
Берҙән-бер көн килеп: "Хәҙер инде туған телдәге ҡағыҙ баҫмалар нәшер ителмәйәсәк, улар электрон баҫмаға әүерелә йә бөтөнләй ябыла", - тигән хәбәр еткерһәләр, нисегерәк ҡабул итер инегеҙ икән, йәмәғәт? Эйе, кемдер был хәбәрҙе ауыр күреп, борсолоуын белдерер; кемдер иһә "Шулай икән дә..." тип һуҙыр һәм битараф ҡалыр; "ҡылыс болғап", был хәлде төҙәтеү өсөн ниндәйҙер сара күрергә саҡырыусы берәйһе лә табылыр, моғайын. Эйе, эйе, ҡағыҙ баҫмаларһыҙ йәшәргә лә тура килеүе бар әле беҙгә...
Беҙ, мөхәррирҙәр, гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡтарының йылдан-йыл ҡиммәтләнә барыуына, бигерәк тә почта бүлексәләренең эшендәге етешһеҙлектәргә зарланабыҙ зарланыуға. Әммә был ғына сәбәпсеме икән гәзит-журналдарыбыҙҙы ябылыу сигенә, тираждар кәмеүгә еткергән хәлгә? Сәбәбе был ғына түгел! Сәбәпсеһе - туған телде һанламау, "уҡыу" тигән ғәжәп матур ғәҙәттән төңөлөү, әлбиттә. Балалар, йәштәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел, ғүмер буйы ҡағыҙ баҫмаларҙан айырылмаған өлкән, урта быуын кешеләре лә ситләшә бит китап, гәзит уҡыуҙан. Ә бит улар теге быуаттың 80-се йылдар аҙағында, 90-сы йылдар башында яңынан-яңы башҡорт телендәге гәзит-журналдар сығыуын талап итеүселәр быуынынан. Шул талапҡа яуап итеп, "Йәшлек", унан һуң беҙҙең "Киске Өфө" гәзиттәре, "Шоңҡар", "Аҡбуҙат" журналдары, република райондарында, ҡалаларында ла башҡорт баҫмалары барлыҡҡа килгәйне. Тик уларҙың барыһы ла хәҙер көрсөк алдында. Сөнки уларҙы уҡыусылар "интернет" тигән заман шауҡымы ауына инеп уралды ла, шунан ҡотола алмай, ҡотолорға теләмәй ҙә. Сөнки улар интернет киңлегендәге күп һанлы, дөрөҫ йә ялған, яҡшы йә насар мәғлүмәттәр ҡоллоғонда. Тик улар быны үҙҙәре аңламай. Интернет уларҙың аңын дөрөҫ булмаған юҫыҡҡа көйләгән...
Аң ғына түгел, тән сәләмәтлеге лә зыян күрә бит уҡыу ғәҙәтен онотоуҙан. Тағы ҡабатлайым әле: ғалимдар йәшлекте, хәтерҙе һәм теүәл аҡылды һаҡлар өсөн көн дә... бер генә бит булһа ла китап, гәзиттә берәй мәҡәлә уҡырға кәрәк, ти. Аҡ ҡағыҙ битенән уҡығанда беҙҙең мейе лә, тойғолар сығанағы булған йөрәк тә күнекмәләр яһай, имеш. Ғалимдар тағы ла, беҙҙең асылыбыҙ дүрт үлсәмдән - тән, аҡыл, йөрәк һәм рухтан тора, ти. Ошо дүртәүҙе уятып, беҙ бер бөтөнгә әйләнәбеҙ. Уларҙы ана шул китаптан, гәзиттән уҡылған аҡыл аша ғына уятып була, имеш. Ә кемдәрҙер аҡ ҡағыҙҙан айырылып, фекерләү, шулай уҡ уйлана, аҡыллы һығымталар яһау ҡеүәһен дә юғалта бара. Уның сәбәбе уҡымауҙа ла инде!
Уҡымауҙың наҙанлыҡҡа илтеүе тураһында тағы бер миҫал. Интернетта йөрөй был "Быуындар деградацияһы" тигән видео. "Мисс России" титулына эйә булған ҡатын-ҡыҙ әсәләргә һорауҙар бирә журналист. Ленин кем ул? Леннон кем? "Идиот" романын кем яҙған? Ер Ҡояш тирәләй әйләнәме, әллә - киреһенсәме? Ошондайыраҡ ябай ғына һорауҙарҙың береһенә лә яуап бирә алмай бәйгелә ҡатнашыусы йәш әсәләр. Иң аптыратҡаны шул: журналист бәйгенең төп еңеүсеһенә, үҙе балалар үҫтергән Анна исемле йәш әсәгә һорау бирә: "Кем ул Агния Барто?" "Белмәйем, минең кеүек әсәй кешелер" - була яуап. "Ә Самуил Маршак кем?" "Белмәйем..."
Балалар, йәштәр араһында үткәрелгән төрлө конкурс-бәйгеләрҙә лә күҙәтелә был хәл. Хәҙерге быуын уҡымай, тигәнгә тағы бер раҫлау түгелме ни былар!
Әлбиттә, совет мәктәбендә уҡыған быуын кешеләре башлыса ҡағыҙ баҫмалар, китаптар уҡый әле. Ләкин ул быуын китеп бөтһә, нимә, был донъяла уҡымаусы, интернет киңлегендәге ялған һәм сүп-сар мәғлүмәттәр араһында аҙашып йөрөүсе наҙандар ғына ҡалырмы? Ҡурҡыта, бошондора бит әле, йәмәғәт.
Ҡыҫҡаһы, уҡыйыҡ. Уҡығандар был матур ғәҙәтте балаларға, йәштәргә лә йоҡторһон. Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.
Квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур китаптар аласағы тураһында ла иҫтә тотоғоҙ. Әйҙәгеҙ!
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА