«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺОРАУҘАР КҮП, ЯУАП - ЮҠ...
+  - 


Нышып тултырылған автобуста ҡапыл шау-шыу ҡупты: алғы урында ултырған йәш ир-егетте ҡыҫылып килеп ингән әбейгә урын бирмәгән өсөн пассажирҙар һүгә, тиргәй башланы, ә ул өндәшмәне, ҡыҙарынып, тыныс ҡына ултыра бирҙе. Ниндәй генә сәнскеле һүҙ, мыҫҡыллауҙар яуманы егеттең бәхетһеҙ башына! Үҙенең туҡталышына еттеме, әллә был асыу һәм әр менән тулы автобусты ташлап сыҡҡыһы килдеме - эргәһендә ултырған олораҡ ҡатын менән сығырға йыйындылар. Ҡатын, ә ул егеттең әсәһе булып сыҡты - күнегелгән хәрәкәттәр менән улын арҡаһына йөкмәп алды һәм һаҡ ҡына автобустан сыҡты. Егеттең ике аяғы ла төптән юҡ икәнлеген шунда ғына аңғарҙы ярһыған пассажирҙар. Автобус эсе шып-шым булды. Ә туҡталышта ғәрип улын артмаҡлаған әсәне инвалид коляскаһы менән көтөп торған үҫмер ҡаршыланы...

Бөгөнгө көн өсөн таныш күренешме? Һәр хәлдә, бындай осраҡтар тормошобоҙҙа һаман да йышыраҡ осрай башланы - килешәһегеҙме? Аптырай торғаны ла юҡ - типһә, тимер өҙөрлөк күпме йәш ир-егет аяҡ-ҡулһыҙ ҡайтты. Ата-әсәһе, яҡындары улдарының башы һау ҡайтыуына ла шөкөр итеп, уларҙы сабыр ҡабул итте, хатта әлегеләй йөкмәп йөрөргә лә әҙерҙәр. Аяҡ-ҡулһыҙ ҡалған ир-егеттәрҙең өйҙәрендә, көнкүрештә ҡулһыҙ көйө ҡалаҡ тоторға, аяҡһыҙ салбар кейергә өйрәнә-өйрәнә ни хәлдә лә йәшәргә тырышыуҙарын күрһәткән видеокадрҙар ҙа күп. Тән ғәриплеге генә түгел, йән һыҙлауҙарын да баҫыр, яҙмыштары менән "уйнаған" ҡот осҡос хәлдәрҙе онотор өсөн үҙҙәрендә көс, ихтыяр ныҡлығы таба алырмы улар? Терәк булыр яҡындары, иңдәрен ҡуйыр дуҫ-иштәре бармы уларҙың? Бәлки, психотерапевт ярҙамы кәрәктер?
Ә бит уйлап ҡараһаң, психотерапевт хеҙмәттәренә баяғы автобус пассажирҙары нығыраҡ мохтаж булып сыға түгелме? Кешеләрҙең бер-береһенә иғтибар һәм ихтирамы, сабыр һәм әҙәпле мөнәсәбәте, иплелек, түҙемлелек кеүек сифаттары төптө юҡҡа сыға барғандай тойолмаймы һеҙгә? Башҡаларға ҡарата түҙеп тормаусанлыҡ, тупаҫлыҡ, битарафлыҡ миҫалдары урамда булһынмы, транспорттамы, табипҡа сиратта торғандамы - айырыуса йыш күҙгә ташлана. 2019 йылда уҡ әле "Российская газета" хәбәрсеһе Валерий Выжутовичтың психология фәндәре кандидаты Сергей Ениколопов менән әңгәмәһендә, рәсәйҙәр агрессия кимәле, тупаҫлыҡ һәм әйләнә-тирәләгеләрҙе күрәалмаусылыҡ йәһәтенән бигүк яҡшы иҫәптә тормай, тигән һығымта яһағайны. Бөгөн иһә бындай хәл һис үҙгәрмәне, киреһенсә...
Бының сәбәптәре күп төрлө һәм был яҙмала уларҙы ентекләп тикшереү бурысы ҡуйылманы ла. Кемдер әйтмешләй, агрессия - ул элекке совет системаһы ҡиммәттәренең юҡҡа сығыуы һәм был йүнәлештә яңы бурыс-маҡсаттарҙың әле нығынып етә алмау бәләһе - айырыуса йәштәр, үҫмерҙәр араһында таралған. Шулайҙыр. Өҫтәүенә, кешеләрҙең бер-береһенә түҙемлелек күрһәтеү (толерантлыҡ) кимәленең булмауы бөгөнгө мәҙәнилек көрсөгөнә лә бәйле. Донъя булғас, барыһы ла: ҡайғыһы ла, шатлығы ла була, ә бына шундай ваҡыттарҙа, айырыуса кешене хәсрәт баҫһа, дөрөҫ юлдан тайпылһа, тормош маҡсатын юғалтһа, ғаиләһендә аңлашылмаусылыҡ килеп тыуһа, йәшәүҙең йәмен күрмәй башлаһа, күңеленә хәүефле уй килһә, ул ни эшләргә тейеш? Кемдәрҙелер бындай төшөнкөлөктән яҡындары, дуҫтары менән уртаҡлашыу ҡотҡаралыр, кемдәрҙер ҡайғыһын алкоголь менән баҫырға маташыр, кемдәрҙер проблемаларын йырып сығырға үҙендә көс, ихтыяр табыр... Ә бит беҙҙә ошоға тиклем бик популяр булмаһа ла, һуңғы йылдарҙа йәнләнә төшкән психолог-психотерапевт хеҙмәте лә бар. ВЦИОМ (Бөтөн Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге) мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа рәсәйҙәр психологик ярҙам хеҙмәттәренә йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. 2020-2024 йылдар эсендә Рәсәйҙә психологтарҙың клиенттары 26 процентҡа артҡан, ә был, тимәк, 15,6-нан алып, 19,6 млн кеше тигән һүҙ. Ә инде былтырғы йыл эсендә генә лә психолог һәм психотерапевтҡа мөрәжәғәт итеүселәр 2023 йылға ҡарағанда 25 процентҡа артҡан. Шул уҡ былтырғы йыл ахырына психологик ярҙам хеҙмәтенә ихтыяжлыҡ индексы мөмкин булған 100 пункттан 30-ға еткән. Ошоға тиклем бер ҡасан да психологҡа мөрәжәғәт итмәгән рәсәйҙәр өлөшө 2023 йылғы 81 проценттан былтыр 74-кә тиклем кәмегән. Был белгестәргә айырыуса ҙур ҡалала йәшәүселәр һәм күберәк ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә икән. Ә инде сит илдәрҙә үҙен ихтирам итеүсе һәр ғаиләнең тип әйтерлек үҙ психологы бар.
Ошондай шарттарҙа яңыраҡ ҡына интернет киңлектәрендә күптәрҙе аптырашта ҡалдырған бер хәбәр таралды: 2026 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә дәүләт медицина учреждениеларында ла, шәхси клиникаларҙа ла психиатрҙарға мөрәжәғәт итеүсе бөтөн граждандарҙы ла диспансер күҙәтеү талап ителгән психик сирле пациенттарҙың федераль регистрына индерергә ниәтләйҙәр икән. Ҡыҫҡаһы, был регистр ҡарап тормаясаҡ: ябай кеше тормош ҡатмарлыҡтарын сисеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәме, әллә етди психик сир сәбәплеме. Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы категория психотерапевтҡа үҙ теләге менән килә булыр микән? Улар туранан-тура махсус дауалау учреждениеларына ебәрелә бит. Өҫтәүенә, был регистрға эләгеүҙең ҡайһы бер эҙемтәләре хаҡында ла хәбәр итә телеграм-каналдар: мәҫәлән, психиатрға мөрәжәғәт итеү факты эшкә урынлашҡанда эш биреүсе тарафынан иғтибарға алынасаҡ, имеш. Ошо юҫыҡта эксперттарҙың хәүефләнеүе урынлылыр ҙа, бәлки, сөнки бөтәһен бер "ҡаҙанға" һалып бутау ябай кешеләрҙе психолог хеҙмәттәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡытасаҡ һәм улар был ниәттәренән тыйылырға мәжбүр буласаҡ. Был кешене бик күп һорауҙар алдына ҡуя: "табип сере" тигән төшөнсә юҡҡа сыға буламы хәҙер? Ә кеше хоҡуҡтарын һаҡлау гарантияһы менән ни булыр, тип борсола социаль селтәрҙәр ҡулланыусылары.
Ләкин мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Эксперттар аңлатма биреүенсә, 2026 йылдың 1 мартынан ҡайһы бер һөнәр эйәләре: уҡытыусыларҙың, водителдәрҙең, полицейскийҙарҙың һәм башҡа белгестәрҙең мотлаҡ психиатрия тикшереүе үтергә тейешлеге хаҡында яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә индереләсәк. Бындай тикшереүҙәр биш йылға бер һәм хатта йышыраҡ та ҡулланылыуы ихтимал. Һәм әгәр ҙә табиптар һөнәр эйәләрендә психик тайпылыш билдәләре асыҡлаһа, хеҙмәткәр үҙ һөнәре буйынса эшләргә яраҡһыҙ тип табыласаҡ. Яңы ҡағиҙәләр эш биреүселәр тарафынан яуыз ниәттәрҙә файҙаланылыу ихтималлығына килтермәҫме, шулай уҡ регистр мәғлүмәттәре Эске эштәр министрлығына, банк һәм башҡа хеҙмәттәргә килеп эләкмәҫме, тип тә хафалана эксперттар.
Бер яҡтан ҡарағанда, бындай яңылыҡтың төп маҡсатын аңларға ла була: йәмғиәтебеҙҙә психик тороштарын асыҡлау талап ителгән һәр төрлө хәүеф-хәтәр тыуҙырыусы адекват булмаған кешеләр ҙә байтаҡ бит: улар ниндәйҙер ҡорал менән эш итергә, террористик акттар ҡылырға, аңы томаланған килешь руль артына ултырырға йә булмаһа, осраҡлы граждандарға һөжүм итергә мөмкиндәр. Өҫтәүенә, ошо рәттән наркомания һәм алкоголизм ҡорбандарын да өҫтәһәң... РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш психиатры Светлана Шпорт белдереүенсә, регистрҙа йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырыусы ауыр сирлеләр генә күҙ уңында тотоласаҡ. Ләкин ундай әҙәмдәр үҙ теләктәре менән бер ҡасан да психолог хеҙмәттәренә һәм бигерәк тә психиатрҙарға мөрәжәғәт итмәйәсәге асыҡ. Күренеүенсә, баш белгес аңлатмаһы һорауҙарға тулы яуап биреп бөтмәй әле.
Был яңылыҡ социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыу бәхәстәр килтереп тыуҙырғас, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡайһы бер мәғлүмәт каналдарының яңы ҡағиҙәләр хаҡында дөрөҫ булмаған хәбәр таратыуын белдереп, уларҙы кире ҡағырға мәжбүр булды һәм киләһе йылдан айырым категория хеҙмәткәрҙәренең генә мотлаҡ психиатрия тикшереүе үтәсәге хаҡында аңлатма бирҙе. "Федераль регистрға ҡасан да булһа психиатрия ярҙамына мөрәжәғәт иткән кешеләрҙән иң тәүҙә ауыр психик тайпылыштарға дусар, хәүефле ҡылыҡтары менән йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс тыуҙырыусы һәм даими диспансер күҙәтеүҙә булырға тейешле граждандар ғына индерелә, ә табиптарға мөрәжәғәт иткән күпселек башҡа граждандар регистрҙан ситтә ҡаласаҡ һәм психологтарҙан ярҙам алыуҙарын дауам итәсәк ", - тип өҫтәне баш белгес Светлана Шпорт. Ә бит бынан алда ғына әйтеп кителеүенсә, интернет сайттары һәм каналдарҙа ҡасан да булһа психиатрия ярҙамына мөрәжәғәт иткән бөтөн граждандарҙың да мәғлүмәттәре берҙәм федераль реестрға индереләсәк, тип хәбәр ителгәйне. Социаль селтәрҙәрҙәге шау-шыу тап ана шундай икеле-микеле аңлатмалар арҡаһында килеп тыуҙы ла инде. Хәҙер кемгә ышанырға? Шуныһы ла бар: бындай бәхәстәрҙән һуң психолог һәм психотерапевттар пациенттарһыҙ тороп ҡалмаҫ, тимә...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru