«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮЕҢ ДӘ, ЕҢЕЛЕҮЕҢ ДӘ ҺАБАҠ БУЛЫП ҠЫНА ҠАБУЛ ИТЕЛӘ
+  - 


Үткән быуаттың 90-сы йылдары илебеҙ үҫмерҙәре һәм йәштәре өсөн сит ил фильмдары аша килеп ингән Брюс Ли феномены менән иҫтәлекле булғандыр. Күп кенә үҫмерҙәр һәм йәштәр ашығыс рәүештә асылған каратэ, айкидо секцияларына йөрөй башланы, һәр кем бер кемдән дә еңелмәгән экран геройына тиңләшергә тырышты.
Өфө ҡалаһында ла барлыҡҡа килде ундай секциялар. Беҙҙең иғтибар үҙәгендә бигерәк тә шул секцияларҙа шөғөлләнеп, уңыштарға өлгәшкән башҡорт йәштәре торҙо. Улар араһында Әбйәлил егете Рушан Хәсәнов та бар ине. Уның хаҡында шундай легендалар йөрөнө: "Рушан Бейеш атлы улын да күнекмәләргә алып йөрөй икән, шундай-шундай ярышта шул-шул спортсының ауыҙын ҡайырған һ.б."
Этноспортта, атап әйткәндә, һыбай уҡ атыу буйынса Бөтә донъя, Рәсәй, төбәк-ара, Башҡортостан ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгән, йышыраҡ Гран-приҙарға эйә булған Рушан менән әле килеп осрашҡас, 90-сы йылдарҙағы Рушан менән хәҙерге Рушан араһында бер генә айырманы ла күрмәнем: шулай уҡ ас яңаҡлы, ҡатҡыл баҙыҡ кәүҙәле, ҡараштары ут сәсеп тора. Уның өс тиҫтәнән ашыу йыл һуҙымында һаман да йәш килеш һаҡланыуының сере, әлбиттә, туҡтауһыҙ күнекмәләр үткәреүҙән ғәйре рух ныҡлығына ҡайтып ҡала.
Уның менән әңгәмәне тап шул туҡһанынсы йылдарҙы иҫкә төшөрөүҙән башлап ебәрҙек.

Рушан, үткән быуаттың 90-сы йылдарында беҙ һине көнсығыш ҡул алышы төрҙәрен яҡшы белгән, был йәһәттән ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән спортсы итеп белә инек. Нисек спортсы булып киттең, кемдәр быға булышлыҡ итте? Әллә Брюс Ли, Чак Норрис ҡатнашлығындағы фильмдарҙың йоғонтоһо булдымы?

- Дөрөҫ, ҡул һуғышы тураһындағы Брюс Ли, Ван Дам, Джеки Чан, Чак Норрис ҡатнашлығындағы сит ил фильмдары ҡарау тәүге этәргес биргәндер. Әсәйем йә атайым Өфөгә, Магнитка барһалар, шул геройҙарҙың фотоларын алып ҡайта инеләр. Мәктәптә уҡығанда өлкән ағайҙарҙың ҡулъяҙма дәфтәрҙәре була торғайны. Унда каратэ китаптарынан күсермәләр төшөрөлгәйне, төрлө алымдарҙың тәфсирҙәре, аңлатмалары яҙылғайны. Уларҙы үҙебеҙгә күсереп алып, үҙебеҙсә күнекмәләр үткәреп, хыяллана торғайныҡ. Ишҡол урта мәктәбендә спорт яҡшы ҡуйылғайны, шунда көрәшкә йөрөнөм. Һауа десантсыһы Фәйезйән ағай беҙҙе көрәш менән бер рәттә, әҙ-мәҙ булһа ла ҡул һуғышы алымдарына ла өйрәтте. Тәпән ауылында шулай уҡ Хәйҙәр ағай Мортазин көрәш алып барҙы. Бер аҙ уға йөрөп алдыҡ. Ә инде әрменән ҡайты, БДУ-ға уҡырға ингәс кенә етди рәүештә шөғөлләнеп, ярыштарҙа ҡатнаша башланым.

Әрме шундай урын бит инде, унда мөнәсәбәттәр үтә ҡатҡыл һәм тығыҙ, ҡул һуғышы менән шөғөлләнеүең унда ярҙам иттеме?

- Эйе, әрме шундай урын, әммә мин хеҙмәт иткән ғәскәр төрө уны талап итмәне.

Ә былай тормошта үҙеңде һәм башҡаларҙы яҡлап хулигандарға ҡаршы торорға тура килмәнеме?

- Күп булды тип әйтә алмайым, үкенескә ҡаршы, булды. Ундай осраҡтарҙы бер ҡулдың бармаҡтары менән генә һанарлыҡ. Был тағы ла үҙеңдең ниндәй тормош алып барыуыңа ла бәйле. Әгәр ҙә һин шундай осраҡтар була торған урындарға йыш йөрөйһөң икән, ундай ваҡиғалар күберәк тә булыр ине.

Әгәр ҙә шул ваҡиғаларҙың береһен генә иҫкә төшөрһәк...

- Йәштәр бульварында дөйөм ятаҡта йәшәгәндә кухняла бер әҙәм тәмәке тартып ултыра ине. Тегене иҫкәрткәйнем, ул мине "алыҫҡараҡ ебәрҙе" бит инде. Тынысландырырға тура килде тегене. Урамда һуғышып йөрөгән кеше булһам, уны бер һуғыуҙа ауҙара инем, шуға күрә уға төрлө алымдарҙы күрһәттем. Һуңғы сиктә коридорға тибеп осорғайным, егеттәр уны тиҙерәк алып китә һалдылар.

Ниндәй ярыштарҙа ҡатнашып еңгәнең йә еңелгәнең булды?

- 1995 йылда ныҡлап шөғөлләнә башланым. Университетта уҡығанда ниндзя түңәрәгенә йөрөнөм. Шунда бер ағай Ҡытайҙан бер мастер килеүен хәбәр итте. Киттем ҡытай мастерына. Ул зал Ушу буйынса федерация президенты Ирек Зариповтыҡы ине. Теге ҡытай мастерын Ирек Зарипов семинар үткәрергә саҡырған булған. Шунда оҫталыҡ дәрестәренә йөрөп алғас, тегеләр мине ҡул һуғышы ярышына сығарҙылар. Баҡтиһәң, ҡул һуғышы менән ниндзяның һуғышыу кимәле төрлөсәрәк икән. Унда миңә ҡаршы Эске эштәр министрлығы мәктәбенән спорт мастеры кандидаты сыҡты. Шарт-шорт туҡмалдым да, аҙаҡ Ришат Шәймәрҙәновта күнекмәләр үтеп, 1996 йылда киләһе йәштәр ярышында еңеп сыҡтым. Артабан еңеүҙәр-еңелеүҙәр төрлөсә, алмаш-тилмәш килде инде. Республика кимәлендәге ярыштарҙа күберәк еңеүҙәр яуланым. Һуңынан кикбоксинг менән ҡыҙыҡһынып киттем. Кикбоксинг буйынса республикала еңеп сығып, Рәсәй кубогында ике тапҡыр чемпион булдым. Унда спорт мастерлығына кандидат исеме алдым. Спорт мастерына етеп булманы, сөнки бер һуғышта яурыным имгәнде. Аҙаҡҡы ярыштарҙа бер ҡулымды бәйләп һуғыша торғайным.

Университетта уҡып алған белемең буйынса ниндәй белгесһең?

- Тарих факультетын тамамланым. Тренер булып эшләй башлағас, икенсе дипломым буйынса физкультура уҡытыусыһымын. Арғаяш яғынан Рөстәм Шәрипов атлы көрәшсе егет бар. Университетта бер командала ҡатнашып йөрөнөк. Бер заман уның менән осрашып һөйләшеп киттек. Ул, нисектер, Өфөлә һатып алған фатиры хаҡында әйтеп ысҡындырҙы. Быға нисек өлгәшеүе хаҡында һорашҡайным: "Мин иҡтисад факультетында уҡыным бит", - ти теге. "Мин ни, тарих факультетында уҡығас, һаман атта сабып, уҡ атып йөрөйөм", - тип көлдөрҙөм.

Атайың һөнәре буйынса кем ине? Һиңә ул ниндәй тормош һабағы бирҙе?

- Тәпән фермаһында ферма мөдире, зоотехник булып эшләне, уның менән бергә һарыҡ та көттөк. Бик иртә, 52 йәшендә генә китте донъялыҡтан. Үкенескә күрә, унан ҙур ғына фәһем алып өлгөрмәнем. Кешелекле булды, ҡайҙа ғына барма, Фуаттың улыһыңмы, тип танып торалар. Һуңғы юлға оҙатҡанда ла кеше күп килде.

Ярыштарҙа еңеү шатлыҡ алып килә, һис һүҙһеҙ, ә бына еңелеүҙең ниндәй ыңғай яҡтары бар? Бер көрәшсе, еңелеү артабан еңелмәҫкә өйрәтә, тигәйне. Был, ысынлап та, шулаймы?

- Еңеү-еңелеүең ярышҡа ниндәй әҙерлек менән барыуыңа ла бәйле. Әйтәйек, һине көтмә-гәндә ҡапыл ниндәйҙер ярышҡа алып киттеләр икән, ти. Унда барып ҡатнашаһың, ҡатнашты, тигән билдә алаһың. Был осраҡта еңелеүең әллә ни сәмгә теймәй. Элек мин ҡул һуғышы буйынса барлыҡ ярыштарҙы ла күнекмәләрҙең бер өлөшө тип һанай торғайным. Ул осраҡта еңеүең дә, еңелеүең дә һабаҡ, дәрес булып ҡына ҡабул ителә. Дөйөм алғанда, күнекмәләр ҙә, ярыштар ҙа һинең ысынбарлыҡҡа, тормошҡа әҙерлек кенә. Йәғни, был ғәмәлдәрең үҙмаҡсат түгел. Шуға күрә, үҙем дә тренер булараҡ күнекмәләр үткәргәндә спортта ҙур еңеүҙәргә өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуймайым. Иң мөһиме, үҙебеҙҙең егеттәр тормошҡа әҙер булһын! Үҙемде лә ныҡ азартҡа бирелгән спортсы тип һанамайым. Шулай ҙа алдараҡ өлгәшкән уңыштарҙан түбәнерәк төшһәң, кәйеф ҡырылып киткән саҡтар ҙа булмай түгел, була.

Әүҙем тормошоңдоң икенсе өлөшө ат менән бәйле. Ат һинең өсөн нимә ул?

- Тәүҙә ат тормошомдоң төп өлөшөндә хыял ғына булып торҙо. Бәләкәй саҡта атайҙың аты менән көтөү артынан эйәреп, һабантуйҙарҙа сабышып йөрөгәс, ғүмеремдең икенсе өлөшөндә лә ат тоғро дуҫым булырға тейеш ине. Әммә бының өсөн байтаҡ йылдар талап ителде.
Ат башҡорт өсөн азатлыҡ символы ла. Илдар ағай Шәйәхмәтовтың ат тураһындағы әңгәмәләрен тыңлап, ат тураһында шиғырҙар уҡый торғас, тормошомдоң икенсе өлөшөндә лә атлы булыу хыялым тормошҡа ашты. 2018 йылда ат алып, уны Өфөгә алып килдем. Әле атыма һигеҙ йәш.
2016 йылда уҡ Юлай Ғәлиуллиндар менән бергә уҡ атыу менән шөғөлләнә башланыҡ. Рафаэль ағай Амантаев минең беренсе уҡытыусым булды. Тәүге янымды ла унан һатып алдым. Шул уҡ йылда көҙгә Ҡырғыҙстанға күсмәндәр уйындарында ҡатнашырға барҙыҡ. Һыбай сабып барған килеш уҡ атыу буйынса күнекмәләр ваҡытында атып ҡарағайныҡ, килеп сыҡманы, дөрөҫөрәге, сәпкә тейгеҙеп булманы. Башҡаларҙың нисек атҡанын ҡарап торҙоҡ та, Юлай: "Әйҙә, ҡатнашмай торайыҡ, беҙ үҙебеҙҙе түгел, башҡорттарҙы оятҡа ҡалдырабыҙ", - тине. Шунан ҡайтҡас, ныҡлап шөғөлләнә башланыҡ. Тәүҙә төрлө клубтарҙың аттарын арендаға алып, күнекмәләр үткәргәс, үҙем ат һатып алырға булдым. Үҙеңдең өйрәнгән атыңа бер ат та етмәй бит инде.

Атыңды ҡайҙа тотаһың инде?

- Уныһы айырым ҙур проблема инде. Өфөгә алып килгәндән алып уны ҡайҙа ғына тотманым, алты-ете урын алмаштырғанмындыр. Атым йыуаш түгел, ҡоймаларҙы емереп сығып, башҡа айғырҙар менән дә һуғышып бөттө. Бер мәл бәйләп ҡуйған арҡаны өҙөлөп китеп, ҡайҙалыр китеп юғалып торҙо. Аҙна буйы Өфө эргәһендә эҙләп йөрөп, Русский Юрмаштан барып табып алдым. Бер ай буйы атым менән баҡсала йәшәп алдым. Уға тюклы бесән һатып алып, шул бесән өҫтөндә йоҡлап йөрөргә лә тура килде. Күпте күрелде инде Алабай менән бергә. Бер йыл буйына "Аҡбуҙат" ипподромында торҙо атым. 1 августан унда минең вазифамды ҡыҫҡарттылар, унан атым менән бергә сығып китергә тура килде.

Атыңа нисек бесән әҙерләйһең? - Бесән мәсьәләһе әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Рулондар менән һатып алып ҡуям.

Өфөнән алыҫ урындарҙа үткән ярыштарға атыңды нисек алып бараһың?

- Үтә алыҫ урындарға атымды алып йөрөмәйем. Ул миңә күберәк бында күнекмәләр үткәрер өсөн кәрәк. Ә ярыш булған урындарҙа ойоштороусылар аттарҙы әҙерләп ҡуя. Ярыштан бер көн алда барып, күмәгеһенең араһынан күңелеңә оҡшағанын һайлап алаһың инде. Ат өсөн аренда хаҡын түләргә тура килә. Екатеринбургтағы ярыштарҙа беҙ дүрт йыл элек ҡатнаштыҡ. Унда тәүге көндә аттарҙы һыбай йөрөргә өйрәтеп алырға тура килә, сөнки бер тапҡыр ҙа һыбай уҡ атыуҙа ҡатнашмаған аттарҙы тәҡдим итәләр унда.

Һин яңыраҡ Екатеринбургта үткән ярышта еңеп ҡайттың. Сабып барған килеш сәпкә атыу өсөн айырым оҫталыҡ талап ителәлер, күрәһең. Бының серҙәре бармы? Нимә генә тимә, сабып барғанда ат алға ла табан бара, аҫҡа-өҫкә табан да хәрәкәт итә. Шул уҡ ваҡытта елде лә иҫәпкә алырға тейешһең...

- Ат дүрт аяғы менән дә һауала саҡта атырға кәрәк, тигән теория бар. Әммә мин уны әллә ни дөрөҫ тип һанамайым, сөнки сәпкә атыр өсөн иң уңайлы урында атыңдың һауала булмауы ла бар бит. Ат шәп сапһа, уның аҫҡа-өҫкә хәрәкәте тигеҙерәк, шуға күрә атыңдың сабыу тиҙлеге иң юғары булған саҡта тиҙерәк атып өлгөрөргә кәрәк. Сағыштырыу өсөн: машина менән ни тиклем шәберәк барһаң, уның подвескаһы бер кимәлдә тигеҙ бара, ә инде тиҙлекте әкренәйтһәң, машинаң аҫҡа-өҫкә һикерә башлай. Норма буйынса 90 метрҙы 14 секундта үтергә кәрәк. Әгәр ҙә ул арауыҡты 10 секундта үтәһең икән, артып ҡалған 4 секунд һинең балдарыңа ҡушыла. Әгәрҙә 15 секундта үтһәң, минус 1, 16-ла үтһәң, минус 2 китә. Ҡаҙағстанға былтыр күсмәндәр уйынына барғанда минең мәрәйҙәр иң күбе булды, әммә аттың тиҙлеге етмәү сәбәпле, бер маршрутта 5-се булдым.
Сабып барғанда сәпкә атыу урындан тороп атыуҙан ныҡ айырыла. Сабып барғанда интуиция ярҙамында төҫмөрләп атыуы иң уңышлыһы.

Беҙҙең башҡорт тоҡомло аттар башҡа аттарҙан ниндәй сифаттары буйынса айырыла тип уйлайһың?

- Был турала күп һөйләнгән, яҙылған инде, минеңсә, беҙҙең аттар сыҙамлыраҡ. Оҙон тороҡло тоҡом аттары саҡ ҡына бер нәмә булһа, стресҡа бирелеп барыусан, хужалары был осраҡта эргәләрендә йүгермәләп йөрөргә мәжбүр. Ипподромда башҡорт аттарын икенсе урынға күсерергә тейештәр ине. Шунда береһен тейәй алманылар. Ҡыуып та, һуғып та ҡарайҙар, укол да һалдылар, хәле бөттө, әммә борт янына барырға теләмәй. Бындай осраҡта башҡа аттар ашамайынса, оҙаҡ ваҡыт стресс кисереп йөрөр ине. Ә был ат иртәгәһенә, бер ни булмағандай, ашап тора. Мин уны менеп, күнекмә лә үттем.

Атлы спорт менән шөғөлләнә башлағас, ҡул һуғышына бәйле спортты ҡалдырырға тура килдеме?

- Бик урынлы һорау. Күпмелер ваҡыт был ике шөғөлдө йәнәшә алып килдем. Егеттәргә күнекмәләр үткәргән саҡта шуның араһында үҙем уҡ ата торғайным. Йәки иртәрәк килеп, егеттәр килеп еткәнсе уҡ ата торам. Яйлап тәүге шөғөлөм артта тороп ҡалды. Ҡул һуғышы буйынса күнекмәләрҙе туҡтатҡанға өс йыл самаһы ваҡыт үтте. Әммә форманы тотор өсөн шөғөлләнәм, ниндәй генә спорт төрө булмаһын, физик күнекмәләр беренсе урында тора.

Көслөгә һыйыналар. Һинең көслө икәнлегеңде туғандарың, дуҫтарың, ауылдаштарың, күршеләрең белә. Көслө кеше булыуы ауыр түгелме? Сөнки төрлө ситуацияларҙа кешеләр һинән ярҙам көтә...

- Үҙемде көслөмөн тип иҫәпләмәйем. Барыһы ла маҡсатҡа бәйле, нимә өсөн мин, әйтәйек, каратэ менән шөғөлләндем, аҙаҡтан яндан уҡ ата башланым. Ысынлап та, көслө кешеләр көслө булыуҙы маҡсат итеп ҡуймайҙыр ул. Улар фәҡәт көслө генә.

Әммә көслө кеше булыуҙың яуаплылығы ла барҙыр. Һин теләйһеңме-юҡмы, үҙҙәрен үҙҙәре яҡлай алмаған кешеләр алдында яуаплылығың да барлыҡҡа килә бит. Шулай түгелме?

- Ундай саҡтар ҙа булып алды. Мөрәжәғәт иткәндәргә ярҙам итеп, бергилке йөрөп алынғайны.

Миңә айкидо оҡшай, унда дошмандың көсөн үҙенә ҡаршы йүнәлтеү мөмкинлеге бар. Һин был алыш төрөнөң философияһын нимәлә күрәһең?

- Философияһы ҡыҙыҡ, әлбиттә. Әммә Стивен Сигалдыҡы һымаҡ кәүҙәң булһа, һәр төрлө спорт төрөндә лә еңеүгә өлгәшеп булалыр.

Һин яндырай түгелһең, һалҡын ҡанлы була алыуың ҡайҙан килә, үҙ көсөңә ышаныуҙанмы, әллә башҡа төрлө сәбәптәнме?

- Әлбиттә, ҡул һуғышы менән шөғөлләнеү кешегә үҙ-үҙенә ышаныу көсө бирәлер инде. Әммә беренсе сиратта кешенең холҡо торалыр. Беҙҙең тән ҡорал ғына, ә төп көс эсебеҙҙә, булмышыбыҙҙа, ул көс рух тип атала. Шул төп көсөбөҙҙө үткер килеш тотоу зарури.

Ҡул һуғышы буйынса күнекмәләргә һин Бейеш улыңды ла эйәртеп йөрөй торғайның, ул спорт юлын һайламанымы?

- Уны төрлө ярыштарға байтаҡ ҡына алып йөрөргә тура килде. Әммә ул йәшерәк сағында уҡ күнекмәләрҙе ташланы. Хәҙер өйләнде, Өфөлә йәшәйҙәр.

Көнсығыш һуғыш төрҙәренән этно спорт төрөнә күсеү ауыр булманымы?

- Бала саҡта башына сөй ҡуйылған уҡтар менән атышыу дәрте бала саҡтың үҙе кеүек тиҙ генә үтә. Ә минеке үтмәне. Каникулдарҙа, студент саҡта ла йәй ауылға ҡайтһам, һәр ваҡыт ян эшләп, уҡ юна торғайным. Уҡ-яныма ниндәйҙер технологиялар уйлап сығарып, камиллаштырып маташтым. Күрше ағай күреп ҡалды ла: "Мине лә уҡ атып йөрөгәндә тотоп алып, әрмегә алып киткәйнеләр", - ти. Шуға күрә этноспортҡа ҡараш үҙгәргәс, уға күсеп китеүе миңә ауыр булманы.

"Башҡорт аты" фестивалендә, уҡ атыуҙан тыш, тағы ла ниндәй ярыштарҙа ҡатнашҡаның булды?

- Былтыр яугир кейеме әҙерләү буйынса ярышта ҡатнаштым. Унда Алтын Урҙа дәүеренең яу кейемен, атап әйткәндә, һайман менән торҡа әҙерләнем.

Брюс Лиға мөнәсәбәтең нисек, ул, ысынлап та, шундай оҫта булғанмы, әллә киноиндустрия уны барлыҡҡа килтергәнме?

- Ул легенда булып ҡалды. Брюс Ли - эпоха, көнсығыш менән көньяҡты ҡушыу тап унан башланды. Уның һуғышыу оҫталығын бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Ул актер ғына түгел, уның хаҡында Арнольд Шварцнегер: "Был иң көслө кеше!" - тигән. Ван Дамға килгәндә, ул күберәк актер.

Һин үҙең өлгәшкән уңыштарың нигеҙендә ниндәйҙер мәктәп асырға уйламайһыңмы? Әйтәйек, социаль селтәрҙәр, интернет аша...

- Ундай ынтылышты, ихтыяжды үҙемдә күрмәйем. Бәлки, бының өсөн педагог һәләте лә кәрәктер. Ҡул һуғышынан күнекмәләр алып барғанда мин параллель рәүештә юғары уҡыу йортонда студенттар менән, мәктәптә балалар менән дә эшләй торғайным. Әммә балалар менән эшләүе бик ауыр бирелде. Ни өсөн тигәндә, балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу менән бер рәттән, уларға дөрөҫ тәрбиә лә бирергә тейешһең.

Рәсәй Президенты Өфөгә килгәнендә биргән интервьюһында Рәсәй армияһының башҡорт яугиры феномены хаҡында әйтеп үткәйне. Тарихсы булараҡ, спортсы, еңеүсе булараҡ, ҡаҡшамаҫ рухыбыҙҙың нигеҙҙәрен нимәлә күрәһең?

- Борон-борондан барлыҡ ҡәүемдәр араһында төркиҙәр иң көслөһө һаналған. Шул уҡ ваҡытта төркиҙәр араһынан иң ғәйрәтлеһе итеп башҡорттарҙы таныған яҙмалар ҙа бар. Бындай аңлатмаларҙы тарих биттәренән бик күп табырға мөмкин булыр ине.

Янды, уҡтарыңды, башҡа кәрәй-яраҡты үҙең эшләп алаһыңмы?

- Юҡ, әҙерҙәрен һатып алам. Башлаған осорҙа үҙем эшләп ҡарағаным булды. Уҡтарҙы бамбуктарҙан яһаным. Әле килеп ваҡытымды күберәк күнекмәләргә бүләм. Һаҙаҡты үҙем эшләйем, сөнки һыбай уҡ атыр өсөн үҙенсәлекле һаҙаҡ кәрәк.

Һин уйлап тапҡан "Башҡорт маршруты"ның үҙенсәлеге нимәгә ҡайтып ҡала?

- Донъяла киң таралған ике төрлө маршрут бар: корея һәм венгр маршруттары. Корея маршрутында сабып барғанда ҡуйылған сәптәргә бер-бер артлы атаһың. Венгр маршрутында старттан уҡ ата башларға мөмкинһең. Яның көсһөҙөрәк икән, сәптән өҫкәрәк атаһың. Ҡайһы берәүҙәр ете тапҡыр атып өлгөрә. Мин алты тапҡыр атып өлгөрәм, әммә бөтәһе лә теймәй.
Мин үҙем "Төньяҡ амуры" тип аталған Башҡорт маршрутын уйлап сығарҙым. Ул үҙенсә ҡатмарлы. Тәүҙә бер яҡҡа атаһың да, тиҙ-тиҙ генә икенсе яҡтағы сәпкә атаһың. Өсөнсө уҡты сабып барған килеш ерҙән эйелеп алып атырға кәрәк. Француз яуында Аҡсулпанов тигән яугир сит ил ҡунағы алдында тап шулай итеп өс уҡты атып күрһәткән. Ул сабып барған килеш һауаға йомортҡа ташлап, уны яра атҡан да, бер уғын һауаға ташлап, икенсе уғын эйелеп алып, уғын сәрпелдереп яра атҡан.

Һин күсмә халыҡтар уйындарында ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ, бүрәт егеттәре менән аралашаһың бит инде. Уларҙың әҙерлеге ниндәй кимәлдә?

- Ҡаҙаҡтар һәр ваҡыт ныҡлы әҙерлек менән килә. Улар 2016 йылда яҡынса беҙҙең һымаҡ кимәлдә аталар ине. Дәүләт яғынан да көслө ярҙам булғас, улар тағы ла етдиерәк әҙерләнә башланы. Йыйылма командала ҡатнашыусылар унда стипендия алып, был уйындарҙы профессиональ кимәлгә күтәрә алдылар. Беҙҙә иһә ундай ярҙам тойолмай. Былтыр сентябрь айында күсмә халыҡтар уйындарына беҙ үҙебеҙҙең иҫәпкә барҙыҡ, бер йыл үтеп китһә лә, һаман да сығымдарҙы ҡайтарманылар. Әле төп эш урыным таможняла, эш графигым ошондай ярыштарға йөрөргә мөмкинлек бирә, шул яғы уңайлы. Башҡа урында эшләгән булһам, улай итеп йөрөй ҙә алмаҫ инем. Беҙҙә һыбай уҡ атыу менән, кемдең аты бар, энтузиастар ғына шөғөлләнә. Ундай егеттәр Учалыла, Баймаҡта, Ҡырмыҫҡалыла бар. Яңыраҡ Әбйәлилдә Хәйруллин Нуриман тигән егет "Юрға" ат клубына директор итеп тәғәйенләнде һәм ул күнекмәләр башланы. Был тәүге рәсми клуб, башҡаларыбыҙ һәр ҡайһыһы үҙ урындарында шөғөлләнә.

Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Рушан. Үҙеңә һүнмәҫ дәрт, рух ныҡлығы, ҡанатлы дуҫың Алабайыңа талмаҫ аяҡтар, оло еңеүҙәр теләйем!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru