
Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмеремде холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләп үткәрҙем. Шул осорҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында төрмәгә килеп эләккән кешеләр менән аралашырға тура килде һәм килә.
Төрмә кешене төҙәтәме?
Беренсе тапҡыр хөкөм ителеүселәр менән һөйләшкәндә уларҙың береһе лә үҙен ғәйепле тип әйтмәй, язаның дөрөҫ түгеллеген иҫбат итергә тырыша. Кемдер арҡаһында яңылышҡан, йәки шундай хәл килеп тыуған да, башҡаса эшләргә мөмкинлеге булмаған. Бер аҙ ваҡыт үтеп, яҡыныраҡ аралаша башлағас, улар асылып китә, ғәйепле икәндәрен дә таныйҙар, ғаиләһе, туғандары, балалары тураһында уйлауҙарын, борсолоуҙарын белдерәләр. Оҙаҡ йылдар эшләүме, әллә хөкөм ителеүселәр менән аралашыу һөҙөмтәһендәме, кешене төрмәгә бикләп ҡуйып ҡына төҙәтеп булмайҙыр, тигән һығымтаға килдем.
Ни өсөн шулай? Сөнки әҙәми зат, был системаға, мөхиткә килеп эләккәс, электән төрмәлә ултырғандарҙан яҡшы нәмәгә өйрәнә алмай. Мин бында ярты ғүмерен төрмәлә үткәргәндәр тураһында түгел, ә беренсе тапҡыр килеп эләккәндәр хаҡында һүҙ алып барам. Нисек кенә булмаһын, кеше тормошон еңеләйтергә, хөкөм ителеү ваҡытында нимә менәндер шөғөлләнеп, уны ауырлыҡһыҙ үткәреп ебәрергә тырыша. Әммә төрмәне бит бөтә тоҡомо менән үҙ йорто иткәндәр бар: атаһы ултыра, ике улы ултыра, ҡартатаһы ултырған. Беренсе тапҡыр ултырғандарҙы бына ошо кешеләрҙән айырым тотоу дөрөҫ булыр ине. Элек, завод-фабрикалар эшләгәндә, колониялар, килешеү төҙөп, заказдар алды, төрмәлә ултырыусыларҙың барыһын да хеҙмәткә йәлеп итте. Хәҙер элекке предприятиелар юҡ, шуға хөкөм ителеүселәр ҙә тулыһынса эшләмәй, буш ваҡыттары күп була. Ә эшһеҙ кеше ниндәйҙер шөғөл табырға тырыша.
Ғөмүмән, кеше алдаусылар, үлтереүселәр, көсләүселәр араһына килеп ингәс, ниндәй яҡшылыҡҡа өйрәнә ала ул? Өҫтәүенә, уны хөкүмәт ашатырға, кейендерергә, йоҡларға урын бирергә, дауаларға, мәктәптә уҡытырға, һөнәр бирергә бурыслы. Кеше бер нисә йылда әҙергә өйрәнеп китә, иреккә сыҡҡас, донъяуи мәсьәләләрҙе нисек хәл итергә белмәй, аптырап ҡала һәм тағы енәйет ҡыла. Һуңғы йылдарҙа ошо юлдан йөрөүселәрҙең күбәйеүе борсолдора.
Совет осоронда төрмә хеҙмәткәрҙәре, участковыйҙар, хакимиәт етәкселәре кеше төрмәнән сыҡмаҫ элек үк, ул ҡайҙа бара, эше буламы, тип, белешеп, тикшереп тора ине. Ә хәҙер һәр ойошмала шәхси хужа, төрмәлә ултырып сыҡҡандар уларға кәрәк түгел.
Уйлауымса, енәйет ҡылғандарҙы бер нисә ай тикшереү изоляторында тотоп, кире иреккә сығарһаң, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Был осраҡта ауыр енәйет ҡылғандар тураһында һүҙ бармай. Сөнки полиция тарафынан ҡулға алынғас та, кешенең асылын ҡурҡыу тойғоһо, һәр нәмәгә шикләнеп ҡарау, бөтә яҡтан насарлыҡ көтөү биләй. Бәлки, уны енәйәтселәр донъяһына барып эләкмәҫ борон ҡотҡарырға кәрәктер? Был осраҡта файҙаһы күберәк булмаҫ инеме икән? Халыҡ араһында шундай әйтем дә йөрөй бит: кем төрмәне бер тапҡыр татыған, ул төрмәһеҙ йәшәй алмай...
Балаң эләкмәһен...
Холоҡ төҙәтеү колонияһында үҫмерҙәр менән эшләгән осорҙа бер райондан 15-кә яҡын ауыр тәрбиәләнеүсе үҫмерҙе, фәһем алһындар, башҡаса тәртип боҙорға теләктәре тыумаһын, тип, хөкөм ителеүселәр тормошо менән таныштырырға беҙгә алып килделәр.
Колония начальнигы миңә тәрбиәләнеүселәр йәшәгән, уҡыған ерҙе, ашхананы, клубты, санчасте, карантинды күрһәтеп сығырға ҡушты. Балаларға, нисә отряд, тотҡонда күпме үҫмер йәшәй икәнен һөйләп, биләмә буйлап барабыҙ. Бына отрядҡа индек. Унда 120 малай йәшәй. Бөтә ер йыйыштырылған, таҙа, карауаттар бер рәткә теҙеп ҡуйылған, аҡ простынялар йәйелгән. Малайҙар эшкә киткән, отряд буш. Артабан клубҡа юлландыҡ, унда ла таҙалыҡ, тәртип, бер нисә малай инструментта уйнап ултыра. Биләмә буйлап үткәндә ҡунаҡтар төрлө-төрлө сәскәләр үҫкән клумбаларға, олондары ағартылған ағастарға, бордюрҙарға ҡарап һоҡланды. Ашханаға индек. Унда дүрт кеше ултыра торған быяла өҫтәлдәр, йомшаҡ ултырғыстар. Ашнаҡсылар һәр төрлө блюдалар әҙерләп көтөп торалар. Бинаның эсендә шундай яҡшы ремонт эшләнгән, бөтә ер ялтырап тора. Унан һуң мәктәпте ҡарарға киттек. Кластар компьютерҙар менән йыһазландырылған, бөтә уҡыу әсбаптары ла бар.
Ни өсөн мин быларҙы енетекләп яҙам һуң? Сөнки сәнскеле тимерсыбыҡ уратып алған биләмә артта ҡалғас, ҡунаҡтарға "Колония тормошо нисек?" - тигән һорау бирҙем. Ҡайһылары өндәшмәне, әммә күпслектең: "Бында ла йәшәргә мөмкин", - тигән яуабы мине ғәжәпкә ҡалдырҙы. Улар бит, асылда, 10 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр колонияның тик тышҡы сағылышын ғына күрҙе. Ә был тәртип, таҙалыҡ ҡайҙан килә, нисек уға өлгәшәләр, кемдәр быны эшләй, тигән уй баштарына ла инеп сыҡманы.
Сер түгел, колонияла күп осраҡта таҙалыҡ, бөхтәлек көс ҡулланыу арҡаһында булдырыла. Һәр отрядта председатель, уның дурт ярҙамсыһы һәм уларҙың һәр береһенең дә тағы дүртәр ярҙамсыһы бар. Һәр кеше нимәлер өсөн яуаплы. Әгәр администрация ҡушҡан эш үтәлмәй икән, отряд ата-әсә менән ҡыҫҡа һәм оҙайлы осрашыуҙан, посылкалар алыуҙан, кино-концерт ҡарауҙан, ваҡытынан алда иреккә сығыуҙан һәм башҡа тейешле ташламаларҙан мәхрүм ителә. Ә бит үҫмерҙәр донъяһы аяуһыҙ, бер-береһенә мәрхәмәтһеҙ мөнәсәбәттәргә ҡоролған. Кем арҡаһындалыр отряд ошо льготаларҙан мәхрүм ҡала икән, унан үс алалар. Иректә үҫмерҙәр, төрмәлә ултырған кеше бер нәмәнән дә ҡурҡмай, тигән романтик ҡараш менән йәшәй. Ә колонияға килеп эләккәс, юғалып ҡалалар, үкенәләр, илайҙар, башҡаса улай эшләмәҫкә, ата-әсәне тыңлап йөрөргә һүҙ бирәләр. Сөнки отрядтағы 150 малай араһында үҙ урыныңды табыу, үҙеңде яҡлай алыу - бик ауыр мәсьәлә. Иректә ваҡытта улар әйткәнде һанға һуҡмай, ҡасан теләйҙәр, шул ваҡытта тороп, теләһә мәктәпкә барып, теләмәһә бармай йөрөгәндәр. Ә колонияла - ҡаты көн тәртибе. Унда ятырға, алтыла торорға, торғас, күнекмәләр яһарға, уҡырға, эшләргә тейешһең. Яйға һалынған көн тәртибе лә кешене тәрбиәләй бит.
Колония буйынса дежурҙа булғанда карантинда Олег исемле малайҙы аҡ простыняға ятҡыра алмағандары, уның простыняны йыйып ҡуйыуы тураһында әйттеләр. Мин унан: "Ни өсөн улай эшләйһең?" -тип һорағас, "Нисек ундай таҙа, аҡ әйбер өҫтөндә йоҡларға мөмкин?" - тип аптыратты. Уның менән һөйләшә торғас, әсәһенең эсеүе, атаһын белмәүе, подвалдарҙа йоҡлап йөрөүе тураһында белдем...
Бына ошо бер нисә миҫалдан сығып ҡына ла, ата-әсәләр балаларҙы ошо әфәттән һаҡлап ҡала алһалар, күпме кешенең тормошо дөрөҫ юлдан барыр ине, тип әйткем килә.
Был тотҡонлоҡтан сығып буламы?
Хәҙерге ваҡытта беҙҙең иң ҙур проблема - үҫеп килгән быуынды наркотиктарҙан һаҡлап ҡалыу.
Әйтерһең, бөтә ергә наркотиктар тултырғандар - мәктәп булһынмы, колледждармы, институттармы... Бер кемгә лә сер түгелдер, үлем һатыусылар төрлө ысулдар менән үҙҙәренең клиенттарын, тип әйтәйек, күбәйтергә тырыша. Тәүҙә улар үҫмерҙәргә дозаны бушлай бирә. Ә хәҙерге заманда шундай көслө матдәләр бар, кеше бер тапҡыр татып ҡарағандан һуң, наркотикһыҙ йәшәй алмай. Интернетта ла үҫмерҙәрҙе "Наркотик ҡулланһаң, баш шәберәк эшләй башлай, хәрәкәттәр етеҙләнә, зиһен арта", тип ҡыҙыҡтыралар. Былар бөтәһе лә, минеңсә, ата-әсәнең балаға аҙ иғтибар бүлеүе, күп ваҡытын эштә үткәреүе һөҙөмтәһенән килә.
Үҫмерҙәр холоҡ төҙәтеү колонияһына Өфө ҡалаһынан Кирилл тигән малайҙы килтерҙеләр. Ул наркотик ҡулланған, таратҡан өсөн биш йылға суд ҡарары менән хөкөм ителгән. Тотҡонда саҡта уның "ломкаһы" башланды. Төндә йоҡлай алмай, һәр ваҡыт асыҡ күҙҙәре быяла кеүек ялтырап тора. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул кеше хәленә инә, малайҙар менән аралаша башлай. Был хәлгә нисек төшөүен һораша торғас, әсәһенең магазин директоры булып эшләүе, эштән һуң ҡайтыуы, өйҙә бөтә нәмәнең булыуы, атаһының ғаиләне ташлап китеүе, уның бәләкәйҙән үк бер үҙе булыуы, аҡсанан өҙөлмәүе тураһында һөйләне. Был осраҡта әсәй кеше, улым матди яҡтан йонсомаһын, ас йөрөмәһен, яҡшы кейенһен, тип кенә ҡайғыртҡан, ә уның эске тормошо, нимә менән шөғөлләнеүе, нимә менән көн үткәреүе хаҡында уйламаған, бының өсөн ваҡыты ла булмаған. Малай мәктәптән һуң ҡайҙа теләй, шунда йөрөп үткәргән һәм наркотикка барып тарыған, уны ҡуллана башлаған. Кирилды наркотик һатыусылар дозаларҙы таратырға мәжбүр итә. Ә был эштең аҙағы билдәле - полиция, суд, колония. Күпмелер ваҡыт үткәс, Кирилл үҙен оҫта ойоштороусы, үҙ артынан малайҙарҙы эйәртеүсе, администрацияның ярҙамсыһы итеп күрһәтте һәм отрядтың председателе булды. Иреккә лә ваҡытынан алда сыҡты.
Шәхси тормошома бәйле, үҫмерҙәр колонияһынан китеп, ололар, йәғни, ун һигеҙ йәштән үткән тотҡондар менән эшкә күсергә тура килде. Төрмәләге аяҡ кейеме тегеү цехында миңә бер тотҡон исемем, атайымдың исеме менән өндәште. Әйләнеп ҡараным да, уны танымауым тураһында әйттем. Мин бит, Кирилл, тине ул. Мин аптырап киттем: олоғайған, яй ғына һөйләшә, тура ғына ҡарап тора, күҙҙәре быяла кеүек ялтырай. Кирилл үҙенең наркотиктан ҡотола алмауы, ауырҙарына күсеүе, шул арҡала тағы ла колонияға эләгеүен әйтте.
Наркомандар араһында, крокодил, тигән төшөнсә бар. Был исемде алған кешеләр торған еренән артҡа табан ҡуҙғала алмай, йәғни, крокодил һымаҡ, алға табан ғына хәрәкәт итә. Уларҙың аяҡтары, ҡулдары серей башлай, был процесты туҡтатырға бер ниндәй ҙә дарыу уйлап табылмаған. Кеше, оҙайлы ауыртыу-һыҙланыуҙарға түҙә алмай, был донъянан китеп бара.
Ошо яҙмамды уҡып, бер кеше булһа ла фәһем алһа, наркотиктың ни тиклем ҡурҡыныс икәнен, нимәгә алып барып еткереүен аңлаһа, ваҡытында туҡтап ҡалһа ине. Ата-әсәләр балаларына күберәк иғтибар бүлһә, улар был упҡынға ҡоламаҫ. "Юлдаш" радиоһынан бер ҡатын уҡыусы улының тәмәке тарта башлауы, быны белеп ҡалып, уның менән һөйләшеүе, илап та аңлатыуы һәм атаһының, малайҙың буш ваҡытында, эш ҡушыуы, урманға барыуҙары, балыҡҡа йөрөүҙәре һәм бына бер нисә йыл малайҙың тартмауы тураһында һөйләгәйне. Ысынлап та, бәләне ваҡытында туҡтатып ҡала алһаң, яҡшыраҡ бит инде ул.
Булат БАЙМОРАТОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА