«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СКРИПКАНЫҢ АТАҺЫ – ҠЫЛ-ҠУМЫҘ, УНЫ ИҢ ТӘҮҘӘ АТА-БАБАЛАРЫМ ТЫУҘЫРҒАН
+  - 


Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе булған күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиндең ғүмере үҙәктән йыраҡта, ауыл мөхитендә үтә, Өфөгә килгәнсе үк ул билдәле шәхес була. Ҡыл-ҡумыҙ буйынса оҫта остаздарҙың береһе Миңлегөл Солтанбаева менән һөйләшкәндә, ниңәлер, олуғ шәхес иҫкә төштө. Юҡҡа түгелдер...

Яҙмыш яңылышмай

Сығышым менән мин Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы ҡыҙымын. Күп балалы ғаиләлә алты ҡыҙ, ике малай араһында икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Әсәйем ғүмер баҡый бала тәрбиәләне, бер ваҡытта ла буш булманы, йәй көндәре механизаторҙарға ашнаҡсы була торғайны. Ауылдың ҡояшы тип йөрөттөләр уны. Ябай ғына ауыл ҡатыны булһа ла, бик күп оло эштәр башҡарҙы ул. Атайым механизатор ине. Әйткәндәй, уның төп сығышы Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан булып сыҡты. Быны 3-4 йыл элек бер аятҡа барғанда белдем, 90 йәшлек әбей, атайым мәрхүмдең уҡытыусыһы, иҫләп һөйләгәйне, хайран ҡалдым. Баҡтиһәң, беҙҙең олатай указной мулла булған икән. Әсәйем Бөрйәндең Байназар ауылынан, ул бик матур йырланы, тауышы көр, матур, көслө ине. Атайым ҡурайҙа уйнаны, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы.
Әйткәндәй, ғаиләбеҙҙә барыбыҙ ҙа музыкаль яҡтан һәләтлебеҙ, бөтәбеҙ ҙә йырлайбыҙ, һәр беребеҙ үҙе өйрәнгән музыка ҡоралында ла уйнай. Тик, ниңәлер, мин генә бәләкәй сағымдан уҡ сәнғәт юлынан киттем. Ул ваҡытта ауылда бар бәйләнеш тик радио аша ғына булды, телевизорҙы белмәй үҫтек. Эфир аша концерттарҙы йыш бирәләр ине. Шуларҙы тыңлағанда Көнбайыш көйҙәре күңелгә ятмай торғайны, ә Азиянан, йә Көнсығыш яғынан булған көйҙәрҙе танһыҡҡа ғына бер тулҡын аша тапшыралар. Транзисторҙар сыға башлағас ҡына төрлө-төрлө ҡыллы музыка ҡоралдарының тауышын тыңлай башланым. Аҙаҡ ҡына аңланым: сығышыбыҙ менән сит яҡҡа тайпылһаҡ та, генетик кимәлдәге хәтеребеҙ онотола барған юлға кире алып килгәндер. Ошо йәшемә еткәс, уйлап-уйлап анализлайым, үткәндәрҙе иҫләйем дә, бәләкәйҙән үк Хоҙай Тәғәлә миңә ана шул юлды биргәндер, тим. Күктәр кәнсәләрендә айырым программа буйынса, яҙмышымды маңлайыма яҙып, ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеүҙе ғүмерлек бурыс итеп тапшырғандарҙыр. Шулай булмаһа, музыка йүнәлешендә ҡырҡ йыл эшләү дәүеремдең утыҙ йылы ҡыл-ҡумыҙға бағышланмаҫ ине.

Ир маҡтаныр, музыка ҡоралы уйнар

Башланғыс кластарҙы Мәһәҙейҙә тамамлап, Байназар ауылында бишенсе класта уҡып йөрөгәндә, музыка яғынан һәләтле балаларҙы һайлап алырға тип, Өфөләге хәҙерге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатынан комиссия килде. Шунда мин һайлап алыу турынан үттем, авгусҡа имтихандар бирергә килергә ҡуштылар. Барғайным, унда ла уңышлы үтеп киттем. Шул хәтлем шатландым, бала аҡылым менән тик бында уҡырға тейешлегемде аңланым. Әлбиттә, ауыл яғы ныҡ һағындыра торғайны, сөнки тыуған яҡҡа йылына ике тапҡыр ғына ҡайта инем.
Ситтә уҡыу өйҙән айырылып китеү генә булманы, бөтөн бала саҡ мөхитенән, тыуған яҡ тәбиғәтенән, туған телдән айырылыу булды бит. Тамара Миңнулла ҡыҙы Боревских исемле уҡытыусының ҡулында виолончель класында уҡыным. Тырыштым, мәктәпте матур ғына итеп тамамланым. Артабан сәнғәт училищеһын, институтын уҡып бөтөрҙөм. Был тормошта беҙҙе ниҙер етәкләп йөрөтә, бер нәмә лә осраҡлы түгел. Һөнәрем буйынса виолончель менән шөғөлләнһәм дә, башҡа музыка ҡоралдары ла ҡыҙыҡһындыра ине, энциклопедиялар аша ҡарап, беҙҙең башҡорттарҙа ла үҙенсәлекле берәй музыка ҡоралы булғандыр ул, тип уйлай торғайным.

Һорау-яуап

Сәнғәт училищеһынан һуң, кейәүгә сығып, иремдең тыуған яғы Әбйәлилдең Асҡар музыка мәктәбендә виолончель класы асып, скрипканан уҡыта башланым. Хеҙмәт юлым 1985 йылда шулай башланып китте. Ирем, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радмир Иншар улы Солтанбаев, "Миләш" исемле фольклор төркөмө төҙөнө, хәҙер улар Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған коллективы һанала. Төрлө мәҙәни сараларҙа мин дә улар менән бергә ҡатнашам. Өфөлә үткән шундай сараларҙың береһендә башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары бүлеген ҡарап йөрөгәндә бәләкәй генә китапсыҡҡа иғтибар иттем. Асып ҡараһам, унда дөңгөр, ятаған кеүек башҡорт милли музыка ҡоралдарының фотолары бар. Улар Өфө сәнғәт институтының традицион музыка ҡоралдары бүлеге деканы, фольклорсы, композитор Айрат Миңләхмәт улы Ҡобағошов яҙған материалдар булып сыҡты. Йөрәгемдә нимәлер ҡуҙғалды: бына бит, мин эҙләгән нәмә! Шунан башлап ҙур ҡыҙыҡһыныу менән гәзит-журналдарҙан, төрлө китаптарҙан кәрәкле материалдар эҙләй башланым.
90-сы йылдар аҙағында "Башҡортостан" гәзитендә Закиров фамилиялы бер авторҙың "Ишетелерме берәй ҡасан?" тигән ҙур ғына мәҡәләһе иғтибарымды йәлеп итте. Ул унда, башҡорттарҙа алтмыш алты (!) музыка ҡоралы булған, тип яҙа, шул иҫәптән, ҡыл-ҡумыҙҙы ла телгә ала. Оҙаҡ эҙләгән һорауыма яуапты шул гәзиттән таптым, ҡыл-ҡумыҙ тураһындағы материалдарҙы ныҡлап өйрәнә башланым, милли музыка ҡоралдары өҫтөндә эшләүсе Вәкил Шөғәйепов, Рәшит Ғәлимов, Риф Сөләймәнов, Салауат Баймөхәмәтов кеүек оҫталар менән аралашып торҙом. Улар бөтәһе лә эксперименталь рәүештә ҡыл-ҡумыҙҙы эшләп ҡаранылар. Бер ваҡыт Вакил ағай, ҡыл-ҡумыҙҙы эшләп бөттөм, килеп уйнап ҡара, тип шылтыратты. Оҫтаханаһына барҙым, уйнап ҡараным. Смычок декага ныҡ тейгән арҡала, моңло тауыш сығарып булманы... Ағайҙың күңеле кителде... Һүтеп ташлап, яңынан эшләүе бик ныҡ мәшәҡәтле эш бит инде... Бер ни саҡлы ваҡыт үткәс, яңынан барҙым уға. Вакил ағай думбыра һәм шпондан ҡурай эшләү ысулын табып, артабан тулыһынса шул йүнәлештә генә эшләйәсәген белдерҙе, артабан ҡыл-ҡумыҙ эшләмәйем, был бит баҡсы-шамандар ҡоралы, уны эшләүе бик ҡатмарлы, ныҡ мәшәҡәтле лә, аңлауы ла ауыр минең өсөн, ҡыл-ҡумыҙ миңә серен сисмәй, тине.
1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты янында эксперименталь оҫтахана асылды. Унда һөнәре буйынса рәссам-скульптор булған Рәшит Ғәлимов эшләй башланы. Төрлө документаль сығанаҡтарға таянып, ул думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ эшләп ҡараны. Миңә уның өс ҡыллы ҡыл-ҡумыҙы оҡшап ҡалды һәм мин уны һатып алдым. Бөгөнгө көнгә тиклем был инструментта Асҡар сәнғәт мәктәбендә балаларҙы уйнарға өйрәтәм. Артабан, Рәшит ағай Ғәлимов вафат булғас, уның эшен ҡыҙы Гөлнур дауам итте. Уның менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Шулай итеп, институтта теоретик яҡтан нығынып үҫеш алһам, оҫталар менән осрашып, эксперименталь варианттар өҫтөндә эшләй торғас, дүрт ҡыллы ҡыл-ҡумыҙҙы ла эшләп ҡуйҙылар! Бөгөнгө көндә беҙгә традицион (ике ҡыллы), дүрт ҡыллы прима, альт, бас ҡыл-ҡумыҙҙарында уйнарға мөмкинселектәр асылды, Аллаһҡа шөкөр! Милли музыка ҡоралдары оҫтабикәһе Гөлнур Рәшит ҡыҙы бик нәтижәле рәүештә ҡыл-ҡумыҙҙың сифатлы, тәрән, сихри-моңло, шул уҡ ваҡытта ҡолаҡҡа ятышлы матур тауышын эҙләүҙе дауам итә . Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ: бик бороңғо музыка уйын ҡоралы ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙеү, үҙгәртеп ҡороу һәм халыҡҡа еткереү! Хәҙер республикабыҙҙа милли оркестр ҙа бар, төрлө этноансамблдәр барлыҡҡа килеп, ҙур сәхнәләрҙә бик уңышлы сығыш яһайҙар. Шулай итеп, Батыр Иҫәнсуриндың 1998 йылда сыҡҡан "Юғалмаһын беҙҙең моң" һәм 1999 йылдағы Айҙар Закировтың "Ишетербеҙме берәй ҡасан?" тигән мәҡәләләрендәге һорауҙарға яуап табылды. Ишеттек! Эшләнек! Уйнаныҡ! Моң дауам итә!

Беренсе аҙымдар

Гөлнурҙы ҡыл-ҡумыҙ эшләргә атаһы өйрәтеп өлгөрҙө, әммә артабанғы эш еңел булманы. Ни тиһәң дә, республикала эшләнгән иң беренсе ҡыл-ҡумыҙ бит! Әбйәлил музыка мәктәбенең ҡыл-ҡумыҙлы булыуының да үҙенә күрә тарихы бар. Шул ваҡыттағы район башлығы Павлюкович Владимир Петровичҡа барҙым. Әгәр музыка мәктәбендә республикала беренселәрҙән булып ҡыл-ҡумыҙҙы уҡыта башлаһаҡ, тарихҡа инеп ҡаласаҡбыҙ, тип тураһын ярып һалдым, инструмент һатып алырға ярҙам итеүен һораным. Ул ваҡыттағы аҡса менән инструмент алты мең тора ине. Йән биргәнгә йүн бирә, тигәндәй, йүне лә килеп сыҡты. Нәҡ шул йылды Йылайыр районы Яҡуп ауылындағы Ишмулла Дилмөхәмәтов конкурсы Положениеһына милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙан тыш, башҡа милли музыка ҡоралдарын ҡулланыуҙы ла индерҙеләр. Һис шикһеҙ, ҡатнашам, тинем дә, Өфөгә юлландым, сөнки Владимир Петрович конкурста урын алһағыҙ, ярҙам итербеҙ, тигәйне. Тура Гөлнурға барып, күргәҙмәләргә алып йөрөгән ҡыл-ҡумыҙын һораным. Инструментты алып, артҡа ут төрткәндәй, Йылайырға ашыҡтым. Беҙ барып еткәндә конкурс бөтөп бара ине, хатта беҙҙе иғлан итеп өлгөргәндәр. Тупһанан түргә тигән кеүек, ашыҡ-бошоҡ кейенә һалып, сәхнәгә сыҡтым. Шулайтып, телде арҡыры тешләп, бәйгелә өсөнсө урын алдым. Башлыҡ әйткән һүҙендә торҙо, мин уға шул тиклем рәхмәтлемен. Икенсе көндө үк Өфөгә барып, оҫтаға ҡыл-ҡумыҙ эшләүгә заказ бирҙем.

Тәүге ҡарлуғастар

Ҡатмарлы музыка ҡоралын эшләү бер-ике көнлөк эш түгел: Асҡар музыка мәктәбе 2003 йылда - беренсе, 2008 йылда икенсе ҡыл-ҡумыҙлы булды. Виолончель, скрипка, фортепьянонан уҡытыу менән бер рәттән, виолончель буйынса уҡыған балаларҙы ипләп кенә ҡыл-ҡумыҙҙан уҡыта башланым. 90-сы йылдарҙағы ауыр, көрсөк йылдары булыуға ҡарамаҫтан, виолончель буйынса уҡып бөткән ике уҡыусымды, Эльвира менән Эльмираны, Өфөгә сәнғәт училищеһына алып барҙым, сөнки киләсәктә үҙебеҙҙең кадрҙар кәрәклеген белә инем. Аҡыл тештәрегеҙ сығып, тәжрибә тупламайынса, Асҡарға ҡайтып йөрөмәгеҙ, тинем уларға. Нәҡ шул йылда башҡорт милли музыка ҡоралдары бүлеге асылғайны. Ришат ағай Рәхимов та, комиссияның башҡа ағзалары ла виолончель буйынса уҡыһындар, тиһәләр ҙә, юҡ, улар башҡорт балалары, башҡорт бүлегендә уҡырға тейеш, тип әйтергә батырсылығым етте. Яңынан комиссия төҙөп, шул ике баланы, беренсе ҡалуғастарҙы, 1991 йылда уҡыуға алдылар, аҙаҡ улар сәнғәт институтына уҡырға инделәр, Рәмил ағай Ғәйзуллин, Айрат ағай Ҡобағошовтар ҡулында уҡынылар.
Ә Пушкин урамындағы махсус музыка мәктәбенә, ҡыл-ҡумыҙға башлап юл һалыр өсөн, Ҡаҙағстандан Ҡондоҙ Каламбаеваны саҡыртып алдылар. Ул унда ике йыл эшләне лә, тыуған яғына ҡайтып китте. Шул тиклем ҡыуанғайныҡ, әммә ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа һуҙылманы. Әле лә хәтеремдә: ҡаҙаҡ ҡыл-ҡумыҙсыһы килгән йылында уҡ филармонияла ҙур концерт ойошторҙо. Шунда мине лә саҡырҙылар, ҡыл-ҡумыҙҙа оркестрға ҡушылып уйнаным. Тәьҫораттарым шул тиклем көслө булды, Ҡаҙағстандың билдәле педагогы Ҡондоҙ Жаппас ҡыҙы Каламбаеваның маҡтау һүҙҙәре киләсәккә онотолмаҫлыҡ көс бирҙе, ҡыл-ҡумыҙҙы юлға һалған кешенең әйткәне күңелгә май булып яғылды, тимәк, мин дөрөҫ юлдан барам, тигән ышанысым артты. Ҙур, фәһемле һөйләшеүҙәрҙән ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, дәртләнеп ҡайттым.

Ҡояш Көнсығышта сыға

Минең өсөн йәшәү көрәшкә тиң, һәр саҡ байраҡ тотоп алдан барыуҙы хуш күрәм, арттан бысаҡ ҡаҙаһалар ҙа, һуғылһам-бәрелһәм дә, төп уйымдан, эшемдән ситләшмәйем. Асҡар музыка мәктәбендә 12 балаға бер ҡыл-ҡумыҙ булған хәлдә лә, тарһынманыҡ, бер инструмент менән шөғөлләнделәр, уларҙы, яйлап, виолончелдән милли музыка ҡоралыбыҙға күсерә башланым. Балаларға халыҡ йырҙары оҡшай. Уларға йырҙың тарихын, легендаһын һөйләйем, тыуған ерлеген аңлатам. Ә өҫтән төшөрөлгән программала Бах, Бетховен, Моцарт ҡаралған, башҡорт көйҙәре бөтөнләй уйналмай. Күрәһең, баш бирмәү холҡом бала саҡтан киләлер. Өфөлә музыка мәктәбендә уҡыған саҡта уҡ виолончелдә башҡортса уйнарға теләгемде белдерҙем. Шул хәтлем "Асылыҡай буйы" йырын уйнағым килә ине. Һеҙ иң тәүҙә классик көйҙәрҙе уйнарға тейеш, тип, һуҙып килеп, өсөнсө йыл уҡығанда ғына рөхсәт иттеләр. Йөҙөмдө Көнбайыштан Көнсығышҡа борҙом. Асҡар музыка мәктәбендә эшләй башлағас, бала саҡтан оҙатып килгән теләгемде тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр киңәйҙе, уҡыусыларымдан тик башҡорт көйҙәрен, халыҡ йырҙарын, эстрадаһын уйната башланым, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр ярҙамында балаларҙың һәләттәрен асыу мәғәнәлерәк икәнен аңланым.

Ғүмерлек дуҫ

Мин балаларҙы бер ваҡытта ла һәләтенә, ғаилә хәленә ҡарап һайлап алманым, кем ихлас теләк менән килә, рәхим ит, иң мөһиме, урам буйлап эт һуғарып йөрөмәһендәр. Һәләттәре булмағандарға, әлбиттә, бик күп көс һалырға тура килә. Аңлағандар оҙаҡ йылдар үткәс булһа ла рәхмәт әйтәләр. 90-сы йылдарҙағы тәүге сығарылышымдан булған бер уҡыусым, әгәр һеҙ шул осорҙа мине музыка менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырмаһағыҙ, мин күптән ер аҫтында булыр инем, тине. Сөнки уның ата-әсәһе эсә ине, аҙаҡ бер нисә туғаны эсеп үлде. Музыка мәктәбе - ул эстетик яҡтан, матурлыҡ яғынан ҙур тәрбиәүи мәктәп, бында балаларҙың холоҡтары формалаша. 40 йыл эсендәге күҙәтеүҙәремдән сығып әйтә алам: беҙҙең мәктәпте тамамлаған балалар баштарын ғорур тотоп йөрөйҙәр, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәйҙәр, сөнки уларҙың музыка ҡоралы тип аталған күңел торошон үҫтереүсе ғүмерлек дуҫы, терәге бар.

Беренсе халыҡ-ара ҡыл-ҡумыҙсылар конкурсы

Ҡыл-ҡумыҙ буйынса уҡытыуыма ун йыл булғас, ошо йүнәлештә конкурс үткәрергә ваҡыт етте, тип уйлай башланым, сөнки беҙҙе республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә яҡшы беләләр. Быйыл ғына 26 уҡыусым лауреат исеме алды! Ғүмер буйы эшләп тә, бындай һөҙөмтәгә ирешмәгәндәр бар. Силәбелә булған шундай бер конкурсҡа ҡаҙаҡтар ҙа килгәйне. Улар беҙгә башҡорт көйҙәрен бүләк итегеҙ, тиҙәр. Ә беҙҙә әлегә тиклем ҡыл-ҡумыҙға яраҡлаштырылып нотаға һалынған китаптар юҡ, конкурста ҡатнашҡан балаларҙың һәләтенә ҡарап, үҙем яҙам. Шуға һөйләшеүебеҙ вәғәҙәнән ары китмәне. Арҡайымда үткән конкурста ла ҡыҙҙарым беренсе урын алды. Шунда килгән ҡаҙаҡтар, иҫләйһегеҙме, һеҙ беҙҙе Башҡортостанға саҡырғайнығыҙ, тиҙәр. Тоттом да, килегеҙ, тиҙҙән беҙ конкурс иғлан итәбеҙ, тинем.
Әйтеүен әйттем, әммә оҙағыраҡ көтөргә тура килде. Былар ураған һайын шылтыраталар, Положениеғыҙ әҙерме, ҡасан була, тип төбәшәләр. Йөрәгемә урын тапмай йөрөй торғас, иң тәүҙә ирем Радмирға, йәшем үтеп бара, уҡыусыларым да байтаҡ булып китте, ҡыл-ҡумыҙ буйынса асыҡ конкурс үткәрәм, тип әйттем һәм август айына планлаштырып та ҡуйҙым. Тик идеямды урындағылар, нимәгә кәрәк ул, тип, хупламаны. Һеҙгә кәрәкмәйҙер ҙә, әммә мин асыҡ беләм: әгәр туҡтаһам, ҡыл-ҡумыҙға бағышлаған ғүмеремдең мәғәнәһе булмаясаҡ, тинем һәм яңы эшкә тотондом.
Иң тәүҙә элекке уҡыусыларым менән бәйләнешкә сыҡтым, бөтәһе лә ҡушҡуллап риза. Яңы конкурсты нисек атарға, тигән һорау тыуҙы. Ҡайҙан килгәндер, белмәйем, башыма "Заман сыңы" тигән исем инеп ояланы. Хәҙер иң ауыры - финанс мәсьәләһен хәл итеү кәрәк ине. Ҡатнашыусылар булмай ҡуйһа, тип, 15 уҡыусымды әҙерләй башланым, ике ансамбль төҙөнөк. Хафалар бушҡа булған, Ҡаҙағстандан хәбәр килеп етте. Өфөгә республика халыҡ ижады үҙәгенә шылтырата һалдым. Эштәр яйға китте, Үҙәктең генераль директоры Салауат Илгиз улы Кирәев, үҙем барам, яҡшылап әҙерләнегеҙ, тип, хатта ярҙамсы тәғәйенләп ҡуйҙы. Жюри рәйесе итеп мине тәҡдим итеүҙәренән баш тарттым, сөнки конкурста ҡатнашыусылар араһында күпселеге минең уҡыусыларым. Балаларымдың ата-әсәләренә рәхмәт, улар ҙа ең һыҙғанып ярҙам иттеләр. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директоры Дилә Йомабай ҡыҙы Фәттәхова ярҙам йөҙөнән концертмейстер ебәрҙе - Хоҙай Тәғәлә бар ул!
Ни булһа ла, асыҡ конкурс (ҡаҙаҡтар килеүен иҫәпкә алғанда, халыҡ-ара конкурс тиергә лә була) юғары кимәлдә үтеп китте. Был сараны һис шикләнеүһеҙ Беренсе халыҡ-ара ҡыл-ҡумыҙсылар конкурсы тип атарға була! Төрлө ҡалаларҙан килгән махсус музыка мәктәптәре уҡыусылары менән беҙҙең Асҡар музыка мәктәбе балалары ҡатнашыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, беҙҙең балаларҙың кимәле юғары! Ҡайҙан ишеткәндәрҙер, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Бәхетнамә" тапшырыуынан ҡыл-ҡумыҙ конкурсы тураһында тапшырыу эшләргә саҡырып шылтыраттылар. Үкенес, уҡыусыларымды алып барырға мөмкинселек юҡ ине, улар төрлө ял лагерҙарына таралышып бөткәйне.

Бала күңеле далала

Шау-шыулы ваҡиғалар артта ҡалды, тынысландым. Бер көн шулай мәктәпкә килдем дә, ҡулымды йыуып торам. Әллә нисек ҡапыл, ҡылт итеп, әллә ниндәй уйҙар солғап алды: минең бында һөлдәм йөрөй, ә күңелем бында түгел бит. Ни булды миңә, әллә пенсияға китер ваҡыт еткәнгә шулаймы? Бында эшләгән һымаҡ түгелмен. Класҡа индем, бар нәмә ят һымаҡ. 40 йыл бында эшләнең, булды, етте, бар, ял ит, тип уйлайым. Стенала эленеп торған ҡыл-ҡумыҙ ҡабат яңғырамаҫ микән? Йөрәккә ҡыйын булып китте. Фейерверк һымаҡ конкурс үтеп китте, салют бөттө, эшмәкәрлегеңде туҡтат, тип уйланым.
Шулайын-шулай, әммә күңелде алдап булмай: отпускаға киттем. 6 июлдә сығыш яһарға, тип, телевидениенан саҡырыу килде. Тапшырыуҙан һуң, Салауат Юлаевты күрәйем, тип, Ағиҙел ярына ашыҡтым. Эргәмә таныш түгел бер машина туҡтаны ла, сигнал бирҙе. Аптырап киттем. Өфө сәнғәт училищеһының предмет-цикл комиссияһы мөдире икән. Әйҙә, ултырығыҙ, ти. Юҡ, мин ҡайтырға ашығам, тим. Ҡыҫҡаһы, ул мине өгөтләп тиерлек сәнғәт училищеһына алып китте. Эшкә саҡырҙылар. Беҙ һеҙҙе 90-сы йылдарҙан уҡ көтәбеҙ, етер һаман да район кимәлендә эшләргә, һеҙ беҙгә бик кәрәкһегеҙ, тине директор. Телһеҙ ҡалдым. Ярай, уйлармын, тигән булдым. Ике сәғәт буйы һөйләштек, күҙҙе лә астырмайҙар. Ахырҙа, беренсенән, мин отпускала, ирем, ғаиләм бар, тип ҡырталашып ҡараным. Эшкә алабыҙ, тип аныҡ шарт ҡуйҙылар.
Ҡайтып, иремә әйткәйнем, ул, оҙаҡ та уйлап тормай, "Бар, бында ыҙалап йөрөмә", - тине. Һүҙ шуның менән бөттө, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр килде, йәй башланды. Өйҙә ҡабат был мәсьәләне күтәрмәнем. Көҙ етеп, эшкә сыҡтыҡ. Бер көн Өфөнән шылтыраталар. Һеҙ ҡайҙа? Асҡарҙа. Тиҙ арала килеп етегеҙ, беҙ һеҙҙе эшкә алдыҡ, тиҙәр. Шулай, күҙемде йомоп та өлгөрмәнем, Өфө сәнғәт училищеһында эш башланым. Бер йыл булды инде эшләүемә. Вахта ысулы менән өс көнгә йөрөп эшләйем, бында ярты ставкам ҡалды. Әлегә шулай, сөнки бында үҙем менән бергә ҙурайған балалар коллективым бар. Минең өсөн улар иң-иңдәр! Нисек итеп уларҙы ташлап китәһең?

Кәрәкле булыу - ҙур бәхет

Әле беҙҙә профессиональ ҡыл-ҡумыҙсылар бармаҡ менән һанарлыҡ, төп эшебеҙ энтузиазм кимәлендә бара. Сәнғәт училищеһын бөткән ҡыҙҙарыбыҙ республиканың милли оркестрында уйнай, скрипка класы буйынса уҡып бөткән ҡайһы берҙәре ҡыл-ҡумыҙға күсте, сөнки уның перспективалы, көн талабына тап килгән инструмент булыуын аңлайҙар. Ул ғына ла түгел, халҡыбыҙ генетик хәтере менән ҡыл-ҡумыҙҙы яҡыныраҡ күрә. Екатеринбург, Сибай, Белорет, Күмертау, Өфө, Силәбе, Магнитогорск, Ҡаҙан ҡалаларында сығыш яһап, бик күп тапҡыр лауреат исемен яуланыҡ һәм ике тапҡыр Гран-при алырға өлгәштек, ансамбль менән иҫтәлекле, бик мәртәбәле фестивалдәрҙә лә ҡатнаштыҡ. Роберт Юлдашев ойошторған "Музыка ветра" фестивале үҙе ни тора! Урал аръяғында беҙҙе яҡшы беләләр, үҙебеҙҙе танытып бөттөк. Эшләнгән эштәр һанап бөткөһөҙ, тик уҡытыусыларыбыҙ юҡ. Аңлайым, был юлға осраҡлы кешеләр килә алмай, сөнки ҡыл-ҡумыҙ мәктәбе - юғары сәнғәт төрө. Коллегаларым өсөн кәрәкле булыуыма ҡыуанам, был - ҙур бәхет.

Скрипканың атаһы

Донъя кимәленә сыҡҡандай ҡыл-ҡумыҙсыны әҙерләү өсөн шул кимәлдәге музыка ҡоралы кәрәк. Беҙгә әле тауыш сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә лә эшләргә. Хатта республиканан ситкә сығыр өсөн дә зыңғырлап торған инструмент кәрәк. Ҡыл-ҡумыҙсыларҙы бергә ойоштороу ҙа ҙур мәсьәлә, әле беҙ тарҡаубыҙ, һәр кем үҙ ҡаҙанында ҡайнай, төрлө конкурстарҙа осрашыуҙан ары китә алмайбыҙ, берҙәмлек юҡ. Ойошма төҙөү өсөн тағы бер Миңлегөл кәрәк, мин яңғыҙым өлгөрә алмайым. Татарстанға конкурсҡа барғанда ҡыл-ҡумыҙҙа уйнағайныҡ, ҙур эш хаҡы, фатир тәҡдим итеп, үҙҙәренә эшкә саҡырып, өгөтләп, артыбыҙҙан йүгереп йөрөйҙәр. Белеүемсә, улар ете ҡыл-ҡумыҙ эшләтеп алған, беҙҙең ҡыҙҙарҙы үҙҙәренә ҡоҙалай башлауҙары бик тә ихтимал. Магнитогорск ҡалаһында үткән башҡорт һәм татар ҡыл-ҡумыҙсыларының конкурсында китап бүләк иттеләр. Тышында башҡорт милли кейемендәге ҡыҙ тора, ә эсендә татарса яҙылған. Үҙҙәренең милли кейеме тип беҙҙекен ҡуйғандар. Бөгөнгөләй, музыка мәктәптәренән сыҡмай ултырһаҡ, беҙҙе белмәйәсәктәр. Бына миңә балалар ун бер ауылдан йөрөп уҡый, бер дәрес ҡалдырғандары юҡ. Үҙҙәре инструмент һатып алалар. Оҫтабыҙ Гөлнурға алдан заявка бирәләр, ә ул өлгөрә алмай, ике-өс ай, бер йыл көтөргә тура килә. Ҡурай ҙа ваҡытында популярлаштырыу өсөн шул юлды үтте, нығынды. Хәҙер ул республикабыҙ гербында тора. Ҡыл-ҡумыҙ тулғаҡ тотоп, яйлап, ыҙылай-ыҙалай тыуып килә. Мин уны шундай бала һымаҡ күрәм. Беҙгә башҡорт ҡыл-ҡумыҙының тарихын өйрәнергә, уйнау оҫталығын фән кимәленә күтәрергә кәрәк. Башҡорт талантһыҙ булмаған, төркиҙәрҙең иң олоһо беҙ, скрипканың атаһы булған ҡыл-ҡумыҙ иң алда беҙҙә эшләнгәненә иманым камил.

Шулай итеп...
Был донъяға һәр беребеҙ үҙ бурысы менән килә. Кемдер уны артығы менән ҡайтара, кемдер бурыслы булып баҡыйлыҡҡа күсә. Әгәр һин үҙ юлыңда йәшәү маҡсатыңды аңламаусыларға юлығаһың икән, уларға асыуланмаҫҡа кәрәк, тимәк, уларҙың бурыстары түбәнерәк... Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел!

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru