
(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)
Светлана Воробьева: Уникаль табылдыҡтарҙан быяла һауытты атап үтергә кәрәк, бәлки, ул сауҙа бәйләнештәренә дәлилдер, бәлки, уны Византия императорҙарының бүләк итеп биргән әйбере итеп тә ҡарарға булалыр. Быяла һауыттар Византиянан былай ғына сығарылмаған, тимәк, был быяла һауытты ла император бүләге итеп ҡарарға ерлек бар.
Салауат Хәмиҙуллин: Классик ғәрәп географияһы унан иртәрәк хасил булған фарсы традицияларын үҙенә алған, ә һуңғылары Исламға тиклемге осорҙарҙа ла Волга йылғаһы бассейны, шул иҫәптән Көньяҡ Урал менән яҡшы таныш булған. Һуңынан Хорезм һәм Горган сауҙагәрҙәренең мәғлүмәттәре ғәрәп географы әл Иҙрисиҙең башҡорт ҡалалары тураһындағы яҙмаларына нигеҙ була.
Фларит Сөнғәтов: Ҡаланың халыҡ-ара сауҙа үҙәгенә әүрелеүен асыҡ күрһәтеп торған табылдыҡтар бар. Беҙ "Өфө-II" ҡаласығының мәҙәни ҡатламдарында табылған артефакттарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Улар иҫәбенә ситтән килтерелгән керамиканы индерергә була. Бындай табылдыҡтар артыҡ күп тә түгел, әммә уларҙы бер нисек тә урындағы халыҡ менән бәйләп булмай. Көньяҡ тарафтарҙа етештерелгән башҡа әйберҙәр ҙә бар. Шулай уҡ дөйә, ишәк, кулан (атҡа оҡшай биргән ишәк) һөйәктәре табылды. Был йорт хайуандары көньяҡтан килгән каруандарҙа йөк ташыу өсөн файҙаланылған.
Салауат Хәмиҙуллин: Мәғәнәһе яғынан бик тәрән булған бер әйтем бар: "География - яҙмыш ул", уны Наполеон әйткән, имеш, тиҙәр. Ысынлап та, һәр бер илдең географик урыны һәм климатик шарттары менән уларҙың тарихы араһында ҡәтғи бәйләнеш бар. Халыҡтар тарихының, мәҙәниәтенең, эске торошоноң үҙенсәлектәрен географиянан эҙләү фарыз.
Көньяҡ Уралдың иң ҙур йылғалары - Ағиҙел һәм Яйыҡ (Урал) һыуҙарын Каспий диңгеҙенә илтә, ә һуңғыһын Иранға инә торған ҡапҡа итеп ҡарап була. Ирандың мәҙәни йоғонтоһо аҫтында башҡорттарҙың цивилизация йүнәлеше итеп Исламды һайлауы һис ғәжәп түгел, уларҙың күршеләре - Волга булғарҙары ла шул уҡ юлды һайлай.
Наполеондың алдараҡ килтерелгән афоризмы геополитик характерҙағы фактты һүрәтләй: Волганың түбәнге яғы ерҙәрен, тимәк, Көнсығыш менән сауҙа итеү юлдарын контролдә тотҡан империялар - Хазар ҡағанаты, Алтын Урҙа, Мәскәү батшалығы - бер үк ваҡытта барса Волга бассейны халыҡтарын да контролдә тота. 1554 йылда Иван IV ғәскәрҙәре Әстерханды баҫып ала, шунан һуң бик киң территорияларҙы биләгән Нуғай урҙаһы хакимы, кенәз Исмаил, рус батшаһының суверенитетын танып, былай тип әйткән: " Әстерхан һәм Волга кем ҡулы аҫтында ҡала, бөтә Нуғай урҙаһы ла уныҡы була". Шуға күрә һуңғыһы составында наместничество статусында торған Башҡортостан да, Нуғай бейенең ихтыярынан тыш, 1557 йылда Мәскәү менән туранан-тура мөнәсәбәттәр урынлаштырырға ҡарар итә. Өфөлә емертелгән беренсе православие ҡорамы - Троицк сиркәүе урынында 1956 йылда һалынған Дуҫлыҡ монументы ошо тарихи ваҡиға иҫтәлегенә арналған. Ошо обелискта күрһәтелгән датаны - 1557 йылды - Башҡортостандың Мәскәү батшалығы составына инеү фактын күрһәтеп тора тиҙәр. Ә ысынбарлыҡта был дата ярты быуаттан ашыу дауам иткән оҙайлы процестың башланған ваҡытын ғына күрһәтә. Башҡортостандың тарихи үҙәгендә, киң Өфө ярымутрауының көньяҡ ситендә рус ҡәлғәһенә нигеҙ һалыу ошо драматик процеста үтә мөһим роль уйнай…
Быуаттар уҙа. Күп нәмә онотола. Өфөнөң иртә тарихын яҡтыртҡан документтарҙың күбеһе юғалтылған инде. Шуға күрә, XIX быуаттың икенсе яртыһында, ҡалаға ҡасан нигеҙ һалыныу мәсьәләһе ҡуҙғатылғас, бер кем дә аныҡ ҡына яуап таба алмай, әммә был фактты Өфө берҙәйлеге уяныуының һөҙөмтәһе итеп ҡарарға кәрәк. Оҙаҡ ваҡыт дауамында Рычковтың хеҙмәттәре генә берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы булып ҡала.
Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә буйынса Рычков шулай тип яҙған: "Ышаныслы сығанаҡтарға нигеҙләнеп, башҡорттар ошо ҡаланы төҙөтөү өсөн 7081 йылда, йәғни Христос тыуғандан һуң 1573 йылда үтенес (челобитье) белдергән... Ул Ағиҙел йылғаһы ағымының уң яғында төҙөлә...".
Күреүебеҙсә, текста аныҡ дата юҡ: башҡорттар ҡәлғә һалдырыу теләге менән генә сығыш яһаған, әммә уға шул уҡ йылдамы, әллә аҙағыраҡмы нигеҙ һалынған - был хаҡта мәғлүмәт бирелмәгән. Ә әлегә тиклем Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныу датаһы - 1574 йыл, тип һанала, ул ҡайҙан алынғандыр, тик Рычков китабында ул хаҡта бер ни ҙә әйтелмәгән.
Булат Азнабаев, тарих фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университетындағы Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының башҡорт халҡы тарихы буйынса фәнни-мәғрифәти үҙәге директоры: Был үтә ҡыҙыҡлы мәсьәлә, сөнки әлегә тиклем барыһы ла ошо дата менән килешә, әммә тәү сығанаҡтарҙа ул теркәлмәй ҡалған. Миңә ҡалһа, ошо дата тураһында бына ни тип әйтер инем: үҙенең бер отчетында Ырымбур экспедицияһы начальнигы Иван Кириллов, оло быуын Өфө кешеләре фекеренә таянып, ошо датаны атай. Әммә уның менән һөйләшкән Өфө кешеләренең дә фекере тик ниндәйҙер бер хәтирәләр менән генә бәйле булыуын оноторға ярамай. Уларҙың Өфөнө нигеҙләү хаҡында дөп-дөрөҫ датаны белеүе икеле-микеле генә инде, бер генә лә документҡа һылтаныу юҡ бит.
Рәмил Рәхимов, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетындағы Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының Рәсәй тарихы, историография һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире: Тарихи сығанаҡтарға ғына һылтанып түгел, ә ошо ваҡытта барған ваҡиғалар логикаһын иҫәпкә алған осраҡта Өфөгә нигеҙ һалыныу датаһын шартлы тип әйтергә була.
Салауат Хәмиҙуллин: Нисек кенә булмаһын, 1574 йыл әҙәбиәт биттәрендә Өфө тарихының башы, тип нарыҡланып, йыш ҡулланыла башлай. 1832 йылда Жуковский фамилиялы ниндәйҙер бер чиновник "Краткое обозрение достопамятных событий Оренбургского края" тигән документта ошолай тип яҙған: "1573 йыл. Башҡорттар үҙҙәренең сәнәғәтенең хәүефһеҙлеге һәм яһаҡ түләү уңайлыраҡ булһын өсөн үҙҙәренең ерендә ҡала төҙөүҙе һорай. 1574 йыл. Начальник Иван Нагой Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында ҡалаға нигеҙ һалды". Әле иҫкә алынған Иван Нагой тағы ла бер Өфө легендаһы булып ҡала.
Булат Азнабаев: Иван Нагойға килгәндә, уның исеме ысынлап та разряд кенәгәләрендә теркәлеп ҡалған. Ул - тарихи фигура, дипломатик миссия менән Ҡырымға барыуы ла билдәле. Әммә уның Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуға ҡатнашлығы булыуы хаҡында рәсми документтар юҡ. Күрәһең, уның исеме Ырымбур экспедицияһы отчеттарында урындағы халыҡ һөйләгәндәргә генә һылтанып теркәлгәндер.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 37, 38, 40-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА