«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Салауат Хәмиҙуллин:
Өфө ярымутрауы территорияһында ҡала ландшафтының бер өлөшөнә ҡағылған топонимдар бар. Улар иҫәбенә Шугуровка гидронимы ла инә. Уның боронғо тарихи атамаһы - Үрьяҙы. Йылғасыҡ баш ҡалаһының төньяҡ өлөшөнән ағып сыға һәм Өфө (Ҡариҙел) йылғаһына ҡушыла. XVI - XVII быуаттар сигендә хәҙерге Өфө нефть эшкәртеү заводтары районы тирәһендә, йылғаның өҫкө ағымы янында, Шөғөр исемле ауыл була, шуға күрә йылға ла ошолай атала башлай. Рустар уны Татар биҫтәһе (Татарская слобода) тип тә атап йөрөтә. "Отводная книга по городу Уфе" тип аталған кенәгә документында хеҙмәткә ялланған кешеләргә ер бүлеп биреү тураһында яҙмалар теркәлгән, унда бына ошондай мәғлүмәт бар: "Да по приказу отделили слобоцким татарам Шугур-Алею Кокузову да ево племяннику Карабаю да Монгатаю Шугуровым детям под усад и на пашню пустотные заложные земли по 10 чети в поле". Шулай итеп, Шугуровка биҫтәһенең Шөғөрғәли Күккүҙев тигән башҡорттоң исеме менән аталыуы асыҡлана.
Булат Азнабаев: Өфө ҡәлғәһенең төньяғында урынлашҡан Шөғөр ауылы йәғни Шугуровская слобода кешеләре, һис шикһеҙ, башҡорттар була. XVI быуат аҙағында Өфөлә йәшәүселәр исемлегендә батша хеҙмәтенә ялланған тархандар булмай, ә урындағы башҡорттар "вожи", йәғни оҙатып йөрөтөүселәр статусында теркәлә. Һуңынан "Отводная" кенәгәһендә уларҙы "служилые татаровья Шугура Коккузева, Гелишки Зиманова сотоварищи" тип теркәп ҡуялар. Шөғөр Күккүҙевтың улы тарафынан 1622 йылда яҙылған челобитнаяла атаһының башҡорт кенәзе булыуы һәм Урал аръяғындағы аҫаба ерҙәре хаҡында мәғлүмәт теркәлгән.
Салауат Хәмиҙуллин: Билдәле булыуынса, XV-XIX быуаттарҙа "татар" термины бары тик социаль мәғәнәлә ҡулланылып, хеҙмәтсе ("служилые"), яһаҡ түләүсе ("ясачные"), тау аръяғы ("захребетные"), сумаҙанлы ("чемоданные") һәм башҡа "татарҙар"ҙы белдергән. Пермдә йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе Василий Шишонко үҙе төҙөгән, "Пермская летопись" тип аталған документтар һәм материалдар йыйынтығында ошо осорға ҡараған, "Уфимского уезда Сибирской дороги Улу-Катайской и Салзаутской волостей башкирцев" тигән челобитнаяны яҙыусыларҙың батшалар Иоанн һәм Петр Алексеевичҡа мөрәжәғәтендә уларҙың ата-бабаларының лайыҡлы хеҙмәттәре хаҡындағы мәғлүмәтте килтерә: "...о строении дедом их Шугуром ... города Уфы и о подговоре под высокую державную руку блаженныя памяти великого государя и великого князя Михаила Федоровича всея России касимовского царя Арслана Алексеевича, за то де пожаловали его Шугура княжьим именем…" Шулай итеп, Өфө ярымутрауы тамағында урынлашҡан Шөғөр биҫтәһе Өфөгә инеү юлындағы һаҡ форпосты ғына түгел, ә воевода хакимиәтенең башҡа телле халыҡтар менән бәйләнеш тотоусы мөһим дипломатик пункты ролен дә үтәгән.
Булат Азнабаев: Мин Өфө ҡәлғәһе төҙөлә башлағандан алдараҡ та ошо тораҡ пункты булған, тип уйлайым. Ни өсөн? XVI быуаттың 90-сы йылдарында Өфө дворяндарына поместный дачалар (ер участкалары) өсөн ер бүлеп биреү осраҡтары теркәлгән кенәгәләрҙә ошо ерҙәрҙең әүәлерәк Шөғөр Күккүҙев кешеләре тарафынан эшкәртелеүе хаҡында мәғлүмәт бар. Ҡәлғәнән төньяҡтараҡ барса һөрөнтө ерҙәр башҡорттар тарафынан ҡулланылышҡа индерелгән була. Ул осор сәйәсәтендә бындағы башҡорттар мөһим урын биләй, сөнки Өфө ҡәлғәһе төҙөлгән тәүге йылдарҙа Шөғөр Күккүҙев һәм уның кешеләре дипломатик миссия менән һәр даим Себергә һәм Өфө өйәҙенең көньяҡ тарафтарына барып йөрөй. Күрәһең, улар башҡа башҡорт ырыуҙарын Рус дәүләте яғына сығарыуға йәлеп ителгән.

(Дауамы. Башы 37-44-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.25 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru