«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҪКЕ ТОРМОШ КҮҘ ҺӨРТӘ, ЙӘКИ СОВЕТ ЗАМАНЫН ҺАҒЫНАҺЫҒЫҘМЫ?
+  - 


Йыл да 7 ноябрь яҡынлаша башлау менән, бер быуаттан элегерәк атҡарылған Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһы, уның нәтижәһендә яңыртып ҡоролған тормош хаҡында иҫләмәгән оло кеше юҡтыр. Ул көн иң ҙур байрам булып аңыбыҙға һеңеп ҡалған бит инде.
Ҡыҫып-һөйөп үпте лә, әсәйем бөгөн мине:
Тор, йыуын, тиҙерәк кейен, күҙ нурым, гөлөм тине.
Бөгөн Октябрь көнө, байрам көн бөгөн тине,
Ленин беҙгә был көндө ҙур бәхет бирҙе тине…

Ошо шиғыр әле булһа ҡолағымда сыңлай. Беҙ - мәктәп уҡыусылары йыл да уҙғарылып торған байрам парадын ҡарауҙы әллә ни күреп, велосипед менән, хатта йәйәүләп тә, ауылыбыҙҙан ун саҡырым тирәһе ятҡан район үҙәгенә - Баймаҡҡа барырға ла йыбанмай торғайныҡ. Байрамса кейенгән барса ҡала халҡы - урамда! Патронташтарын яуырындары аша арҡыс-торҡос бәйләгән, штыклы мылтыҡ аҫҡан, бушлат кейгән эшсе, революцион матрос, һоро шинель һәм башына папаха кейгән, ярлы крәҫтиәнде һүрәтләгән һалдаттың ҙур колонна составында Ленин урамы буйлап килгәнен күреү беҙгә ғәйәт ҡыҙыҡ. Ә инде ҡылыс таҡҡан һыбайлы "настаяшный Чапай"ға ысын күңелдән шатланабыҙ. "Бобик" машинаһының тышын фанир менән көпләп яһалған "броневик", "максимка" пулеметы беркетелгән, пар ат егелгән "тачанка", шунда ултырып барған пулеметчица "Анка", атты ҡыуып барыусы "Петька" һәм башҡаларға ҡарап, ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереүе - их рәхәт, күңелле!.. Барыбыҙҙың да ҡартатайҙарыбыҙ ҡасандыр беҙгә "ирек яулаған" шундай батырҙыр булған бит… Ҡыҙыл флагтар тотҡан бер төркөм мәктәп балалары дәртле революцион йыр һуҙып ебәрә:
Вышли мы все из народа,
Дети семьи трудовой.
"Братский союз и свобода!" -
Вот наш девиз боевой…
Бала-сағым, үҫмер йылдарым бер-бер артлы күҙ алдымдан үтә. Үҙем Ирәндек буйында үҫкән булғанғалыр ҙа, мәктәптә өйрәнгән "Күк Ирәндек буйында" йырын айырыуса яратып йырлай торғайным. Оло быуын вәкилдәре уны яҡшы хәтерләй, әлбиттә. Ауыр эштән һис ҡурҡмаған, алтын табыу шахталарында (беҙҙең ауылдан алыҫ булмаған Түбә руднигында), алтын йыуыу заводында эшләүсе "һөйәлләнгән ҡуллы Урал улдары" менән "Урал ҡыҙҙары"на дан йырлаған был йырҙа ошондай куплет бар:
Бегун йүгерә заводта
пар йырлаған тауышҡа
гөрләп-сайҡалып.
Иҫке тормош күҙ һөртә,
шыңшый-шыңшый йәш бөркә
ситкә тайпылып.
Йырҙың ана шул урынына килеп еткәс, минең күҙҙәремә йәш килә. "Иҫке тормош"то ҡыйырһытылып, бер ситтә генә илап торған етем бала һымағыраҡ итеп күҙ алдына килтерәм дә, нишләптер, уны йәлләйем… Ә шулай ҙа, "батша төшмәгән булһа, ошо көнгә ҡәҙәре әлеге "иҫке тормошта" алама ыштан, сабата кейеп, мәктәптә лә уҡый алмай, тома наҙан булып йөрөр инек әле" тип, үҙемде йыуатып та ҡуям.
Беҙ үҫкәндә баҫыуҙарҙа яҙлы-көҙлө тракторҙар, комбайндар гөрләй ине инде. Мәктәптә шуларға ҡағылышлы шиғыр уҡыйбыҙ:
Ана килә трактор,
Һуҡа бабай йыраҡ тор!
Һинән артыҡ эшләгәнде
Ситтән генә ҡарап тор!
Шиғырҙы уҡыған саҡта, шундай алдынғы техника тик беҙҙең социалистик илебеҙҙә генә бар, ә башҡа капиталистик илдәрҙә һаман һуҡа менән ер һөрәләр, ураҡ менән иген ураларҙыр, моғайын, тигән ышаныстамын. Сөнки беҙҙәге һымаҡ революция уларҙа булмаған бит. Тик клубтарҙа "Һауынсылар бейеүен" бейегәндә: "Америка Штаттарын ҡыуып етербеҙ әле. Ҡыуып етеп, уҙып китеп, ҡыҙыҡ итербеҙ әле", тип йырлауҙары күңелгә ятып етмәй. Нисек инде, беҙ шул капиталистарҙан ҡалышабыҙмы икән?.. Ышанғы килмәй! Үҙебеҙҙең барыбыҙҙың да эшсе-крәҫтиән балалары булыуыбыҙға шатбыҙ. Һәр хәлдә, мин үҙем шундай инаныуҙа булдым. Аллаһҡа ышанып, намаҙ уҡып йөрөүсе бәғзе бер оло кешеләргә лә "иҫкелек ҡалдығы" тип ҡарай инек. Ул саҡ беҙҙә дингә бик кире ҡараш тәрбиәләнеләр шул… Атайым йәш сағында башҡа райондан күсеп килгәнлектән, минең социаль сығышым хаҡында ауылыбыҙҙа берәү ҙә белмәне. Ҡайҙан ғына белһендәр инде, хатта мин үҙем дә был хаҡта бер аҙ һуңыраҡ, үҫеп еткәс кенә, хәбәрҙар булдым. Атайымдың атаһы - Шаһишәриф ҡартатайым Йылайыр районы Ис-ҡужа ауылының иң һуңғы "указный" муллаһы, әсәйемдең атаһы ла хәлле крәҫтиән булыуы хаҡында ул саҡта беҙгә һөйләгеләре килмәгәндер… Ә бит, ысынлап та, барса тоҡомо борондан ошо ауылда йәшәп килгән бәғзеләр турында "насар" хәбәрҙәр йөрөмәне түгел. Бер эшсән генә ағай була торғайны. Уның тураһында кешеләрҙең ҡайсаҡ үҙ-ара "Рәхимйән - кулак балаһы бит ул" тип бышылдашҡаны ишетелгеләй ине. Шундай яҡшы кешенең атаһы ҡасандыр илдән һөрөлгән "кулак" булғанлығына ышанғы ла килмәй… Сөнки беҙ кулакты сатирик һүрәттәрҙә төшөрөлгән йыуан ҡорһаҡлы, һаран, ҡуйынында йәшереп "обрез" йөрөткән, тик яуызлыҡ ҡына ҡылырға уйлап йөрөгән Совет власының дошманы итеп күҙ алдына килтерҙек. Ғөмүмән, беҙ - пионерҙар, һуңғараҡ, комсомолецтар бына шундай инаныуҙа үҫтек.
Октябрь Революцияһынан һуң илебеҙҙә индустриализация курсына ярашлы әллә күпме гигант заводтар, электостанциялар төҙөүҙең, сиҙәм күтәреүҙең халҡыбыҙ өсөн бик кәрәкле булыуы һәр кемгә асыҡ. Мәктәптәрҙә, башҡа урта һәм юғары уҡыу йорттарында бушлай уҡытыу, медицина ярҙамы, властар тарафынан хатта ғаилә бөтөнлөгөнә лә ныҡ иғтибар итеү кеүек ыңғай яҡтар Совет иленә хас булғанлығын күрмәмешкә һалышыу ҙа ғәҙел булмаҫтыр. Ысынлап та, беҙ бит совет заманында түләүле уҡыу йәки дауаланыу тураһында хатта күҙ алдына ла килтерә алмай торғайныҡ. Сит илдәрҙә халыҡ көнкүрешендә шундай мөһим нәмәләр түләүле булыуы хаҡында ишетеп, ғәжәпләнә инек.
Бөйөк Коммунистар Партияһы етәкләгән ошо илебеҙҙе күҙ ҡараһындай күреп һаҡларға кәрәклеге лә барыбыҙҙың аңыбыҙға ныҡ ҡына һеңә килде. Яратҡан илебеҙ өсөн һәммәбеҙ утҡа-һыуға инергә әҙер. Немец фашистарын дөмөктөрөп, бөтә Европаны оло афәттән ҡотҡарыусы данлы Армиябыҙҙа хеҙмәт итергә һәр малай ашҡынды. Минең дә хәрби кеше булып китеүемә ана шул осор тәрбиәһе ныҡ йоғонто яһағанлығы - һис шикһеҙ. Халҡыбыҙ үҙен һаҡлаусыларын яратты, уны насарлау түгел, хатта ул хаҡта ҡырын һүҙ әйтергә лә бер кемдең дә теле әйләнмәне. Һалдатмы ул, офицермы, хәрби кешене бөтә халыҡ ихтирам итте. Һәр хәлдә, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа шулай ине бит. Мин ялға һәр саҡ ялтлап торған хәрби кейемдә ҡайта инем. Яҡташтарыбыҙҙың йылы мөнәсәбәтен тойоу минең өсөн ҙур бәхет булды. СССР-ҙа бар халыҡтар бер ил эсендә дуҫ йәшәнек…
Ә инде Коммунистар Партияһының һуңғы генераль сәркәтибе Михаил Горбачев "үҙгәртеп ҡороу" эштәрен башлап ебәргәс, үҙебеҙ тыуып үҫкән социалистик ҡоролошҡа ҡарата ҡарашыбыҙ ҡырҡа, хатта бөтөнләйгә икенсе тарафҡа боролоуын, әлбиттә, бер кемебеҙ ҙә инҡар итә алмаҫбыҙ. Барыбыҙ ҙа шул уҡ кешеләр булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, илдә алып барылған сәйәсәткә тиҙ арала яраҡлаша барған киң мәғлүмәт саралары пропагандаһы эҙһеҙ үтмәне. Күптән түгел батшалыҡ заманын яманлаған һымаҡ, кисәге Совет осорон ныҡ ҡына тәнҡит утына тотоусылар ҙа табылды. Бөйөк Советтар Союзы ла тарҡалды, гөрләп торған колхоз-совхоздар ҙа бөтөрөлдө. Илебеҙ хатта капиталистик дәүләткә лә оҡшай бирә төштө. Ә халҡыбыҙ барыбер һәр саҡ матур йәшәргә ынтылды. Баштараҡ, Совет осоронда, бала саҡтан дингә кире ҡараш тойоп үҫтек тигән инем. Эйе, ундай осор булды, әммә, бәхеткә, социалистик илебеҙҙә лә иманына тоғро булған оло быуын кешеләре барыбер ҙә була килде. Исҡужа ауылында йәшәгән Фазылйән олатайым (атайымдың бер туған ағаһы), беҙҙең Мәмбәт ауылында Солтанхәмит олатай һымаҡ дин тотоусы, фарыз ғибәҙәттәрен ҡалдырмаған кешеләр һирәк кенә булһа ла, ауылдарҙа бар ине шул. Минең атайым менән әсәйем дә бала саҡтарында уҡ намаҙ уҡырға өйрән-гән булғандар икән. Күпмелер ваҡыт, башҡаларҙан (шул иҫәптән, беҙҙән - балаларынан да) йәшерен генә намаҙ уҡып, ураҙа тотоп йөрөгәндәре хаҡында улар олоғая башлағас ҡына белдек… Ә инде "үҙгәртеп ҡоролған" яңы хөкүмәт рөхсәт итеү менән, туҡһанынсы йылдары һәр ауылда тиерлек әүҙем рәүештә мәсеттәр төҙөү эштәре башланды, ҡалаларыбыҙҙа мәҙрәсәләр асылды. Халыҡ күпләп, иркенләп иманға килә башланы, әлхәмдүлилләһ. Бөгөнгө көндә минең тыуып үҫкән Мәмбәт ауылында ла матур мәсет бар. Эшһөйәр ауылдаштарым хәйриә аҡсаһына төҙөп ултыртҡан уны. Балалыҡ дуҫым Ишмөхәммәт Хөснитдин улы Мөрсәлимов унда имам вазифаһын ихлас башҡара, йыйын-мәжлестәрҙә ауыл халҡын дингә саҡыра. Ауылдарыбыҙҙа "Айыҡ ауыл" тип аталған хәрәкәт киң ҡанат йәйгән. Был - үҙе бер ҙур ҡаҙаныш. Олпат йәштәрҙәге ағинәйҙәребеҙҙең ошо өлкәләге әүҙемлеге, йәштәребеҙҙең шуны хуплауы, ауыл хакимиәттәренең был эшкә ярҙам ҡулы һуҙыуы үҙе ни тора! Колхоз-совхоздарҙың бөтөрөлөүенә ҡарамаҫтан, ғәйәт эшлекле егеттәр һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҙа табылды, фермер хужалыҡтары төҙөп алды күп кенә эшһөйәр йәштәребеҙ. Шәхси хужалығында күпләп эре, ваҡ мөгөҙлө малдар үрсеткән эшлекле ауылдаштарым да байтаҡ ҡына. Ҡырҙа йөрөгәнемдә, һәр ауыл тирәһендәге өйөр-өйөр йылҡы малы көтөүҙәрен күреп шатланып, милләттәштәрем өсөн һөйөнөп бөтә алмайым. Бынан тыш, имәк бешереү, мебель яһау, йорт төҙөү һымаҡ башҡа төр файҙалы кәсеп мөнән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Тыуған ауылында үҙ эшен асҡан синыфташ дуҫым Әсҡәт Әбделхай улы Ғөбәйҙуллинды миҫал итеп килтерә алам. Пилорама яһап, инде оҙаҡ йылдар ул яҡын-тирәләге ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Халыҡ өсөн Аллаһ йорто, башҡа файҙалы нәмәләр төҙөүгә матди яҡтан әүҙем ярҙам күрһәтә. Күптән түгел Аҡморон ауылында өр-яңы мәсет бинаһын күтәреп ҡуйҙылар. Киләсәктә бына шундай зыялыларыбыҙ үҙҙәренең шәхси предприятиеларын артабан да үҫтереп, малдарын ишәйтеп, бер килке ауылдаштарына эш урындары булдырыр, хатта күп кенә эшһөйәр йәштәр аҡса эшләр өсөн сит тарафтарҙан үҙ ауылдарына ла ҡайта башларҙар, тигән өмөт тә юҡ түгел.
Әлбиттә, Совет осоронда халыҡты диндән дүндереп, уҙған быуаттың утыҙынсы йылдары, бай булған өсөн генә властар тарафынан бихисап кешене һәләк итеүҙәрҙе бер нисек тә аҡлап булмай! Киреһенсә, киләсәкке быуындарға ғибрәт өсөн улар хаҡындағы тарихты "ташҡа яҙып" ҡуйыу кәрәк. Әммә, әллә ҡасан был донъянан киткән батшаларҙы, хөкүмәт әһелдәрен гел генә ғәйепләп, ауыҙ һыуыбыҙҙы ҡоротмайыҡ әле, тимәксемен. Улар ҙа бит, ҡасандыр, халыҡҡа яҡшы булһын тип тырышҡан. Тик, кемдер әйтмешләй, "хотелось как лучше, получилось как всегда…" Хаталанмаған бер әҙәм балаһы ла юҡ был донъяла. Ҡасандыр "ҡыҙыл большевик" булып йөрөһөнмө, йә иһә, киреһенсә, уларға ҡаршы һуғышҡан "аҡтар" отрядында булһынмы, ата-бабаларыбыҙҙың береһен дә әрләгем килмәй. Өйөр-өйөр йылҡылары булған байҙар булһынмы, йә уларға көтөүсе булып эшләгән ярлы халыҡмы - барыһы ла миңә яҡын…
Аллаһ Тәғәлә биргән бөгөнгө һәр көнөбөҙ өсөн шөкөр итеп, киләсәгебеҙ өсөн Уға доға ҡылып, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй йәшәйек әле дуҫтар! Үткән замандарҙың етешһеҙлектәрен күрһәтеп, тәнҡитләүселәр былай ҙа аҙым һайын. Интернеттар хәҙер шундай нәмә менән тулған. Шуға күрә мин һәр замандың, шул иҫәптән, СССР-ҙы тарҡатыусы әлеге "үҙгәртеп ҡороу" осороноң да, бөгөнгө көндөң дә ыңғай яҡтары булғанлығын күрә белеү кәрәк тип һанайым һәм ана шул нәмәләрҙе гәзит уҡыусыларының иҫенә төшөрөүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым да инде. Бына шулай, ҡәҙерле милләттәштәрем, заманаларға зарланмай, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, дуҫ йәшәһәк, балаларыбыҙҙы ла кешеләрҙе яратыу тойғоһонда тәрбиәләргә тырышһаҡ, милли ҡиммәттәребеҙҙе, динебеҙҙе оноттормауға барлыҡ көсөбөҙҙө йүнәлтһәк, киләсәк тормошобоҙ тағы ла матурыраҡ булыр, ин шәә Аллаһ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru