«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УРМАНДАРҒА БАРҺАҢ, РИЗЫҠҺЫҘ-НИҺЕҘ ҠАЛҺАҢ...
+  - 

Баҡтиһәң, урманда ла ҡул аҫтындағы үҫемлектәрҙән икмәк бешереп була икән! Әлбиттә, бының өсөн билдәле шарттар булыуы мөһим.

• Мәҫәлән, юлығыҙҙа һыу сығанағы һәм унда үҫеүсе томбойоҡтар осратһағыҙ, 100 процентҡа икмәкле буласаҡһығыҙ. Томбойоҡтарҙың тамырҙары 50 процентҡа - крахмалдан, 20 процентҡа - шәкәрҙән, 8 процентҡа аҡһымдан тора. Уны ҡаҙып алып, киптереп һәм он итеп онтап, усаҡта икмәк бешеререргә мөмкин. Шундай уҡ ысул менән ҡамыш тамырҙарынан да икмәк бешерәләр. Ә инде ҡамыш тамырҙары киҫәктәрен бешергәндә, унан бына тигән кофе эсемлеге эшләргә була.

• Таулы, ташлы, урманлы, һаҙлы урындан йөрөү - аяҡ табандары өсөн ҙур физик көсөргәнеш. Носкиҙарҙа бер һыр булһынмы йәки аяҡ кейеме еүешләнһенме - аяҡҡа һыу тулыуын, өйкәлеүен көт тә тор. Был саҡта инде тиҙлек ныҡ кәмей. Шуға күрә походта йә урманда булғанда мөмкин тиклем аяҡтарҙы өйкәлеүҙән һаҡларға кәрәк. Әлбиттә, ҡоро аяҡ кейеме, ҡоро носки - сәләмәтлек нигеҙе, әммә урманда яңғыҙ ҡалһағыҙ, нимә эшләргә? Әгәр запас аяҡ кейемегеҙ һәм ҡоро носкийығыҙ булһа, тиҙ арала алмаштырып, еүешләнгән-дәрен рюкзагығыҙға аҫып алығыҙ. Әгәр ундай мөмкинлегегеҙ булмаһа, һыу үткәрмәгән нимә булһа ла табығыҙ (клеенка, пакет, тент киҫәге һ.б.) һәм унан носки эшләгеҙ. Был ысул аяҡтарығыҙҙы еүешләнеүҙән һаҡлар. Шулай ҙа, аяғығыҙға һыу тулһа, нимә эшләргә? Кисен һыу тулған урынды тишегеҙ (төн дауамында улар кибә), эстәге һыуҙы һығып сығарығыҙ. Тирене һыҙырып алмағыҙ! Һыу булһа, һыуыҡ һыу менән йыуығыҙ. Үҙегеҙ менән синтомицин майы булһа, һөртөгөҙ, булмаһа, шул килеш киптерегеҙ. Иртән мотлаҡ яраны пластырь менән йәбештерегеҙ йәки бинт менән бәйләгеҙ. Шулай уҡ әрме ысулын да ҡулланырға мөмкин. Әгәр спирт йәки спиртлы шыйыҡса булһа, юлға сығыр алдынан һыу тулған урынға спирт ҡоябыҙ, йомшаҡ әйбер (мамыҡ, туҡыма) һалабыҙ һәм бер нисә тапҡыр пластырь менән йәбештерәбеҙ.

• Урманда берәй ерегеҙ һыҙырылһа йәки киҫелһә ҡанды туҡтатырға ылыҫлы ағастарҙың ыҫмалаһы (живица) ярҙам итер. Ылыҫлы ағастарҙың ҡабығы аҫтында диаметры 1-1,5 сантиметр булған ҡабарынҡы урынды табып, уның аҫтынан ыҫмаланы алабыҙ һәм зыянлаған урынға һөртәбеҙ. Бынан тыш, поход шарттарында сәйгә ылыҫ энәләрен һалыу ҙа файҙалы. Ылыҫ микробтарҙы үлтерә, шунлыҡтан, һыуҙы ҡайнатып ҡына түгел, уға ылыҫ ҡушып та таҙартырға мөмкин. Бының өсөн 3 сынаяҡ ҡайнаған һыуға 0,5 - 1 сынаяҡ ылыҫ энәһе һалырға кәрәк. Энәләрҙе бысаҡ менән турағанда тағы ла яҡшыраҡ. С витамины термоэшкәртеүҙә һөҙөмтәлелеген юғалтҡанлыҡтан, сәйҙе ҡайнатмайынса, 10-20 минут быҡтырып ултыртып ҡуйырға кәрәк. Ылыҫ энәләре урынына яҙғыһын бөрөләрен, йәшел тубырсыҡтарҙы һалырға була.

• Урманда хатта бер ризыҡһыҙ бутҡа ла бешерергә мөмкин. Бының өсөн йәш ҡайындың туҙ аҫтындағы ҡабығын сей килеш тә ҡулланырға була, әммә уны ҡайнар һыуға һалғанда, ул бүртә башлай һәм бутҡаға әйләнә. Ошо ризыҡты бутҡа урынына ашарға ярай. Ә инде ҡалғанынан йәймә бешереп, артабанғы юлығыҙға әҙер ризыҡ итеп алырға була! Сәфәрҙәрегеҙ уңышлы үтһен!

"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.25 | Ҡаралған: 443

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru