
Башҡортостанда 160 меңдән ашыу кеше аҡсалы эш табыуҙың вахта ысулына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Яҡын туғандар менән мөнәсәбәттәргә йыраҡтағы эш нисек тәьҫир итә икән? "Үҙ ирке менән һөргөндә йәшәгән" ғаилә башлығы булыуы нисек?
Тыуған яҡтың ҡосағында наҙланған йылы усаҡты лайыҡлы эш хаҡы өсөн ҡорбан итеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ир-егеттәренә хас аяныс ысынбарлыҡ. Йәшәгән урында йүнле эш булмау, бәләкәй эш хаҡы ошо ауыр ҡарарға килтерәлер уларҙы. Ҡалғандарҙан кәм булмаһын, ҡатыны, балалары мохтажлыҡта йәшәмәһен, тигән изге ниәттәр менән вахтаға сығып киткән ғаилә башлығы үҙе генә түгел, бөтә ғаиләһе менән нужа ҡаласы ашай. Күнегелгән йәшәү рәүешенең емерелеүе ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе лә ҡатмарлаштыра, әлбиттә. Тимәк, был осраҡта ғаиләнең төп нигеҙе сереүе ҡотолғоһоҙ.
Ғаилә алдында ир-егеттең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да бурысы бар: ир - келәт, ҡатын - йоҙаҡ. Келәт йоҙаҡһыҙ булып, шар асыҡ тороуҙан, йә йоҙаҡ эленеп тороп саң йыйыуҙан фәтүә бармы икән? Тыңлайыҡ:
Айһылыу һөйләй: Атайҙың Себерҙә вахтала йөрөүе беҙҙең ғаиләне емерҙе, тиһәң дә була. Ул мин юғары синыфтарҙа уҡыған саҡта уҡ вахтаға йөрөй башлағайны. Бишәр ай өйҙә булмай торғайны. Ә әсәйем уны гел һағынып көттө, уға үҙ иңенә төшкән бар хәстәрлектәрҙе лайыҡлы күтәрергә, ныҡ түҙергә тура килде.
Улар икеһе лә улай йәшәп булмауын шул саҡта уҡ аңлай инеләр. Атайым бит вахтанан баш тартып, ике йыл самаһы үҙен йөк ташыусы һөнәрендә лә һынап ҡараны, ләкин түҙемлеге оҙаҡҡа етмәне. Хәҙер, ана, тағы вахтала. Инфраструктура өсөн мөһим тимер юлдар һалалар. Был вахтаның срогы ҡыҫҡараҡ, 10-20 көн тип ышандырған булалар ул, әммә уныһы рәсми, ҡағыҙҙа ғына шулай, ысынында, эше тамам булмайынса, унда эшләгәндәр урынын ташлап китә алмай.
Хәҙер атайым менән әсәйемә илленән ашыу йәш, ә улар бергә йәшәй белмәй. Атай үҙенең эшселәре менән ваҡыт үткәрергә ғәҙәтләнгән, әсәй яңғыҙлыҡты ҡыйынлыҡҡа һанамай. Уларға ҡарап, йән әрней.
Үҙемдең иремде бер ҡасан да вахтаға ебәрмәйәсәкмен, тип һүҙ биргәнмен үҙемә. Вахтала йөрөү бөгөн етеш йәшәүҙең берҙән-бер юлы икәнен аңлап торам, ләкин береһенә лә ундай әсе яҙмыш төшөүен теләмәҫ инем...
Уйлап ҡараһаң, нимәһе ҡыйын? Барҙың, аҡса эшләнең, ҡайттың, туғандар менән ваҡыт үткәрҙең, һәм тағы - эшкә. Шәп схема булып күренә, тик бына был "шәп" вариант үҙендә ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы бик ҙур хәүефтәр йәшерә.
Ваҡытлыса айырылышыу тураһында ғына түгел, хис-тойғоларҙың һыуыныуы тураһында бара бында һүҙ.
Һәм, әлбиттә, бындай ғаиләләрҙә балалар зыян күрә. Атайҙың эргәлә булмауы ғына ла хәстәрлектән мәхрүм баланың психикаһында юйылмаҫ тәрән эҙ ҡалдырыуы, балала кәмселек тойғоһо артыуына булышлыҡ итеүе мөмкин.
Әсә кешенең бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡаршы яңғыҙ тороп ҡалыуы ла йүнлегә килтермәй: бер-бер артлы ауырлыҡтар артыуынан нервылары ҡаҡшай, шунан депрессия ҡосағына инә һәм шуның һөҙөмтәһендә үҙ-үҙен юғалтыу хәленә тиклем барып етеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә вахтала эшләү ғаиләне емереүҙең бер сәбәбенә әүерелә. Айырым көн күреү, хәстәрлекһеҙ тонсоғоу, аңлашылмаусанлыҡ, оҙаҡ ваҡыт йыйылған ярһыуҙы баҫыу - былар бөтәһе лә "талаҡ"ҡа килтергән ҡаты низағ хәбәрселәре.
Сулпан һөйләй: Бергилке минең дә ирем Себерҙә эшләп ҡараны ул. Бер-беребеҙҙән ситләшә башланыҡ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ ҙа айырыла башланы. Вахтаһынан ҡайтһа, сит кеше кеүекбеҙ. Яңынан бер-беребеҙгә өйрәнер өсөн уның ярты ялы үтә торғайны, нимә тураһында һөйләшергә лә белеп булмай ине.
Айырылышыуҙан саҡ ҡалдыҡ. Атай менән әсәйгә рәхмәт инде, беҙҙе Төркиәгә ял итергә ебәргәйнеләр, шунда иреп, һәйбәт итеп һөйләшеп, вахталарҙы тамамланыҡ. Төркиәнән ҡайтыу менән ирем эшенән китте. Хәҙер икебеҙ ҙә ҡалала эшләйбеҙ, беребеҙ ҙә үкенмәй, күңел дә тыныс...
Иреңдең ситтә эшләп йөрөүе, ысынлап та, ғаиләне тарҡата. Күп ваҡыт айырылып тороу үҙ эшен эшләп ҡуя барыбер. Аҡса, ярай, әҙерәк булыр, ләкин татыулыҡ, бергә булыу мөһим.
Азат һөйләй: Йүнле эш хаҡы түләмәйҙәр бит беҙҙә, шуға ла ир-егеттәр вахтаға ынтыла. Унан һуң, беҙҙә алдаҡ та күп. Өс-дүрт йыл элек вахтанан ҡайтҡайным, бер яҡташ танышым Өфөнән шылтырата, үҙебеҙҙә әлеге лә баяғы вахта эшен тәҡдим итә. Ул биргән телефон буйынса ойошманың етәкселеге менән һөйләштем, 20 көн эш өсөн 100 мең түләйбеҙ, тигән булдылар. Һөҙөмтәлә ныҡ алдандым, етәкселеге эшселәренә мал һымаҡ ҡарай, эш өсөн еткереп түләмәйҙәр. Башлығыбыҙ "Өйҙә эшләү - бәхет" тип әйтә лә ул. Бәхет, әлбиттә. Ләкин кемдәрҙер уны тамуҡҡа әйләндерә шул. Мин дә татыным ул тамуҡты. Ярай, эш хаҡы ҙур булһа, уныһына ла түҙер инем, ләкин уныһы ла булманы.
Вахтаға йөрөй башлағанда улыма алты йәш тулғайны. Ваҡыт һиҙелмәй үтте лә китте, уны йылына өс-дүрт тапҡыр ғына күрә торғайным. Ана, хәҙер үҫте, айырым йәшәй. Эргәһендә күберәк булырға кәрәк булған, тип уйлап ҡуям. Йәш ғаилә башлығына, балалары бәләкәй булғандарға йөрөмәҫкә кәрәк ине ул вахтаға, ләкин "оҙон аҡса" иң күбе шундайҙарға кәрәк бит инде. Һирәктәрҙе генә иҫәпкә алмағанда, мин белгәндәрҙең күптәре ҡатындары менән талаш-ҡаңғырыштарҙан сыҡмай, хыянат итеп, йә хыянатҡа түҙмәй, айырылышып бөттөләр.
Элек Себер яҡтарында вахталағы эш өсөн һәйбәт түләнә ине, хәҙер улай түгел, тимәк, өйөңдән, ғаиләңдән айырылып, вахтала йөрөүҙең дә файҙаһы юҡ. Кемдер вахтала йәшәп өйрәнгән, кемдер өйҙәге ҡыйынлыҡтарҙан ҡаса, шуға ла йөрөй һаман, ә миңә етте. Һаулыҡты бөтөрөп, ҡартлыҡҡа барып етеп булмаҫ, тип ҡурҡам... Нефтсе булып ауыр эштә йөрөгәнсе, берәй Wildberries йә Ozon складтарында заказ йыйыусы булып, шул уҡ аҡса эшләргә була, уның өсөн әллә ни белем дә кәрәкмәй һәм үҙеңдең ғаиләң эргәһендә йәшәйһең бит инде...
Шулай итеп, был теманы бик тә дауам итке килә. Ул бик тә көнүҙәк бит. Хаттар көтәбеҙ.
Рәзил ШӘМСЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА