
* * *
"Эврика!" Бала саҡтан күңелдәргә тылҡып һеңдерелгән был ят һүҙ Мотаһарҙыҡында шундуҡ башҡортсаға әйләнде: "Әһә, таптым бит, әй!"
Ул сәй эсеп ултырған еренән һикереп торҙо ла, өйҙәгеләрҙе аптыратып, иҙән уртаһында тыпырлап алды. "Тәки таптым!" Был "таптым"ы уны өй ишеген астырҙы, яптырҙы, картуф баҡсаһы яғына табан атлатты. Аҙбар артына сығып, баҡса осона еткәс, кәртәгә таяндырҙы. Күҙҙәрен соҡорҙоң арғы яғында урынлашҡан емерелгән колхоздың емерелгән фермаһы яғына баҡтырҙы. Ғәҙәтенсәге "әһә"гә "бар икән әле" тигән һүҙҙәр өҫтәлеп сыҡты Мотаһарҙың ирендәре аша.
Ошо уҡ кисте уның ҡапҡаһынан емерелгән колхоздың емерек фермаһы ҡыйығынан ҡалған шифер, таҡталарҙы тейәгән фермер Шамилдың "КамАЗ"ы үтте. Бушаттылар. Мәгәрисләнеләр...
Бушатҡан саҡта Мотаһарҙың һай-һайтлаған, дауайлаған, һаҡ эш итергә саҡырған тауышы әллә ҡайҙа яңғырап торҙо: әйҙә, Нәжми ишетһен, күңелен бесәйҙәй тырнаһын, көнсөллөгөн уятһын.
Ысынлап та, уйлауы раҫҡа килде: күршеһе ҡапҡаһы алдында фермер машинаһының тормозы сыйылдауы булды - Нәжми тәҙрәгә ҡапланды. Ҡапланды, тиһәң, бигүк дөрөҫ булмаҫ, әлбиттә, ә ҡорғандар артына боҫоп, әкрен генә күҙәтте: элекке "калхуз ҡарағы" тағы ни сәлдергән?!
"Колхоз ҡарағы" тигән ҡушамат (асылда, Нәжми генә уны шулай тип йөрөтә) Мотаһарға уның арҡыры ятҡанды үҙ яғына табан бороп һалғанынан "йәбешкән". Тик ятҡан тимер-томорҙо, торба, арматура, шуның һымаҡ ваҡ-төйәк эргәһенән тыныс ҡына үтә алманы шул уныһы: тракторына һала ла ҡайта торғайны колхоз заманында. Береһенән дә ҡурҡманы алдынғы механизатор. Шуға әле лә бит, булмаған колхоз мөлкәтен бүтәндәр һүтергә ҡурҡып торғанда ла, барҙы ла ферма ҡыйығының түрә-ғара, уларҙың ҡуштандарынан ҡалған нәмәләрен һүтте лә алып ҡайтты. Үҙ-үҙен аҡлар өсөн сәбәбен дә тапты: "башҡалар һүткәндә ниңә ҡарап ятырға тейешмен" йәки, руссалап әйткәндә, "зачем добру пропадать?" Ысынлап та, ниңә булғанын серетеп ултыртырға?
Бына ошо "колхоз ҡарағы"н оҙаҡ ҡарап торҙо Нәжми тәҙрә, машина инеп киткәс, яңы һарайының быялаһы ҡуйылып өлгөрмәгән тәҙрәһе аша. Позиция хәрбиҙәрсә шәп ине: күршеләренең ни ҡылғаны күренеп, ишетелеп тора.
Мотаһарҙың һәр хәрәкәте Нәжмиҙең алҡымынан алды. Һәр һүҙе аҡырыныу-ҡысҡырыныу сарында үткерләгән бысаҡтай йөрәген телде. "Шамил, шиферҙы яңылыш ватып ҡуймайыҡ", "Шамил, шәп һаҡланған бит, әй, был шиферҙар. Колхоз таралыр алдынан ғына тракторға тейәп фермаға үҙем илткәйнем", "Таҡталары, таҡталары һуң, бөгөн пилорамдан сыҡҡандай".
"Таҡта. Ә, таҡта?!" Нәжми муйынын һуҙҙы, ҡолаҡтарын тырпайтты. Ысынлап та, таҡталар: киске ҡояштың һуңғы нурында төрлө төҫтәргә мансылып, шап та шоп төшәләр. Ах, таҡталар! Нәжметдин бит уларҙың һәр кубометрын өсәр, бишәр меңгә һатып алды! Ә был "колхоз ҡарағы-ы..." У-ух-х...
Быныһы ғына нисауа булған икән. Саҡ төн уҙғарған, бар донъяны күрә алмаҫтай булып таң ҡаршылаған Нәжметдин "муллалар йәйәү йөрөй торған урын"ға ашығып сыҡһа-а... Ни күрһен, ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫтан уҡ Мотаһар картуф баҡсаһынан - ике аралағы межа буйлап килә. Эре-эре аҙымдар менән дүрт-биште атлай ҙа, туҡтап, ҡатыны ҡулынан ҡаҙыҡ ала. Туҡ-туҡ. Ҡағып ҡуйғас, тағы аҙымлай башлай.
Хәжәтен үтәй торған урындың ишеге ярығынан күҙен алмаған Нәжми өнһөҙ ҡалды: ике араға бағана ултыртып, кәртә тоторға йыйына бит был "ҡараҡ". Ғүмерҙә булмағанды, ата-олатайҙар күрмәгәнде...
Был көн Нәжметдин өсөн тамуҡтың туҡһан туғыҙ тәүлегенә тура килгәндер. Үҙ-үҙенә урын тапманы: йә ҡатыны ашын тоҙһоҙ бешергән, йә ике "шалапай"ы өйҙә ярҙамлашмай - уйнап тик йөрөй, бесәйе, сысҡан тотмайынса, гелән диванда ята, һыйыры көтөүҙән һуңлаған...
Ә Мотаһарҙа "туй" ине. Ысын мәғәнәһендә - туй! Ауылда эшһеҙ йөрөгән, аҙыраҡ һалғыларға яратҡан, буйҙаҡ ғүмер кисереүҙе артыҡ күргән, ҡатынынан айырылған барса ир-атты йыйған да өмә үткәрә. Таңдан ҡаҙыҡ ҡағылған урындарҙа ғүмер буйы "урлашып" йыйылған торба бағаналар ҡалҡа бара, аҫлы-өҫлө икешәр кәртә араларын тоташтыра тора, һуңынан кистән генә ферма башынан һүтелгән шифер ҡағыла килә. Көтөү төшөр ваҡыт та етмәне, картуф баҡсаһы ғына түгел, йәшелсә баҡсаһы араһы ла томаланып бөттө. Һуңынан инде унлап мужиктан торған "хор" төнө буйы репертуарын һуҙҙы: кемдер йырлағандай итте, кемдер күкрәгенә һуғып, армияла "духтар"ҙы нисегерәк итеп ҡыуалауы, "дед"тарҙың иманын уҡытыуы тураһында шапырынды, кемгәлер мәрйәләр оҡшай икән, улар ҙа башҡорт егеттәрен үҙ итә, имеш... Иң һуңынан һүҙ сәйәсәткә күсте: "коммунизм" ваҡытында яҡшы инеме, әллә "демократия"ламы, Ленин һыҙған юл дөрөҫ булғанмы, Хрущевтың кукурузы ни тиклем уңыш биргән, Сталинды бөгөн клонлаштырһалар донъя ҡай яҡҡа үҙгәрер ине лә, ниңә беҙҙең өйҙәр емерелә, ә ҡайһы яҡталыр нисәмә быуат элек үк ауа башлаған башня һаман аумай тора... Һәммәһе булды был репертуарҙа, һәммәһе. Ярай әле таң әтәстәре ҡысҡырҙы...
* * *
Ошо төндән һуң өй эйәләре күрешмәне. Дөрөҫөрәге, күрешә алманы. Ҡыҫыҡ булһа ла, һәр береһе үҙ биләмәһе буйлап йүгерҙе: береһе - кәртәнең был яғында, икенсеһе башҡа яғында. Шулай ҙа, тороп ҡалған ярыҡтар тәңгәлендә генә, һүҙ ҡушҡылап, сәләмләшеп алдылар - ни тиһәң дә, күршеләр бит. Күрше хаҡы бар, ғүмерҙәре буйы ата-бабалары сәләмләшеп, бергә-бергә хужаларына, уларҙың малдарына именлек теләне...
* * *
Тартҡылашыуҙар, эстән бер-береһен өнәмәүҙәр, хатта күрә алмауҙар (хәйер, улай тиһәң, асыҡтан-асыҡ талаш, йәмһеҙләшеүҙәр булыр ине. Беҙ уны образлы итеп, "күренмәҫ ҡара бесәйҙәрҙең күңелдәрен тырнауҙары" тип атайыҡ) күпмегә һуҙылыр ине, белмәйем. Бәлки, бер йылға, бәлки, күберәктер, бәлки... Уныһы мөһим түгел. Бына ошо "күңел тырнашыуҙары" күпмегә һуҙылыр ине икән, әгәр... Әгәр ике өйҙөң береһендә ун дүрт йәшлек малай, икенсеһендә ун өс йәшлек ҡыҙ үҫеп килмәһә...
...Күҙ ҡабаҡтары гер эленгәндәй ауыр булһа ла, йома алмай, булмышына йоҡо баҙары ҡапҡаһын асмай яфаланып ятҡан Нәжметдиндең ҡолағына ишек шығырлағандай булып ишетелде. Малай еңелсә йомошо менән сыҡҡандыр, тип уйланы ул. Көтөп ятты. Кире инеүсе булманы. Тәүҙә һул аяғын дивандан төшөрөргә уйлап, һуңынан уңына баҫып, үҙе ишеккә табан атланы. Эске яҡлап келә эленмәгән...
... Көндөң файҙаға үтеүенә ҡыуанып, ҡатыны ҡосағында бесәй балаһылай ирегән Мотаһар ниңәлер тертләп китте. Бәй, ишек асылып-ябылды түгелме?! Уның ҡулдары кеҫәүғас һәрмәне...
"Ҡытай стенаһы"ның ике яғынан ике ир - кеҫәүғас тотҡан Мотаһар, балта эләктергән Нәжметдин, һаҡ ҡына баҫып, һарай яғына табан атланы. Ике яҡтан ике муйын һуҙылды. Ә унда-а... Араға һалынған шиферҙың икеһе алынған да, аҫҡы кәртәһенә парлашып ултырып, йәш йөрәктәр тәүге мөхәббәт диңгеҙендә елкән кирә. Уларға Ҡош юлының меңдәрсә йондоҙо күҙ ҡыҫа, айҙағы Зөһрә ҡыҙ фатихаһын бирә. Тағы ла... Тағы ла ике өйҙөң күҙгә күренмәҫ изге эйәләре, йәштәргә бәхет теләп, һоҡланып баҡҡан.
(Аҙағы. Башы 31-32-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА