
11 ноябрҙә тура бәйләнештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡының, журналистарҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Эфир БСТ, "Рәсәй 24", "Башҡортостан 24", "Вся Уфа", "Сәләм", UTV, "Юлдаш" радиостанцияһында, шулай уҡ Республика Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә барҙы.
Быйыл тура бәйләнеш 4 сәғәт тә 23 минут дауам итте. Республика халҡы уның барышында һәм алдан төбәк етәксеһенә барлығы 8,5 меңдән ашыу һорау юлланы. Уларҙың 60-тан ашыуына яуапты Радий Хәбиров тура эфирҙа бирҙе. Ҡалғандары, эшлекле саралар күреү өсөн, муниципалитеттарға, министрлыҡтарға һәм башҡа яуаплы ведомстволарға йүнәлтеләсәк.
Тура бәйләнеш аҙағында Радий Хәбиров республика халҡына рәхмәтен белдерҙе:
- Бөтә республика халҡына ҙур рәхмәт белдерәм. Парадокс, һорауҙар ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Был кешеләрҙең беҙгә ышаныуын, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүен күрһәтә. Һорауҙарҙы бүлеп, тиҙ арала хәл итеү юлдарын табырбыҙ. Шулай уҡ ваҡыт талап иткән мәсьәләләрҙе лә хәл итербеҙ. Биргән вәғәҙәләрҙең барыһын да үтәйәсәкбеҙ. Тура бәйләнешкә ҡушылғандарҙың барыһына ла - белгестәргә, журналистарға, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә рәхмәтемде белдерәм. Бик күп мөһим һорауҙарға яуап бирҙек. Сабырлыҡ һәм конструктив диалог өсөн рәхмәт, - тине ул.
Быға тиклемге тура бәйләнештәрҙең береһендә Радий Фәрит улы шулай тигәйне: "Тура ҡарап, бирелгән һорауҙарға яуап биреп ултырыу бик үк ябай эштәрҙән түгел. Әммә был кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе бик тиҙ хәл итеү алымының береһе". Ниндәй мәсьәләләр борсой икән халыҡты, артабан ҡарайыҡ.
Һаҡлаулымы?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнештә "Известия" баҫмаһының хәрби хәбәрсеһе Эмиль Тимашев республиканың пилотһыҙ аппараттар һөжүмен кире ҡағырға ни тиклем әҙер булыуы хаҡында һораны. "Әлеге ваҡытта дошман дрондары даими рәүештә Башҡортостанға килеп етергә тырыша, йыш ҡына "Келәм" планы индерелә. Һөжүмдәр йышыраҡ һәм системалыраҡ була бара. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә "Газпром нефтехим Салауат"ҡа бер юлы алты дрон һөжүм итте. Бер нисә йыл элек Башҡортостанда стратегик объекттар бындай хәлгә әҙер түгел ине. Ҡыҫҡа ваҡытта саралар күрергә тура килде. Башҡортостанда стратегик мөһим объекттарҙы һаҡлау мәсьәләһе менән шөғөлләнгән террорға ҡаршы комиссия ойошторолдо. Пассив һаҡланыуға килгәндә, төбәктә үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән антидрон селтәрҙәре ҡулланыла. Актив һаҡлауҙа Рәсәй Оборона министрлығы ярҙам итә. Улар төбәккә юлланған осоусы шикле объекттар тураһында хәбәр итә. Теләһә ҡайһы урынға машина менән юлланырға әҙер төркөмдәр бар", - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда "Панцирь" зенит һәм шыма көбәкле ҡорал бар. Радиоэлектрон баҫтырыу сараларының бер нисә быуыны алмаштырылған да инде. Хәүеф янағанда предприятие хеҙмәткәрҙәрен шунда уҡ һыйыныу урынына эвакуациялайҙар. "Беҙ үҙебеҙҙе нисек яҡларға кәрәклеген беләбеҙ. Бөтә предприятиелар ҙа тотҡарлыҡһыҙ эшләй. Башҡортостан халҡын ығы-зығыға бирелмәҫкә, ялған мәғлүмәткә ышанмаҫҡа һәм рәсми хәбәрҙәр көтөргә саҡырам. Әгәр нимәлер булһа, беҙ был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтәбеҙ, проблеманы йәшермәйбеҙ. Бер кемде лә бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Беҙгә килгән Оборона министрлығы көстәре һәм предприятиларҙың хәүефһеҙлек хеҙмәттәре үҙ эшен һөҙөмтәле башҡара, тип иҫәпләйем", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Кәрәкле программа
Стәрлетамаҡтан "Боксер" позывнойлы "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Алексей Сухоруков исемендәге айырым реактив артиллерия батареяһы командиры гвардия өлкән лейтенанты Александр Козоногов "Башҡортостан геройҙары" программаһының киләсәге тураһында ҡыҙыҡһынды.
"Башҡортостан геройҙары" программаһы һис шикһеҙ дауам итәсәк,- тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙ ветерандар һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһына етди ҡарайбыҙ. Әле 70 кеше уҡый. Беҙҙең бурыс - уҡыу тамамланғас, уларҙы эшкә урынлаштырыу. Уҡыу үткәндәрҙең барыһы ла лайыҡлы урын табыр, тип уйлайым. Шуға күрә программаны дауам итәсәкбеҙ".
"Әр-Рәхим" мәсете
"Әр-Рәхим" мәсетендә быйыл башланған фасад эштәрен 2026 йылда тамамлау планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында белдерҙе. "Планға ярашлы, йылытыу һәм эске эштәрҙе киләһе йылда башлайбыҙ. Шулай уҡ ер мәсьәләләре лә тулыһынса хәл ителмәгән. Мәҫәлән, стилобаттың бер өлөшө федераль милек булған участка аша үтә. Минең вәкәләттәрем 2029 йылда тамамлана. Әлбиттә, ошо ваҡытҡа тиклем мәсетте төҙөп бөтөргә теләйем. Әммә ул шулай уҡ финанс мәсьәләгә барып ҡағыла. Әйтәйек, беҙҙең һалдаттарға дрондар ебәреү йәки төҙөлөшкә аҡса бүлеү араһында һайлау торһа, минеңсә, яуап билдәле, әлбиттә, ярҙам беҙҙең һалдаттарға китәсәк, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтеләсәк", - тине Башҡортостан Башлығы.
Милли мәҙәниәтте үҫтереү
Башҡортостанда милли мәҙәниәт үҫешә. Һуңғы йылдарҙа ғына республикабыҙҙа Милли кейем көнө, Бейеү көнө, Ҡурай көнө, "Урал батыр" эпосы көнө, "Башҡорт аты" фестивале һәм башҡа әһәмиәтле даталар билдәләнә башланы. Ошо башланғыстарҙы нығытыу өсөн республика Башлығы йәмғиәтселектән ниндәй ярҙам көтә? Был һорауҙы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш барышында Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бирҙе.
"Традицияларҙы, милләт, тел, халыҡтар мәҙәниәте үҙенсәлектәрен һаҡлау - беҙ алып барған дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө. Айырыуса шуны билдәләргә кәрәк: беҙ башҡорт кейеме көнөн түгел, ә Милли кейем көнөн иғлан иттек, шуға күрә был милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм башҡалар буйынса эштең мөһим өлөшө булып тора. Был эшебеҙ - булмағанды уйлап тапҡан нәмә түгел, ә ҙур дәүләт бурысы. Был йәһәттән ыңғай һөҙөмтә бар тип иҫәпләйем. Иң мөһиме, кешеләр быға ынтыла. Милли кейем көнөндә уларҙың селфи яһауын һәм интернетҡа һалыуын ғына ҡарағыҙ", - тине Радий Хәбиров.
Салауат Юлаев һәйкәле
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов: "Радий Хәбиров үҙе шәхсән Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау процесын контролдә тотасаҡмы?"- тип һораны.
Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеү бер нисә көн элек кенә тамамланды. Бөгөн инде һәйкәлде махсус цехҡа ташып бөткәндәр. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә меңдәрсә квадрат метрға һуҙылған ангарҙа белгестәр монументтың өлөштәрен тергеҙеү өҫтөндә эшләй. Тура бәйләнештә тамашасыларға Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышын экранда күрһәттеләр. Реставраторҙар Михаил Татарников һәм Андрей Смирнов һәйкәлде йүнәтеү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. "Һәйкәлде һүткәндән һуң уны таҙалау, тутығын бөтөрөү эштәре бара. Монументтың деталдәре ошонда уҡ ҡороласаҡ", - тип аңлатты Михаил Татарников. Һис шикһеҙ, һәйкәл үҙ урынына тәүге ҡиәфәтенә ҡайтарыласаҡ, ти Андрей Смирнов. Монумент скульптор Сосланбәк Тавасиев буяған элекке үҙенең төҫөндә буласаҡ. Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили һүҙҙәренсә, һәйкәлде ремонтлау күптән талап ителгән. Тура бәйләнештә реставраторҙар республика йәмәғәтселеген борсолмаҫҡа саҡырҙы, монумент 2027 йылдың октябренә урынына ҡуйыласаҡ.
Радий Хәбиров һәйкәлде ремонтлау хаҡында ҡарар уға еңел бирелмәүе хаҡында белдерҙе. "Эмоциональ яҡтан бик ауыр булды, сөнки беҙгә ниндәй генә ғәйеп ташламанылар. Ысынлап та, бик ҡатмарлы тема, айырыуса башлаған саҡта шулай ине. Әммә эшкә тотондоҡ, һуңлаһаҡ, беҙҙең өсөн тәбиғәт үҙенекен эшләр ине, һәйкәл ныҡ иҫкергәйне бит. Әҙер проект, партнерҙар, Рәсәйҙең Һынлы сәнғәт академияһы бар, улар профессиональ яҡтан ярҙам итә. Яйлап йәмәғәтселекте күндерҙек. Был мөһим эште аҙаҡҡаса атҡарып сығасаҡбыҙ", - тине Радий Хәбиров.
Әбйәлилдәге хәл
Башҡортостан Башлығы, Әбйәлил районындағы баҡыр ятҡылығын геологик разведкалау республика Хөкүмәтенең тулы контроле аҫтында бара, тип белдерҙе. "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте закон нигеҙендә геологик разведкаға лицензия алды һәм уны үткәрәләр. Әлбиттә, был йәһәттән кешеләрҙең борсолоуҙарын яйға һалырға тырыштыҡ һәм аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта экологик мәсьәләне сәйәси йүнәлешкә һалырға һәм республикалағы хәлде тотороҡһоҙландырырға маташҡан дошман көстәре лә бар. Беҙ халыҡты уларҙан һаҡланыҡ, кешеләргә радиоактив ятҡылыҡтарҙың, чума вирусының һәм башҡаларҙың юҡлығын аңлатып бирҙек. Был дәүләт хеҙмәткәрҙәренең, эксперттарҙың һәм политологтарҙың профессиональ эше булды. Беҙ халыҡҡа проекттың бөтә ыңғай яҡтарын аңлатып, бөтә процесс беҙҙең контролдә буласаҡ, тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килмәйәсәк, тип ышандырҙыҡ", - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, компания районды үҫтереүгә 100 миллион һумдан ашыу аҡса һалған да инде. "Был, ысынбарлыҡта, һирәк осрай торған хәл. Тиҙҙән мин "Рус баҡыр компанияһы" менән ҙур һәм бик мөһим кәңәшмә үткәрәсәкмен, сөнки геологик разведка яйлап тамамлана һәм киләһе этапта туранан-тура тау эштәре планлаштырыла", - тине Радий Хәбиров.
Ниңә Себергә китәләр?
Блогер Дамир Вәхитов: "Вахтовиктар башҡа төбәктәргә китмәһен өсөн, республикала ниндәй компаниялар лайыҡлы эш хаҡы тәҡдим итә ала?" - тип һораны. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә Себер һәм Алыҫ Төньяҡ киңлектәрен үҙләштерә башлағандан алып, унда эш вахта ысулында башҡарыла. Был йәһәттән Башҡортостандың үҙ тарихы бар. Беҙ - ҙур күләмдә нефть сығарыуҙы башлаған тәүге төбәк. 1932 йылда Ишембай ятҡылығы асыла. Уға бәйле республикала йәшәүселәр нефтсе һөнәрен күпләп үҙләштерә, нефть сығарыу буйынса бик күп белгестәр үҫеп етә. Бөгөн төбәктә тотош вахтовиктар быуыны йәшәй.
"Халыҡ вахтаға эш булмағанлыҡтан китә, тигән фекер бар. Әлбиттә, унда ла дөрөҫлөк юҡ түгел, айырыуса ауылдарҙан вахтаға юлланыусылар күп. Әммә хәҙер һәр ҡалала ҙур сәнәғәт предприятиелары эшләй, улар яҡшы эш хаҡы тәҡдим итергә әҙер. Шуны ла иҫтән сығармайыҡ: беҙ бер илдә йәшәйбеҙ. Себерҙе лә кемгәлер үҙләштерергә кәрәк. Һәм дәүләт, быны аңлап, унда шарттар булдыра, эш хаҡын күтәрә. Беҙ төбәктә ундай эш хаҡы тәҡдим итә алмайбыҙ. Баланс кәрәк. Был йәһәттән күп эш башҡарҙыҡ, беҙҙә хатта "Башҡорт вахтаһы" программаһы булдырылғайны. Йәштәр өсөн төрлө компания етәкселәре менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ", - тип фекере менән уртаҡлашты Республика Башлығы. Уның әйтеүенсә, ҡайһы бер ир-егеттәр Себерҙә эшләүгә күнеккән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар төбәк иҡтисадына үҙ өлөшөн индерә: шунда аҡса таба, ә эш хаҡын республикаға алып ҡайта, бында ғаилә ҡора, йорт һатып ала. Шәхси төҙөлөш вахтовиктарҙың аҡса табып, торлаҡ һатып алыуы һөҙөмтәһендә шулай уҡ үҫешә.
Яугирҙарға - ярҙам
Белорет районында йәшәгән оло йәштәге ҡатындың ике улы һәм ейәне МХО-ла ҡатнаша. Ул йортона газ үткәреүҙә ярҙам һорап, Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итте. Тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров Белорет районы етәксеһе Азат Хәкимовҡа Боғанаҡ ауылында йәшәүсе Мөслихә Иҫәнғолованың йортона газ үткәреүҙе контролгә алырға ҡушты.
Республика Башлығы теманы дауам итеп, Башҡортостанда МХО яугирҙарын санатор дауалау тәжрибәһе бөтә Рәсәй өсөн уникаль тип атаны. "Беҙҙең ярҙам сараһы шифахана селтәрҙәренә нигеҙләнә, ә ул башҡа төбәктәрҙә юҡ. Мин барлыҡ шифаханаларҙың етәкселәренә яугирҙарҙы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Директорҙар ҡайһы бер талаптар буйынса был ярҙам тейеш булмаһа ла, меңдән ашыу һалдатты беҙҙең үтенес буйынса дауалауға алды. Шифаханалар 10 миллион һумдан ашыу сығымдарҙы үҙҙәре ҡапланы", - тине Радий Хәбиров.
Курск сигендә хеҙмәт иткән МХО-ла ҡатнашыусы Айҙар Мирхәйҙәров Радий Хәбировтан Нуриман районында юлды ремонтлау хаҡында һорау бирҙе. Төбәк етәксеһе был һорауҙы хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, юл мәсьәләһе тура бәйләнешкә килгән һорауҙарҙың күпселеген тәшкил итә. "Электән шулай, халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған һорау булып юл мәсьәләһе ҡала. Беҙ был темаға айырым ваҡыт бүлербеҙ. Красная Горка - Саруа ауылдары араһында юл мотлаҡ буласаҡ", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Колледж ябылмаясаҡ
Благовещендар, Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжының Благовещен филиалының киләсәге тураһында һорау бирҙе. Улар әйтеүенсә, белем усағының ябылыуы хаҡында хәбәр таралған. "Минеңсә, Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү йорттары селтәрен һаҡлап ҡалыуы - бик яҡшы күренеш, - тине ресублика Башлығы.- Благовещен колледжын беҙ ябырға йыйынмайбыҙ. Ҡалалағы өс колледжды берләштерәбеҙ, ҙур уҡыу комплексы булдырабыҙ. Колледж Благовещен киң профилле һөнәр биреү колледжына ҡушыласаҡ, бындай үҙгәрештәр бер нисә ҡалала көтөлә. Был көстәрҙе берләштерергә, артыҡ сығымдарҙы оптималләштерергә мөмкинлек бирә".
Боронғо тирмән тергеҙелерме?
Шишмә районы халҡы Радий Хәбировҡа боронғо бинаны - ағалы-ҡустылы Бушмариндар тирмәнен тергеҙеү һәм яңыртыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Бина 1890 йылда төҙөлгән, сауҙагәрҙәр Федор һәм Василий Бушмариндарҙың хужалығына ҡараған. Тирмән 2006 йылға тиклем эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында тәүлегенә 24 тонна иген эшкәртелә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа тирмән яҡындағы 10-12 районды он менән тәьмин итә, тип һөйләне Дурасов ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Заманов.
Бөгөн өс ҡатлы ағас бина аяныслы хәлдә, вандалдар тәҙрә-ишектәрен емергән, ел-ямғыр арҡаһында ҡоролма туҙған. Шишмәләр бинаны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу, унда икмәк музейы булдырыу тураһында үтенә.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта был мәсьәләне хәл итеү юлы юҡ. "Беҙгә уны мотлаҡ һаҡларға кәрәк. Тәүҙә шарттар булдырырға, унан һуң төҙөлөш тураһында уйларға. Тик 2026 йылда түгел. Бының өсөн күп аҡса кәрәк буласаҡ. Мин мотлаҡ барып ҡарармын, тәртип булдырасаҡбыҙ, тип ныҡлы вәғәҙә бирәм", - тине Радий Хәбиров.
Өфө циркы тураһында
Башҡортостан Башлығы тура бәйләнеш барышында Өфө циркы яҙмышына ҡарата асыҡлыҡ индерҙе: "Федераль финанслауҙы көтәбеҙ. Аҡса 2026, 2027 һәм 2028 йылдарҙа бүленергә тейеш. Тимәк, бөтә бюрократик талаптарҙы үтәгәс, 2026 йылда циркты яңыртыуҙы башлай аласаҡбыҙ", - тине һәм әлеге ваҡытта цирк реконструкцияһы яңынан проектлана, ул дәүләт тикшереүен үтергә тейеш, тип билдәләне. "Хәтерләйһегеҙҙер, мин Президентҡа цирк мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иттем. Шуға күрә беҙҙә ныҡлы нигеҙ бар. Цирк буласаҡ, был - беҙҙең өсөн төп маҡсаттарҙың береһе", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башлыҡ булырға теләй
Салауат районынан Ғайсар Мөхәмәтйәнов Мәскәү дәүләт университетында уҡый. Ул Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә ҡыҙыҡлы һорау ебәрҙе. Егеттең һүҙҙәренсә, ул киләсәктә республика етәксеһе булырға хыяллана. "Иң мөһиме, бирешмәҫкә!" - тип яуап бирҙе Башҡортостан Башлығы уға. Шунан: "Шәп егет республикаға ҡайтһын өсөн үҙемдең урынымды бушатырға әҙермен", - тип шаяртты. "Беҙҙең уҡыусыларҙың Мәскәү вуздарына уҡырға инеүе - ҡыуаныслы күренеш һәм ул беҙҙең мәғарифтың кимәлен күрһәтә. Иң мөһиме, юғалып ҡалмаһындар. Йәштәребеҙ - беҙҙең ресурс. Улар ҡайтһын өсөн улар менән эшләргә кәрәк. Тиҙҙән Мәскәү вуздары студенттары менән осрашасаҡмын", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Тураһын әйткәндә...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында: "2026 йыл еңел булмаясаҡ, республика был осорға бюджет дефициты менән инә", - тип белдерҙе. "Беҙгә был ваҡытты лайыҡлы үтергә кәрәк. Илебеҙ һуғыш алып барғанда, тағы нимә көтөргә һуң? Һин уның менән бергә булырға тейешһең, сөнки ул - һинең киләсәгең, балаларыңдәң киләсәге. Һәр кем үҙ бурыстарын үтәргә тейеш. МХО яугирҙары үҙ бурысын үтәй, ә беҙ - үҙебеҙҙекен. Уларға еңелерәк булһын өсөн беҙ барыһын да эшләргә бурыслы", - тине Радий Хәбиров.
Шулай итеп...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә тиклем һәм уның барышында халыҡтан 8629 төрлө һорау килде, тип хәбәр иттеләр төбәк етәксеһенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығынан.
Быйыл иң популяр темалар:
- юлдарға ҡағылышы һорауҙар - 1747 мөрәжәғәт,
- торлаҡ-коммуналь хужалығы - 1105,
- төҙөкләндереү - 846,
- халыҡты социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау - 653,
- мәғариф - 553.
Республика халҡы тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәрен йышыраҡ социаль селтәрҙәр һәм чат-боттар аша ебәргән - 5639 һорау. Телефондан 2022 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. "Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ" порталын - 499, Республика Башлығы сайтын 469 кеше файҙаланған.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА