|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
|
|
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
|

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)
Салауат Хәмиҙуллин: Нагой фамилиялы баярҙар хакимлыҡ итеүсе династия менән туғанлаша: уларға туған булған Мария Нагаяны Иван Грозныйға кейәүгә бирәләр. Ул Мәскәү батшаһының һуңғы - етенсе ҡатыны була һәм Дмитрий Углицкий исемле батша улына ғүмер бирә. Уныһы 1591 йылда үтә сәйер рәүештә үлеп ҡала, тап шунан һуң Болғауыр заманы тип аталған йылдарҙа үҙҙәре үҙҙәрен батша тип атаған ялған батшалар пәйҙә була. 1584 йылда Иван Грозный вафат булғас, Нагойҙарҙы һөргөнгә ебәрәләр, бер нисә йылдан уларҙың берәүһе - Михаил Нагой Өфөгә килеп сыға, был факт Разряд кенәгәһендә хеҙмәткә алыныу айҡанлы теркәлгән. Донъя яратылыуҙың 7095 йылында, йәғни яңы иҫәп буйынса 1587 йылда кенәгәлә ошолай тип яҙылған: "В новом городе на Уфе Михайло Олександрович Нагой да голова Григорей Онучин".
Разряд кенәгәһендә ҡаланың яңы булыуы һәм унда Михаил Нагойҙың воевода хеҙмәтен үтәүе хаҡында асыҡтан-асыҡ белдерелә. Урындағы кешеләр ни сәбәпле Михаилдың исемен уның бер туғаны Иванға алыштырған һуң? Күрәһең, был осраҡта Өфөлә бер ҡасан да йәшәмәгән Иван Нагой исемен махсус рәүештә ҡулланғандар, тип фараз итергә була. Ни өсөн? Ысынында Михаил Нагой Болғауыр йылдарында ялған батша Лжедмитрий Беренсенең яҡын кешеләре иҫәбенә ингән, ул йәмәғәтселек фекере буйынса һатлыҡ йәндәргә тиңләнгән, сөнки Болғауыр заманалары уҙып киткәндән һуң был ваҡиғалар яманатлы итеп баһаланған.
Өфө тарихы буйынса оҙаҡ йылдар буйына Рычковтың "Топография Оренбургская" тигән китабы төп сығанаҡ булып, 1573 йыл башҡорттарҙың ҡала төҙөтөү инициативаһын белдергән берҙән-бер дата рәүешендә теркәлгәс, Өфө статистика комитеты сәркәтибе, этнограф һәм крайҙы өйрәнеүсе Николай Гурвич бына нимә тип яҙа: "До 70-х годов в Уфе существовало, даже между интеллигенцией, какая-то традиционная уверенность, что в 1873 году Уфа должна отпраздновать свой 300-летний юбилей основания города". Әммә шул уҡ ваҡытта, алдараҡ әйтелгәнсә, әҙәбиәттә икенсе бер дата - 1574 йыл да йыш телгә алына. Шуға күрә Өфө йәмәғәтселеге ошо ике датаның ҡайһыһын һайларға белмәйенсә, ошо ваҡытта ғалим-ғөләмәләр араһында киң танылыу тапҡан элекке Өфө кешеһе, Петербург Фәндәр академияһы академигы Петр Пекарскийға ғилми экспертиза уҙғарыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итә. Өфөнөң бик тә теләп ҡаршы алырға йыйынылған 300 йыллыҡ юбилейына бер йыл ҡалғас, ғалим сығарған вердикт барыһын да шаҡ ҡатыра: Өфөгә 1573 йылда ла, һәм 1574 йылда ла нигеҙ һалынмаған булып сыға, ә 12 йылға һуңыраҡ - 1586 йылда.
Булат Азнабаев: Академик Пекарский иң элгәре Нуғай хандарының рус батшалары менән алып барған дипломатик яҙмаларын өйрәнә. Ул ошо яҙмаларҙа Башҡортостан территорияһында, атап әйткәндә, Волга буйында һәм Уралда төҙөлгән ҡалалар хаҡында мәғлүмәт булыуын асыҡлай.
Салауат Хәмиҙуллин: Пекарскийҙың "Өфө һәм Һамар ҡалалары ҡасан һәм ни өсөн нигеҙләнгән?" тигән мәҡәләһендә Нуғай ханы Урустың Мәскәү батшаһы Федор Ивановичҡа дәғүә белдереп яҙыуы хаҡында иҫкә алына: "…ты на четырех местах хочешь городы ставити: на Уфе, да на Увеке, да на Самаре, да на Белой Воложке. А теми месты твои деды и отцы владели ли? … Поставил те городы для лиха и недружбы". Был хаттың яҙылыу ваҡыты - 1586 йылдың көҙө. Ошонан сығып, Өфө ҡәлғәһенең ошо йылдың йәй айҙарында төҙөлә башлауын билдәләп була. Һәм 1886 йылдың 8, 9, 10 июлендә - өс көн дауамында - Өфө күптән көтөлгән һәм, әйтергә кәрәк, күп яфалар менән аныҡланған 300 йыллыҡ юбилейын байрам итә. Ошо ваҡиға хөрмәтенә Өфөнөң Үрге Сауҙа майҙанында (Верхне-Торговая площадь), Ҡунаҡһарай (Гостиный двор) янында Александр Невский часовняһы һалына. Әммә ошонан да мөһимерәк ваҡиға - Ағиҙел йылғаһы аша тимер юл күперен төҙөй башлау була, ул Һамар-Златоуст тимер юлының үтә мөһим инфраструктура проектына ҡарай һәм 4 йылдан һуң Көньяҡ Уралдың икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрендә, төпкөл бер төбәктә урынлашҡан Өфөнө Рәсәй империяһының Европа өлөшө менән тоташтыра. Ул ваҡыт үлсәмдәре буйынса ультразаманса булған коммуникация, һыу юлы һәм ат транспорты мөмкинлектәре менән сағыштырғанда күпкә алдымыраҡ булғас, төбәк үҫеше өсөн үтә ҡеүәтле этәргес көскә әйләнә.
(Дауамы. Башы 37-41се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
|
Яҙылған: 24.10.25 | Ҡаралған: 25
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|