
Үткән аҙнала Рәсәй Һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре ил күгенә осоролған 570 украин дронын атып төшөргән. Йәкшәмбе төнөнә ҡарай шуларҙың бер нисәһе Шатура ГРЭС-ы биләмәһенә килеп төшкән һәм станцияның өс трансформаторына ут ҡабынған. Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев, Шатура ҡалаһын электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булдырылманы - шунда ук резерв линиялар эшкә ҡушылды, тип хәбәр итте. Белгород өлкәһе губернаторы Вячеслав Гладков, 25 октябрҙә Украина Ҡораллы көстәре һөжүменән һуң зыян күргән Белгород һыу һаҡлағысы биш көн эсендә сафҡа индерелде, һыу кимәле кәмемәне, тип хәбәр итте.
Бына шулай, Махсус операция яланында эштәре хөртәйгәс, Украина ғәскәрҙәре, ғәҙәтенсә, Рәсәйҙең граждандар объекттары менән "һуғыша", ә бының өсөн дошманға артыҡ аҡыл да, көс тә кәрәкмәй - туҡтауһыҙ дондар яуҙыра: көндәре бит шуға тороп ҡалды. Ә шул уҡ ваҡытта Украина ғәскәре үҙенең 1000 һалдатын беҙҙең яугирҙар контролендә булған Красноармейск (Покровск) биләмәһендә ҡамауҙа - үлемгә дусар итеп ҡалдыра. Уларҙың иҫән ҡалғандары пленға бирелә. РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, 22 ноябрҙә Рәсәй армияһы украиндарҙың уртаса алыҫлыҡҡа С-300 ПВО системаһын, 140 осоусы шартлатҡыс аппартын, 148 районда дошмандың ваҡытлыса урынлашҡан пункттарын юҡ итте.
Ә шулай ҙа АҠШ президенты Дональд Трамптың Украина-Рәсәй конфликтын көйләү буйынса 28 пункттан торған планы үткән аҙнаның төп ваҡиғаһы булды һәм бөтөн Европаны шаулатты. Трамптың планы шулай уҡ Рәсәй сәйәси даирәләрендә лә беренсе һанлы темаға әйләнде. РФ Президенты Владимир Путин был хаҡта Хәүефһеҙлек советы ултырышы үткәргән ваҡытта хәбәр итте. Ләкин уның, был план тыныс көйләү нигеҙенә һалынырға мөмкин, тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең эксперт берҙәмлегендә ул "ыңғай" һәм "ҡаршы" булған ике төрлө ҡараш тыуҙырҙы. Планға ҡаршылар уның тыныслыҡҡа түгел, ә Украинаны ҡайтанан ҡоралландырыу һәм НАТО һуғышына әҙерлек өсөн ваҡытлыса тынлыҡ, тип атаны. Пландың ҡайһы бер пункттары түбәндәгесә: Рәсәй, Украина һәм Евросоюз (ЕС) араһында тыныс һыйышып йәшәү хаҡында килешеү; АҠШ-тың Ҡырым менән Донбасты Рәсәй территорияһы тип таныуы; Украина ҡарамағында булған Донбасс өлөшөнән ВСУ-ны сығарыу һәм ҡоралһыҙланыу зонаһы булдырыу; Украинала рус теленең рәсми статусын булдырыу һәм нацистик идеологияны тыйыу; Украина Ҡораллы көстәре һанын сикләп, уны 600 мең кешегә ҡалдырыу; Рәсәйгә һөжүм итә ҡалһа, Украинаны Америка яғынан хәүефһеҙлек гарантияһынан мәхрүм итеү; әкренләп Рәсәйҙән санкцияларҙы алыу һәм уны G8 составына ҡайтарыу; НАТО-нан Украина биләмәһендә ғәскәр урынлаштырыуынан баш тартыуын талап итеү һәм башҡалар. Украинаға тапшырылған ошо уҡ пландың йәшерен ҡушымтһы ла бар, имеш. Унда әйтелеүенсә, Рәсәй яғынан теләһә ниндәй хәрби һөжүм тыныслыҡҡа һәм трансатлантика хәүефһеҙлегенә янаусы акт булараҡ ҡабул ителәсәк һәм был осраҡта АҠШ һәм уның союздаштары хәрби көс ҡулланыуға тиклем барасаҡ.
Рәсәйҙең фекере әлегә асыҡ түгел. Украина яғы документ менән танышыуын һәм Зеленскийҙың ҡайһы бер пункттар буйынса Трамп менән осрашырға йыйыныуын белдерә. "Страна.ua" баҫмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Украина, әлбиттә, планды шундуҡ кире ҡаҡмаясаҡ һәм уны Рәсәй ризалашмаһын өсөн үҙгәрттерергә тырышасаҡ. Украинаның ВСУ һанын кәметеү һәм территорияларҙан баш тартыу кеүек үҙ мәнфәғәтенә яуап бирмәгән пункттарҙы ҡабул итмәйәсәге асыҡ. Евросоюз лидерҙарының да был мәсьәләгә ҡарашы күптән мәғлүм. Улар нисек тә булһа Украина конфликтын дауам итеү яғында. Шуға ла әлеге планды улар ҡабул итергә теләмәне һәм АҠШ тәҡдим иткән 28 пунктлыҡ планды үҙҙәренә ҡулай үҙгәртеп, ярайһы ҡыҫҡартҡандан һуң 19 пунктҡа ҡалдырҙылар һәм уны Вашингтонға ебәрҙеләр.
Рәсәй рәсми рәүештә был пландың бер вариантын да алманы әле, тине РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков. Ләкин, РФ Президенты Владимир Путин белдереүенсә, Рәсәй Трамп планы буйынса айырым пункттарҙы ҡарарға әҙер, сөнки ундағы ҡайһы бер мәсьәләләр асыҡлауҙы талап итә. Ә тотош алғанда, Трамптың планы конфликтты көйләүҙә нигеҙ документ булырға мөмкин. Һуңғы арала Дональд Трамп конфликтты көйләү планының ҡайтанан эшләнеүе һәм хәҙер Владимир Путин һәм Зеленский менән шәхси осрашыуға әҙер булыуы хаҡында фарманын белдерҙе. Ә бынан алда ул ике яҡ лидерҙары менән дә осрашыуға үҙенең илселәрен ебәрәсәк.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|