ХХ быуат башындағы башҡорт ҡаһарманлығына бурыслы. Әлегә донъя йәмәғәтселеге был хәҡиҡәтте аңлаған хәлдә лә, белмәмешкә һалыша. Әммә донъялар ҙа, кешеләрҙең фекере лә үҙгәреп тора: ваҡыт үткән һайын тарихи ваҡиғалар анығыраҡ төҫмөрләнә. Шул уҡ ваҡытта күп кенә башҡорт күтәрелештәренең беҙгә ҡаршы көстәр тарафынан ойошторолған провакация булғанын да онотмайыҡ, тием. Әммә нисек кенә булмаһын, милләтебеҙ ҡаһармандары һәр ваҡыт үҙ асылына тоғро ҡалған: үлемдән оят көслө, хурлыҡтан үлем артыҡ, тип иҫәпләгән һәм беҙгә хәҙергене бүләк иткән.
Магнитогорск телестудияһында эшләгән саҡта ҡаланың "Магнитогорский рабочий" гәзитендә Александр Матросовтың Шакирйән Мөхәммәтйәнов булыуы хаҡында мәҡәлә баҫылғас, урыҫ милләтле хеҙмәттәшем: "Башҡорттар беҙҙең Матросовты ла үҙҙәренеке итергә тырыша", - тип дәғүәһен белдерҙе. Беҙ Фәтих Фазылов менән уға Рәүеф Насыровтың Матросов хаҡында яҙылған урыҫ телендәге китабын уҡыттыҡ. Китапта Мәскәүҙәге бойондороҡһоҙ экспертиза мәғлүмәттәре килтерелеп, унда Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың фотоһы менән Учалы районы Ҡунаҡбай ауылы егете Шакирйән Мөхәммәтйәновтың бер үк кеше булыуы хаҡында документаль раҫлама баҫылғайны. Хеҙмәттәш бындай дәлилде лә ҡабул итте һәм: "Амбразураға шул башҡорт ҡына ташлана ала инде ул", - тип әйтеп ҡуйҙы.
Шулай итеп, "Үлемдән оят көслө", "Хурлыҡтан үлем артыҡ" әйтемдәре үлем ҡурҡынысы алдында баҙап ҡалыуҙы ғына ла аңлатмайҙыр, тим. Уның нигеҙендә үҙеңде ни өсөндөр, кем өсөндөр ҡорбан итергә, йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙер булыу ҙа ята. Үлемдең аръяғында Хаҡ Тәғәлә алдындағы һынау ҙа бар бит әле. Ҡурҡаҡлыҡтың хурлығы, ояты, кем белә, бәлки шул һынауҙа асыҡланалыр. Хәҙерге заман өсөн яраҡлымы-түгелме, бындай тойғо беҙҙең ҡаныбыҙҙа йәшәй. Хәйер, мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич был тойғобоҙ хаҡында үҙенең "Башҡортостан" шиғырында бик аныҡ итеп әйткән.
Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан тапатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.25 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Үҙең йәшәгән заманға зарланыу, властағыларҙы тәнҡитләү, үткәндәрҙе һағынып илау, киләсәккә тормошҡа ашмаҫтай хыялдар бағлау - был беҙ түгелме?

(Э. Берк).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru