«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ ШАҺЫ ЗӘЙНУЛЛА ИШАН ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘҢ
+  - 

Зәйнулла Рәсүлев Тамъян, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Түңгәүер, Үҫәргән ырыуҙарынан үҙе ише имам-хатиптар менән 1862 йылдарҙа уҡ олоҫтарҙа мәктәптәр астырыу hорауы менән Ырымбур губернаторына бара. Ул хатта кантон идаралығынан был маҡсатты тормошҡа ашырыуға юллама алырға ла өлгәшә. Губернатор был имамдар вәкәләтлеген тыңлағанмы, юҡмы, уныhы беҙгә билдәhеҙ. Әммә 1865 йылда олоҫ үҙәге Туңғатар ауылында 10 балаға иҫәпләнгән рус-башҡорт мәктәбе асыла. Губернатор ул мәктәпкә үҙ "күҙ-ҡолағын", Неплюев кадет корпусын тамамлаған хорунжий Абдуллатиф Урусовты уҡытыусы итеп ебәрә. Ул мәктәптә урыҫ телендә уҡырға, яҙырға өйрәтә hәм арифметиканан һабаҡтар бирә. Ә ғәрәп графикаhында башҡортса уҡырға hәм яҙырға Туңғатарҙағы Уйылдандар hәм Ҡарамыш тоҡомдары хәлфәләре уҡыта. Шундай уҡ мәктәпте Мулдаҡай ауылында ла асалар. Ләкин унда рус телендә яҙма hәм уҡыуҙы өйрәтеүсе уҡытыусы булмағанлыҡтан, мәктәп яртылаш йәҙитсә, яртылаш мәҙрәсә кимәлендә ҡала.
Олоҫ үҙәге Туңғатарҙа мәктәп асылыуы тураhында Әнүәр Әсфәндийәров та архив материалдарына таянып "Ауылдар тарихы" китабында яҙа.
2008-2009 йылдарҙа Башҡортостан Президенты hәм хөкүмәте ҡарары менән Туңғатарҙа бик күркәм мәктәп бинаhы төҙөлөп, халыҡты ла, балаларҙы ла ҡыуандырғайнылар. Рәсәй hәм Башҡортостан кимәлендәге бик күп шәхестәрҙе биргән был мәктәп бөгөн ябылыу сигендә. Батша губернаторының фатихаhы менән асылып, Рәсәйҙең барлыҡ ауыр, ҡанлы дәhшәтле йылдарында ла дәүләт тарафынан ябылмаған был мәктәп бөгөн мәңгелеккә юҡ булыр өсөн упҡын ситенә этәрелде. Башҡорттоң олуғ был затының үҙе яҙып ҡалдырып, Ризаитдин Фәхретдин тарафынан халыҡҡа еткерелгән шәжәрәhе түбәндәгесә:
Туҡhаба бей сама менән 1230-1240 йылдарҙа йәшәй. Уның улы Ҡаңлы - Миңтәй - Шәйехмамай - Һеркә - Манғут - Ятабей - Яңыш - Ураҙғәли - Тупый - Моратҡол - Солтанай - Fашиҡ - Байрамғол - Муса - Рәсүл - Хәбибулла - Зәйнулла. Уҡыусы өсөн был шәжәрәнән, ҡабатлап булhа ла, тағы ла шуны өҫтәргә кәрәк. Шәйех Зәйнулланың Мәхүбә исемле ҡатынынан тыуған өлкән улы Fабдрахманды 1936 йылда, Ризаитдин Фәхретдин вафат булғас, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының мөфтөйө итеп hайлап ҡуялар. Уның Ғабдулла, Fәбделҡадир, Fәбделсабур тигән улдары хажға барғандан hуң Төркиәлә уҡый. Fабдулла шиғырҙар яҙған. Рус, төрөк, ғәрәп, ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белгән. Ул 1914 йылда hуғышҡа алына. Офицер була. Үлеме билдәhеҙ. Fәбделҡадир Рәсүлиә мәҙрәсәһе ябылғас, Ҡаҙанға китә. Әстерханда имам булып эшләй. Татар яҙыусыhы Атилла Рәсих - уның улы.
Зәйнулланың бер туған ҡустыhы Фәтхулланың ике улы була. Fайса hәм Муса. Муса вафатына тиклем Учалы районының Ахун ауылында имам була. Генерал Дашковтың ҡыҙына өйләнгән була. Әммә ҡатыны кинәт кенә донъя ҡуя. Унан ҡалған ҡыҙҙы Мусаға бирмәйҙәр. Икенсе ҡатыны Fәйшә Малай Муйнаҡ ауылында имам-хәлфә булып эшләгән Әхмәт улы Яҡуптың ҡыҙы була. Муса Яҡуп хәҙрәт ҡыҙына өйләнгән осорҙа Ахун ауылына имам-хатип булып күскән була.
Мусаның ағаhы - Fайса. Буласаҡ ахун. Рус-япон hуғышы батыры. Батшанан наградалары була. Башҡорт халҡына атаҡлы "Fайса" йырын бүләк иткән кеше. Әммә Өфө фәлсәфиҙәре Fайсаға "Илсе" исеме тағып ҡуя. Ул бер ҙә илсе булмаған. Полк муллаһы була ул. 1904-1905 йылдарҙа Порт-Артурҙы, Харбин h.б. ҡалаларҙы обороналауҙа ҡатнаша. Әле киң йәмәғәтселеккә билдәле булмаған йыр hүҙҙәре бихисап. Уның тураhында ла хәтирәләр әлегә тиклем халыҡ күңелендә hаҡлана. 1921 йылда тифтән үлә. Ҡәбере Иҫке Байрамғол - Әүеш - Әүлиә тау итәгендәге маҙарлыҡта.
Fайса ахундың оло улы Таяр. 1918 йылда башҡорт ғәскәрҙәрен төҙөүҙә ҡатнаша. Үҙен коммунист тип атап йөрөгән рус шовинисы Кәләс (русса Калачев булhа кәрәк) өйөнән саҡырып сығарып, Шәрип ауылында ҡапҡаhы төбөндә атып китә. Fайса ахундың икенсе улы Талха. Ҡаhирәлә уҡый. Һигеҙ-туғыҙ телдә иркен hөйләшкән була. Милли-азатлыҡ хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береhе. Әхмәтзәки Вәлидиҙең тоғро көрәштәше. Японияла Ҡорбанғәлиевтар менән бер осор бергә була. Аҙаҡ Ҡытайҙа йәшәй.
Fайса ахундың ҡыҙы Талиба Ауырғазы районында мәғариф бүлеге мөдире, Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар съезы делегаты була. Репрессиялар башланғас, 1937 йылда Урта Азияға китә.
Fайса ахундың кесе ҡыҙы Таhира hуңғы йылдарғаса Ҡаҙағстанда йәшәне. Балалары әле лә Әүлиә тауына, Әүлиә шишмәhенә килеп йөрөйҙәр.
Fөмүмән, Рәсүлевтарҙың шәжәрәhе бының менән генә сикләнмәй. Араларында төрлө hөнәр кешеләре бихисап.
Шулай итеп, Зәйнулла Рәсүлевты беҙ бөгөн дә Рәсәйҙәге мосолман йәмғиәтенең генә түгел, бөтә Ислам донъяhының мәшhүр заттарының иң олуғы, абруйлыhы, ғилемлеhе, бөйөк дин әhеле тип иҫкә алайыҡ.
Йөҙөп барған болотто бер урында тотоп булмай, әммә ул hәр саҡ беҙгә кире әйләнеп килеп, тағы ла оҙағыраҡ ултырып шифалы һыуын яуҙырып китhә, ер йәшәрер, рухиәтебеҙ яңырыр. Шуға өмөт итәйек.

Спартак ИЛЬЯСОВ.
(Аҙағы. Башы 29-33-сө һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru