
Нишләптер баштан өнәмәне ошо ике малайҙың айырылғыһыҙ дуҫ булыуын. Әллә үҙенең яңғыҙаҡ тормошоноң мөһөрөмө - иллә-мәгәр кеше араһындағы яҡынлыҡты үҙенән көлөү һымаҡ ҡабул итә ул. Күрә алмай башҡалар араһындағы дуҫлыҡты, шулай уҡ ир менән ҡатын татыулығын.
- Варвара Николаевна, Мунька ҡайҙа бара ул? - Илназ был хәлдән хафаға ҡалды.
- Унда ней эшең, марш бынан! - тип баланы ҡыуҙы тәрбиәсе.
- Мин дә, әтеү, барайым, - Илназ уҫал апайҙың һүҙҙәренә был юлы ыжламаны. Ҡурҡыуын дуҫының яҙмышы өсөн борсолоуы еңде.
- Директор ҡушты, уның һүҙе - закон! Беләһегеҙ бит. Бар, уйнап тор, Байтирәков, ҡамасаулама, - тип апай кеше йомшара төштө.
Күрәһең, Илназдың ныҡышмалылығы һағайтты уны. Үҙен иплерәк тоторға ишараланы. Малай тағы берәй ғауға сығарып ҡуймағайы тип уйланымы - әйтеүе ауыр.
- Мунька, бер ҡайҙа ла барма, яраймы… Ҡайҙа алып китәләр ул һине? - Баланың бер бәләкәй моҡсайлыҡ әйберен йыйнап та бөттөләр Илназ, был ни ғиллә булды, тип аптырап торған арала.
- Хушлашығыҙ ҙа тиҙерәк, минең ваҡытым юҡ, - Варвара Николаевна тағы миһырбанлыҡ күрһәтте.
- Мунька, һине ҡайҙа алып китәләр ул? - Илназ һорауын тағы шыбырҙап ҡабатланы.
- Белмәйем, - ҡаҙна йортонан башҡаны белмәгән, ололарҙың үҙенә ҡушылған эште барыбер ослап ҡуя торған ғәҙәте булыуына күнеккән Мөнир битараф һымаҡ ине
.
- Кире киләһеңме?
- Белмәйем…
Варвара Николаевна Мөнирҙе етәкләп алды ла ишеккә ыңғайланы. Илназ арттарынан эйәрҙе. Мөнир башын баҫып атлай, Илназ бер-ике аҙым арттан бара. Тышҡы ишеккә еттеләр. Мөнир башын күтәрҙе лә артына әйләнеп ҡараны. Шуны ғына көткәндәй, Илназ дуҫына ташланды.
- Варвара Николаевна, Муньканы ҡалдырығыҙ, пажалыста, - тип ҡапыл ярһып илап ебәрҙе.
Мөнир тәрбиәсенең ҡулынан һыпырылып ысҡынды ла Илназға ташланды.
- Ах, паразиттар, ҡайһылай үҙҙәренә күрә түгелдәр! Байтирәков, марш бынан! - Малайҙарҙың елкәһенән эләктереп, береһен - бүлмә яғына, икенсеһен инде асылған тышҡы ишеккә этәрҙе.
Ярһыған Илназ сығып барған тәрбиәсе апайҙың аяғын ҡосаҡланы ла балтырына тештәрен батырҙы.
- Ай-й-й! - тип ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе уныһы.
Тауышҡа башҡа тәрбиәселәр килеп еткәйне. Тамара Петровна Илназды күтәреп алды, ҡосағына ҡыҫты:
- Тыныслан, бәләкәс, Мөнир икенсе корпусҡа ғына күсә. Шулай кәрәк. Күрешерһегеҙ әле.
* * *
Эшен ослап, кире әйләнеп ҡайтҡан Варвара Николаевна аяғын тешләгән Илназды тәрбиәселәр кабинетына алып инде. Ата-әсәле балаға ҡул күтәреү, ҡолағынан бороу ниәте юҡ унда. Аллам һаҡлаһын ундай яҙыҡ аҙымға барырға. Тик нотоҡ ҡына уҡыны:
- Мостафин һине боҙоҡлоҡҡа ғына өйрәтә. Унан ары булыу хәйерле. Инде лә эш боҙһаң, әсәйеңә телефондан шылтыратам, үҙе килеп күрһен малайы ҡайһылай насар яҡҡа үҙгәргәнен.
- Минең әсәйем үлмәгәнме ни? - Көтөлмәгән һорауы менән Варвара Николаевнаны аптырауға һалды Илназ.
- Нисек инде, үлмәгәнме? Ул тағы ни тигән һүҙ? Ҡайҙан алып ундай хәбәр һөйләйһең?..
- Ысын үлмәгәнме әсәйем? - Илназ күҙ алдында үҙгәрҙе.
Мәңге уҫал, гел әрләргә генә әҙер торған Варвара Николаевна уға ер йөҙөндәге иң һөйкөмлө кеше булып күренде. Бүлмә яҡтырып китте, уның һәр мөйөшөндә, түбәлә, люстралар осонда, иҙәндә лә хатта йондоҙҙар йымылдаған кеүек күренде малайға. Ул Варвара Николаевнаның башҡа бер һүҙен дә ишетмәне - ауыҙын йырып, йылмайып тик торҙо. Тәрбиәсе апай хәбәр һөйләмәй, ә моңло итеп йырлай тиерһең!
- Байтирәков, тием! Байтирәков! - Малай саҡ аңына килде.
Ҡайҙа барһа ла, кемде күрһә лә - барыһы ла башҡаса ине Илназға: бүлмәләр - яҡтыраҡ, кешеләр - матурыраҡ, ҡояш нурҙары - сағыуыраҡ һәм йылыраҡ, һулаған һауаһы - сафыраҡ, ҡуйы һәм татлыраҡ! Төшкө аш мәлендә бер ризыҡҡа ла үрелмәне, компотын ғына эсте. Уға хәҙер ашарға ла кәрәкмәй - ғүмерлеккә туҡ! Әсәһе үлмәгән бит, шулай булғас, ашап ултырмай инде.
- Ашамайһың барыбер, кәтлитеңде алайыммы? - Өҫтәл артында йәнәш ултырған малай өндәште.
- Ал һуң - тине Илназ, йылмайып.
- Пюреһен мин алайым әтеү. Алайыммы, Илназ? - Икенсе яғынан һоранылар.
- Ал шул…
Кискеһен ҡыуанысынан ҡуҙғыған Илназ йоҡоға китә алмай аҙапланды. Нурия апай үтте рәттәр араһынан, ул дежур икән бөгөн. Малай торҙо ла серҙәш апайы янына китте.
- Нурия апай, шыршы байрамына тиклем нисә көн ҡалды икән? - тип һораны, уйсанланып.
- Тиҙерәк Ҡыш бабай бүләге алғың киләме ни?
- Юҡ та. Әсәйем, шыршы байрамына үҙем килеп алам, тигәйне. Мин беләм хәҙер: әсәйем бит үлмәгән!..
- Бәй, бәләкәс, мин һине бер ҙә генә аңламайым. Ни тураһында һөйләйһең? - Илназ үҙенең яңылыш уйлап йөрөгәне, хәҙер сабырһыҙланып әсәһен көтөүе тураһында һөйләп бирҙе.
- Шыршы байрамына тиклем нисә көн ҡалды, апай? - һорауын тағы ҡабатлап ҡуйҙы хикәйәтенең аҙағында.
- И-и-и, балаҡай, ҡайһылай бөтөрөнөп йөрөгәнһең. Һөйләргә булған уйҙарыңды миңә, улайтып һыҙып ҡайғырып йөрөгәнсе... Ҡуйсы, балаһын ошолай зарыҡтырып, сит-яттарға ҡалдырып киткән кеше йөрәкһеҙҙер... Ике аҙна ғына ваҡыт ҡалды, балаҡай, шыршы байрамына.
- Күп буламы ул ике аҙна?
- Ун дүрт көн инде, - Нурия ханым малайҙың бармаҡтарында күрһәтте ун дүрт көндөң ни дәүмәлдә икәнен.
Илназ, урынына барып ятҡас, бармаҡтарын бер яҙып, бер ҡалған көндәрҙе үҙенсә хисаплап ятты ла, бәхетле йылмайып, йоҡлап китте.
* * *
Илназ хәҙер Мөнир менән саф һауала йөрөгәндә генә күрешә. Һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәй, мауығып уйнайҙар. Илназ әсәһенең иҫән-һау булыуы тураһында дуҫына ике көн буйы бәйән итте. Моңһоуланған Мөнир уны бүлдермәй тыңланы. Башҡаларҙың үлгән әсәһе лә терелә, ә уныҡы килмәй ҙә ҡуя. Ҡайҙа йөрөй, нишләп килмәй икән?
- Мунька, мин придумал: әсәйемә әйтһәм, һине үҙебеҙгә ала ул. Эйе, нишләп алмаһын, ала! Добрая бит минең әсәйем. Илгиҙәр ағайым, һин, мин, рәхәтләнеп беҙҙә йәшәрбеҙ, садикка йөрөрбөҙ, тышта уйнарбыҙ. Беҙҙә, өйөбөҙҙә, уйынсыҡтар кү-ү-үп - тау һымаҡ. Сәпит кенә юҡ. Атайым ала ул. Алам тине, - Илназ шулай уны үҙҙәренә алып ҡайтыу тураһында уйлағанын әйтте Мөниргә. Дуҫы, нишләптер, иғтибарһыҙ тыңланы уны. Урынһыҙ шаярҙы, ҡар бәрҙе Илназға. Битенә тейгеҙҙе хатта.
- Мине ысынлап та алыр микән әсәйең? - Дуҫтар икенсе көн күрешкәс, Мөнирҙең тәүге һүҙе шул булды.
- Ала, тинем дә баһа, - Илназ дуҫының үҙгәреүенә аптырай биреп яуапланы.
Мөнир, Илназдың һүҙҙәрен ҡолағы аша үткәргән һымаҡ ҡыланһа ла, ныҡ тулҡынланды. Дуҫы ғына әйтте бит, әсәһе түгел. Шуға ымһынғыһы килмәне. Ундай бәхеткә ышанманы. Бәләкәс кенә йөрәгенә донъяның уға ҡарата бәғерһеҙ булыуын әллә ҡасан һеңдергән инде. Бынан ары ла үҙе белгәнсә генә даулар кешеләр араһында урынын, юл ярыр һикәлтәле тормош яланынан. Тик, барыбер, әсәйле булғыһы килә уның. Йымылдаған бәләкәс кенә осҡон сатҡыһы күңеленә өмөт ойотҡоһон һалмай ҡалманы. Шуға һораны Илназдан, кисәге хәбәрҙе яңыртып. Малайҙар оҙаҡ хәбәрләште яңы тормош тураһында. Тора-бара ниәттәренең һис шикһеҙ ғәмәлгә ашырына тамам ышандылар. Төрлөсә хыялланып ҡыялдылар.
Шифаханала дауаланыу ваҡыты тамамланыуға барған мәлдә ата-әсәләр балаларын килеп ала башланы. Һирәгәйгән төркөмдәрҙе бергә ҡуштылар. Яңы йыл алдынан хеҙмәткәрҙәр шулай үҙҙәренә эште кәметте. Илназ менән Мөнир бер нисә көнгә тағы йәнәш карауатта йоҡлап йөрөнө. Илназ йоҡларға ятҡан һайын, бармаҡтарын бөгөп, шыршы байрамына ҡалған көндәрҙе хисапланы. Тағы дүрт кенә бармағы ҡалды. Инде әсәһе лә оҙаҡламаҫ. Үҙенең дә сабырлығы сигенә етте. Мөнир ҙә бер хафаланып, бер татлы өмөт менән Илназдың бөгөлгән бармаҡтарының кәмей барғанын күҙәтте.
- Мостафин, йыйын, детдомдан алырға килделәр, - тинеләр ике генә бармаҡ бөгөлмәй ҡалған көндә.
Мөнир үрһәләнеп бер Илназға ҡараны, бер бойороҡ биргән апайға баҡты. Эйе, белә-күрә тороп, юҡҡа өмөтләнде шул. Ҡасан уға бәхеттең йылмайғаны бар? Гел шулай: яҡшы нәмә ауыҙ һыуын ҡоротҡансы ымһындыра ла юҡ була ла ҡуя. Өмөттәренең емешен татырға яҙғаны юҡ әле Мөниргә. Бәхетһеҙ ул шулай.
Илназ да ҡатып ҡалды. Үҙен дуҫы алдында ғәйепле тойҙо. Уны ышандырып бөткәйне бит. Хәҙер, ана, ҡорған бөтә пландары селпәрәмә килде. Мөнирҙең тағы әсәһе булмаясаҡ. Дуҫын үҙҙәренә алып ҡайтырға уйлауы тураһында үҙенсә әйтеп ҡараған булды ололарға. Тик уға йәлләп кенә ҡаранылар ҙа бының булыуы мөмкин түгеллеген аңлаттылар.
Бөтәһе лә дөрөҫ, бөтәһе лә уйланылған, тик ғәмәлдә, нишләптер, ярамай булып сыға ла ҡуя. Ололар тормошто үҙҙәренсә шулай килбәтһеҙ итеп ҡорған, үҙҙәренә лә, балаларға ла ирәйеп йәшәргә ирек бирмәйҙәр. Уларҙың бөтә нәмәһе лә киреһенсә, кешегә ҡаршы. Килешеп торған һәм ҡарауға тейешле күренгән ябай ғына нәмәне лә, ярамай, ти ҙә ҡуялар. Ярамай - башҡа һүҙ белмәй улар!
Илназ да, Мөнир ҙә был юлы иламаны. Ысынбарлыҡты нисек бар, шулай ҡабул иттеләр. Мөнир башын эйҙе лә әйберҙәрен йыйнарға кереште, ә Илназ ситтән ҡарап торҙо.
Бына Мөнирҙе ят апай сығыу яғына алып китте.
- Тамара Петровна, мин, мин подарок... Мунькаға... Тиҙерәк, сникерсымды бирегеҙ, Мунькаға подарок, - тип Илназ үрһәләнеп тәрбиәсегә ташланды.
Балаларға туғандары алып килгән күстәнәстең бер өлөшөн тәрбиәселәр, ғәҙәттә, шкафҡа бикләй. Аҙаҡтан өлөшләп бирәләр. Илназға Динис ағаһы һуңғы тапҡыр ике "Сникерс" алып килгәйне. Береһен Мөнир менән бүлешеп ашанылар, ә икенсеһен тәрбиәсе апай, күп була бер юлы, аҙаҡтан бирәм, тип, йыйып ҡуйғайны. Тамара Петровнанан шуны һораны. Дуҫы менән бүләк биреп хушлаша алыуы ҡайғыһын йомшартты бер аҙ.
Туң тәҙрә быялаһының ҡырындағы иреү һыҙаттан ҡарап торҙо дуҫының урамға сыҡҡанын, уны автобусҡа ултыртҡандарын. Мөнир күрмәһә лә, ҡул болғаны уға Илназ.
* * *
Малайҙарҙың тормош юлы яңы һыҙатлана ғына. Алда әле күреү ҙә, зиһен менән айҡау ҙа мөмкин булмаған киләсәк ята. Йыл артынан йыл үтәсәк, ҡышты - яҙ, йәйҙе көҙ алмаштырасаҡ. Ни көтә Илназ менән Мөнирҙе ваҡыт ағышы ярҙарында, нисек ҡорор улар юғарынан бүләк ителгән берҙән-бер тормошто?
Был һорауҙарға яуап юҡ. Башланып торған ғүмер юлында малайҙар, оло бер һынауҙы лайыҡлы үтеп, юғарыраҡ баҫҡысҡа үрләне. Илназ ҡаршыһына ҡуйылған сетерекле мәсьәләләрҙе үҙ алдына хәл итеү дәресенән имтихан тотто, ә Мөнир ысын дуҫлыҡты, тоғролоҡто, миһырбанлыҡты тойоп белеп, күңеленең бер мөйөшөнә һалып ҡуйҙы. Ҡыҫҡа ғына мәлгә осрашҡас, үҙ юлдарынан артабан атлап китте малайҙар.
(Аҙағы. Башы 34-36-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА