«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"РИТАЙЫМ", "АХРИТА" БЕЙЕҮҘӘРЕН ҠАСАНДАН АЛЫП БЕЙЕЙҘӘР?
+  - 


Яҙ етеп, ҡояш ҡыҙҙыра башлау менән тау баштарында, ҡалҡыулыҡтарҙа ер ҡарҙан әрселеп, кибә башлағас, эргә-тирәләге ауыл йәштәре шул ҡалҡыулыҡтарға, тау баштарына күтәрелеп, йырлап-бейеп, таңға тиклем дәртләнешеп күңел асырҙар ине элегерәк. Шул яҙғы бейеүҙәрҙе Баймаҡ яҡтарында "ритайым" тиһәләр, Бөрйән районында "ахрита" тип атайҙар.

Нимәне аңлата һуң был атамалар? Үҙем Баймаҡтан булғас, мине "ритайым" атамаһы, нисектер, бала саҡтан ҡыҙыҡһындыра ине. Мәғәнәһен аңлағы килеп, ҡулға килеп эләккән төрлө һүҙлектәрҙе аҡтарғылап, яуап таба алманым. Әммә был ҡыҙыҡһыныуымды һүрелдермәне. Берәйһенән "ритайым" тигәнде ишетеү менән "Нимә була ул?" тип ҡыҙыҡһынып һораша торғайным. Бөтәһенең яуаптарын дөйөмләштереп әйткәндә, "Бейеү була" тигәндән ары китеп булманы.
Әммә, ҡыҙыҡһынып эҙләнә торғас, йәштәрҙең шул уҡ яҙғы бейеүҙәренең Бөрйән районында "ахрита" тип аталыуы һәм "ритайым" менән бер үк ваҡытта үткәрелеүе асыҡланды. Сағыштырып тикшереү ике төрлө аталһа ла, был яҙғы бейеүҙәрҙең бер үк мәғәнәле ритуал бейеү икәне аңлашылды. Тик нимәне аңлата ул был ике һүҙҙәге "рита" тамыры. "Эҙләнгән - мораҙына еткән", тиҙәр бит халыҡта. Яйлап ҡына мин дә башҡорттоң баяғы ритуал бейеүҙәренең мәғәнәһен әҙ-мәҙ булһа ла асыҡлай алдым, тиергә була.
Бейеү халыҡтың үҙенең тарихында булып үткән төрлө ваҡиғаларҙы сағылдыра. "Бейеү ул - халыҡтың күңел көҙгөһө", тип тә әйтергә булалыр, минеңсә. Унда халыҡтың бик борондан килгән донъяуи, дини, мифологик ҡараштарын да күрәсәкбеҙ, әгәр иғтибарлап тикшерә башлаһаҡ.
Төрки телле халыҡтар араһында башҡорттарға иң үҙенсәлекле, бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп иткән бейеүҙәр хас. Ун туғыҙынсы быуатта бер урыҫ ғалимы: "Ҡаҙаҡтар башҡорттарҙың бейеүҙәренә ҡарата "бигерәк килештереп ҡыланалар, кешеләргә улай ҡыланырға ярамай", тигән ҡарашта торалар", - тип яҙған. Башҡорттарҙың ут күршеләре булған ҡаҙаҡтарҙың башҡорт бейеүҙәренә ҡараштары айҡанлы үҙемдең тормошомдан бер ҡыҙыҡ хәтирә һаҡлана. Ҡаҙаҡ милләтле (хәҙер күптән мәрхүм) бер танышым булды. Икәүләп осрашып, әҙ-мәҙ мәй ҙә ҡабул итеп алһаҡ, ул башҡорт бейеү көйҙәрен ҡуя торғайны һәм "Эйй. Яратам мин башҡорт бейеүҙәрен, уларҙа шундай дәрт бит. Әйҙә, бейе әле", - тип үтенә торғайны. Үҙе көйҙө мөкиббән китеп, башын ҡырын һалып тыңлай һәм ваҡыт-ваҡыт "Ихх, ихх...", тип көрһөнөп, тубыҡтарына һуғып ҡуйыр ине. Мин көлөп "ихылдап ултырғансы бейе лә ҡуй", тийем тегеңә. Ул "Һуң мин бит ҡаҙаҡ, беҙҙең халыҡ бейемәй ҙә инде", тип уфтана ине. Мин шунда ғына ҡаҙаҡ халҡында бейеүҙәрҙең бигүк таралмауын белдем. Аҙаҡ, этнограф булараҡ ҡыҙыҡһынып тикшеренгәс, күп кенә төрки телле халыҡтарҙа беҙҙәге кеүек дәртле (ер-емертеп, тиергә була) шашып китеп бейеүҙәрҙең булмауын белдем. Һәр халыҡ тарихи үткән юлында үҙенә кәрәк, тәғәйен мәҙәниәтен булдыра, шул иҫәптән бейеүҙәрҙе лә. Башҡорт бейеүҙәрен (бер нисә хеҙмәтте атамағанда) фәнни нигеҙләп, әле ныҡлап өйрәнгән кеше юҡ. Башҡорт бейеүҙәрен һуңғы йылдарҙа Рита Өмөтбаева ныҡлап пропагандалай. Рәхмәт уға.
Яҙаһы һүҙҙәрем Баймаҡ, Бөрйән һәм уларға күрше райондарҙа әле булһа башҡарылған "Ритайым", "Ахрита", тип аталған яҙғы бейеүҙәр тураһында ине. Был ике атамаларҙың барлыҡҡа килеүе бик боронға, быуаттар төпкөлдәренә төшөп китә һәм башҡорттоң ата-бабаларының береһе булған беҙҙең дәүерҙәргә тиклем Урал һәм уның тирә-яғында көн иткән һинд-иран телле халыҡтар (арийҙар) дәүере менән бәйле. Тарих фәнендә, Уралға төрки телле ҡәбиләләр килә башлағанға тиклем был ерҙәрҙә улар, йәғни һинд-иранлылар (арийҙар) йәшәгән, тигән ҡараш йәшәй. Ошо халыҡтарҙың телендә яҙғыһын ҡар иреп, тәбиғәт уяна башлағанды хуплап, "яңынан күк үләнгә баҫабыҙ, Хоҙайға рәхмәтле булайыҡ", тип башҡарылған ритуал бейеүҙәр хас та беҙ башҡорттоң телендәге кеүек үк "Ритайым", "Ахо рита" тип аталған һәм башҡарылған ваҡыты ла башҡорттар бейегән яҙғы ваҡытҡа тап килә.
Ә был "Ритайым", "Ахо рита", һүҙҙәренең мәғәнәһе нимәне аңлата?
Бейеү - сәнғәттең иң боронғо төрҙәренең береһе һәм кешеләрҙең рухи тормошонда, мәҙәниәтендә борондан уҡ ҙур урын тотҡан. Сәнғәт төрө булараҡ, бейеүҙәрҙә халыҡтың үткәне, борондан килгән донъяуи ҡараштары, мифологияһы үҙенең сағылышын таба. "Ахрита", йәки "Ритайым" тип аталған ритуал бейеүҙәрҙә лә шул боронғолоҡто күрергә була һәм был ритуал яҙғы бейеүҙәр - башҡортто формалаштырыуҙа ҡатнашҡан арийҙар дәүеренең бер сағылышы булараҡ һаҡланып, беҙҙең көндәргә килеп етә алған тарихи ҡомартҡылар.
Был ритуал бейеүҙәрҙең төндә башҡарылыуының үҙ мәғәнәһе бар. Яҙға ҡарай ҡояш нурҙары нығыраҡ ҡыҙҙыра башлай. Боронғо кешеләр быны ҡыштың (ауыр ваҡыттың) үтеп китеп, тәбиғәттең уяныуы, тип аңлағандар. Ҡыш ваҡытында ҡояш теге донъя яғында булып, яҙға был, яҡты донъяға килеп сыға. Боронғо кешеләр төнгө ваҡытты ла теге донъя менән бәйле, тип һанаған. Шуға күрә яҙ көнө ҡыш үтеп, көндәр йылынып, ҡояштың ерҙе ҡыҙҙыра башлауын кешеләр көтөп алған. Уның килеүен көтөп, уға арнап, төнө буйына баяғы ритуал бейеүҙәрен башҡарып, ҡояшты дәртләндереп, уны саҡырғандар, яҡты донъяға ҡалҡып сығыуын түҙемһеҙлек менән көткәндәр. Йәғни кешеләр таңға тиклем түңәрәкләп бейеп, ҡояштың күктәге хәрәкәтен ҡабатлап, ҡояшты үҙҙере менән тиҙләтеп ҡалҡытырға тырышҡандар. Шуның өсөн дә был (ахрита, ритайым) ритуал бейеүҙәре төндә үткәрелгән.
Ахрита, ритайым тигән һүҙҙәрҙең тамырында һинд-иранлыларҙың (арийҙарҙың) "рта", "рита" һүҙе ята. Ошо уҡ тамырға башҡорттоң "рәт" һүҙен дә бәйләргә була. Беҙҙең ҡайһы бер телсе ғалимдарыбыҙ "рәт" һүҙен урыҫ теленән ингән, тип аңлатырға ынтыла. Әммә был төптө яңылыш ҡараш. Башҡорт телендәге "рәт" һүҙе беҙҙең үҙебеҙҙең борондан килгән һүҙебеҙ һәм "тәртип яһау", тигәнде аңлата. Беҙ әле лә "донъяны рәтләйбеҙ", "ул донъяһын рәтләне", йәки "нәмәләреңде матурлап, рәтләп һал", тип әйтәбеҙ. Һәм баяғы "ахрита", "ритайым" тигән һүҙҙәрҙә шул уҡ "рәтләү", "тәртипкә килтереү" тигән мәғәнәлә. Йәғни, төнө буйына Хоҙайҙы маҡтап йырлап, таҡмаҡтар әйтешеп, таңға тиклем бейешеп, башҡорт йәштәре башҡорт донъяһының рәтләнеүен теләгән һәм шуға өмөтләнгән.
Кемдәр улар арийҙар? Тарихсы ғалимдар уларҙың тәү ватанының ҡайһы тирәләрәк булғанын һаман аныҡ ҡына әйтә алмайҙар. Ҡайһы берәүҙәр хәҙерге Төркиә һәм уға яҡын ерҙәрҙә булған, тигән ҡарашта торалар. Икенселәре Ҡара диңгеҙ буйҙарында формалашҡан, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта арийҙарҙың Һиндостан субконтинентына ҡарай юлға сығыуҙарынан алда Көньяҡ Урал һәм уның тирә-яғындағы урманлы-далалы ерҙәрҙә малсылыҡ менән көн күргәндәр, тигән ҡараш та йәшәй тарих фәнендә. Мәҫәлән, бөтә донъяға билдәле инглиз ғалимы Гордон Чайлд арийҙар Урал яҡтарында йәшәгән, тип яҙып сыҡҡайны. Йәғни Чайлд Гордондың фекеренә таянып, арийҙар тәүҙә Уралда, башҡорт ерҙәрендә йәшәгән, тип әйтә алабыҙ. Ниндәйҙер, әлегәсә фәнгә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, улар Урал яҡтарын ташлап, Урта Азия, Афғанстан аша Һиндостанға барып сығып, шунда төпләнәләр.
"Ахрита" һүҙе "Ахо рита" формаһында боронғо иранлыларҙың Авестаһында ла теркәлгән. Авеста иһә, күпселек ғалимдарҙың фекеренә ҡарағанда, беҙҙең эраға тиклем яҡынса VIII-VII быуаттарҙа формалашҡан булырға тейеш. Әммә Авестаның формалашыу ваҡытын ғалимдар әле булһа аныҡ ҡына әйтә алмайҙар. Шулай ҙа иранлыларҙың дини ҡараштарын сағылдырған был ғилем беҙҙең эраға тиклем беренсе мең йыллыҡтың беренсе яртыһында теркәлгән булырға тейеш, тигән ҡараш нығынған фәндә, һәм, уларҙың әйтеүенсә, теле теркәлгән дәүерҙән күпкә алдараҡ уҡ ҡулланылыуҙан төшөп ҡалған, йәғни, күптән юҡҡа сығып, "үле тел" һаналып, тик руханиҙар ғына ҡулланған тел булған, тиҙәр. Ҡағыҙға теркәүгә иң тәүҙә руханиҙар үҙҙәре ҡаршы була. Сөнки, уларҙың ҡараштарынса, китапҡа яҙылғанды уҡып һөйләү Хоҙайҙы һанға һуҡмау, уны ихтирам итмәү, тип һаналған, тик телдән һөйләү генә тере һүҙ һаналған. Шуға күрә лә руханиҙар Авестаны ҡағыҙға теркәүгә бик оҙаҡ ҡаршы булалар.
Әгәр ғалимдар Авестаның формалашыу ваҡытын дөрөҫ билдәләһәләр, ә әлегәсә уларҙың фекерен берәүҙең дә инҡар иткәне юҡ, тимәк, беҙҙең "ахрита", "ритайым" тигән ритуал бейеүҙәргә лә яҡынса шул уҡ йәште бирергә була, тип уйлайым. Йәғни, был бейеүҙәрҙең йәше яҡынса иң кәмендә өс мең йылдан да кәм түгел, тиергә мөмкин.
Боронғо кешеләр яҙғыһын ҡояштың яңы көс менән ҡыҙҙыра башлауын ҡараңғылыҡ батшаһын, ҡара көстәрҙе еңеүе, тип аңлағандар һәм шул еңеүҙе хуплап, дәртләнешеп бейегәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйтешкәндәр.
Шулай итеп, беҙҙең йәштәребеҙҙең ритайым үткәреүҙәренең бик боронғо тамыры барлығын шикләнмәйенсә әйтә алабыҙ. Әлбиттә, хәҙерге быуын кешеләре "ритайым", "ахрита" һүҙҙәренең, бейеүенең мәғәнәһен дә, килеп сығыу тарихын да күптән инде онотҡандар. Хатта был турала уйланмайҙар ҙа. Әммә халыҡтың хәтере бик ныҡ. Бынан әллә нисә мең йыл элек үтәлгән яҙғы ритуал бейеүҙәрен быуаттар буйына башҡарып, йәшәтеп, тере килеш беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлай алғандар. Тағы ҡайһы халыҡта бындай боронғолоҡ һаҡланған икән? Мин быны әйтә алмайым, белмәйем.
Ҡыҙыҡһынып уйланһаң, тикшеренә башлаһаң, халҡыбыҙҙың телендә, йолаларында бик боронғо дәүерҙәр сағылышын күрергә булыр.
Замандаштарыма - үҙебеҙҙең халыҡтың тарихын онотмайыҡ, уға ихтирамлы булайыҡ, уны төплө өйрәнәйек, тикшерәйек, киләсәк быуынға боҙмай, теүәл тапшырырға тырышайыҡ, тигән теләгемде еткергем килә.

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.25 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru