
Был юлдарҙың авторы Айбулат УРАҘБАХТИН үткән һандарҙың береһендә (25-се һан) йәшәйеш нигеҙҙәре, тормоштоң кире ҡаҡҡыһыҙ ҡанундары тураһында тәрән фәлсәфәһе менән уртаҡлашҡайны. Бай тәжрибә туплаған эшҡыуар булараҡ, сираттағы мәҡәләлә ул һүҙҙе йүнселлек, эшҡыуарлыҡ серҙәре хаҡында алып бара.
- Совет власы осоронда шәхси йүнселлек юҡҡа сыҡты, сөнки ул закон менән тыйылғайны. Баҙарҙарҙа алыпһатарлыҡ менән кәсеп иткән кешеләргә "спекулянт" тигән яман мөһөр һуғылды. Шуға ла эшҡыуарлыҡ Рәсәй халҡы өсөн сағыштырмаса яңы төшөнсә.
"Спекулянт"тар өсөн хөрриәтлек заманы үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында, 90-сы йылдары башында килде. Ҙур-ҙур сумкалар, төйөнсөктәр менән улар Мәскәүҙән, хатта Төркиә кеүек сит илдәрҙән әйбер ташыны, кейемгә, ябай ғына көнкүреш әйберҙәренә мохтаж халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙе, үҙҙәре өсөн аҡса һуҡты. Ул замандағы магазиндарҙың буш кәштәләре урта йәштән олораҡтарҙың, ҡурҡыныс төш кеүек, әле лә хәтерендә.
Башлап юл ярыусыларға еңел тура килмәне. Хәүефле һаналды был шөғөл. Таланып, аҡсаһыҙ ҡалғандар, башын һалғандар ҙа булманы түгел. Бөтә ауырлыҡтарҙы йырып сыҡҡандар бөгөнгө бәҫле бизнесмендарҙың төп өлөшөн тәшкил итә. Ошонан сығып, ҡыйыулыҡ - эшҡыуарға хас иң мөһим сифат, тип әйтә алабыҙ.
Уларҙа шулай уҡ яуаплылыҡ тойғоһо бик көслө. Үҙ эшен асырға йөрьәт иткән кеше үҙе, ғаиләһе, ҡул аҫтындағы эшселәре, эш һөҙөмтәләре өсөн, дәүләт (һалым һәм башҡа түләүҙәр мәсьәләһенә ҡағылышлы), йәмғиәт (әйтәйек, экология ҡанундарын боҙмау йәһәтенән) алдында яуаплы. Уның эшен һүлпән алып барырға, бөлөргә хаҡы юҡ. Әгәр ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләмәй, ҡаҙнаға һалым индермәй икән, тимәк, кеше үҙ урынында түгел, көсө етмәҫ йөк алған иңенә, асылына тап килмәгән шөғөлгә тотонған.
Ниндәй генә шарттарҙа ла эшҡыуар күңел тыныслығын юғалтырға, төшөнкөлөккә бирелергә тейеш түгел. Уны көн оҙононда көсөргәнешкә дусар иткән эреле-ваҡлы ваҡиғалар һағалап тора. Шулар йоғонтоһона бирелә икән, ауырлыҡтарҙан арына алмаясаҡ. Бер мәл, тамам хәлһеҙләнеп, һаулығын юғалтып, эшен ябырға мәжбүр булыуы ихтимал.
Ниндәйҙер тауар етештереү, һатыу ойоштороу өсөн илһам, дәрт (энтузиазм) талап ителә. Күңел биреп, ихласлап эшләгәндә генә уңышҡа өмөт итергә мөмкин. Тимәк, йүнселдең илһамлы кеше булыуы мотлаҡ.
Эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнер өсөн маҡсат ҡуйырға һәм унан тайпылмай, бер йүнәлеште генә тоторға кәрәк. Йыйнаҡ, һәр йәһәттән теүәл булыу еңел бирелмәй, тип баҫым яһап әйтер инем. Сөнки беҙҙең заман кешеһенә күңел тарҡаулығы, урынлы-урынһыҙ шөбһәләнеү хас. Күптәр бизнесты төрлө йүнәлештә алып бара. Был тарафта уңмаһам, икенсе тармаҡтан ҡайырып төшөм алырмын, тип уйлайҙар. Әлбиттә, ул Юлий Цезарь сифаттарына эйә икән, тик хупларға ғына ҡала. Үкенескә ҡаршы, ундай булдыҡлы кешеләр арабыҙҙа бик һирәк. Бер юлы төрлө тармаҡта эшләгән таныш эшҡыуарҙар араһында уңышҡа өлгәшкәндәр юҡ иҫәбендә. Көстө, энергияны бүлгеләү һөҙөмтә бирмәй шулай.
Эшҡыуарҙың төп һыҙаттары - сумартлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта байлыҡҡа ынтылыу ҙа. Унда булдыҡлылыҡ, эшһөйәрлек сифаттары ярылып ята. Сумартлыҡ тураһында айырым туҡталып китеү лазым. Сөнки ул - эшҡыуарҙың ҡөҙрәтле һәм үтә мөһим сифаты. Иң төп сифаттарының береһе, тип тә өҫтәргә мөмкиндер.
Белеүебеҙсә, рухлы кеше матди донъяға, әйберҙәргә бәйле түгел. Ул был донъяның фанилығын, йән, рух өсөн материяның тәрбиәүи һәм үҫеш роленән башҡа бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ икәнен аңлай. Материяға йәбешеп ятыу йәнебеҙҙе әйберҙәргә бәйләү теләгенә тиң. Беҙ теге донъяға үҙебеҙ менән бер нәмә лә алып китмәйбеҙ, барыһы ла ошонда, ерҙә, ҡала. Эшҡыуарлыҡ тураһында һүҙ алып барғанда ла, әҙәми зат, ниндәй ҡатламға инеүенә ҡарамай, рухлы һәм камил шәхес булырға тейеш, тигән фекерҙе алға һөрәбеҙ. Әгәр эшҡыуар, тик үҙ кеҫәмә эшләйем, тип уйлай, һалым түләмәй, хәйер-саҙаҡа бирмәй, мохтаждарға ярҙам итмәй икән, уның кәсебе йылдам алға китеүенә шик тыуа. Алам тиһәң, иң элек бирергә кәрәк! Донъялыҡта кеше бер нәмәгә лә хужа түгел. Ул ерҙәге матди байлыҡ менән ваҡытлыса файҙалана ғына. Шуға ла йәне-тәне менән эшҡыуарлыҡҡа бирелгән кеше - Хоҙай Тәғәлә "тамғалаған" йүнсел - хәйриәлек менән даими шөғөлләнә, уны төп бурыстарының береһе тип ҡабул итә. Изге эштәре тураһында ул һөрәнләп йөрөмәй. Халыҡ юҡҡа әйтмәгән бит, изгелек ҡыл да һыуға һал, кеше белмәһә, Халиҡ белер, тип.
Һанап үтелгән сифаттарға бөтә кеше лә эйә түгел, әлбиттә. Шуға ла эшҡыуарлыҡ һәр кемдең ҡулынан килмәй. Дөйөм халыҡтың тик 6 проценты ғына был өлкәлә эшләй, уңыштарға өлгәшә ала. Мәҫәлән, 600 кеше йәшәгән уртаса ауылды алһаҡ, унда 36 эшҡыуар булыуы ихтимал. Уйлап ҡараһаң, был аҙ ҙа түгел, әлбиттә.
Бөгөнгө көндә эшҡыуарлыҡ шөғөлөнә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тартыла. Араларында уны уңышлы алып барғандар ҙа юҡ түгел. Тик Рәсәй ысынбарлығында урын алған, киң мәғлүмәт саралары аша беҙ танып белгән эшҡыуарлыҡҡа гүзәл заттың яҡын тороуына мин ҡаршымын. Беренсенән, баҙар иҡтисадына яңы аяҡ баҫҡан беҙҙең илдә бизнес алып барыуы үтә лә ауыр. Икенсенән, тәбиғәте менән һунарсы һәм малтабар ир-егеткә генә (тышҡа йүнәлтелгән энергия) төҫ ул йүнселлек. Ә ғаилә усағын яғыусы, бала бағыусы, ҡаҙан аҫыусы эске энергия эйәһе - ҡатын-ҡыҙ - баҫа икән был юлға, ҡағиҙә булараҡ, ғаиләлә ҡытыршылыҡтар килеп тыуа. Сөнки был осраҡта гүзәл зат ир-егеттәр фиғелен үҙләштерергә, эргәһендәге көслө заттарҙың ир булмышын баҫырға мәжбүр. Көслө ҡатын янында ир үҙенең асылын юғалта.
Хәҙер рухи һәм матди энергиялар балансы юғалған заман. Нәфсе тыуҙырған матди энергия өҫкә ҡалҡа. Булмағанды булдырырға тырышабыҙ, яҡшынан яҡшыға ынтылабыҙ, аҙҙы күбәйтер өсөн аҡтыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта китап уҡымайбыҙ, ғибәҙәт ҡылмайбыҙ, ата-бабалар васыятын һанға һуҡмайбыҙ. Кешенең үҙ көнитмешен яҡшыртырға йүнәлтелгән тынғыһыҙ эшмәкәрлеге фәнни-техник прогресты алға этәрә. Ә прогресс үҙ сиратында йәмғиәтте яңы үҫеш баҫҡысына күтәрә, йәшәү өсөн яңынан-яңы уңайлы шарттар тыуҙыра.
Эшҡыуарлыҡ миҫалында беҙ тағы ла гендер (социаль ролдәре нигеҙендә ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар билдәләмәһен аңлатҡан термин) проблемаһына ҡайттыҡ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки бөгөн, ҡайҙа ҡараһаҡ та, тәбиғәт, Аллаһ Тәғәлә тарафынан билдәләнгән сиктәр емерелә, төшөнсәләр бутала, кешелек йәмғиәтенең нигеҙ ташы бушай. Аңһыҙ рәүештә беҙ үҙебеҙ уны ҡаҡшатабыҙ, яйлап емерәбеҙ.
Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙар фиғеленә тап килгән йүнәлештәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, косметология йәки башҡа ҡатын-ҡыҙҙар әйберҙәренең селтәр (сетевой) бизнесы. Эшҡыуарлыҡтың был төрө гүзәл заттар асылына, эске энергияһына тулыһынса тап килә. Сөнки ул аралашыуға, серләшеүгә, күргәҙмәләр, мастер-кластар үткәреүгә ҡайтып ҡала. Тик ҡатын-ҡыҙҙың был шөғөлө ғаилә мәнфәғәтенә зыян килтерергә тейеш түгел. Тәүлек әйләнәһенә ул интернетта ултырһа, социаль селтәрҙәрҙән айырыла алмаһа, ҡулынан гаджеттарын төшөрмәһә - эш харап. Был балалар - әсәһен, ир ҡатынын юғалтты тигән һүҙ. Минең хәләл ефетем күп йылдар эшҡыуарлыҡтың ошо йүнәлешендә уңышлы эшләй. Аңлашып, бик татыу көн итәбеҙ.
Тағы ла бер бик мөһим нәмәне онотмаҫҡа кәрәк: ошо рәүешле эшләп алған аҡсаһын ҡатын-ҡыҙ фәҡәт үҙе өсөн генә тотонорға тейеш. Килемде ғаиләне аҫрау (шампунь, теш пастаһы кеүек ваҡ әйберҙәр иҫәпкә инмәй) өсөн сарыфлау тормош иптәшен шаштырыуы, хатта никахтарын емереүе ихтимал.
Әлбиттә, тормошта һәр кем юлды үҙе һайлай. Тик бер ҡасан да, бер ниндәй шарттарҙа ла, ҙур байлыҡ хаҡына ла үҙ асылыбыҙҙы юғалтмаҫҡа тырышайыҡ.
Рәсүл БАЙГИЛДИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА