|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
БАШҠОРТ ТЕЛЕ - ЯУГИРЛЫҠ ТЕЛЕ ЛӘ… БЕҘ ЯУҘА ШУҒА ЛА ИНАНДЫҠ
|

Улар үҙҙәрен "беҙ ҡатай малайҙары" тип атап йөрөтә. Кемдәр тиһегеҙме? Улар: Махсус хәрби операция командирҙары, икеһе лә Белорет районы егеттәре БАЙДӘҮЛӘТОВ Мәжит Тәлғәт улы менән ШАҺИСОЛТАНОВ Азамат Фәнил улы. Яу командирҙары бөгөн "Башҡортостан батырҙары" тигән кадрҙар әҙерләү программаһында ҡатнаша. Улар менән әңгәмәне ҡайһы тәбәктән булыуҙары хаҡындағы һорау менән башлап ебәрҙек.
Иң тәүҙә үҙегеҙҙең сығышығыҙ: тыуған ерегеҙ, атай-әсәйегеҙ, һөнәрегеҙ, Махсус хәрби операцияһына тиклемге тормошоғоҙ, ғаиләгеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине?
Мәжит Байдәүләтов: Мин 1981 йылда Белорет районының Көҙйылға ауылында тыуҙым. Шунда уҡ 23-сө (хәҙер 3-сө мәктәп) урта мәктәпте алтын миҙалға тамамланым. 1998 йылда Өфө авиация институтына уҡырға индем. Унда күпмелер уҡығас, үҙемдең дөрөҫ булмаған юлдан барыуымды аңлап, институтты ташлап, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына инеп, уҡый башланым. 2004 йылда тарих факультетын тамамлағандан һуң, артабан университеттың хәрби кафедраһында уҡып алған офицер званиеһы нигеҙендә взвод командиры сифатында әрмегә алындым. Шул мәлемдән алып хәрби хеҙмәттәмен. Взвод командирынан алып полктың штаб начальнигына тиклем хәрби хеҙмәт юлы үттем. 2016 йылда Сирияла террорсыларға ҡаршы көрәштә үҙемдең хәрби һуғыш юлымды башланым. 2018-2019 йылдарҙа Дайразор ҡалаһы янындағы алышта 670 һалдаттан торған полкты етәкләнем. Полктың 147 һалдаты Рәсәй армияһыныҡы булһа, ҡалғандары Сирия, Иран яугирҙарын тәшкил итте. Һуғыштағы тәүге сирҡанысты тап шунда алдым.
Азамат Шаһисолтанов: Беҙ Мәжит менән - яҡташтар, ҡатай малайҙары. 1985 йылда Сермән ауылында тыуҙым. Артабан атайымдың тыуған ауылы Йөйәккә күстек. Йөйәк урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем алдым. Артабан Башҡортостан Республикаһы Президенты һағы начальнигы урынбаҫары булып эшләнем. Бала саҡтан хәрби кеше йә нефтсе булырға хыяллана инем. Шуға күрә хыялым мине Яңы Уренгойға алып килде. Атайым да: "Пиджәктәр артынан йүгереү еткәндер, ҡәҙимге кеше булырға ваҡыт һиңә!"- тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Кәрәкле йүнәлештә нефть сәнәғәтенә белгестәр әҙерләй торған махсус уҡыу йортон тамамланым һәм нефть промыслыһында 8- се категориялы инженер дәрәжәһенә тиклем күтәрелдем.
Махсус хәрби операция башланыуын нисек ҡабул иттегеҙ. Унда үҙ теләгегеҙ менән ҡатнашырға булдығыҙмы?
Мәжит Байдәүләтов: Хәрби хеҙмәттә йөрөгән кеше булараҡ, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу миңә хәрби бурыс үтәү менән бер ине. 2022 йылда Владимир өлкәһендә батальон командиры вазифаһында хеҙмәт иттем башта. Шул саҡ полк командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. Махсус хәрби операция башланғас, шул полк составында һуғышҡа китеү мөмкинлегем дә бар ине. Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров тарафынан Рәсәй Геройы Александр Достовалов исемендәге 2-се ирекле батальонды етәкләргә саҡырыу алдым. Полк командиры урынбаҫары булараҡ та Махсус хәрби операцияға китә ала инем, әммә яҡташтарым менән бергә булыуҙы һайланым. 2022 йылдың 11 июлендә батальон формалашҡан ергә килдем. Ә инде 14 июлдә Махсус хәрби операция үткән ергә киттек. Түбәнге Новгородта ай һуҙымында яуға әҙерлек үттек тә, август айында Таганрог тарафына юлландыҡ. Артабан 4 сентябрҙә илебеҙ сиген үттек һәм йыл һуҙымында батальон алдына ҡуйылған хәрби бурысты үтәнек. Запорожье өлкәһендә Махсус хәрби операцияның иң ҡыҙыу урынында бер нисә сәғәт һуҙымында дошманды километрҙан ашыу ергә сигенергә мәжбүр итеп, ун алты көн һуҙымында ярҙам килгәнен көттөк. Шул саҡта 5-се рота айырыуса батырлыҡ күрһәтте. Ҡалған роталар Орехов, Херсон йүнәлешендә алышты. Бик күп егеттәребеҙ батырҙарса һәләк булды.
Ошо уҡ йылдың ноябрендә беҙҙе Белогуровкаға ҡуйҙылар. Унда беҙ март айына тиклем позиция тоттоҡ. Был саҡта инде хәрби хәрәкәттең яңы төрө барлыҡҡа килгәйне. Яңы этапты дрондар алышы тип атайбыҙ. Мартта беҙ Донецк Халыҡ Республикаһы территорияһына йүнәлдек. Артабан отпускҡа китеп, 31-се "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкына күстем, ул саҡта полк формалашҡайны. Полк Һамар өлкәһендә әҙерлек үтте. 30 июлдә командир урынбаҫары вазифаһында ошо полкта хеҙмәт итә башланым. Август аҙағында полк Махсус хәрби операцияның иң ҡыҙыу нөктәһенә инде һәм әле лә шул йүнәлештә хәрәкәт итә. Сентябрҙә штаб начальнигы итеп тәғәйенләнеләр һәм мин ул вазифаны 2025 йылдың 28 ғинуарына тиклем үтәнем.
Азамат Шаһисолтанов: 2022 йылдың 24 февралендә атайым миңә Яңы Уренгойға шылтыратып, Махсус хәрби операция башланыуы, Донбаста туптар ярылыуы тураһында хәбәр итте. Интернет насар эшләй ине, шуға был хаҡта мәғлүмәтте миңә үҙенең ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған атайым еткерҙе. Уның шылтыратыуы миңә фарман булып яңғыраны. Уйланырға, икеләнергә атайым урын да, ваҡыт та ҡалдырманы. 10 мартта мин Яңы Уренгойҙан Грозныйға сығып киттем дә, "Әхмәт" спецназы менән контракт төҙөнөм. 15 мартта ЛНР-ҙа инем инде. Хәрби хәрәкәтте отделение командиры булараҡ башланым да, рота командирына, батальон командиры урынбаҫарына тиклем барып еттем. Бер яуҙа ҡамауға эләктек, унда ҡаты яраландым. Башҡорттарҙан уларҙың батальонында беҙ ике кеше булдыҡ, икенсе егет Әлшәй районынан ине. "Әхмәт" яугирҙарына беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ойошторолған кавалерия дивизияһы, уның тап Махсус хәрби операция үткән ерҙәрҙә күрһәткән батырлығы тураһында күп мәғлүмәт еткерҙек.
Ә беҙҙең республикала үҙ эшмәкәрлеген башлаған "Башҡортостан батырҙары" тигән программа буйынса командаға нисек эләктегеҙ?
Мәжит Байдәүләтов: 2024 йылдың июлендә команда пункты артиллерия һөжүменә эләкте. Яраланғандан һуң эвакуацияға эләктем һәм мине дауаланырға Башҡортостанға ебәрҙеләр. Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында операция яһанылар. Яраларым уңалғас, ошо уҡ йылдың октябрь айында хәрби дуҫтарым янына әйләнеп ҡайттым. Октябрь аҙағында хәҙер инде яңы урында тағы ла яраландым. Тағы ла эвакуацияға эләгеп, табиптарҙың һығымтаһы буйынса мине артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таптылар.
Хәрби хәрәкәттәрҙә тупланған тәжрибәм ҙур булғанлыҡтан, Радий Хәбировтың инициативаһы менән республикабыҙҙа ойошторолған "Башҡортостан батырҙары" программаһы буйынса ике мең кеше араһынан етмеш кеше һайланып алынып, мин дә шул командаға индем. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыс буйынса Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙан торған етәкселек командаһы төҙөлә. Был программала ҡатнашыусылар - теге йәки был сәбәп менән хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылыусылар. Беҙҙе бында гражданлыҡ хеҙмәтендә етәкселек итеү серҙәренә өйрәтәләр.
Азамат Шаһисолтанов: "Башҡортостан батырҙары" проектында ҡатнашыуыма мине лә Махсус хәрби операцияла ҡаты яраланыуым алып килде. Унда йөрөүселәр барыһы ла утты-һыуҙы кискән, дәһшәтле һуғышта йәрәхәт алған батырҙар.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың 1-се Президенты Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙата килгәндә биргән интервьюһында Рәсәй армияһындағы башҡорт яугиры феномены хаҡында әйтеп үткәйне. Утлы яуҙы үткән командирҙар булараҡ, һеҙ яуҙа йөрөгән беҙҙең егеттәрҙе нисек баһалайһығыҙ?
Азамат Шаһисолтанов: Яугирлыҡ беҙҙең ҡанда. Әгәр ҙә башҡорт егете алдында ер һөрөргәме, яуҙа йөрөргәме тигән һайлау торһа, күбеһе икенсе юлды һайлар ине. Был минең шәхси фекерем. Махсус хәрби операция башланғас та күп кенә башҡорт егеттәре үҙ теләге менән яуға китте. Улар был аҙымға бармай, бында ла тороп ҡала алырҙар ине.
Мәжит Байдәүләтов: Мин һинең фекерең менән тулыһынса килешеп бөтмәйем, Азамат. Башҡорт егеттәре егәрле лә, эшмәкәр ҙә, уларҙың ҡулынан килмәгән эше, белмәгән һөнәре юҡ. Шул уҡ ваҡытта яу килгәндә улар өйҙәрендә генә ултырып ҡала алмай. Сөнки, һин әйткәнсә, яугирлыҡ беҙҙең ҡанда. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙары менән йөҙгә-йөҙ бәрелешкәндә дошманда паника башланған, Махсус хәрби операцияла ла шул уҡ хәлдәр ҡабатланды. 2022 йылда минең 5-се рота миҫалында ла быны күрергә мөмкин булды. Командир мине саҡырып алды ла: "Башҡорттар нимәгә һәләтле икәнлеген иҫбат ит", - тине. Һөҙөмтәлә улар көтмәгәнсә килеп сыҡты. Быға тиклем беҙҙекеләр илле-йөҙ метрҙы бер нисә аҙнала яулаһа, бында башҡорттар өс сәғәт эсендә километрҙан ашыу ерҙе яуланы. Мин үҙем дә ошо рота менән алға барҙым.
Бер алыш ваҡытында барыбыҙ ҙа башҡорт телендә аралашыуға күстек. Мин шундай фарман бирҙем: "Әгәр ҙә рота командиры рус кешеһе һәм башҡорт телен аңламай икән, янында тәржемәсе сифатында башҡорт яугирын тоторға тейеш..." Ул яугир командирҙың фармандарын подразделениеға башҡорт телендә еткерергә тейеш. Был алым беҙгә йылдам алға барырға һәм позицияны тоторға ярҙам итте.
Был ысул башҡорт егеттәренең рухын күтәрергә булышлыҡ итә тиһегеҙме?
Мәжит Байдәүләтов: Тап шулай. Туған тел рухты ла күтәрә, яныңда милләттәшеңде, ҡандашыңды тойоуҙан да көслөрәк берҙәмлек донъяла юҡтыр. Шул уҡ ваҡытта дошман да һинең телеңде аңлай алмайынса, яңылыш маневрҙар яһарға, паникаға бирелергә мәжбүр була.
Азамат Шаһисолтанов: Беҙҙә ун алты халыҡ вәкиленән торған бер хәрби подразделениела башҡорттарҙан тыш, татарҙар, тывалар, яҡуттар, ҡарасәйҙәр, балкарҙар, ҡумыҡтар һ.б. бар ине. Барыһына ла рация бирҙеләр һәм үҙ телдәребеҙҙә аралаша башланыҡ һәм асылда төрки телдәрҙә аралашҡан бер-беребеҙҙе тәржемәсеһеҙ ҙә аңланыҡ. Һөйләшеүҙе рация аша ишеткән дошмандар беҙҙең хаҡта "Ниндәйҙер музыкаль телдәрҙә аралашалар, бер нәмә лә аңламаныҡ", тигәндәр. Бәлки, улар өсөн беҙҙең тел музыкаль булып тойолғандыр, үҙебеҙгә ҡалһа, беҙ уны яу теле тип атаныҡ.
Мәжит, Азамат, һеҙ төрлө сәбәптәр табып Махсус хәрби операцияға бармай ҙа ҡала ала инегеҙ. Ә һеҙҙең был аҙымды яһауҙа тарих факультетында уҡыуығыҙ йоғонто яһанымы?
Мәжит Байдәүләтов: Ҡайһы юлдан китергә тигән юл саты булманы минең алда. Үҙен ихтирам иткән һәр ир-ат был осраҡта берҙән-бер юл һайлайҙыр. Тарих факультетында уҡыуҙың йоғонтоһона килгәндә, әлбиттә, беҙ ул факультетта уҡығанда башҡорт халҡының тарихын, уның хәрби үткәнен өйрәндек. Башҡортостандың, Рәсәйҙең тарихын да унда уҡып белдек. Беҙ башҡорттарҙың донъя, илебеҙ тарихындағы шанлы ваҡиғаларҙа нисек ҡатнашыуына ла шаһит булдыҡ. Беҙгә Салауат Юлаев батырлығы, 1812 йылдағы "Төньяҡ амурҙары", Бөйөк Ватан һуғышында кавалерия дивизияһы яугирҙары ҡаһарманлығы яҡшы таныш. Шулай уҡ атай-әсәйҙәребеҙ биргән тәрбиә лә бында үҙ ролен уйнаны һәм үҙебеҙҙе ир-ат итеп тойорға булышлыҡ итте. Улар беҙгә халҡың менән бергә булырға, антыңа тоғро ҡалырға, илһөйәрлеккә өйрәтте. Былар һәр бер башҡортҡа хас сифат һанала.
Азамат Шаһисолтанов: Тарих факультетында уҡыуҙың, әлбиттә, йоғонтоһо ҙур булды. Беҙ унда уҡып, тарихи хәҡиҡәтте бар тулылығында аңларға өйрәндек. Мәжит менән килешәм, илһөйәрлек, һис шикһеҙ, сәңгелдәктән, тыуған йорттан башлана. Миңә бала саҡтан Муса Мортазин, Даян Мурзин кеүек батырҙарыбыҙ кумирҙарым булды. "Ҡара генерал" Даян Мурзинды, мәҫәлән, Гитлер "шәхси дошманым" тип атаған. Даян Мурзин етәкләгән партизандар отрядына ҡаршы фашистар тотош эсэстарҙан торған дивизияны йүнәлтә. "Ҡорос нисек сыныҡты?" романында Павел Корчагиндың ҡаһарманлығына һоҡланған, Толстойҙы, Лермонтовты уҡыған кешеләр булараҡ, беҙ Махсус хәрби операциянан бер нисек тә ситтә була алманыҡ.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу һеҙҙең тормошҡа ҡарашығыҙҙы ниндәй кимәлдә үҙгәртте? Күптәр дингә килеүе, намаҙ уҡый башлауы хаҡында әйтә.
Азамат Шаһисолтанов: Мин кесе йәштән алып намаҙ уҡыйым. МХО-ға тиклем ни өсөн йәшәүемде аңлай алмағайным. Хәҙер минең өсөн элек мөһим булып тойолған проблемалар бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Хоҙай биргән һәр көн өсөн ҡыуанып йәшәргә өйрәндем. Хәҙер бына "Башҡортостан батырҙары" проектында ҡатнашып, тыуған илемә, республикама, халҡыма ниндәйҙер бәләкәй генә булһа ла файҙа килтерермен тип ышанам. Элек был хаҡта уйлап та ҡарағаным булманы. Тормошҡа ябайлаштырып ҡарай башланым. Күп кенә ваҡиғаларҙы күҙгә лә элмәйем, сөнки тағы ла мөһимерәк әйберҙәр булғанлығын беләм. Тыуған илемә һөйөүем дә көсәйҙе.
Мәжит Байдәүләтов: Мин бер ҡасан да Хоҙайға мөрәжәғәт иткәнем булманы. "Бонус" позывнойлы замполитыбыҙ бер ваҡытта беҙҙәге эфирҙа: "Окоптарҙа атеистар ҡалмай", - тигәйне. Барыһы ла Хоҙайға мөрәжәғәт итә. Миңә үлемгә бер нисә аҙымда, бер нисә секунд арауығында ҡалырға тура килде, әммә ул саҡтарҙа ла Хоҙайҙы иҫкә алманым.
Әммә Хоҙай һеҙҙе әжәлдән алып ҡалған бит барыбер ҙә...
Мәжит Байдәүләтов: Шулайҙыр. Ҡасандыр Уға мөрәжәғәт итеремде лә беләм. Ул саҡта рәхмәтемде лә белдерермен, әммә әлегә шулай. Махсус хәрби операцияға килгәндә, илебеҙ Президенты әйткәнсә, беҙ уны бик һуң башланыҡ. Беҙ был һуғышҡа оҙаҡ әҙерләндек, һәм ул һынау беҙгә килде. Мин дә шул уҡ фекерҙә. Мин был операцияла бай тәжрибә тупланым, кеше ҡәҙерен белергә, кешеләрҙе бер-береһенән айырырға өйрәндем. Әлеге ваҡытта был һуғыштың тиҙерәк һәм беҙҙең еңеү менән тамамланыуын теләйем.
Беҙ кинокартиналарҙан Бөйөк Ватан һуғышын ҡарап үҫтек. Унда һалдаттар ҡулдарына автомат тотоп, "Ура" ҡысҡырып алға барҙы. Әлеге Махсус хәрби операцияны "башҡа төрлө һуғыш" тип атайҙар. Быны нисек аңлата алаһығыҙ?
Мәжит Байдәүләтов: Мин 2017 йылда Сирияла дрондар һөжүменә шаһит булдым. Әлбиттә, улар хәҙергеләре менән сағыштырырлыҡ та түгел Унда беҙ үҙебеҙҙә булған барлыҡ төр ҡоралдарҙан аттыҡ. Хәҙер һуғыш тактикаһы үҙгәрҙе, унда штурм төркөмдәре хәрәкәт итә. Мәҫәлән, беҙҙең "Башҡортостан" батальоны яуға ингәндә подразделение 6-7 яугирҙан торған төркөмдәргә бүленеп хәрәкәт итте. Ә штурм отряды 100 кешенән күберәк. Был бик ҡеүәтле көстө тәшкил итте. Ул саҡта беҙ бик йылдам рәүештә алға бара алдыҡ. Артабан йылдан ашыу ваҡыт үткәс, һауала дрондар пәйҙә булды. Шулай итеп, операция башындағы тактика иҫкереп өлгөрҙө. Хәҙер һәр бер штурм төркөмөн дрондар оҙатып бара. Оператор дрондар ярҙамында штурм хәрәкәте менән етәкселек итә. Штурмсылар хәҙер позицияларҙа бер тәүлектән артыҡ ваҡытҡа ҡалырға тейеш түгел. Әгәр ҙә командир һалдаттарын артабанғы хәрәкәт өсөн һаҡларға теләһә, ул позицияларҙан, блиндаждарҙан сығарырға бурыслы. Тағы ла бер ҡурҡыныс: әгәр ҙә дошман позицияһын юғалтыуын аңлаһа, унда артиллерияларҙан, танкыларҙан һәм башҡа төрлө ҡоралдан ут асып, позицияһын ер менән тигеҙләй. Тимәк был осраҡта беҙҙең яугирҙар ҙа ул позициянан китеп торорға тейеш. Күп осраҡта яуланған позицияны нығытырға килгән подразделениелар күберәк юғалтыу кисерә. Хәҙер хәрби техника күп осраҡта бөтөнләй файҙаланылмай тиерлек. Беҙ элек яу яланында танк колонналарын, тура ут асыу дистанцияларын күрһәк, улар хәҙер юҡ. Хатта БМП машиналары ла йәшерен позицияларҙан ғына тороп ата ала. Танктар иһә яу барған ерҙән алты саҡрым һәм унан да алыҫыраҡ урындарға урынлаша. Хәҙер командирҙар подразделениеға боепристарҙы һәм аҙыҡ-түлекте эре техника менән алып килмәй, сөнки уларҙы алғы һыҙыҡтан күпкә алыҫ урында уҡ утҡа тоталар. Был осраҡта ҡытайҙарҙың махсус техникаһы һәм гуманитар ярҙам менән килгән техника файҙаланыла. Хәҙер боеприпастарҙы, аҙыҡ-түлекте дрондар ярҙамында ташыу күҙ уңында тотола.
Азамат Шаһисолтанов: 2022 йылда беҙ яуға ингән саҡта Мәжит әйткән штурм хәрәкәттәре бар ине әле. Хәҙер технология, уға ярашлы тактика ла үҙгәрҙе. Асылда, хәҙер кешеләр технология ярҙамында хәрәкәт итә. Улай ғына ла түгел, һәр ярты йыл һайын һуғыш хәрәкәттәре үҙгәреп тора. Был фәндең, хәрби техниканың үҫеше менән дә бәйле. Кемдәр артта ҡала, шулар яуҙа ла еңелә инде. Был һуғыш лакмус ҡағыҙы кеүек, өҫтөнлөктәребеҙ менән бер үк ваҡытта беҙҙең етешһеҙлектәрҙе лә асып һалды. Бөгөн идеологиялар һәм технологиялар алышы - гибрид һуғыш бара. Донъя бындай һуғышты күргәне юҡ ине әле.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер башҡорт егете миңә: "Халҡым өсөн һуғышам. Халҡымды һаҡлар өсөн - Башҡортостанды, Башҡортостанды һаҡлар өсөн Рәсәй Федерацияһын һаҡларға кәрәк", - тип яуап биргәйне. Һеҙ был егет менән килешәһегеҙме?
Азамат Шаһисолтанов: 100 процентҡа килешәм. Башҡортостанда башҡорттарҙан тыш йөҙләгән халыҡ вәкилдәре йәшәй. Улар ҙа был хәҡиҡәтте дөрөҫ аңлай, Махсус хәрби операция барған ерҙә уларҙың барыһын да башҡорт тип беләләр.
Мәжит Байдәүләтов: Әгәр ҙә башҡорт егете шундай инаныу менән яуға инмәһә, донъя Владимир Путин әйткән Рәсәй армияһындағы башҡорт яугиры феноменын да белмәгән булыр ине.
Мәжит, Азамат, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
|
Яҙылған: 27.11.25 | Ҡаралған: 19
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.
Мөхәрририәт.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|