
Ғалимә, филология фәндәре кандидаты, журналист Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолованың фәнни-педагогик стажы - 26 йыл. Байтаҡ йылдар БДУ-ла башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыта, Нефтекама филиалында гуманитар факультет деканы, башҡорт филологияһы һәм журналистика кафедраһы мөдире вазифалары ла иңенә һалына. Шуны ла өҫтәп әйтәйек, 12 йыл инде ул "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының "Юлдаш" каналында сығарылыш һәм фонотека бүлегенең өлкән мөхәррире булып эшләй. "Остаз", "Китап донъяһы", "Көтмәгәндә - уйламағанда", "Йәшәү йәме", "Мәскәү башҡорттары" тигән тапшырыуҙары эфирға сыҡты. "Ашҡаҙар" радиоһы тыңлаусыларына "Ижади портрет", "Беҙҙең донъя" тигән тапшырыуҙары аша таныш.
Шулай ҙа тормошондағы ҡырҡа үҙгәрештәр улы Нияз Муллағоловтың МХО-ға мобилизацияға эләгеүе менән бәйле. Беҙ, коллегалары, уның әсә булараҡ рух ныҡлығына, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәүенә һоҡланабыҙ. Эске кисерештәрҙе, бәлки, асып бөтөп булмайҙыр. Бары әсә йөрәге тере усаҡ, ул тирә-йүнгә, башҡаларға яҡтылыҡ һибә. Беҙ бөгөн Әнисә Муса ҡыҙы менән үткән тормош юлына күҙ һалырбыҙ. Уйланырлыҡ та, һоҡланырлыҡ та мәлдәр менән тулы уның тормош юлы.
Бала - бауыр ите, тип әйткән халҡыбыҙ. Әнисә Муса ҡыҙы, һеҙҙең фекерҙе ишетке килә, бының шулай икәнен әсә ҡайһы мәлдә нығыраҡ аңлай башлай?
- Кем нисектер, әммә миңә ҡалһа, йөрәк аҫтында сабый яралғанын белгәс тә, ул бауыр итемә әйләнде. Быуыны ҡатмаған йәш-елкенсәк түгел инем, 26 йәш тулғайны ул саҡта. Сибайҙа - педучилище, Өфөлә БДУ йылдары артта ҡалғайны. Хатта ки ике йыл мәктәптә эшләп, өҫ бөтәйтеп, шунан ғына ғаилә ҡорҙом. Баш баламдың донъяға тәүге ауазын һалыр көндө көттөм, ап-аҡ өмөттәргә сорналдым... 1990 йылдың яҙында Ниязым тыуҙы!
Ул йылда фенол ғәләмәте халыҡ күңелен өтөп алғайны. Был, айырыуса, йәш әсәләрҙең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Сәй эсермен тимә, кран һыуы ағыулы. Күрше ҡатын йәш балаһын йыуындыра ла алмай ине. "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһынан минераль һыу ташып, сабыйын ҡойондорҙолар ул мәлдә. Мин, бына-бына тыуырға тейеш баламды, бауыр итемде фенол афәтенән һаҡлап, тыуған яҡтарыма юлландым. Өфөнән ауылға - 500 саҡрым самаһы, март бураны ҡотора ине. Ҡырҡ ғиллә менән ҡайтып етеп, Баймаҡ дауаханаһында улымды ҡулыма алдым. Һәр бер изге әсә кеүек (әсәләрҙең дә төрлөһө бар!), күҙ ҡараһындай һаҡлап-яҡлап үҫтерҙем.
Кисерештәр бик ауыр тип әйтеү - ул бер нәмә лә әйтмәүгә тиң! 2022 йылдың февралендә бер шаңҡыным...
.... Улым - юрист. 8 йыл әүәл Хәрби һауа көстәрендә армия хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан егеттең, ил саҡырһа, боҫоп ҡалмаҫын, алға ташланасаҡ икәнен һиҙә инем. 22 сентябрҙә өлөшләтә мобилизация тураһында ишетеп, шаңҡыным. Һөнәремә ярашлы, сәйәсәтте ғүмер буйы күҙәтеп барам мин. Бала саҡтан "Аргументы и факты", "Известия" һ.б баҫмаларҙы уҡырға яраттым. Улым повестка күрһәткәс, бәғерем ҡат-ҡат теленде, өҙлөкһөҙ һыҡраны, ҡанһыраны, йәнем ярылғандай булды. Мөмкин булһа, улым урынына бер һүҙһеҙ үҙем китер инем унда, йәшәремде йәшәгәнмен бит инде. Ә баламдың яратҡан кәләше, алмалай ике балаһы бар. Әле генә яңы өйгә инделәр, гөрләтеп йәшәр урынға - полигон, окоп, блиндаж! Ниҙәр күререн Хоҙай ғына белә...
Аҡылың менән аңлайһың: илдең киләсәген һаҡларға кәрәк! Ә барыбер шул мәлдәге сараһыҙлыҡ алҡымыңдан ала, быуар йылан булып боғаҙыңды быуа. Әммә әсәләр балаларын яуға илап оҙатмаҫҡа, бетеү тағырға, икмәк телемен тешләтеп алып ҡалыуҙы һ.б. хәстәрләргә тейеш тигән яҙылмаған ҡанундар күңелгә һеңгән. Армияһы алдынан аҡ ҡорбан салғайным, алғараҡ китеп, шуны ла әйтәйем, тәүге шаңҡыуҙарым үткәс тә, нәҙер ҡорбанын үтәнем, әлбиттә. Хәрби комиссариатта әйткәндәренсә, йылы кейем, ике көнлөк ҡоро-һары ризыҡ төйнәп өлгөрөргә кәрәк. Кәрәктәр ифрат күбәйҙе. Йәш килен, ейәндәр, тағы бер балаң хаҡына барлы-юҡлы энергияңды йыйып, үҙеңдән көслөрәк булырға кәрәк! Һин - әсәй. Яуға китер балаң ныҡлы рухлы булһын тиһәң, күрһәт үҙең иң элек рух көсөн. Ғүмер буйы йәш быуынды шуға өйрәткәйнең бит! Ебеп төшөү яраған эш түгел. Бына шундай ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө уйҙар солғанышында ҡалынды ул саҡта.
Оҙатыр сәғәт алдынан: "Улым, йәнемде-мейемде меңдәрсә ҡоҙғон суҡый һымаҡ, ни ҡылырға ла белмәйем", - тием... Ҡосаҡланы... Балаҡайымдың һәр күҙәнәген тоям, еңел түгел уға, ныҡ тулҡынлана:
- Әсәй, ошо ситуацияны ҡабул ит, - тағы тынлыҡ, шунан, - ғәфү ит мине, әсәй, - тине иңрәп.
Ғәфү итерлек бер ғәйебе юҡ бит, ни өсөн улай ти икән?
Шунан ғына аңыма барып етә: был ғәфү үтенеү үткәндәргә ҡағылмай! Киләсәктә үҙе менән ниҙер була ҡалһа, шуның өсөн алдан ғәфү үтенә бит балаҡайым! Аяҡ аҫтымда ер убылғандай ине шул саҡта. Ҡалтырандым, өнөм тығылды. Боғаҙымдан өс кенә һүҙ һығып сығара алдым: "Иҫән ҡайт, улыҡайым..."
27 сентябрь өс йыл булды аҡлы-ҡаралы хистәр дауылына. Аҡ: әлдә генә улымдың телефондан бәйләнешкә сығыр мөмкинлеге бар. Бөйөк Ватан, Афған һуғышынан ундай форсат булмағанын, хаттар ҙа насар йөрөгәнен беләбеҙ. Балаң тауышын ишетеү - бәхет! Отпускыға ҡайтып күренеүе - күңелдә оло тантана!
Ә аҡылдан яҙырлыҡ һоро-ҡара мәлдәрҙе әйтмәһәм дә һәр кем беләлер. Йырҙа йырлана ла ул: "Каждое расставание - маленькая смерть..." Юҡ, бәләкәй түгел! Балаһын ут эсенә оҙатыу - әсә өсөн әжәлдең үҙе! Донъяға ниңә тыуҙым, улымды ниңә тыуҙырҙым ғүмерен һаҡлай алмағас, тип уйлайһың... Бер әсә лә балаһын, күҙе ҡараһын, яу өсөн яралтмай. Бәхетле итеп күргеһе килә бит!
Сит яҡҡа эшкә йә сәйәхәткә ебәреү түгел был. Әлеге оҙатыу мәле - улыңдың тере тауышын ишетеү, йылы ҡулдарынан тотоу, сикәһенә ҡағылыу, ҡыҫып ҡосаҡлау, кеҫәһенә-рюкзагына бетеү, доғалыҡтар һалыу һ.б - аҙаҡҡыһы булырға мөмкин. Йәнең аҡтарыла, яраңа тоҙ һалына шул саҡтарҙа. Әммә сабыр булырға, яҡшыға юрарға, Аллаһы Тәғәләнең ҡурсыуына өмөт итергә ҡала...
Ғаилә ҡороу - үҙе ҙур яуаплылыҡ. Кешене ғаилә генә түгел, үҫкән-уратҡан мөхите лә тәрбиәләй, тиҙәр...
- Эйе, шулай ҙа ғаиләлә иң мөһим нәмәгә - Мөхәббәткә нигеҙ һалына. Тар мәғәнәһендә мөхәббәт - атай-әсәйеңә, барса башҡа яҡындарыңа, тыуған-үҫкән нигеҙеңә, һыу ингән йылға-күлеңә, бесән сапҡан ерҙәреңә. Киң мәғәнәһендә - илеңә, динеңә, Йыһанға... Ана шул ҡиммәттәрҙе һеңдерер мөхәббәтле мөхит булды улыма бала сағында ла, үҫкәс тә. Атай-әсәйем 58 йыл татыу ғүмер итте, туғанлыҡҡа, тыуған ергә мөкиббән пар булыуҙарын әйтеү ҙә етәлер. Улым улар янында тормош университетын үтһә, БДУ- ның Нефтекама филиалында юрист һөнәрен алды. Ҡалала 40-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй ине ул саҡта. Шул интернациональ мәхиттә Нияз, үҫмер егет, үҙенең башҡорттоң йөҙө икәнен тиҙ аңланы. Теремек, сос булды. Студент сағында йәйҙәрен түбәгә ҡарап ятманы, балалар лагерында вожатый булып эшләне. 20 йәштә халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн миҙалға лайыҡ булды. Вузды ҡыҙыл дипломға тамамлап, армия сафында хеҙмәт итте. Командирҙары хәрби частә артабан ҡалыуын һораны, фатир бирәбеҙ, тине. Матди түгел, рухи ҡиммәтле өҫтөн күргән балам: "Әсәй, һине уйлап, тәҡдимдәрен кире ҡаҡтым, ҡалманым", - тине. Ғаиләһе менән дөрләтеп донъя көт ине лә бит... Шул мәлгә һигеҙ йыл үтеүгә - хәрби операция. Тәүҙә артиллерияла булды. Хәҙер - штурмда. Старшина яуаплылығы иңенән үтте, әле командир. Ҡайтҡан сағында үҙемсә ҡылын тартҡылайым, һорашам. "Әсәй, мин һалдаттарҙан күпкә көслөрәк, нығыраҡ булырға тейешмен. Тән менән дә, йән менән дә, - ти. - Хәрби заданиеға барғанда яҡындарҙы уйлау юҡ. Бер генә теләк: ҡуйылған бурысты үтәргә!"
Эй, Аллам!.. Бынан 35 йыл элек, баламды ҡулыма алғанда, утлы юлдар үтерен әйтһәләр, йөрәгем шартлар ине, моғайын...
27 сентябрҙә ғәрәсәт эсендә булыуына өс йыл үтте. 1095 көн! Юлиә киленем менән аҙаҡҡы ошо ваҡытты күҙҙән үткәреп ултырҙыҡ. Ғүмер юлыбыҙҙағы таштан-ҡурғаштан ауыр арауыҡ! Шөкөр, киленем балауыҙ һығып ултырмай. Көслө ҡатын! Дәүер киленемдән, уның хәлендәге башҡа гүзәл заттан мөсһөҙлөктө түгел, көслөлөктө талап итә. Никахтарына 15-се йыл китте. Ейәнем Нурсолтанға - 13, ейәнсәрем Розалияға - 8 йәш. Киленем балаларҙы гөлт иттереп ҡарай, хөкүмәт эшенә лә өлгөрә, яңғыҙ ҡалған атаһына ҡайтып ярҙамлашырға форсат таба, иренә - тайылһыҙ терәк. Улымды, әсәй доғаларынан тыш, ҡатынының һөйөүе лә иҫән-имен йөрөтөүенә иманым камил. Нисек кенә ҡурсаламай ул Ниязыбыҙҙы! Тел ярҙамы, шәхси ярҙам, гуманитар ярҙам даими хәстәрләй. Ул ғына түгел, август айында янына барып ҡайтты. Киленем - медик, фармацевт. Яуҙағыларға иң кәрәк әйберҙәрҙе машинаһына нышып тултырҙы ла, үҙе рулдә юлланды. Бына ҡайҙа ул тоғролоҡҡа һәйкәл булыр ҡатындар! Ул ҡайтып күҙгә күренгәнсе йөрәгем усымда булды. Хоҙай мәрхәмәтенән ташламаһын киленкәйемде.
Әнисә Муса ҡыҙы, һеҙ ике балаға өләсәй. Был йылдар эсендә күп нәмәне бергә кисерергә тура килде. Шулай булғас, замана хәтәре ейән-ейәнсәрегеҙҙең күңел донъяһында нисек сағылыш алды, тип һорай аламдыр?
- Бала саҡ иленән иртә, бик иртә ысҡынды улар. Башҡаса сара юҡ. Хас та шағир Әнғәм ағай Атнабайҙың шиғырындағы һымаҡ:
Һуғыш беҙҙе ҡолаҡтарҙан тартып,
Ваҡытынан алда өлгөрттө.
Кистән егет итеп йоҡлатты ла
Таң атҡанда инде ир итте.
Өс йыл әүәл атаһы Нурсолтанға: "Улым, ир-егет бул! Әсәйеңә, һеңлеңә терәк һин хәҙер..." - тип ҡуҙғалды Хәрби комиссариат алдынан. Ә ул 10 йәшлек балаға кем терәк?
Атайлы бала - арҡалы, тиҙәр бит. Эй, замана, алҡымдан ала... Һәр көнөбөҙ һоро-ҡара ваҡиғалар менән тулды. Нисек кенә һаҡларға теләһәк тә, һуғыш һулышы балаларҙың көнкүрешенә лә килеп инде. Һарытау полигонында әҙерлек бөткәс, атайҙарын теге яҡтарға бергәләп оҙаттыҡ. Ҡыш ине. Нурсолтан да, Розалия ла бронежилет һәм башҡаларҙы рюкзакка үҙ ҡулдары менән һалышты. Һарытауҙан ҡайтҡас, төштәре лә боларҙы. Ейәнсәрем, ул мәлдә 5-те генә үткән ҡыҙсыҡ, ғәҙәттәгесә, сәскә түгел, танк төшөрөргә әүәҫләнде. Ейәнем, ҡышын бейек ҡарҙы өңөп, окоп яһап инеп китер ине. Үҙ-ара телмәрҙәрендә лә хәрби һүҙҙәр күбәйҙе.
Тәүге отпускыға улым 9 ай тигәндә, апрелдә, ҡайтты. "Йәл, ҡыҙымды беренсе синыфҡа үҙем оҙата алмайым", - тип өҙгәләнгәне иҫтә. Ундай үкенестәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Шуға, ялға ҡайтҡанда улы - футбол матчына, ҡыҙы бейеү концертына эләкһә, ҡарап туя алмай. Башҡалар өсөн теләгән ваҡытта балаң менән телефондан һөйләшеү, мәктәпкә оҙатыу, ҡаршы алыу - ғәҙәти хәл. Яуҙағылар өсөн был - оҙаҡ көтөлгән бәхетле мәл. Алыҫтан уҡ ейәндәрем: "Ата-а-а-ай!" - тип һөрәнләп, улым ҡосағына ташланғанын күреү миңә - оло бәхет. Күктең етенсе ҡатында кеүекбеҙ! Шул ике аҙнала миндә ныҡлы ышаныс йәшәй: улым иҫән, ул ғаиләһе менән. Төнөң ҡаты уйҙарһыҙ үтә. Таңда хәүеф-хәтәрһеҙ күҙ асаһың. Ошо бәхет тиҙерәк килһен ине лә бит һәр бер яугир әсәһенә! Затлы һарайҙар, әйберҙәрҙең һис кәрәге юҡ. Күңел тыныслығы килһен тиҙерәк.
Әнисә Муса ҡыҙы, ғүмерегеҙҙең байтаҡ өлөшө педагогик эшмәкәрлеккә арналған, шул уҡытҡан дәүер, замандаштар тураһында берәй нәмә яҙырға уйламайһығыҙмы?
- Кеше ҡулына ҡәләмде ныҡ тетрәнгәндә алалыр, моғайын. 49 йәштә мин йәшәү менән үлем араһында ҡалдым. Дауаханаға эләктем. Ярты кәүҙәм һулыны, тиерһең... Аяҡ-ҡул эшләмәҫ булды. Шул мәлдә табип: "Ҡулығыҙҙы нисек тә хәрәкәтләндерергә тырышығыҙ", - тине. Филолог башына тәү төшкән уй - яҙырға! Төндә шәфҡәт туташы посына ҡунаҡлайым. Уң ҡулыма нисек тә ручка тотторам, яҙырға маташам. Әкренләп кәкес-бөкөс юлдар әтмәлләнде. Быға тиклем яп-ябай күренгән ғәмәлде атҡара алмай ултыр инде. Ни өсөн бындай һынау?.. Ғүмер тигәнең ҡылдан нескә икәнен төшөндөрҙө миңә был хәл. Сирек быуат ал-ялһыҙ эш аяҡтан йыҡты. Тимәк, йәшәү ҡиммәттәрен барлар мәл еткән.
Ыҙалана-ныҡыша торғас, ҡулға "иҫ инде". Башыңдағын аҡ ҡағыҙға төшөрә алыу кинәнес икән дә баһа! Шунан бирле мемуар кеүек теркәлә бара ниҙер. Киләсәктә, мин эштән бушағас, ул яҙмаларға нөктә ҡуйылыр, бәлки. Үҙемдән бигерәк, ейәндәр өсөн кәрәгер төҫлө. Әлеге йылдарҙы тәфсирләберәк яҙырмын, моғайын.
Һуғыш - ул оло фажиғә, аяныс-асырғаныс трагедия. Ер-әсә иңрәй... Харабалар аҫтында ҡалыу анһатмы ни уға? Ә әҙәм күңелендәге емереклектәрҙе, сабыйҙар йөрәгендәге ярсыҡтарҙы ниндәй бизмәнгә һалып үлсәп була?..
Йә, Раббым! Донъяларға тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Уландарыбыҙ иҫән-имен илгә ҡайтып, бәхеткә сумһын!
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА