
XVIII быуатта йәшәгән француз философтарынан иң күренеклеһе - Вольтер. Ул, монархия хөкөм һөргән илдә йәшәүенә ҡарамаҫтан, йәш сағынан уҡ деспотизмға ҡаршы сыға, һәм уның фәлсәфәүи һәм публицистик әҫәрҙәрендә, трагедияларында граждандарҙың ирекле йәшәй алыуы иң бөйөк идея рәүешендә сағылыш таба. 83 йыл дауам иткән ғүмерендә ул үҙен үҙ заманының иң талантлы аҡыл эйәһе итеп таныта, уның афоризмға әйләнгән фекерҙәре XXI быуатта ла актуаллеген һис юғалтмаған.
Вольтерҙың фәлсәфәүи мираҫын байҡап та, баһалап та бөткөһөҙ. Шәхсән үҙемә уның бик ябай ғына тойолған, әммә үтә фәһемле бер фекере оҡшаны. XVIII быуатта, донъяның цивилизациялы тип иҫәпләнгән илдәрендә социаль тигеҙһеҙлек тәбиғи ҡанун итеп ҡабул ителгәндә, ярлы-ябағаны аяуһыҙ эксплуатациялауҙан башҡа йәмғиәт һәм дәүләт тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаған заманда, инквизиция "диндән яҙғандар"ҙы тереләй яндырған саҡтарҙа, яңы ерҙәргә һәм байлыҡтарға хужа булыу өсөн үлемесле һуғыштар барған дәүерҙә Вольтер граждандарҙың, улар ниндәй һәм кем генә булмаһын, бер-береһенә ҡарата түҙемле ҡарашта була алыу идеяһын күтәреп сыға. "Мин һеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән килешә алмауым мөмкин, әммә һеҙҙең уларҙы белдерә алыу хоҡуғығыҙ өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙермен", - быны философтың демократик кредоһы итеп ҡабул итеп була. Ниндәй бөйөк, гуманизм менән һуғарылған идея! Вольтер йәшәгән дәүерҙән 250 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китһә лә, XXI быуат гуманистары уның ошо идеяһына нигеҙләнгән толерантлы йәмғиәт һәм дәүләт хаҡында хыялланып йәшәй.
Кешелек тарихына байҡау яһаһаң, бер үтә негатив фекер тыуа: таш быуаттарынан башлап, хәҙерге заманға тиклем бер әҙәм балаһы икенсеһенең йәнен ҡыйыуҙан баш тартмай. Башҡа сәбәптәр менән бер рәттән, быны кеше психологияһының бик тә алама бер сифаты менән аңлатып була: башҡаларҙы сит-ят итеп ҡарап, уларҙың төҫ-баштары, телдәре, ғәҙәттәре, йолалары, инаныстары үҙҙәренекенән айырылып торғас, уларҙы ҡырағайлыҡта йә иһә дошманлыҡта ғәйепләп, януарҙарға тиңләп, ер йөҙөнән юҡ итеүҙе аҡлау. Әгәр йәмғиәттә ошондайыраҡ фекер-тәғлимәт өҫтөнлөк алһа, бер ҡәүемдең икенселәренә һөжүм итеүенә, талауына, ҡырып бөтөрөүенә йә иһә ҡоллоҡҡа дусар итеүенә юл асыҡ. Икенсе Бөтөн донъя һуғышын башлап ебәргән Германияла уҙған быуаттың 30-сы йылдарында расизм һәм нацизм дәүләт идеологияһына әйләнә, фашизм тәғлимәте немец халҡын иң юғары раса тип нарыҡлай, ә башҡа халыҡ вәкилдәренә "untermensch", йәғни етлекмәгән, түбән кеше ярлығы тағыла. Дәүләттәр араһында һуғыштар йыш булып торғанлығы тарихта теркәлеп ҡалған, әммә тик нацист пропагандаһы ғына башҡа ҡәүемдәрҙе ҡырағай хайуандарға тиңләй, уларҙы юҡ итергә өндәй. Немец халҡы аңында ошо кешелекһеҙ тәғлимәт үҙ урынын таба, зомбилаштырылған фашист армияһы һис бер ҡасан ғәфү ителмәҫлек енәйәттәр ҡыла.
Кешелекте XIX-XXI быуаттарҙа бихисап үлемесле һуғыштарға алып килгән фашизмдың социаль-психологик тамырҙары бик тәрәндә ята. Белеүебеҙсә, архаик замандарҙан бирле төрлө ҡәүемдәрҙең үҙҙәренә генә хас ҡараштары һәм дини инаныстары барлыҡҡа килә. Дөйөм алғанда, күп быуаттар кешеләрҙең рухи донъяһы мәжүсилек менән бәйле йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы формалаша. Беҙҙең эраның I быуатында Ғайса бәйғәмбәр (Иисус Христос) христиан диненә нигеҙ һала, әммә Рим империяһы юлбашсылары был яңы динде ҡабул итмәй, шуға күрә тәүге христиандар дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан төрлө эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә, уларға ҡарата иң ғазаплы яза саралары ҡулланыла. Әлбиттә, бында дини түҙмәүсәнлектең асыҡтан-асыҡ факттарын күрмәү мөмкин түгел. Әммә байтаҡ быуаттар үтеп, Европала христиандарҙың католиктар сиркәүе өҫтөнлөк алғас, Рим папаларының фатихаһы менән мосолмандарға ҡаршы һуғыш походтары башлана. Улар тарихҡа тәре походтары исеме аҫтында инеп ҡалған, 1096 - 1204 йылдар дауамында Көнсығышҡа (Палестинаға) барлығы 9 тәре походы ойошторола. Көнбайыш Европа католиктары, христиан руханиҙарҙың ҡотҡоһона бирелеп, Ислам динен ҡабул итеүселәрҙе - мосолмандарҙы үҙҙәренең төп дошманы итеп күрә, уларҙы ҡырып бөтөрөргә ниәт ҡора. Күрәһегеҙ, урта быуаттар сәйәсәтендә дини ҡараштар буйынса түҙмәүсәнлек шул тиклем көсәйә, хатта ки был оҙайлы хәрби бәрелештәрҙең, дини һуғыштарҙың төп сәбәбенә әүерелә.
Урта быуаттарҙы иҫкә алғас, монгол юлбашсыһы Сыңғыҙхан нигеҙ һалған Алтын Урҙа империяһы хаҡында ла әйтеп үтмәйенсә булмай. Әлбиттә, йыһангир полководецты һәм уның вариҫтарын бер нисек итеп тә кешелекле заттар рәтенә индереп булмай. Күп илдәргә яу асып, бихисап ҡәүемдәрҙе буйһондорған монгол ғәскәрҙәре, илбаҫарҙар булараҡ, бер кемде лә йәлләп тормаған: кем ҡаршылыҡ күрһәтә, шулар үлемгә дусар ителгән. Шул уҡ ваҡытта монголдарға хас бер феноменға иғтибар итмәй булмай: үҙҙәре мәжүсиҙәрҙән булһа ла, бөткөһөҙ яуҙар барышында христиан һәм мосолман руханиҙары тейелгеһеҙ булып, сиркәүҙәр һәм мәсеттәр таланмай, емертелмәй. Күрәһегеҙ, монгол юлбашсылары донъяуи маҡсаттарын ғәмәлгә ашырғанда халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәренә ҡағылмаған, ошо йәһәттән түҙемле сәйәсәт алып барған. Монгол етәкселәре, тора-бара мосолмандарға хас әҙәп-йолаларҙы үҙ итеп, Ислам диненә ыңғай ҡарай башлай. 1313 - 1341 йылдарҙа Алтын Урҙа хакимы булған Үзбәк хан (мосолманса исеме - Солтан Ғийас ад-Дин Мөхәммәд) Ислам динен дәүләт дине итеп иғлан итә.
Түҙемле булыу һәр бер кешенең йәшәйешенә ыңғай тәьҫир итеүсе сифаттарҙан. Ислам динендә лә мосолман кешеһенән сабырлыҡ талап ителә. Халҡыбыҙ ҙа "Түҙгәнгә - түш ите", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Сабыр иткән - моратына еткән, тип тә әйтәбеҙ бит. Бында һүҙ фани донъя хәлдәренә вайымһыҙ ҡалыу тураһында түгел, ә иңеңә төшкән ауырлыҡтарҙы, бәлә-ҡазаларҙы сәбәләнмәй-ыңғырашмай, бар донъяға яр һалмай ғына үтә алыу хаҡында бара. Сабыр күңелле, кеше йәнле, түҙемле кешеләр бер ваҡытта ла үҙҙәренең уңышһыҙлыҡтарының, хаталаныуҙарының сәбәбен икенсе бер кешеләрҙең хилафлығы менән аңлатмай. Улар һәр саҡта ла яҡын-тирәләгеләр менән һыйышып йәшәүҙе хуп күрә. Башҡа берәүҙе үҙеңдән кәм күреү, уның яҡшыраҡ йәшәүенә, уңыштарына көнләшеп ҡарау ҙа әҙәм балаһының күңелен ҡарайта, зиһенен тарайта. Йәһүдтәрҙең иң боронғо китабы булған Тәүратта Әҙәмдең тәүге улы Кабилдың (Каиндың) бер туғаны Хабилды (Авелды) ныҡ көнләшеүе арҡаһында үлтереүе хаҡында бәйән ителә. Ҡара көнсөллөк башҡаларҙың уңышын ҡабул итә алмауҙан, кәмһенеүҙән, үҙеңдән юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелгәндәрҙе яманлауҙан башлана.
Әйтергә кәрәк, фани донья үҙенең бөткөһөҙ талаптары, заманаларҙың ауыр йәшәү шарттары, бер-бер артлы тыуып торған низағ-конфликттары, ҡан ҡойошло һуғыштары, хәсрәт-ҡайғылары аша кешеләрҙе үтеп сыға алмаҫтай һынауҙарға дусар итә. Түҙемлегең етһә, йәшәйһең, киләсәгең яҡшыраҡ һәм яҡтыраҡ булыуына өмөт итәһең. Фәлсәфә күҙлегенән ҡараһаң, әҙәм балаһының яҡты донъяға килеүенән башлап, барса ғүмере бер парадоксаль ҡанунға буйһона: йәшәйештең матур, күңел ҡәнәғәтләнерлек, шатлыҡ-ҡыуаныслы мәлдәре менән бер рәттән, ауыр хис-кисерештәр, негатив уйҙар тыуҙырған, ҡайғы-ғазаптарға дусар иткән, йәнеңде өшөткән саҡтары ла булып тора.
Шулай итеп, "Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалып булмай", тиҙәр халыҡта. Яҡты донъяға тыуған сабый ата-әсәһенә һис бер бүҫкәрмәҫ шатлыҡ сығанағы булһа, ғәзиз яҡынының вафат булыуын һәр кем бик ауыр кисерә. Тап шундай тормош һынауҙарына дусар булғандарға беҙ сабырлыҡ теләйбеҙ, ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашабыҙ. Түҙемлеләр, сабырҙар донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, сөнки улар үҙҙәре өсөн генә йәшәмәй, балалары, ейәндәре, туған-тыумасалары, дуҫ-иштәренә терәк-таяныс булып, алға ҡарап йәшәүҙе хуп күрә. Әгәр ҙә донъялыҡта, ябай ғаиләнән башлап, йәмғиәт һәм дәүләт кимәлендә кешеләр, милләттәр, дини конфессиялар һыйышып йәшәй алһа, һәр халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына, теленә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә алһа, гуманист-ғалимдарҙың ғилми хеҙмәттәрендә һүрәтләнгән толерантлы йәмғиәт матур хыял емеше генә булып ҡалмаҫ, тип өмөт итәйек.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА