
Әллә ни күптән дә түгел, ни бары ун-ун биш йыллап элек булыр: бер ҡулға бала етәкләп, икенсе ҡулға икебеҙҙең дә сумкаларҙы тотоп, эләгә-ҡолай мәктәпкә сәсәп йүгергән мәлдәр оноторлоҡ түгел, хәтергә төшһә, әле лә аяҡ-табандар һыҙлап киткәндәй...
Эйе, хәҙер генә ул баланы машина менән мәктәпкә лә, баҡсаға ла, секция-түңәрәктәргә лә йөрөтә ата-әсәһе, ә беҙҙең заманда машина рәхәте күптәргә тәтемәне. Әле генә ул беҙҙең йорт эргәһендәге дөйөм белем биреү учреждениеһы менән музыка мәктәбе янынан йөрөй торған юл тирәһе йырып үткеһеҙ: төрлө маркалы текә машиналар эргә-тирәне ҡаплап ултыра. Бер яҡтан, ата-әсәнең эшкә барышлай балаһын мәктәпкә килтереп китеүе бик уңайлы: дәрескә һуңламай килеп тә етәләр; ә яҡын-тирәлә йәшәүсе уҡыусыларға был бигерәк тә проблема түгел, йәйәү генә йөрөйҙәр.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Дәүләт Думаһы депутаттары мәктәп уҡыусылары тормошон тағы ла еңелләштереү хаҡында баш вата: аҙна эсендәге алты уҡыу көнөн бишкә ҡалдырып, шәмбене - ялға, ә дәрестәрҙең башланыу ваҡытын 08.30-ҙан сәғәт 09.00-ға күсермәксе. "Ғәҙел Рәсәй " фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов башланғысындағы был закон проектына аңлатма яҙыуҙа әйтелеүенсә, тәҡдим ителеүсе үҙгәрештәр уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү һәм ғаиләлә ата-әсә тәрбиәһендә күберәк ваҡыт үткәреү маҡсатын күҙҙә тота.
Бынан тыш, проектта ял һәм байрам көндәрен уҡыуҙан тыш саралар - мәҙәни, спорт, тәрбиә эштәренә бағышлау ҡарала. Документ авторҙарының береһе - Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты башлығы Сергей Леонов билдәләүенсә, мәктәп "йөгө" уҡыусылар өсөн бик көсөргәнешле, шуға күрә дәрестәрҙең башланыу ваҡытын 9-ға күсереү балаларға йоҡо туйҙырыу мөмкинлеге бирә, ә биш көнлөк уҡыу ғаиләгә бергәләп ял итеү сараһын ойоштороуҙы еңелләштерә.
Ғөмүмән, бөгөнгө мәктәп темаһына иғтибар итһәң, шундайыраҡ фекер ҡала: бәлки, балаларҙы "ыҙалатып", уҡытып тороу ҙа кәрәкмәйҙер? Рособрнадзор етәксеһе Анзор Музаев, мәҫәлән, бына нимә ти: уҡыусыларға ауыр темалар йөкмәтеүҙе туҡтатырға кәрәк; вуздарҙың эксперт берләшмәһе фекеренсә, стандарт мәктәп предметтарында бала аңы ҡабул итә алмаҫлыҡ артыҡ күп материалдар бирелә. Мәктәп программаларының ҡатмарлығын Музаев хатта "безобразие" тип атаны. Ләкин, бөгөнгө мәктәп уҡыусыларына күҙ ташлап алыу ғына ла уларҙың "ауыр йөктән" яфа сиккән, йонсоған балалар икәнлеген күрһәтмәй. Мәктәп эргәлә булғас, улар менән аралашырға ла тура килгеләй. Һәр замандың йәш быуын вәкилдәре кеүек, былар ҙа шат күңелле, аралашыусан; дәрестән һуң мәктәп биләмәһендә асылған иркен, уңайлы спорт майҙанынан ҡайтышмай улар футбол, баскетбол, волейбол уйнай, сәпидтә елдерә.
Бар, әлбиттә, араларында тәрбиәһеҙҙәре лә. Ил буйынса тотош алғанда, ундайҙар, бәлки, күберәктер ҙә хатта, сөнки йәш быуын вәкилдәренең әхлаҡ йөҙө, белеме, тормошҡа ҡараштарына бәйле йәмғиәттәге ризаһыҙлыҡ тойғоһо юҡтан ғына түгел бит. Ғаиләлә һәм мәктәптә тәрбиә кимәленең ниндәй икәне лә һәр кемгә яҡшы мәғлүм.
Ҡыҫҡаһы, дәрестәрҙе кәметеүгә ҡарата, күберәк буш ваҡыт биреп, былай ҙа күҙ уңынан ысҡынырға әҙер генә торған үҫмерҙәрҙе әпәүләү булмаҫмы был, тип икеләнеүселәр һәм тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙе хупламаусылар ҙа бар. Өҫтәүенә, проект авторҙары ял көнөнә өйгә эш биреүҙе лә бөтөрөргә тәҡдим итә.
Закон проектына ҡарата үҙ фекерен белдереп, Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимы Александр Кобыскан "Московский комсомолец" гәзитенә әңгәмәһендә биш көнлөк уҡыу аҙнаһының үҙен аҡламаясағы хаҡында һөйләне. Был уҡыусыларҙың нигеҙ белемен һәм уҡыу сифатын юғалтыуға килтерәсәк; заман мәғариф стандартын уҡыусыларҙы көсөргәндермәйенсә генә биш көнлөк уҡыу аҙнаһында сифатлы үҙләштереү мөмкин түгел, ти ул. "Бында шуны аңлау кәрәк: алтынсы уҡыу көнө - мөһим педагогик ресурс. Ул программаны һәр көнгә тигеҙ бүлеп сығыуға булышлыҡ итә, - тип дауам итә ғилми хеҙмәткәр. - Был айырыуса өлкән һәм профиль кластар өсөн мөһим". Икенсе яҡтан, ғалим мәктәптең социаль әһәмиәтен иҫкә төшөрөүҙе кәрәк таба. Балаларҙың күпселеге, айырыуса тынысһыҙ ғаиләләрҙә йәшәүселәр өсөн мәктәп мөхите хәүефһеҙ урын иҫәпләнә, ә шәмбе көнөнән уларҙы мәхрүм итеү, тимәк, баланы урамда ҡарауһыҙ йөрөргә мәжбүр итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Александр Кобыскан мәктәптәргә тәҡдим ителеүсе үҙгәрештәрҙе һайлауҙа үҙаллылыҡ биреү яҡлы булыуын белдерә.
Ләкин аҙнаһына ике көн ял итеүҙән кем баш тартыр икән! Уҡыу көнөн кәметергә тәҡдим итһә лә, Сергей Миронов ял көнөнә өйгә эш бирмәүҙе хупламай. Был үҙаллы эш төрө, үтелгән темаларҙы иҫтә ҡалдырыу, ҡабатлау, ти ул, ләкин яһалма интеллект технологияһы заманында өйгә эштең формаль рәүештә, әҙер яуаптарҙы күсереп башҡарылыуы сәбәпле, Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин был эште файҙаһыҙ тип иҫәпләй һәм өйгә эш бирмәү яҡлы. "Үҙаллы эш булараҡ, өйгә эш ижади һәм тикшеренеү эшмәкәрлеген үҙ эсенә алырға тейеш, был балаға теманы тәрәнерәк өйрәнеүгә һәм нығытыуға, үҙендә тәнҡит ҡарашы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк", - ти спикер.
Әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә эш аҙнаһы көнөн кәметеү буйынса депутаттар ҙа, табип һәм психологтар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә үҙ фекерҙәрен белдерә. "Заманында биш көнлөк уҡыу аҙнаһы тигәнде лә белмәнек, баш күтәрмәй өйгә эштәрҙе лә теүәл үтәп килә инек. Ул арала мәктәптең йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашырға, Тимур командаһы эштәренә лә өлгөрҙөк, түңәрәктәрҙә шөғөлләндек, ләкин уҡыу ауыр, тип зарланманыҡ, бер ҙә яфа сикмәнек - киреһенсә, берҙәм, татыу, өлгөлө һәм сәмле булып үҫтек. Күрәһең, ул ваҡытта, бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме, бөгөнгө балаларҙың бөтөн ваҡытын "урлаусы" интернет та, айфон-смартфондарҙың да булмау беҙгә ысын илһөйәр һәм телһөйәрҙәр, хеҙмәт яратҡан, тырыш, үҙаллы, сәләмәт быуын булып үҫергә ярҙам иткәндер. Әлеге балалар уҡыуҙан түгел, көнө-төнө телефон, интернетта ултырыуҙан йонсой, минеңсә. Шуға ла уларҙың йоҡоһо ла туймай", - тип яҙа, мәҫәлән, бер ветеран уҡытыусы. Алтын һүҙҙәр! Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, ысынлап та, Дәүләт Думаһы кимәлендә мәктәптә өйгә эш биреү-бирмәү буйынса бәхәс ҡороп ултырыу ваҡ мәсьәлә һымаҡ, сөнки илдә бөгөн аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеп бойомға ашыраһы проблемалар былай ҙа етерлек. Ләкин, әгәр уҡыусы, Володин әйтмешләй, мәктәп партаһы артынан ижади эшкә һәм үҙаллы фекерләүгә әҙер булып сыға икән, был балала, тимәк, киләсәккә өмөт бар, тигән һүҙ.
Депутаттар ниндәй уртаҡ фекергә килеп, ниндәй үҙгәрештәр ҡабул итер, ләкин "Ғәҙел Рәсәй" фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов был тәҡдимдәрҙең балалар өсөн генә түгел, уҡытыусыларға ҡарата ла мөһим булыуын белдерә һәм уларға эш хаҡын арттырыу мәсьәләһен дә күтәрә.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА