«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠОРОТ БАЙРАМЫ –ХӘЙБУЛЛАЛА
+  - 

Аҡъярҙың мәҙәниәт һәм ял итеү паркында шаулап-гөрләп төбәк-ара "Ҡорот-FEST" этнофестивале үтеп китте. Милли һулыш менән һуғарылған сара Хәйбулла ерендә 10-сы йыл уҙғарылды.

Йылдың йылы киңерәк танылыу ала барған Ҡорот байрамы үҙенең башланғысын ҙур булмаған Вәзәм ауылынан ала. Тап ошо ауылдың уңғандары ҡорот данын республика кимәленә сығарырға өлгәште лә инде. Хәҙер инде әлеге этнофестиваль - сәмле, йәмле конкурс менән ҡыҙыҡһыныусылар аҙ түгел. Бы-йыл Хәйбулла районына Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Йылайыр, Белорет райондары, Сибай һәм Орск ҡалалары оҫтабикәләр лә килгәйне һәм, тәбиғи, һәр төбәктең милли ризыҡ ҡоротто эшләү технологияһы, төрҙәре менән танышыу мөмкинлеге лә булды. Шуны ла әйтергә кәрәк: ҡорот Хәйбулланың бренды һанала. Был юлы ла улар брендты дайыҡлы яҡланы, һынатманы - райондың 14 ауыл биләмәһе күргәҙмәгә үҙенең продукцияһын алып килеп, ошо үҙенсәлекле муллыҡты, байлыҡты күрһәтеүгә өлгәште.
Этнофестивалдең маҡсаты изге - матур йолаларыбыҙҙы тергеҙеү менән бер рәттән, ул аш-һыу туризмын үҫтереүгә лә киң юл аса. Орск ҡалаһы ҡаҙаҡтарының милли-мәҙәни автономияһы вәкиле Сәүлиә ханым, мәҫәлән, Хәйбулла ерендә үткәрелгән Ҡорот байрамы менән ҡыҙыҡһыныуы, тәжрибә өйрәнергә килеүе тураһында әйтте
"Хәйбулла ҡорото" фестивалендә төрлө тематик майҙандар эшләне, быны асығыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн ҡай берҙәрен һанап тә китәйек. "Ағы барҙың - туғы бар" тип аталған бай йөкмәткеле театр тамашаһы бында килеүселәргә байрам кәйефе бүләк итте. Башҡорт ҡоротоноң бихисап төрҙәре менән танышыу айырыуса ҙур йәнлелек тыуҙырҙы. Күргәҙмә тирмәләрҙән халыҡ ағымы өҙөлмәне. "Аш ҡорот - Баш ҡорот", "Ыҫланған ҡорот", "Сәй ҡорото", "Кипкән ҡорот" номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Хәйбулла районының хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов: "Райондың брендтары күп, әммә улар араһында ҡорот айырым урын биләп тора. Уның шифаһы, дауаһы бик ҙур. Ҡорот борон-борондан беҙгә күсеп килгән аманат, инде замансалаштырып, төрлөсә әҙерләйҙәр, хәҙер уның йөҙҙән күберәк төрө бар, ҡорот халҡыбыҙҙың төп ризыҡтарының береһе булып ҡала", - тине.
Орск ҡалаһы оҫтабикәләренең береһе Фәрзәнә Юланова республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн бындай сараларҙың ҙур терәк икәнен әйтте. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килгән Флүрә Ҡоносбаева хәтирәләре менән уртаҡлашты: "Хәйбуллалар Гай ҡалаһында һабайнтуйға килделәр, эй, матур сығыштар яһанылар, һаман да һағынып иҫкә алабыҙ. Улар рухты һаҡлау буйынса изге эштәр алып бара. Беҙҙә лә Ағинәйҙәр клубы эшләй, сәнғәтебеҙҙе үҫтерергә тырышабыҙ. Бөгөн дә йырсы-бейеүселәребеҙҙе алып килдек", - тине.
Аҡъяр тыуған яҡты өйрәнеү музейының өс бүлектән торған "Шифалы милли ризыҡ - ҡорот" тигән күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте: "Башҡорттоң боронғо ризығы", "Хәйбулланың иң шәп ҡорот ҡайнатыусылары", "Рәсәйҙәге иң ҙур ҡорото - Хәйбулланыҡы". Унда оҙайлы тарихҡа эйә шифалы, файҙалы башҡорт ҡоротоноң Хәйбулла ерендәге тарихы ентекле бәйән ителә.
Этнофестивалдә, һәр йылдағыса, ҡорот һатыуға ла ҡуйылды, Махсус хәрби операциялағы егеттәргә тип әҙерләп киптерелгән ҡорот ирекмәндәргә тапшырылды. Белорет районы Инйәр ауылынан килгән Азалия Мөсәлимова: "Беҙ был конкурсҡа беренсе тапҡыр килдек. Үҙебеҙ менән алып килгән ҡорот ризыҡтарын бик яратып һатып алдылар. Ыҫланған ҡоротобоҙ күҙ асып йомған алара таралып бөттө лә ҡуйҙы", - тине.
Ҡорот байрамында Әбеш ауыл биләмәһе (клуб, ауыл хакимиәте, китапхана хеҙмәткәрҙәренән һәм ошо биләмәгә ҡараған ауылдарҙың оҫтабикәләре) командаһы төп призды яуланы. Гран-при улар ҡулында.
"Хәйбулла ҡорото - Ҡорот-FEST" - матур йолалар дауам итә, үҫешә, нығына ғына бара, тигән фекергә ҡеүәт. Башҡорттоң туҡлыҡлы, шифалы был тәғәме беҙҙең өҫтәлдәрҙән төшкәне юҡ. Ҡорот халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихы менән айырылғыһыҙ. Эйе, ашъяулыҡта ниндәй генә ризыҡ тормаһын, беҙ ҡороттоң ҡәҙерен беләбеҙ, һәм шулай булыр ҙа.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.25 | Ҡаралған: 243

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru