
Әҙәм балаларының бәғзе ваҡыт кредит бурысына батып, уны нисек ҡайтарып түләргә белмәй, ауыр хәлгә тарыған осраҡтары хаҡында йыш ҡына ишетеп, төрлө матбуғат сараларында уҡып торабыҙ. Барыһы ла аҙмы-күпме пенсия алып ғүмер иткән оло йәштәге кешеләрҙең дә шундай мәшәҡәттәре килеп сыҡҡылап тора икән.
Күптән түгел интернет яңылыҡтарының береһендә, ноябрь айынан башлап кредит алған ҡарттарҙың вариҫтарына атаһы йә әсәһенең бурысы хаҡында банктарҙан белдереү ҡағыҙы (уведомление) килә башлаясағы тураһында мәғлүмәт күреп ҡалғайным. Теге йәки был оло кеше банктан аҡса алып та, уны түләп бөтә алмаҫ борон яҡты донъянан киткән хәлдә, уларҙың бурысын балалары ҡаплап бөтөргә тейеш икән. Мин элегерәк ошо хаҡта уйлай торғайным, әммә ул турала артыҡ ҡыҙыҡһынғаным юҡ ине. Кеше вафат булғас та, уның бурыстары шул көйө генә "һауала аҫылынып" тороп ҡалмайҙыр инде, моғайын, тип тә уйлай торғайным.
"Мираҫ итеүселәрҙең бурысы буйынса вариҫтарҙың яуаплылығы" ("Ответственность наследников по долгам наследователя") тураһындағы Рәсәй Федерацияһының Граждандар кодексының 1175-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, вариҫ (кем исеменә мираҫ малы, өй-ҡура, һ.б. ҡалдырылған кеше) ошо хаҡта белергә тейеш. Мираҫ итеүсе вафат булып ҡалған хәлдә, вариҫ ошо хаҡта һис кисектермәй банкка хәбәр итергә һәм үҙе артабан түләп барырға бурыслы. Юғиһә, артабанғы айҙарҙа түләнмәгән бурыстар өсөн "пеня" тигән нәмә йыйылып барасаҡ. Мираҫ итеүсе тере сағында пеня йыйылған булһа, уны ла вариҫ түләргә бурыслы. Бер нисә вариҫ булған осраҡта, улар бүлешеп түләй икән… Олоғайған көнөндә кредит алырға йөрьәт иткән кеше, үҙе үлгәс, балаларының бына ошондай сетерекле мәсьәләне сисеп, үҙ-ара низағлашып йөрөү ихтималлығы хаҡында уйланырға тейеш, минеңсә.
Элегерәк, өлкә гәзиттәребеҙҙең береһендә, билдәле журналист Илдар Ғәбитовтың "Бурысын йәшергән бөлөр..." исемле бер мәҡәләһе сыҡҡаны хәтеремдә. Шул мәҡәләлә кредит һаҙлығына батып, Рәсәйҙә йылына, яҡынса, 240 (айына 20) кеше үҙ-үҙенә ҡул һалыуы хаҡында мәғлүмәт уҡып тетрәнгәйнем. Эйе, һәр кемдең, "башҡаларҙан ҡалышмай", етеш йәшәгеһе килә. Әммә, бурысҡа алған аҡсаға, кемдер әйтмешләй, уныһын-быныһын алып, уның күп кенә бирәсәге йыйылып та китә икән шул. Бәғзе берәү бурысын түләй алмаҫлыҡ сиккә етә. Урыҫ әйтмешләй, "Долг платежом красен". Бурысҡа алғанһың икән - шартлап кит, әммә бурысыңды түлә!
Был мәсьәләне ни өсөн күтәрәм әле мин? Беренсенән, башта әйткәнемсә, бурысҡа балаларыңды батырып, доньянан китеү бик тә насар нәмә булһа, икенсенән - бурыстарың өсөн Ахирәттә ғазап кисереү хаҡында ла уйланыу кәрәк, айырыуса олпат йәшкә еткәндәргә.
Беҙ, гәзит уҡыусылар, барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе мосолман тип тойоп йөрөгән кешеләрбеҙ. Шуға күрә, хаҡ динебеҙҙең ошо мәсьәләгә ҡағылышлы мөһим бер үҙенсәлеген сираттағы мәртәбә иҫебеҙгә төшөрөп алайыҡ әле, тимәксемен. Динебеҙ ҡанунына ярашлы, әгәр мәрхүм булған кеше кемгәлер бурыслы булып ҡала икән, берәй яҡыны уны түләп ҡуймаған хәлдә, Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр бурысы был кешенең "муйынында" торасаҡ һәм ул шуның өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында яуап тотасаҡ! Бурыслы булып үлеү - бик ҡурҡыныс.
Бынан тыш, белеүебеҙсә, кредит - бурысҡа аҡса алып, күпмелер ваҡыттан уға ниндәйҙер процент өҫтәп кире ҡайтарыу. Изге Ҡөръән теле менән әйткәндә, бындай нәмә "риба" тип атала. Ришүәт алыусы һәм биреүсе йәки зина ҡылыусы ир һәм ҡатын - икеһе лә берҙәй яуаплы булған һымаҡ уҡ, шәриғәт ҡанунына ярашлы, процентҡа аҡса биргән генә түгел, ә алып торған кеше лә шундай уҡ гонаһлы. Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) хәҙисенә ярашлы, рибасылыҡ гонаһы хатта зина ҡылыуға ҡарағанда 36 мәртәбәгә ауырыраҡ. Дин юлында булған, динебеҙ ҡанундарын өйрәнеп, уларҙы үтәп ғүмер иткән мосолмандар был хаҡта яҡшы белә. Автомобиль, торлаҡ һымаҡ ниндәйҙер бер ҙур нәмә һатып алған хәлдә лә, улар, аҡсаһы еткән ҡәҙәре, арзаныраҡтан алырға тырыша. "Күлдең тәрәнлегенә ҡарап сум" тигән боронғолар. "Аяғыңды юрғаныңдың оҙонлоғона ҡарап һуҙ", тип тә әйтәләр. Кредитҡа ай һайын процентлап өҫтәп бирер урынға, бер аҙ сабырлыҡ ҡылып, аҡсаһын өйҙә йыйып, шунан ғына әйбер алған кеше отошта була.
Бик тә бик ашығыс кәрәк була икән, бәғзеләр туғанынан бурысҡа ла алып тора. Быныһы, әлбиттә, иң һуңғы сара, сөнки, һәр кемдең "бай" туғаны булмауы ла мөмкин. Ике-өс, хатта дүрт-биш йыллап та аҡса йыйып, Мәккә ҡалаһына хаж ҡыла мосолмандар. Бөгөнгө көндә илебеҙҙә (уҙған быуаттың 90-сы йылдарында артынан ҡыуып етеп булмаған) инфляция тигән нәмәне, әлхәмдулиллаһ, хөкүмәт "ҡороҡлап" алырға, әллә ни үҫтермәҫкә тырыша. Минеңсә, барыбер өйҙә "ойоҡ эсенә йыйылған" аҡса күпкә отошлораҡ. Элегерәк бер танышым Өфө ҡалаһында төҙөлөп бөтмәгән бер бүлмәле фатир алып, ипотека бурысына батҡайны. Тырышып эшләп, ахырҙа, ана шул һаҙлыҡтан сыҡты-сығыуға. Әммә... шулай уҡ тырышып эшләп, әлеге ипотекаға түләгән аҡсаһын өйҙә йыйып барған хәлдә, шул уҡ суммаға бер түгел, ә ике-өс бүлмәле фатир алырға булыр ине. Бер ниндәй ҙә бурысҡа батмай ғына! Ул ғына ла түгел, көсәнеп бурыс ҡайтарыу дәүерендә ғаиләһендәге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә һәр төрлө аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға торҙо. Унан танышым: "Ошо һаҙлыҡтан имен-һау сығып алһам, башҡаса "кредит", тип ауыҙ ҙа асмаясаҡмын", - тине. Был өлкәлә динебеҙ ҡанундары хаҡында ла мин уға, әлбиттә, әйттем. Бөгөнгө көндә шундай-бындай һатып алыуҙар мәсьәләһенә ул ифрат та һаҡ ҡарай, әллә ни ашыҡмай, уйлап ҡына эш итә. Бер мәртәбә "ауыҙы бешкәс", һалҡын һыуҙы ла "өф" итеп кенә эсерҙәй булған ул.
Ҡөръән-Кәримдә Аллаһ Тәғәлә рибасылыҡ хаҡында кешеләрҙе ныҡ иҫкәртә. Күптәрҙең "һатыу итеү ҙә шул -уҡ риба бит" тип уйлап хаталаныуы, алыпһатарлыҡтың рөхсәт ителеүе, ә рибасылыҡтың ҡәтғи тыйылыуы хаҡында ла әйтелә был изге китапта. Әгәр, кем дә кем рибанан баш тартмай икән, Аллаһ ул кешегә "һуғыш иғлан итеүе" турында (Әл-Бәҡәрә сүрәһе, 279-ы аят) әйтә. Шулай уҡ ошо аят аша тәүбәгә килгән мосолмандың төп малы һаҡланып ҡалыуы хаҡында уҡып беләбеҙ. Ипотека бурысын ваҡытында түләй алмай, кешеләрҙең һәр төрлө уңышһыҙлыҡтарға осрауын, Раббыбыҙҙың шул тыйыуын үтәмәгәндәр өсөн булған язаһылыр, тип фекерләп, Уның алдында тәүбә ҡылып, башҡаса был гонаһлы эшкә яҡынламау хәйерлерәктер. Ҡөръән-Кәримдең һәр һүҙе - Аллаһтыҡы! Уға беҙ һис шикһеҙ һәм икеләнеүһеҙ ышанырға тейешбеҙ. Ә Бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с) һүҙҙәре тик Аллаһ Тәғәләнең бойороғо буйынса ғына әйтелгән. Бына ошо хаҡта белгән, дин ҡанундарын үтәп йәшәгән кешеләрҙең, әлбиттә, күңелдәре лә тыныс. Ундайҙар, бәлки, "текә" автомобилдәрҙә лә елдермәй, ябайыраҡтары менән ҡәнәғәт, әммә, улар бурыс һаҙлығына төшмәй, төндәрен тыныс йоҡлай. Коллекторҙар ҙа уларҙың ишеген шаҡып бимазаламай.
Күптән түгел интернеттан ике ҡулы ярҙамында ғына хәрәкәтләнеп, тауҙа кәзә көтөүен көтөп йөрөгән йәш егетте күреп, таң ҡалдым. Аяҡтары бөтөнләйгә һулыған был кеше шул хәлдә йәшәргә тырышып ята. Икенсе берәүҙең ҡулдары юҡ, бөтә эшен аяҡтары менән башҡара, өсөнсөләр - ғүмерлеккә һуҡыр, тағы кемдер һөйләшеүҙән мәхрүм. Уларға, әлбиттә, батша һарайы һымаҡ ике ҡатлы йорт та, затлы иномарка ла, алтын-көмөш тә кәрәкмәй… Ә беҙ, Аллаһ Тәғәлә биргән аяҡ-ҡулдарыбыҙ, күҙҙәребеҙ, телебеҙ, ғөмүмән, һаулығыбыҙ менән мөрхәтһенмәй һәр саҡ ниҙер менән ҡәнәғәт түгелбеҙ. Был донъяға мәңге йәшәргә килгән һымаҡ, хатта оло гонаһтарға батып, процентҡа аҡса алып, һаман да үҙебеҙгә матди байлыҡты арттырырға тырышабыҙ, ә Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылыуҙы инҡар итәбеҙ…
Һүҙ аҙағында. Дағстан, Чечня, Ингушетия һымаҡ ҡайһы бер республикаларҙа халыҡтың кредит һаҙлығына батмауҙары хаҡында ла мәғлүмәттәр уҡығаным бар. Был республикаларҙағы кешеләрҙең шундай бурыстарҙан азатлығы унда дин талаптарын үтәргә тырышып йәшәгән мосолмандарҙың күпселек булыуына бәйлелегендә шигем юҡ…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА