
Йәшәй башланыҡ Ҡолсора ауылында. Миңә ауыл бик оҡшаны. Ни өсөн, тип һораһағыҙ, әйтәйем. Беренсенән, ауылдың ултырған урыны матур ине. Муллаҡайҙың тирә-яғы ҡола яланға әйләнгән булһа, Ҡолсораның аръяғы таллыҡҡа һәм муйыллыҡҡа күмелгән ине. Икенсенән, йортобоҙ ҙа оҡшаны. Уны атайым Үмәр олатайҙан мең һумға һатып алғайны. Бәләкәй генә булһа ла, ул туп-тура ултыра ине. Муллаҡайҙағы ҡаҙна йорто, иҫке булғанлыҡтан, Һаҡмар яғына ауышыбыраҡ ултырҙы, шуға мин унда, ҡолап китмәһен тип, хәүефләнеберәк йәшәй торғайным. Өсөнсөнән, Ҡолсора халҡы бик оҡшаны миңә. Тыныс, мөләйем һәм киң күңелле кешеләр булып сыҡты яңы ауылдаштарым.
Бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәтбеҙ, тик атайым менән Алаҡай ғына ерһенә алмай бит яңы урынды. Атайым күңелһеҙләнә, әллә ниндәй уйҙарға сумып йөрөй. Ә Алаҡай Ҡолсора көтөүен һанға ла һуҡмай. Мал менән дә аралашмай, көтөүҙән ситтәрәк, яңғыҙы ғына йөрөүҙе хуп күрә. Ике-өс көн шулай йөрөнө лә ғәйеп булды. Муллаҡайға ҡасып ҡайтып киткән икән. Ҡулына арҡан тотоп, атайым китте уның артынан. Ала һыйыр менән улар ҡыҙыл эңерҙә генә ҡайтып инделәр. Алаҡай ҡаршылашмайынса һарайға инеп китте, атайым өндәшмәй генә өйгә инеп бикләнде. Әсәйемдең һораулы ҡарашына бер һүҙ ҙә әйтмәне, ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы.
Ярты сәғәт самаһы үткәс, төпкө бүлмәгә инһәм, атайым кәкерәйеп карауатта ултыра, эргәһендә әсәйемдең эйелгән кәүҙәһе күренә. Өҫтәлдәге үтә күренмәле һауытта атайымдың быяла күҙе ята. Йөрәгемде телгеләгәне шул булды: атайымдың һау күҙе ҡоп-ҡоро, ә һуғышта зәғифләнгән күҙенән сорлап йәш аға. Уның илағанын мин тәүге тапҡыр күрҙем. Икенсе тапҡыр илағандан һуң, мәңгелеккә Ҡыҙҙар тауы итәгендәге зыяратҡа инеп ятты ул.
Алаҡайҙың тәүге ҡасып ҡайтыуы булды был. Аҙаҡ муллаҡайҙар уның ҡайтыуы хаҡында ғәжәпләнеп һөйләне. Төшкә табан Ҡолсора юлынан ауылға Алаҡай юртып килеп инә. Ғәҙәттәгесә, башын юғары тотоп, ауылдың бер осонан икенсе осона бәйге аты кеүек юртып үтә ул. Ун алты йыл ғүмере үткән йортона килеп еткәс: "Ҡапҡаны асығыҙ!" - тигәндәй, уның алдында мөңрәп тора. Асыусы булмағас, ҡапҡаға алғы тояҡтары менән туҡылдата. Бесәй иркәләнгәндә аяҡҡа нисек уралһа, Алаҡай ҙа, ҡапҡа бағанаһына шулай уралып-уралып ышҡына. Инә алмаҫын белгәс, ҡапҡа эргәһенә оҙаҡ итеп кесе ярау итә лә китә үҙенең көтөүенә. Малҡайҙарҙы күргәс, алыҫтан уҡ һағынышлы тауыш менән өс мәртәбә мөңрәп, йәш башмаҡ шикелле ҡойроҡтарын күтәреп, көтөү тупланған урынды әйләнеп сыға. Шунан һуң ғына, бер нәмә лә булмағандай, утларға керешә. Һыулауға туҡтағас, иң яҡын күргән һыйырҙарына нимәлер һөйләгәндәй, башын туҡтауһыҙ сайҡай, мороно менән уларҙың башына ышҡына, күҙҙәрен ялай. Кискә табан, атайым килә ятҡанды күреп, торған урынында шып туҡтай, мөгөҙөнә элмәк һалдыра һәм, тартҡылашмайынса, яҙмышы ҡушҡан яҡҡа китә.
Алаҡай Ҡолсораны барыбер ерһенмәне: ҡасты ла ҡайтты, ҡасты ла ҡайтты. Көтөүсегә лә әйтеп ҡараныҡ, сиратлап үҙебеҙ ҙә көтөштөк - файҙа булманы. Көс-хәл менән ҡышты еткереп, ниһайәт, ҡураға бикләнек. Өс йыл шулай интеккәндән һуң, Алаҡай менән мәңгелеккә хушлашырға тура килде. Уға ун туғыҙ йәш ине ул саҡта, миңә - ун дүрт. Ул йылда ике ағайым Сибайға имтихан тапшырырға китте, шуға өйҙә иң өлкән бала булып мин ҡалдым.
Алаҡай менән айырылышҡан шул йәйҙе, шул йәйҙең ошо хәүефле кисен мәңге онотасаҡ түгелмен мин. Сәбәбе шунда: ғаиләбеҙ тормошонда шуға тиклем көн булһа, ошонан һуң төн төштө. Төнгә эйәреп, юғалтыуҙар, күҙ йәштәре һәм ҡайғы килде.
Йәйге томра кис ине. Атайым менән әсәйем, бер-береһенең күҙҙәренә ҡарамай, ара-тирә низағлашып, нимәгәлер әҙерләнә башланы. Миндә ни өсөндөр хәүефләнеү тойғоһо уянды. Ҡулымды кеҫәгә тыҡһам, бәләкәй генә түңәрәк көҙгөм ҡап урталай ярылып ята. Мин уны ай ярым элек кенә Иҫке Собханғол ауылының кәпрәтендә һатып алғайным. Йәй башында беҙ, мәктәптең тиҫтәләгән уҡыусыһы, Сабур ағай етәкслегендә Шүлгәнташ мәмерйәһен күрергә барғайныҡ. Шунда Иҫке Собханғол ауылына ла һуғылып үткәйнек. Көҙгөнө мин шунда алғайным.
Атайым, йылы тип тормай, башына һоро кәләпүшен батыра кейеп алды. Әҙерәк аптырап торғандай итте лә ҡара еләнен дә кейҙе, өс төймәһен дә ҡаты итеп эләктерҙе. "Һин ошоно тотоп барырһың", - тип ҡулыма башбармаҡ йыуанлығындағы ҡыҫҡа ғына һуйыл тотторҙо һәм үҙе һарайға инеп китте. Бер аҙҙан ҡапҡа шығырлап асылды, һәм унан, Алаҡайҙы етәкләп, атайым килеп сыҡты. Улар ихата уртаһына еткәйне, аласыҡтың ишегендә әсәйемдең бөкөрәйгән һыны күренде. Ул һыйырға яҡынланы, арҡаһынан һыйпарға теләгәндәй, ҡулын һуҙҙы. Быға яуап итеп, Алаҡай ҡойроғо менән арҡаһына шундай ныҡ итеп һуҡты - әсәйем ҡурҡышынан ҡулын кире тартып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ауыҙы эсенән наҙлы итеп нимәлер мыңғырлай башлағайны, Алаҡай "фу-у-у" тигәнерәк ауаз сығарҙы һәм башын асыулы сайҡап ҡуйҙы. Шунан башын ғорур итеп күтәрҙе лә ҡатып ҡалды. "Ҡайҙа?" - тип һораным мин атайымдан. "Бәләкәй Иҙрескә". "Нишләп?" "Иткә тапшырабыҙ".
Был һүҙҙәр миңә ауыр тәьҫир итте, миндә Алаҡайға ҡарата йәлләү тойғоһо уянды, күҙҙәремә йәш тулды, тиһәм, ялғанлау булыр ине. Миндә бер ниндәй хис тә, тойғо ла уянманы. Бер ниндәй ҙә! Хайуандар кешегә хеҙмәт итер өсөн, уны ашатыр, кейендерер өсөн тәғәйенләнгән йән эйәләре тигән фекер менән йәшәй инем мин ул саҡта. Ә бит Алаҡай беҙгә егерме йыл самаһы хеҙмәт итте, әллә нисә мең биҙрә һөтөн бирҙе. Ете бала шуның һөтөн эсте, ойотҡанын һемерҙе, майын ашаны. Йыл һайын Алаҡайҙың берәр улын үҫтереп, һуғымға һуйып, ит итеп ашап торҙоҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, тәндәребеҙҙең, һөйәктәребеҙҙең һәр күҙәнәгендә ала һыйырҙың бәләкәй генә булһа ла өлөшсәһе бар ине. Әсәйебеҙҙең күкрәк һөтөнән генә көс йыйманыҡ, шул һыйырҙың елененән дә һурҙыҡ беҙ ҡеүәтте. Ә мин, ир етеп килгән егет, шул турала уйлап та ҡарамағанмын. Ниндәй хурлыҡ, ниндәй һуҡырлыҡ!
Атайым менән әсәйемдең рух күҙҙәре һуҡырайҙы шул йәйҙә, ә беҙ, уларҙың ҙурайған балалары, аңра икәнебеҙҙе таныттыҡ. Ҡуян өләсәйем менән олатайым белеп ҡалһа, аҡыл өйрәтерҙәр ине, әлбиттә, әммә улар белмәй ҙә ҡалды шул был хәлде.
Ала һыйырҙы, йәше олоғайһа ла, аҙаҡҡа саҡлы аҫырарға кәрәк булған беҙгә. Үлгәс, рәхмәттәр әйтеп, хөрмәтләп ерләр инек.
Йәки, ғәфү үтенеп, үҙебеҙгә һуйып ашарға кәрәк булғандыр. Әммә атайым менән әсәйем, был итте ашай алмаҫбыҙ, тип уйлағандарҙыр, ахырыһы.
Һис юғында, һуйып, баҙарға алып барып һатырға ла мөмкин ине.
Һатырға мөмкинлек юҡ икән, һуйып әҙерләүсегә тапшырыу ҙа үтә насар булмаҫ ине.
Атайым шул һуйыуҙан ҡасырға ынтылғандыр, тип уйлайым мин бөгөн. Уның төп хатаһы ана шунда.
Ауыр хәлдән сығыуҙың еңел юлын эҙләп, тереләй иткә тапшырыуҙы яҡшыраҡ күргәндер инде.
Үҙ ҡулы менән салып, итен эткә биргән хәлдә лә Алаҡай былай уҡ рәнйемәҫ ине.
Уны аҙағыраҡ тимер ҡорамалдар аяуһыҙ өҙгөсләгәндер, ә ул әсе күҙ йәштәрен түккәндер. Беҙҙе һәм беҙҙең йөҙөбөҙҙә бөтә кешеләрҙе намыҫһыҙлығы һәм оятһыҙлығы өсөн ҡәһәрләгәндер. Өҙгөсләнер алдынан эскән итселәр уның башына ауыр сүкеш менән һуҡҡандыр. Матур тиреһен тупаҫ ҡулдар арлы-бирле һыҙырып алғандыр. Нәзәкәтле мөгөҙкәйҙәрен, бысҡы менән ҡырҡып, хәшәрәтләнеп бөткән иҙәнгә быраҡтырғандарҙыр. Әле ҡыбырлап ятҡан янбашҡыналарын тимер бысаҡтар тураҡлай ҙа башлағандыр.
Алаҡайҙың рәнйергә хаҡы булғандыр.
Шул шомло кистең бөтә ваҡиғалары ла бөгөнгөләй күҙ алдымда минең. Эңер ҡапыл төштө ул кистә. Шыйыҡса кеүек сәйер булып төштө ул: кешеләрҙе, йорттарҙы, тауҙарҙы ҡосағына кинәт кенә алды. Алды ла ҡыҫҡан кеүек итте. Ауыҙ-ҡолаҡтарға тулды, күҙҙәрҙе томаланы. Атайым, Алаҡай һәм мин мәсет эргәһенә килеп етеүгә бөтә ер өҫтөн һорғолт ҡараңғылыҡ солғап алғайны. Бер аҙ барғайныҡ, зыярат яғынан һыҙғырған кеүегерәк тауыш ишетелде. Ҡараһам, һалам, ҡағыҙ, сепрәк осмоттарын зырлатып өйөрөлтөп, ҡойон етеп килә. Беҙҙең алдан үтеп китер алдынан уның бер осо күккә олғашты. Башымды күтәреп өҫкә ҡараным һәм бейектә-бейектә, бик бейектә, тиҫтәгә яҡын аҡ ҡағыҙ осмотоноң саң араһында ҡайнашып йөрөгәнен күрҙем. Әллә ҡасан байыған ҡояштың һуңғы нурҙары ҡан төҫөнә буяғайны уларҙы...
Иҙрестә алама ғына йорттоң аҙбарына индереп ебәрҙек Алаҡайҙы. Бер кеше атайыма ҡапҡаны ябышты. Мин арттараҡ баҫып ҡарап ҡына торҙом. Алаҡай кәртәгә инде лә, үҙе кеүек үк өс-дүрт бисара хайуандың эргәһендә туҡтап тормайынса, төпкә үтте. Теге кеше өйгә инеп китте, ә атайым өс-дүрт һайғауҙан эшләнгән тәпәш ҡапҡа эргәһендә өндәшмәй оҙаҡ ҡына торҙо. Шунан уның ҡарлыҡҡаныраҡ тауышы ишетелде: "Алаҡай... Алаҡай!" Һыйыр арты менән боролған көйө тороуын белде. "Алаҡай!" Атайымдың һуңғы һүҙе булды был.
Өйгә индек. Унда һүрән генә янған шәм яҡтыһында өс-дүрт кешенең башы күренә ине. Улар, бер-береһенә эйелеп, ҡыҫылған тауыш менән бәхәсләшә ине. "Юғары көрлөктә". "Юҡ, юҡ, бушты һөйләмә!" "Алайһа, урта көрлөктә, тип яҙ!" "Арығыраҡ бит әле" "Яҙ инде урта көрлөктә, тип!" "Ярар инде, яҙайым". "Күпменән була инде?" "Туҡһан өс тиндән ҡабул ителә". "Ҡалай әҙ!" "Дәүләт шулай ҡуша, башҡа сара юҡ". Бәхәсләшеүселәрҙең бер туҡтауһыҙ һелкенеп торған шәүләләренә ҡарап-ҡарап торҙом да уларҙы аҡса бүлешеп ултырған юлбаҫарҙарға оҡшатып ҡуйҙым.
Алаҡайҙы ла урта көрлөктәге мал иҫәбенә индерҙеләр, һәм өс йөҙгә яҡын аҡса менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Иҙресте сыҡҡайныҡ ҡына, тома һуҡыр булдыҡ. Күк йөҙөн уртаға бүлеп, шундай йәшен йәшнәне - бөтә донъя бер аҙға зәңгәр яҡтылыҡҡа сумды.
Шунан, йөрәктәрҙе өшөтөрлөк итеп, күк күкрәне, әйтерһең, йәһәннәм арбаһынан ергә тотош ҡаялар емерелеп төштө, ер өҫтөнә суйын ҡаҙандар ауҙы. Мин шул тиклем ҡурҡтым, хатта атай тураһында ла оноттом. Уны яңғыҙын ҡалдырып, бар көсөмә Ҡолсора яғына йүгерҙем. Ауылға инде еттем тигәндә, Көнтөшмәҫ яғынан ниндәйҙер сәйер тауыштар ишетелде. "Топ"... "Туп"... "Шап"... "Шоп"... "Топ"... Йәй көнө шыйыҡ һыйыр тиҙәге ергә килеп бәрелгәндәге тауыштарҙы хәтерләтте улар миңә. Шул ваҡыт башыма ла бер йылы нәмә килеп төштө. Был ямғыр тамсыһы ине. Ул шундай ҙур булып сыҡты, әйтһәм, ышанмаҫһығыҙ, - минең йоҙроҡтай бар ине. Тамсы суңҡам тирәһенә бәрелде һәм төрлө яҡҡа сәсрәп китте. Бер өлөшө, елкә соҡоро буйлап ағып, умыртҡа бағанаһын буйынан буйына үтте һәм уң табанға тиклем барып етте.
Иҫ китмәле хәл! Әммә ул мәлдә ғәжәпләнеп торорға форсат булманы: Муллаҡай яғынан яҡынлашып килгән ҡойма ямғырҙың дәһшәтле тауышы ишетелде. Мәсеткә инде еттем тигәндә, шундай ямғыр башланды - күҙ асып йомғансы хатта ҡултыҡ аҫтында биш тин аҡса ҡуйырлыҡ та ҡоро урын ҡалманы. Көтмәгәндә арттан атайымдың тоноҡ ҡына тауышы ишетелде: "Улы-ым! Улы-ы-ы-ым! Мине ҡалдырма инде!" Мин артҡа боролоп ҡараным. Шул саҡта йәшен йәшнәне, һәм ҡыялатып яуған ямғырҙың аҡ пәрҙәһе үтә атайымдың бәләкәй генә һынын күреп ҡалдым. Ул башын түбән эйеп, аяҡтарын юғары күтәреп йүгерергә тырышҡан була, ә үҙе бер урында тапанған кеүек, сөнки аяҡтары бәкәлсәйенә етеп торған һыу ҡатыш мәтене иҙә ине.
(Дауамы. Башы 38-41-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА