
Туған тупраҡтың тартыу ҡеүәте ҡайһы саҡ һуғыш ғәрәсәте, дошман баҫҡынсылығы һәм хатта үлемдең үҙенән дә көслөрәк була икән.
Әле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ күпте күргән, яндырылған һәм емертелгән Курск ере 82 йылдан һуң тағы ла нацистар баҫҡынсылығына дусар ителер тип кем уйлаған? 1943 йылдың 5 июленән 23 авгусына тиклем барған Курск дуғаһы алышы Бөйөк Ватан һуғышының төп һәм еңеүле этаптарының береһе була. Ҡыҙыл Армия һөжүме менән вермахт контрһөжүме барышында Көнсығыш Украина яғынан совет-герман фронты үҙәгендә 150 км эскәрәк инеп торған һәм 200 км киңлектәге сығынты биләмә (выступ) хасил була. Тап бына ошо территорияны Курск дуғаһы тип атайҙар ҙа инде. Фашист ғәскәрҙәре ошо Курск дуғаһында үҙенең 30 дивизияһын, 500 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын, 1,5 танкын, 3,7 меңдән ашыу самолетын юғалта. СССР Ҡораллы Көстәре юғалтыуҙары 860 мең кеше тәшкил итеп, шуларҙың 255 меңе һәләк була һәм хәбәрһеҙ юғала. Курск дуғаһы бәрелешендә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн 231 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Курск һуғышында еңеү Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренә артабан совет еренән фашистарҙы ҡыуыуҙа стратегик инициативаны үҙ ҡулына алырға һәм һуғыш барышында ҡырҡа һынылыш яһауға булышлыҡ итә.
Бөгөн Курск тағы ут эсендә. Былтыр 6 августа таңғы 05.30 минутта Украина Ҡораллы көстәре Курскиға баҫып ингәндән һуң, уның 59 тораҡ пункты менән Суджа ҡалаһы 8 ай ҙа 20 көн буйы нацист оккупанттары контролендә була. Шул ваҡыт эсендә Суджа ҡалаһының 300-ҙән ашыу тыныс гражданы дошман ҡулынан һәләк була. Был территорияла барған оҙайлы һәм ауыр бәрелештәрҙән һуң, ниһайәт, быйыл 26 апрелдә Генштаб башлығы РФ Президенты Владимир Путинға Курскиҙы тулыһынса азат итеү хаҡында рапорт бирҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Курскиға һаман тынғылыҡ юҡ. Дошман был территорияны ғына түгел, уның ут күршеләре Брянск, Воронеж, Ростов, Смоленск һәм башҡа өлкәләрҙе лә даими утҡа тота, туҡтауһыҙ шартлатҡыс дрондар яуҙыра, бындағы подстанцияларға, Курск АЭС-ына һөжүм итә. Ләкин Курск халҡы тыныслыҡҡа һыуһаған: күнегелгән тормошона ҡайтып, ауыл һәм ҡалаларҙы аяҡҡа баҫтырыу маҡсаты менән йәшәй, хәрби госпиталь, спорт комплексы, балалар өсөн парк төҙөү менән мәшғүл. Халыҡ тыныс тормош менән үҙ ерендә хужалыҡ итергә, сәсергә, яңынан гөрләтеп баҡса үҫтерергә теләй. Шуның өсөн дә емереклек баҫҡан Суджа ҡаласығын ташлап китмәйенсә, хәүефһеҙ районға күсеүҙән баш тартып, 70-тән ашыу кеше тыуып үҫкән ерендә ҡалып йәшәүҙе өҫтөн күрә, тип яҙа был хаҡта URA.RU мәғлүмәт агентлығы.
Ә был көндәрҙә Рәсәй ғәскәрҙәре фронттың бер нисә йүнәлешендә дошманды ҡыҫырыҡлай. 4 ноябргә ҡарата кис Рәсәй Ҡораллы Көстәре подразделениелары Красноармейск (Покровск) йүнәлешендәге Мирноградта дошман төркөмдәрен ҡамауға алды. Ҡаланың 85 проценты азат ителде. Ҡамауҙа ҡалған дошман тәьминәттән өҙөлдө, яңы көстәр ҙә килеп етә алмай. Бындай хәлдә украин боевиктарына позицияны һаҡлап ҡалыу һис мөмкин түгел, әммә Зеленский бер нәмәгә ҡарамайынса ғәскәрҙең ҡаланы тотоп тороуын талап итә, сөнки, АиФ баҫмаһына хәрби эксперт, подполковник Олег Иванников хәбәр итеүенсә, Красноармейск менән Мирноградта украин командованиеһы алып сығырға өлгөрмәгән көнбайыш ҡорал запасы тороп ҡалған. Уның һүҙҙәренсә, Донецктың был ҡалаларындағы НАТО техникаһы һаҡланған беренсе категориялы склад милке яҡынса 500 млн доллар самаһына баһалана. Ә Владимир Зеленский, украиндарҙың һөйләшеп килешеүҙәр аша тыныслыҡ урынлаштырыу талабына ҡарамаҫтан, көнбайыштан ярҙам теләнселәүен дауам итә. Украина йәмғиәтендә ризаһыҙлыҡ көсәйә. Һалдаттар частарын ташлап ҡаса, илдә асыҡтан-асыҡ көс ҡулланыу юлы менән мәжбүри мобилизация бара. Германияның Handelsblatt гәзите яҙыуынса, ГФР властары Киевҡа Taurus ракетаһы ебәреүҙән баш тартһа ла, илдәге бюджет көрсөгөнә ҡарамаҫтан, киләһе йыл финанс ярҙамы күрһәтергә иҫәп тота. АҠШ-тың НАТО-лағы вәкиле Мэттью Уитакер Зеленский менән осрашыуында Украина конфликтын тамамлау буйынса һүҙ ҡуҙғатыуы хаҡында үҙенең социаль селтәрендә яҙып сыҡты, тип хәбәр итә Новости Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.
Еврокомиссия иһә Украина, Албания, Черногория һәм Молдавияны 2030 йылға Евросоюз берләшмәһенә алыу хаҡында йыл аҙағына тиклем һөйләшеүҙәр башланасағы хаҡында белдерә, ә бына Грузияны демократик принциптарҙан тайпылыуы сәбәпле, берләшмәгә алыу буйынса һөйләшеүҙәр барышы тулыһынса туҡтатылды, тип әйтелә Еврокомиссия сайтында.
Шул уҡ ваҡытта Евросоюз Ҡытайҙан һирәк ҡаҙылдыҡтар алыуҙы сикләүҙең күпмелек зыянға төшөүен иҫәпләгән һәм был йәһәттән бизнестың миллиондарса доллар юғалтыуын асыҡлаған. Мәғлүм булыуынса, һирәк металдар ядро технологияларында, энергетика һәм микроэлектроникала, ҡорал етештереүҙә файҙаланыла. Ә Ҡытай бындай ҡаҙылмаларҙы дөйөм донъя күләменән 90 процентҡа күберәк етештерә.
Әйткәндәй, үткән аҙнала Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин эш сәфәре менән Ҡытайға барҙы һәм КХР дәүләт советы премьеры Ли Цян менән осрашты. Делегация составында вице-премьерҙар, министрҙар, шулай уҡ "Роскосмос" менән "Росатом" дәүләт корпорациялары башлыҡтары ла ҡатнашты. 2023 йылда уҡ әле ике ил араһында сауҙа кимәлен 2030 йылға 300 млрд долларға еткереү буйынса маҡсат ҡуйылғайны. Ләкин осрашыуҙа был күрһәткескә тиклем әле алыҫ булыуы билдәләнде. Быйыл 8 ай эсендә, мәҫәлән, ике-ара сауҙа кимәле 143,76 млрд тәшкил итеп, бының былтырғы ошо осорҙан 9,4 процентҡа кәм булыуы асыҡланды. Осрашыуҙа ике яҡ та тәү маҡсат күрһәткесенә өлгәшеүҙең мөмкин булыуы һәм уның юлдары хаҡында фекер алышты. "Углеводородтарҙан тыш, беҙ Ҡытайҙа яҡшы билдәле булған үҙебеҙҙең экологик таҙа аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһы һатыуҙы йәнләндерә алабыҙ. Ә Ҡытайҙан эшкәртелгән продукция, мәҫәлән, ағастан һәм ауыл хужалығы сеймалы өлөшөн арттырырға мөмкин," - тип һөйләне был турала "Известия" гәзите хәбәрсеһенә эксперт Виктор Пироженко.
Шул да мәғлүм булһын: Ҡушма Штаттарҙың хәрби белгестәре Рәсәй менән Ҡытайҙың разведкалаусы спутниктарын ваҡытлыса томалап тороу маҡсатында тәғәйенләнгән ҡоралланыуҙың ике яңы төр системаһын эшләп бөтөрөүҙе тамамлау өҫтөндә, тип хәбәр итә Bloomberg агентлығы Америка космос көстәре мәғлүмәтенә һылтанып.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА