«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОЛЛОҠҠА ТӨШӘ КҮРМӘГЕҘ!
+  - 


30 июлдә Бөтә донъя кеше менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, хәҙерге заманда ла кешене ирекһеҙләп эшләтеү, хатта ҡоллоҡта тотоу осраҡтары бар әле.

Кеше энә түгел, тиһәләр ҙә...

Быйыл Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында 9 кешене ҡоллоҡтан ҡотҡарыу тураһында яҙҙы киң мәғлүмәт саралары. "Ҡол биләүсе" Рәсәйгә элекке союз республикаларының береһенән килеп төпләнгән булған. Ростов өлкәһенең Батайск ҡалаһында ауыл хужалығы баҫыуҙарында бушлай эшләргә мәжбүр булған 14 кешене хоҡуҡ органдары хеҙмәткәрҙәренең азат итеүе хаҡында ла хәбәр иттеләр. Улар тейешле шарттары булмаған торлаҡта йәшәгән, ауыр физик эштән башҡаны күрмәгән.
Мордовияла тыуып үҫкән Сергей Шабуновтың тарихы айырыуса тетрәндергес. Ир 12 йыл ҡоллоҡта була. Тәүҙә уны ашау хаҡына Дағстандың Каспийск ҡалаһында кирбес заводында эшләргә мәжбүр итәләр. Артабан автомобиль йыуыу урынында тоталар, ә һуңынан ул Ставрополь крайының Барсуковский утарында мал ҡарай. Йылытылмаған бүлмәлә йәшәй, тиҙ әҙерләнә торған туҡмас менән генә туҡлана. Ул ғына ла булмай, хужа кеше ирҙе йыш ҡына туҡмай, шул рәүешле ихтыярын баҫа, үҙенә буйһонорға мәжбүр итә.
"Лиза Алерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды мәғлүмәттәре буйынса, илдә йыл һайын сама менән 180 мең кеше юғала. Шуларҙың 28 меңгә яҡыны табылмай. Бәхетһеҙ осраҡҡа эләгеүселәрҙең бер өлөшө "хеҙмәт йорттары" ("работные дома") тип аталған урынға эләгә.

Һуҡыр бер тин хаҡына

Эшмәкәрлеге юғалған кешеләрҙе эҙләүгә ҡоролған "Альтернатива" ирекмәндәр хәрәкәте "хеҙмәт йорттары"н өс төркөмгә бүлә. Тәүгеләре, ысын йөҙөн йәшереп, реабилитация үҙәктәре һәм хәйриә структуралары исеме менән йөрөй, хатта дәүләт гранты ярҙамы менән файҙалана. Икенселәре - дини ойошмалар асҡан йорттар. Унда община менән йәшәйҙәр, эшләп тапҡан аҡсаны хеҙмәткә яраҡһыҙ ололарҙы, ғәриптәрҙе ҡарау өсөн тотоналар. Өсөнсөләре иһә асыҡтан-асыҡ "хеҙмәт йорттары" булып йөрөй, улар йәшерен дә, рәсми ҙә эшләүе ихтимал. Ундай йортҡа барып юлыҡҡан кешеләрҙе, күпселек осраҡта, ашау хаҡына эшләргә мәжбүр итәләр, документтарын, телефондарын тартып алалар, тышҡы донъя менән бәйләнештәрен сикләйҙәр. Бындай йортта бер кеше хужаһына ай һайын 60-80 мең һум саф табыш килтерә, тип баһалай эксперттар. Шуға хеҙмәткә яраҡһыҙ асарбаҡтар ундай урынға эләгә алмай.
"Хеҙмәт йорттары" бөгөнгө көндә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә асылған. Йыш ҡына уларҙың эшмәкәрлегенә хоҡуҡ һаҡлау органдары бармаҡ аша ҡарай. Сөнки, документтар буйынса, кеше, килешеү төҙөп, "үҙ ризалығы" менән унда йәшәй. Шуға ла "хеҙмәт йорттары" бер нәмәнән дә тартынмай үҙҙәрен киң рекламалай.
Өфө урамдары буйлап барғанда ҡараш ирекһеҙҙән бағаналарҙы, биналар ҡабырғаларын, хатта һәленеп торған ағас ботаҡтарын сыбарлаған ус аяһындай, һуңғы осорҙа хатта эш форматы булған тотошлай бер бит ҙурлығындағы төрлө төҫтәге иғландарға туҡтала. "Ауыр тормош хәленә юлыҡтығыҙмы? Йәшәргә урынығыҙ юҡмы? Шылтыратығыҙ! Беҙ эш, йәшәү урыны бирәбеҙ, ашатабыҙ. Көнөнә түләү - 1500 һумдан. Телефон номерҙары..." "Наркотик һәм алкоголь йоғонтоһондағы кешеләргә, асарбаҡтарға ярҙам..." "Кешеләргә ярҙам! Торлаҡ, көнөнә 3 тапҡыр туҡланыу, тәүге көндән үк эш хаҡы түләнә..." Сама менән ошондай бер эстәлекле улар. Шуға иғтибар иттем: һуңғы өс йыл тирәһендә "хеҙмәт йорттары"на саҡырған урам рекламаһы бермә-бер артты. Мәҡәлә әҙерләгәндә уларҙа күрһәтелгән бер нисә номерға шылтыраттым, йәнәһе лә, ғаиләһенән киткән ир туғаныма ваҡытлыса баш терәр урын кәрәк.
Иң тәүҙә, һеҙ ҡайһы ҡаланан, тип һоранылар. Шулай итеп, әңгәмә башында уҡ телефондан һөйләшкән кешенең Өфөнән булмауын аңланым. Тимәк, "хеҙмәт йорттары", сумермаркет магазиндары кеүек үк, ил буйлап селтәр рәүешендә таралған һәм ойоштороу, эшен яйлау үҙәктәре ҡайҙалыр ситтә урынлашҡан.
"Эйе, туғанығыҙҙы ҡабул итә алабыҙ. Өфөлә булғас, шул-шул адрес буйынса килә ала. Тик беҙ - хәйриә ойошмаһы түгел, бөтә сығымдарҙы эшләп ҡапларға тейеш. Хеҙмәт хаҡын көндөкөн көнөнә түләп барабыҙ. Үҙ аҡсаһын үҙе иркен тотона ала, тик эсеү ҡәтғи тыйыла. Килешеү төҙөлә, бөтәһе лә законға ярашлы", - тип эске тәртип менән таныштырҙылар. Шарттар һәм талаптар "хеҙмәт йорттары"ның һәр ҡайһыныһында ла сама менән бер үк икән.
Рәсәй ҡануниәтендә "хеҙмәт йорттары" тигән төшөнсә юҡ. Тимәк, был өлкә закондар кимәлендә көйләнмәгән. Кешенең унда ниндәй юлдар менән барып эләгеүен, көсләп тотоу-тотмауҙарын асыҡлауы бик ауыр, тип белдерә "Альтернатива" әүҙемселәре. Шик тыуған, ялыу килгән осраҡта ла хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәрен "хеҙмәт йорттары"нда тейешле документтар менән ҡаршы алалар, закодарҙы боҙмауҙарын еңел иҫбатлайҙар. Йәнәһе лә, бер кемде лә ирекһеҙләмәйҙәр, йорттағы һәр кем ике яҡлы килешеү буйынса йәшәй, эшләй. Теләһә ниндәй ҡағыҙға Рәсәй кешеһе уҡып та тормайынса ҡул ҡуя, ғәҙәттә. Был йәһәттән социаль һикәлтәнең иң түбәнге баҫҡысын биләгән төркөм тураһында ни әйтмәк. Шуға паспортын, башҡа шәхси документтарын, кеҫә телефонын хужаға тапшырыуға, ҡаты штраф системаһына бер һүҙһеҙ риза булыуҙарына, ҡарап та тормайынса килешеүгә имза һалыуҙарына аптырайһы түгел. Ә документтарҙы, телефонды кире ҡайтарып алыуы бик ауыр. "Альтернатива" хәрәкәте әүҙемселәре белдереүенсә, мәжбүрләп тотолған бер ир бының өсөн ике аҙна бушлай эшләргә мәжбүр була.

Яңылыш юлдан китеп...

Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған, хаҡлы ялға сығып, хәленән килгәнсе балаларына, туғандарына ярҙамлашып һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда шундай мажараға тарырын Мораҙым яман төшөндә лә күрмәгәндер. Ир өсөн был күңелһеҙ ваҡиға бәхетле тамамланғанға ғына уны "мажара" тип әйтеп була, әлбиттә.
Мораҙым, ялға йыйынған туғанының дачаһын ҡарап тороу өсөн, Мәскәүгә юллана. Өфө аэропортынан Шереметьевоға барып төшә. Тик яҡындары, кисектергеһеҙ йомоштары килеп сығыу сәбәпле, уны ҡаршылай алмай. Ниндәй транспорт менән, нисек, ҡайҙа барырға - һәр аҙымын тәфсирләп яҙып ебәрһәләр ҙә, олаталарын көтөп ала алмай улар. Ғүмере ауылда үткән Мораҙым ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнап торған аэропортта баҙап ҡала. Башы буталып, электричка урынына автобусҡа ултыра һәм, Мәскәүгә етмәй, Долгопрудный ҡалаһында төшөп ҡала. Яңылыш юлдан киткәнен аңлаған ир, болоҡһоп киткән күңелен баҫыр өсөндөр инде, аҙмы-күпме төшөрөп ала. Уйламай эшләгән ошо аҙымы, сәфәрҙә тик айыҡ баш менән генә йөрөү кәрәклеген онотоу, уның хәлен тағы ла киҫкенләштерә. Юлында тап булған күлдә һуҡмыш килеш һыу төшә һәм шунда документтары менән костюмын онотоп ҡалдырып китә.
Нисек тә эргәлә генә ятҡан Мәскәүгә етә Мораҙым. Полиция участкаһына инеп, хәлен һөйләй, тик аңлау тапмай. Аҙна буйы баш ҡала буйлап йөрөй, кеше ҡалдығы менән туҡлана, урамда йоҡлай, аслы-туҡлы асарбаҡ тормошонан ныҡ ябығып китә. Барып тапҡанда ул шикле кешеләр ҡарауы аҫтында фатир ремонтлаусылар менән эшләп йөрөгән була.
Юғалған ирҙе балалары, туғандары эҙләй башлай, Мәскәүҙә йәшәгән ауылдаштарына мөрәжәғәт итәләр. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында баш ҡалаға барып төпләнгән, үҙ эшен асып, уңышлы кәсеп иткән Фәһим исемле уҙаман, эргәһендә тупланған яҡташтары менән Мораҙымдың эҙенә төшә һәм уны ҡотҡара. Детектив әҫәр сюжетена торорҙай эш атҡарып сыға егеттәр.
Тәфтиш органдарында эшләгән белештәре Долгопрудныйҙа полиция Мораҙымдың документтарын тапҡанын, уның бер нисә урында видеокамераға эләккәнен белә. Яҡташтарының "Ҡаҙан" метро станцияһы тирәһендә йөрөгәне асыҡланғас, өс вокзал майҙанын (Ҡаҙан, Ярослав, Ленинград вокзалдары) төйәкләгән асарбаҡтар араһында аҙна буйы Мораҙым тураһында белешеп йөрөйҙәр. Тик был һөҙөмтә бирмәй. Мораҙымдың йөҙө баш ҡаланың берҙәм видеокүҙәтеү системаһына бер нисә тапҡыр эләккән йорт тирәһен байҡарға булалар. Йорт янында байтаҡ йөрөйҙәр. Ҡайҙа ремонт барғанын асыҡларға тырышалар. Тауыш килгән подъезға инә егеттәрҙең береһе, ә иптәше машинала ҡала. Өҫкө ҡатҡа күтәрелә. Ярым-асыҡ ишектән эскә күҙ һалһа, Мораҙым тора. Инә һалып, яҡташын етәкләп ала ла сығыу яғына ыңғайлай. Шул мәл юлын мыҡты кәүҙәле ир быуа: "Ҡайҙа ашығаһың былай?" - тип ҡаршы килә башлай. Әмәлгә ҡалғандай, күрше фатир ишеге асыла. Шунан файҙаланып, ирҙәр тышҡа уҡтала һәм, машинаға ултырып, хәйерһеҙ йорт тирәһенән тиҙерәк китеү яғын ҡарайҙар.
Мораҙым ныҡ йонсоу ҡиәфәттә, битараф кәйефтә була, башынан үткән ваҡиғаларҙы бөтөнләй хәтерләмәүе асыҡлана. "Ашаттылар, документтар алып бирергә ярҙам итәбеҙ, тинеләр", - ти бер ҡатлылыҡ менән. Уны ҡоллоҡтан ҡотҡарған ауылдаштары, психотроп таблеткалар менән аңын баҫҡандарҙыр, тигән һығымтаға килә. Долгопрудныйҙан Мораҙымдың документтарын барып алалар һәм самолет менән уны тыуған яғына осоралар.

b Бәлә башы - эскелек

Мораҙым, яңылыш автобусҡа ултырып китһә лә, әгәр араҡы эсмәһә, бәләгә тарымаҫ ине. Эскелек кешене ауыр хәл алдына алып килеп баҫтырған тағы бер хикәйәт.
Аҙна буйы ятып эскән Юлай, ниһайәт, айныға. Артабан йәшәп китергә кәрәк. Тик нисек? Ҡатынын, балаларын ҡалдырып, йортон ташлап сығып киткән яңғыҙаҡ ир ул. Барыһы ла үҙ иркендә, иңендә ғаилә йөгө, донъя мәшәҡәттәре ятмай. Урамда "Араҡы һәм наркотиктан яфаланғандарға ярҙам. Бушлай" тигән яҙыу иғтибарын йәлеп итә. Тота ла, унда күрһәтелгән телефон һандарын йыя.
Теге яҡ остан уны яғымлы сәләмләйҙәр. Ентекләп һорашҡас, үҙҙәре өсөн әҙер "килент" икәнен аңлайҙар, күрәһең, ҡайһы тирәлә ултырғанын белешәләр ҙә, урындан ҡуҙғалмай шунда көтөргә ҡушалар. Күп тә үтмәй, шәп машинала йәш егет килеп етә. Бик итәғәтле һөйләшә, ҡайҙа, нисек барырға кәрәклеген өйрәтә, юллыҡ аҡса бирә. Һөҙөмтәлә Юлай ҡала ситендәге бер йортҡа барып эләгә.
Ашханала уға араҡы ҡойоп бирәләр, ашаталар һәм, әлбиттә, телефонын, паспортын, тәртип шулай, тип һалдырып алалар. Иртәгеһенә баш ҡала эргәһендәге бер ҡасабаға эшкә алып китәләр. Башҡалар менән йорт нигеҙе ҡаҙый. Кискә кире алып ҡайталар. Бер бүлмәлә тимер карауаттарҙа 7-8 ир йоҡлап йөрөй. Тәртип ҡаты була, йәшәгән йорт алдында ғына йөрөргә рөхсәт итәләр, урамға сығармайҙар.
Бер аҙна тирәһе шулай йөрөгәс, ныҡлап айныған Юлай ҡайҙа килеп эләгеүен аңлай һәм был тотҡонлоҡтан ҡотолоу юлдарын эҙләй башлай. Бер көн, элекке эш урыныма шылтыратам, көтмәһендәр, әтеү юғалтҡандарҙыр, тип хәйләләп, телефонын һорай. Уны ҡулына алғас, йәһәтләп улының номерын йыя. Ҡайҙа икәнлеген, ниндәй хәлгә тарығанын башҡортсалап уға тиҙ генә аңлата. Телефонды кире бирә, тик уны һүндермәгән булған икән. Улы Антон исемле "хеҙмәт йорто" ҡараусыһы менән һөйләшеп китә. Һеҙ кем, атайымды ни сәбәпле тотаһығыҙ, эшләткән өсөн түләйһегеҙме, тип һораша башлай. Беҙ уны көсләп тотмайбыҙ, килеп ала алаһығыҙ, ти бындай һөйләшеүҙе көтмәгән Антон. "Бында икәнеңде бер кем белергә тейеш түгел ине. Беҙгә тормоштан, туғандарынан ваз кискән кешеләр килеп һыйына. Бүтән килеп ҡапма", - тип оҙатып ҡала ул Юлайҙы. Тотҡонлоҡтан анһат ҡотолғанына ныҡ шатлана ир. "Бәлки, кемгәлер яҡшы урындыр ул. Хеҙмәтеңә түләмәһәләр ҙә, ашаталар, йәшәтәләр. Ҡайһы саҡ кеше шуға ла үтә мохтаж бит", - ти Юлай, башынан үткәндәрҙе айыҡ аҡыл менән байҡап.

Баш терәр урын бар ҙа...

Замана ҡолдары рәтен иң элек эскеселәр һәм асарбаҡтар тулыландыра. Күп осраҡта кеше тәүҙә эсә башлай, шунан урамда ҡала. Белгестәр быны дүрт төп осраҡ менән аңлата. Тәү сиратта, элекке тотҡондарҙы үҙ торлаҡтарынан сығарып, һуңынан уны һатыу. Икенсе мәл - эскелек һәм ғаиләләрҙең тарҡалыуы. Шулай уҡ урамда ҡара риэлторҙарҙың ҡорбандары тороп ҡала. Йыш ҡына быға ата-әсәләр һәм балалар араһындағы низағ та сәбәпсе була. Ҡағиҙә булараҡ, алты айҙан ашыу урамда йәшәгән кешене кире ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарыуы бик ауыр. Улар донъянан ваз кисә һәм бер нәмәне лә үҙгәртергә теләмәй. Күбеһе бындай йәшәүҙе үҙенсәлекле азатлыҡ тип тә ҡабул итә. Хатта социаль үҙәктә реабилитация үткәс тә, асарбаҡтарҙың байтағы ғәҙәти йәшәү рәүешенә, урамға, кире ҡайта. Яңынан эсә башлайҙар, документтарын юғалталар һәм яман уйлы әҙәмдәрҙең еңел ҡорбанына әүереләләр. Өфөлә йортһоҙҙар өсөн ике приют эшләй. Береһе, республикаға ҡарағаны, 39 урынлы. Ул Колгуевский урамы, 29-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Икенсеһе, Шаҡша биҫтәһендәге, ҡаланыҡы. Унда 25 урын бар. Шул уҡ ваҡытта, рәсми сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Өфөлә сама менән өс меңгә яҡын йортһоҙ иҫәпләнә. Әлбиттә, урындар ҡайһылай аҙ, тигән уй килә башҡа иң элек. Әгәр, үрҙә әйтелгәнсә, бындай учреждениеларҙың үҙенсәлекле контингент менән эшләүен иҫәпкә алһаҡ, бәлки, ошо ла тамамдыр.
Реабилитация үҙәге өсөн бик күп инструкциялар һәм сикләүҙәр индерелгән. Норматив документтарҙа, мәҫәлән, бүлмәлә күпме кеше йәшәргә тейеш, баҫҡыстарҙың киңлеге һәм ҡулйыуғыстың бейеклегенә тиклем ҡаты талаптар билдәләнгән. Бынан тыш, ундай учреждениеға махсус белемле һәм тәжрибәле персонал кәрәк. Приютҡа инеү өсөн асарбаҡтар инфекцияға анализ тапшырырға, флюорография үтергә тейеш. Ошолай ҡатмарлаштырыу ҙа, әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә кире эҙемтәләргә килтерә, ирекле урам тормошона күнеккән йортһоҙҙарҙы үҙенән өркөтә. "Хеҙмәт йорттары"нда иһә бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Бараһың да - йәшәп алаһың да китәһең, тик көрәк тота алырлыҡ хәлең генә булһын. Тимәк, улар конкуренция йәһәтенән өҫтөнөрәк тора. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: "хеҙмәт йорттары" - эшҡыуарҙар өсөн ҡапыл кәрәк булғанда ҡыҫҡа ваҡытҡа йәлеп итеү өсөн эшсе көс сығанағы ул. Эшкә урынлаштырмай, хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләре менән башты ҡатырмай ғына физик көс талап ителгән ҡара эште еренә еткереп ҡуйыу улар өсөн бик уңайлы. Йәғни, "хеҙмәт йорттары"на һорау бар.
Тимәк, әгәр эшмәкәрлектәре закондарға ярашлы көйләнмәһә, күҙәтеү органдарының тейешенсә контроленән ситтә торһа, улар артабан да сетерекле һорауҙар тыуҙырған, ауыр хәлдә ҡалған яҡлауһыҙ кешеләр өсөн хәүефле урын булып ҡаласаҡ. Урамдар йөҙөн йәмһеҙләгән иғландарҙан да Өфө әле оҙаҡ арына алмаҫ, күрәһең.

Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Үҙең йәшәгән заманға зарланыу, властағыларҙы тәнҡитләү, үткәндәрҙе һағынып илау, киләсәккә тормошҡа ашмаҫтай хыялдар бағлау - был беҙ түгелме?

(Э. Берк).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru