
Бихисап баҡса эштәре, малға бесән, йорт-ҡураны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мәшәҡәттәре менән йәмле йәй көндәре күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Тиҫтерҙәре менән уйнап, йылға-күлдәрҙә ҡолас ташлап йөҙгән, аҙаҡ тыныс ҡына ял итеү өсөн яр буйында балыҡ ҡармаҡлаған балалар, өләсәйҙәре һәм олатайҙары янына ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәр үҙҙәре йәшәгән ҡала-ауылдарына ҡайтып китте. Быҫҡаҡ ямғырҙары, ыжғыр елдәре менән көҙ ауыл йорттарының тәҙрәләрен шаҡыны.
Тәбиғәттәге үҙгәреш тә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү кәрәклеге тураһында һәр кемдең иҫенә төшөрҙө. Өҫтәүенә, Алмалы ауылына ла газ килеп етә, имеш, тигән хәбәр күҙ асып йомғансы һәр йортҡа инеп сыҡты. Бынан 10-15 йыл элек тә шундай уҡ хәбәрҙе ишетеп, ауыл халҡы шатланғайны. Тик уларға барыбер ашығыс рәүештә иҫкергән мейестәрен яңыртыуҙы хәстәрләргә тура килде.
Тирә-яҡҡа "мейессе Мотаһар" тигән даны таралған ағайыбыҙ, бына бер нисә көн инде балтаһы һыуға төшкән кешеләй, ауыр уйҙарға бирелеп йөрөй. Ғүмер буйы тип әйтерлек мейес сығарған Мотаһар ағай газ тураһындағы хәбәрҙе бик ауыр көрһөнөп ҡабул итте. Ә бына ауылдағылар берсә шатланды, берсә хафаланды.
- Газ мейесе өй йылытыу өсөн генә ярай, барыбер аласыҡҡа булһа ла Мотаһар ағайҙан мейес сығартырға тура килер, моғайын. Беҙ ни, өй мейесендә бешкән икмәкте ашап өйрәнгәнбеҙ ҙә инде, - тип икеләнде улар.
- Ҡыш елдәре тәҙрә шаҡығанда газ үткәргәндәрен көтөп ултырып булмаҫ. Тағы бер ҡышты элеккесә мейесебеҙ йылыһына ҡыуанып үткәрәйек, - тип тынысланды икенселәре.
"Мейессе Мотаһар" тигән даны үҙҙәренең ауылында ғына түгел, хатта яҡын-тирә райондарҙа ла танылһа ла, ағайыбыҙҙың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул эшләгән бураны, семәрле биҙәкле тәҙрә ҡапҡастарын, һуңғы йылдарҙа киң һорау менән файҙаланылған "килен" һандыҡтарын һәм башҡа ағастан эшләнгән бихисап әйберҙәрҙе бөгөн үк Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенә ҡуйырға була. Ул ғына ла түгел, Мотаһар ағай баҫҡан йомшаҡ быйма ҡышҡы һыуыҡтарҙа һәр бер ауылдашының аяғында була. Әммә бар талантлы кешеләргә хас булғанса, Мотаһар ағайҙың да холҡо, халыҡ әйтмешләй, үҙе янында йөрөй.
Шулай ҙа ауыл кешеләре, нисек кенә булмаһын, мейесте унан сығартыуҙы, ул баҫҡан быйманы кейеүҙе өҫтөн күрә. Бер аҙна элек үрге ос Сәйетғәле лә мейессе Мотаһарҙы өйөнә мейес сығарырға саҡырҙы.
* * *
Иртә менән мал-тыуары янындағы эшен тамамлағандан һуң Мотаһар ағай соланындағы кәштәнән инде күпте күргән, ҡайышланып бөткән, ике кирбес оҙонлоғондағы шыйыҡ сыбығын, тоҡҡа тултырылған эш ҡоралдарын алды ла Сәйетғәлеләргә йүнәлде. Төнөн быҫҡаҡлап яуған көҙгө ямғырҙан күтергә әйләнгән урамдың кәртә ситтәренән генә барып, мейес сығарыласаҡ йорт ихатаһының ҡапҡаһын асты. Ыҡсым ғына итеп йыйыштарылған ихатала көрәгенә таянып торған хужа, мейессе менән ихласлап күрешеп, йортона саҡырҙы.
- Әйҙүк, Мотаһар ағай, түрҙән үт, маҡтап ҡына йөрөйһөң, беҙ бына сәй эсергә йыйынғанбыҙ, - тип хужабикә лә мейессене яҡты йөҙө менән ҡаршы алды.
- Сәйләп ултырырға ваҡыт тар, - тип ҡырт киҫте оҫта.
Стена буйында ултырған ялғаштағы балсыҡты, усында әүмәләп, төкөрөгө менән иҙеп ҡараны. Бар ҡиәфәте, килеш-килбәте уның оҫта булыуын такрарлай ине.
- Балсыҡты шул Сапый тауынан соҡоп килтерҙем, - тине хужа, оҫтаның бер алдына, бер артына сығып, ярарға тырышып, - Мотаһар ағай, бөтәһе лә әҙер, эште бөгөн башлаһаҡ та була...
- Ашыҡҡан ашҡа бешкән, тигән мәҡәлде лә онотмайыҡ, Сәйетғәле ҡустым, һәр эштең үҙ мәле, үҙ тәртибе була. Әле ҡоштар ҙа йылы яҡҡа осоп китмәгән. Унан һуң ашығырға мин дә бәйге аты түгел бит, - мейессе өйгә ингәне бирле беренсе тапҡыр ҡаты ғына итеп, күҙҙәрен тултырып, Сәйетғәлегә ҡараны. Уҡтай тура ҡараштан Сәйетғәле хатта бер аҙ албырғап ҡалды.
- Ней, бәйге, тип ней, мейес бик ныҡ иҫкерҙе шул, өй ҡапыл ныҡлап һыуына ла ҡуя, бала-саға өшөй, сирләп китмәһендәр тип ҡурҡам...
- Ана шул-шул, балалар өсөн генә тимәгәндә... - тине оҫта йомшағыраҡ тауыш менән. Һүтелгән мейес кирбесе өйөмөн, алтын эҙләгәндәй, ҡулындағы шыйыҡ сыбығы менән һуҡҡыслап сыҡҡас. - Өҫтәп кирбес алдыңмы? - тип тағы һораулы ҡарашын хужаға төбәне.
- Был да етер ул, Мотаһар ағай...
- Ә-ә-ә, - мейессе, әкрен генә мығырҙап, ишеккә табан йүнәлде.
Мотаһар ағайҙың күңеленә ятмаған һүҙ әйтеүен аңлап, Сәйетғәле ашыға-ашыға:
- Ней, Мотаһар ағай, 100 яңы кирбес аласыҡта ята. Мейесте өр-яңы кирбестән сығарһаң да ризамын, - тине лә мейессенең алдына сығып уҡ баҫты. - Әйҙәгеҙ, тәмләп кенә сәй эсеп алайыҡ, шунан һеҙҙең иректә инде, Мотаһар ағай, бөгөн, тиһәгеҙ - бөгөн, иртәгә, йә иртәнән һуңға, тиһәгеҙ - иртәнән һуңға тотонорбоҙ эшкә.
Мейессе ҡулындағы сыбығы менән кәпәсен күтәреп систе лә самауыр янына барып ултырҙы. Ул көндө Мотаһар ағай менән Сәйетғәле икәүләп мейестең нигеҙен һалып уҡ ҡуйҙылар.
* * *
Оҫтаның холҡон бер аҙ аңлай башлаған хужалар икенсе көндө бер аҙ тулҡынланып көттө. Таң һарыһынан тупһала туҡылдаған аяҡ тауышы ишетелеү менән Сәйетғәле ишек төбөндә ине инде.
- Өйҙәләрме? - тип ишекте шар асып килеп инде Мотаһар ағай.
Ул килеп инеү менән ҙур өй эсе тотошлайы менән тулғандай булды. Сәйетғәлегә хатта бөтә нәмә хәрәкәткә килгән кеүек тойолдо. Ялғаштар янына ҡуйылған ике күнәккә ҡарап, ахырыһы, һыуҙың ҡайҙан килтерелеүен асыҡларға булды мейессе.
- Тимерленәнме?
- Эйе-эйе. Мал-тыуар йылғаға төшкәнсе үк алып ҡуйҙыҡ, - тине Сәйетгәле аҡланырға тырышҡандай.
- Ҡояш нурҙарына ҡойонған һыу иҙмәгә ҡулай була ул, - мейессе, еңдәрен һыҙғанып, күнәктәге һыуҙы, ниндәйҙер уға ғына хас булған ләззәтле ҡараш менән сүмесләп буш торған ялғашҡа ҡойҙо. Шунан инде бәләкәй генә көрәге менән, ипләп кенә балсыҡ алып, уны һыуҙа бутай башланы.
Сәйетғәле эстән генә: "Аллаға шөкөр, башланыҡ шикелле", - тип уйлап та өлгөрмәне, оҫтаның: "Яңы кирбестәреңде килтер әле!" - тигән бойороғо яңғыраны.
Эш башланғас, Мотаһар ағайҙың ҡырыҫ, күмһеү йөҙө яҡтырып, хатта балҡып китте. Һәр кирбесте, сабый балалай күреп, ипләп кенә, хатта ниндәйҙер үҙенә генә хас булған наҙ менән ала ла, әйләндергеләп ҡарағандан һуң, иҙмәне кирбестең бер яғына йәбештерә һәм тейешле урынына ҡуя. Шунан инде, ауырттырып ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, мастерогының һабы менән һаҡ ҡына һуҡҡыслап, тейешле урынына ултырта, артыҡ иҙмәне мастерогы менән ипләп кенә һыпырып ала. Барлыҡҡа килгән тигеҙ кирбес стенаға бер аҙ һоҡланып ҡарап тора. Ә ҡайһы берҙә ҡуйылған кирбесте һурып алып, әйләндерге-ләп ҡарай ҙа икенсе яғы менән элекке урынына ҡуя. Оҫта бик әкрен ҡыбырҙаған кеүек тойолһа ла көн аҙағына тиклем мейес стенаһы яртылаш күтәрелде.
- Ярар, ҡустым, бөгөнгә ошо ерҙә туҡтап торайыҡ.
- Мотаһар ағай, иртәгә лә эште дауам итербеҙ инде, көндәр һыуыныуға бара бит...
- Ҡоштарҙың тупланып осоуына ҡарағанда көндәр әллә ни һыуынмаҫ әле. Ашығып, абынып ҡуймайыҡ. Унан һуң, кисә управ иген келәте ҡыйығының бер осон шифер менән көпләп ҡуйырға ҡушты, тишелгән ерҙәре бар икән. Унда ҡараңғы төшкәнсе эшләргә тура килер, моғайын. Шуға иртәгә килә алмаҫмын. Бына ялғашта иҙелгән балсыҡ өҫтөнә бер аҙ һыу ҡой, кибеп, ҡатып ҡуймаһын. Иртәнән һуңға килгәс, үҙем яраҡлаштырып, балсыҡ өҫтәп бутармын, - һүҙен тамамлағас, хәбәрән һөйләй-һөйләй эш ҡоралдарын таҙартып, йыйыштырып ҡуйҙы ла ҡайтырға йыйынды.
- Мотаһар ағай, киленең сәй табынын яраштырған, әйҙә, сәй эсеп ҡайт, - тине Сәйетғәле.
- Рәхмәт киленгә. Йәшерәк булғанда мин дә һинең кеүегерәк ашыға торғайным. Ә хәҙер бына эшкә түгел, ә киске намаҙға һуңлап ҡуймайым, тип ашығам. Унан һуң, бөгөн бер аҙ арыттырҙы ла. Рауза еңгәң дә, сәйен ҡайнатып, мин ҡайтҡанды көтә лә ултыра торған. Киске сәйҙе урындыҡта иркенләп, йәйрәп ултырып, яйлап эсергә яратабыҙ...
Кискә табан Сәйетғәлеләргә, хәл белергә, тип, күршеһе Мөнир килеп инде.
- Былай булғас, иртәнән һуңға мейесте ослап та ҡуйырбыҙ, моғайын, - тип Сәйетғәле үҙенең шатлығы менән уртаҡлашырға ашыҡты.
- Мейессе Мотаһар алдында әйтеп ҡуйма был һүҙеңде, - тип иҫкәртте күршеһе, - элекке йыл мине нисек ыҙалатҡанын беләһең бит. Уға ярҙам булыр тип, икенсе көн килеүенә яңы мейес стенаһына бер нисә кирбес кенә өҫтәп һалғайным. "Белгәсең - үҙең һал мейесеңде", тип ташлап сыҡты ла китте. Ике аҙна буйына инәлеп йөрөнөм артынан. Миңъямал апай, кеше балаларын ауырытаһың бит, тип әрләгәс кенә, ипкә килеп, эшен тамамланы.
- Инде былай ҙа ни алып, ни бирергә белмәй торабыҙ, - тип уның һүҙен йөпләне Сәйетғәле. - Беләһең бит инде: кинйә малай ни бары биш айлыҡ ҡына әле. Шуға, биш бала менән тығыныраҡ булһа ла, ғаилә менән аласыҡтабыҙ. Уның ҡарауы, йылы, балалар өшөмәй...
* * *
2-3 көндә булмаһа ла аҙна тигәндә Мотаһар оҫта Сәйетғәле мейесенең ҡыйыҡҡа еткән өлөшөн йомғаҡланы. Ҡыйыҡ башына менеп, мөрйә ултыртылыу менән мейескә ут яғырға ла була.
- Мөрйәне ашыҡ-бошоҡ ҡуйырға ярамай, иртәнге ҡояш нурҙары аҫтында ипләп кенә ҡуйырбыҙ, - тигән ҡарарын сығарҙы оҫта.
- Ысынлап та, шулай булһын, - тине Сәйетғәле, оҫтаның ҡарарын бик хафаланып ҡабул итһә лә. - Мейес стеналарын шымартыуҙы ла бер ыңғайҙан миңә өйрәтерһең, Мотаһар ағай.
- Әл-лә-ә мейессе һөнәрен үҙләштерергә ниәтләйһеңме? - тип Мотаһар мейессе Сәйетғәлегә көлөмһөрәп, шул уҡ ваҡытта туп-тура итеп ҡараны. - Ә ниңә өйрәтмәҫкә һиңә! Өйрәтермен, әлбиттә.
Оҫтаның был һүҙҙәре генә түгел, ә уның йылы ҡарашы ла Сәйетғәлене шаҡ ҡатырҙы. Шулай итеп, осҡо Сәйетғәле өйөндәгеләр шатланып та, бер аҙ борсолоп та яңы көн тыуғанын көтөп алды.
Иртәнсәк ҡояш ҡалҡыу менән Мотаһар ағай, ғәҙәттәгесә, өй ишеген шарҙай асып, һаулыҡ һорашып килеп инде. Бөгөн ул ҡултығы аҫтына сәскәле тауарға төрөлгән төйөнсәк тә ҡыҫтырып алғайны.
- Әле иҫәнмеһегеҙ, - тип йылмайып иҫәнләште лә, бер аҙ алғараҡ үтеп, оҫта, тик уға ғына хас булғанса, ипләп кенә килтергән төйөнсөгөн аса башланы. Бер минут үттеме-юҡмы, уның ҡулында бәләкәй генә, ап-аҡ йөндән баҫылған быйма хасил булды.
- Йә, Хоҙай, ниндәй мату-у-р, - ошоға тиклем тауыш-тын сығармай ғына, бар эшен дә еренә еткереп эшләп йөрөгән киленкәйҙең тауышы ине был.
- Был минең иң яҡын дуҫым булған Әбүталип ҡорҙаштың әле аласыҡта сәңгелдәктә ятҡан ейәненә бүләк, - тип ҡулындағы быйманы киленкәйҙең ҡулына тотторҙо ла, яҡында ғына торған ултырғысҡа ултырғас, һүҙен дауам итте. - Әрме хеҙмәтенә беҙ Әбүталип менән бергә киттек, артабан да беҙҙе айырманылар. Шуға тиклем район үҙәгенән ары китмәгән ауыл малайҙарына Сахалинда хеҙмәт итергә тура килде. Ҡырҡ мир балаһы араһында беребеҙгә-беребеҙ терәк, таяныс булдыҡ. Хәрби хеҙмәттә бер кемдән дә ҡалышманыҡ, гелән маҡталып торҙоҡ. Атайҙарға ла беҙҙең турала Маҡтау хаттары яуып торҙо. Ҡышын беҙҙе урманға ағас ҡырҡырға ебәрҙеләр, унда ла үҙебеҙҙе, урманлы ерҙә йәшәп, бысҡы, балта тотоп эшләп өйрәнгән егеттәр булараҡ командирҙар алдында күрһәтә алдыҡ. Бер көндө урмандағы эш барышын тикшерергә батальон командиры ла килгәйне, - тип һүҙен дауам итте оҫта. - Ул, эш ҡоралдарын уңай ҡулланып, йәһәт эшләгәнебеҙҙе күреп: "Молодцы, сынки, из каких краев будете, орлы?" - тигән һорауына бер тауыштан: "Беҙ - Башҡортостандан", - тип яуапланыҡ. "Знаю башкир, в свое время вместе воевали на фронтах. Знатные были парни!" - тине ул. Командировка ваҡыты бөтөп, частҡа ҡайтҡас, иртәгеһенә бөтә батальон алдында икебеҙгә лә Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
- Шулай-шулай, Мотаһар ағай, атайҙың хәрби частан бирелгән грамоталарын һәр ваҡыт балаларыма күрһәтеп алам.
- Дөрөҫ эшләйһең, ҡустым. Балалар олаталарының кем булыуын белеп, уларға тиңләшеп үҫһендәр!
- Сәйетғәле ҡустым, - тип һүҙен дауам итте Мотаһар ағай. - Иң ҡыҙығы: икебеҙ ҙә бер көндә "дембель" ҡағыҙын алдыҡ. Тик бына Әбүталип ҡорҙаш иртә китте арабыҙҙан. Йәне йәннәттә булһын уның, - тип Мотаһар ағай, күҙҙәрен һөртөп, сылт-сылт йомғолап алғас, - әйҙә, Сәйетғәле ҡустым, эшебеҙҙе йомғаҡлап ҡуяйыҡ. Әгәр мейессе һөнәрен үҙләштерәм, тиһәң, минән һиңә фатиха. Ваҡытың булғанда минең менән мейес сығарырға йөрөп, һәр кирбесте үҙ ҡулдарың менән тотоп, ҡайһы урынға, нисек ҡуйырға өйрәнерһең.
Ысынлап та, һәр эштең үҙ нескәлектәре бар шул. Мотаһар ағайҙың ҡушыуы буйынса Сәйетғәле, өй ҡыйығына тиклем кирбестән һалынған мөрйәгә, ҡыйыҡҡа йәм биреп торғандай ялтыр тимер торбаны өҫтәү өсөн ҡыйыҡ башына мендереп, ҡыйыҡтағы торба ҡуйыла торған уйымға урынлаштырҙы. Мотаһар ағай әкрен генә, бик ҙур һаҡлыҡ менән тимер торбаны мөрйәгә ныҡлап тоташтырып ҡуйҙы.
- Бына, Сәйетғәле ҡустым, мейесең әҙер булды, әйҙә, ҡыйыҡ башынан төшөп, "бисмилла" итеп, ут тоҡандырайыҡ.
Эш тамамланды! Мотаһар оҫта менән Сәйетғәле, өй ҡыйығында яңы мейес мөрйәһенең маһайып ултырыуын күреп, ҡыуанды. Яңы мейескә утын яғыу мәле етте.
Ә оҫта күңеле менән бөтөнләй икенсе донъяла ине. Уның, сабыйҙарса йылмайып, мейесте бала иркәләгәндәй һыйпап йөрөүе үҙе бер мөжизә кеүек ҡабул ителде.
Мотаһар ағай Сәйетғәле көнэлгәре өйгә индереп ҡуйған бер ҡосаҡ утынды усаҡҡа берәмләп, һаҡ ҡына һалды ла, сүмесләп кенә ҡаҙанға таҙа һыуҙы яртылаш тултырғас, усаҡтағы утындар араһына сыра менән ҡайын туҙы һалып, ут тоҡандырҙы.
Аҙна буйы мейессе янында бесәй кеүек кенә баҫып йөрөгән бала-саға, мөрйәнән һүрән генә төтөн сығыуын күргәс тә, уны-быны ҡарамай, шаулашып, эркелеп өйгә инделәр ҙә, оҫтаның мейес стеналарын йылмайып, һыйпап йөрөүен күреп, шымып туҡтап ҡалдылар. Уның һәр хәрәкәтен һоҡланып күҙәтеп торған ғаилә ағзаларына, оҫта, ярышта еңгән батырҙай, йылмайып баҡты. Ысынлап та, ул бит тағы ла бер өйгә йылы бүләк итте.
Хужалар тиҙ арала өҫтәлгә табаҡ менән боҫо борҡорап торған ит, бәләкәйерәк ике табаҡта бишбармаҡ һәм ошо сара өсөн махсус әҙерләнгән буҙаны ҡуйҙы.
- Йә, хушығыҙ, өҫтәлдәге ризыҡтан ауыҙ итегеҙ, Мотаһар ағай, әсәй махсус ошо табын өсөн буҙа ла ҡойған. Әсәйҙең буҙаһы тәмле була ул - тип хужа ҡунаҡты ҡыҫтай башланы.
- Ай-һай, Мотаһар ағай, мейескә ут тоҡандырғас ней, өйгә йәм кереп, йылынып киткәндәй булды, - тип Сәйетғәле өҫтөндәге кәстүмен сисеп үк ҡуйҙы.
- Эйе, эйе, өй йылына, йылына, мейесте ысын оҫта сығарҙы бит. Рәхмәт, Мотаһар, - тип ҡыуанып Сәйетғәленең әсәһе лә улының һүҙҙәрен ҡеүәтләне .
- Минең һүҙҙе йыҡмай килгәнегеҙ өсөн рәхмәт инде, Мотаһар ағай, - тине ихласлап Сәйетғәле.
- Ярай, хужалар, мейесегеҙҙең мөнфәғәтен күрегеҙ, ул да үҙегеҙ кеүек ихлас йылмайып, өйөгөҙҙө йылытып торһон, - тип оҫта эш ҡоралдары һалынған тоғон, шыйыҡ сыбығын алды. - Әбүталип ҡорҙаштың рухын рәнйетмайенсә, матур йәшәйһең, Сәйетғәле ҡусты, артабан да шулай булып ҡал, - тип ишеккә табан йүнәлде.
Сәйетғәле ошо бер аҙна эсендә Мотаһар мейессенән бик күп фәһем алырлыҡ һүҙҙәр ишетеүен, ябай ғына ауыл кешеһенең күңелендә донъяға, кешеләргә ҡарата ғәжәп фәһемле сер ятыуын, ауылдаштарына ғына түгел, хатта әйләнә тирәһендәге мөхиткә, ябай көнкүреш әйберҙәренә лә ни тиклем иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуын аңланы. Тап ошондай ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы ла булған заттарының булыуы арҡаһында ауылдарыбыҙҙың ҡото, йәме һаҡлана икән, тигән уйынан, ниндәйҙер бығаса тойолмаған рәхәтлек кисереп, йылмайып, яуҙа еңгән батырҙай тойҙо үҙен Сәйетғәле.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА