
Төшкөлөккә ҡайтып ингән иренең һуҡмыш ҡына түгел, нимәгәлер ныҡ ярһыулы икәнен дә күреү менән Рәүиәнең йөрәге табанына төштө. Тағы ла шул хәл, ҡасан ғына осо булыр икән был бәхетһеҙ тормоштоң, тигән әсенеү үҙәген телеп үтте. Иренең, кемгәлер яуап итеп, үҙ алдына һүгенеп алыуын иҫәпкә алғанда, хужаларҙың береһе менән ныҡ ҡына талашҡанын аңланы Рәүиә. Бер ни өндәшмәй генә йөрөп, өҫәлгә ашарға ултыртты ла ирен саҡырҙы:
- Марат, әйҙә, аш әҙер, сыҡ, - тине.
- Сығам, сығам! Хәҙер!
Ҡулйыуғысты әрһеҙ шаптырлатып ҡулын йыуҙы ла, эленеп торған таҫтамалды һыпырып алып ҡулын һөртөп, йән асыуы менән ишек яғына һелтәне. Аш бүлмәһенә инеп, өҫтәл артына ултырған арала ҡарлыҡҡан тауыш менән һүҙ башланы:
- Бригадир юғалған аттарҙың хаҡын елкәңә һалам, ти, - тип, асыуын аштан алырҙай булып ҡарһаланып ашарға тотондо. Бындай мәлдә бер өҫтәл артына ултырырға ҡурҡып, түрбашта юҡ эшен бар итеп соҡсонған Рәүиәгә аҡырҙы: - Нимә өндәшмәйһең?
- Нимә тип әйтәйем һуң инде мин? Кемдең сменаһында юғалған һуң? Һинекендәме?
- Һинекендәме? Минекендә шул! - тип аҡырҙы ире.
- Түләтергә ҡалһа, барлы-юҡлы малды тотоноп түләрбеҙ микән инде?
Ни әйтһә лә иренә оҡшамаҫын, киреһенсә, оҡшамаған һүҙҙе табып бәйләнеп, һуғыш сығарырға сәбәп эҙләгәнен яҡшы белә Рәүиә. Шуның өсөн артабан ире аҡырһа ла, екерһә лә өндәшмәне. Түҙемлегенең сигенә сыҡһа ла өндәшмәне. Уның аттарҙа ла, малында ла, донъяһында ла эше юҡ ине инде. Нисек тә ошо мәшхәр тормоштан бөтөнләйгә, мәңгелеккә ҡотолаһы килә. Ләкин нисек имен ҡотолоуын ғына белмәй. Уның был уйын ире һиҙеп ҡалыу менән йәнен аласаҡ. Үлтермәгән хәлдә лә үлемесле итеп туҡмап һуҙып һалып ҡуясаҡ та, рәхәтләнеп, ләззәтләнеп, үҙенең ир бурысын үтәп төшәсәк. Туҡмалыуға ҡарағанда ла, ана шуныһы Рәүиәне эстән ашай, ни эшләһә лә онотолмай, йөрәгенә йәбешкән ҡомһоҙ бүре кеүек талай. Үҙенә ҡул һалырға ла ниәтләнеп ҡарағандары булды. Етем ҡалыр ике балаһын күҙ алдына килтереп, ҡулы барманы. Тере мәйеткә әйләнеп йәшәүен дауам итте. Иренең бындай вәхши ҡылығы Рәүиәнең әсәһе үлеп ҡалғас йыш ҡабатланды. Ҡатынының яҡлашыр кешеһе булмауы, башҡа барып һыйыныр ере юҡлығы ҡулынан йүнле эш килмәҫ иргә нығыраҡ ҡоторорға сәбәп кенә ине.
Марат, тамаҡ ялғап алғас, тағы шул ат һарайына эшкә сығып китте. Уның ҡул күтәрмәй генә сығып китеүен берҙән-бер мөмкинселек итеп ҡабул итте Рәүиә. Бөгөн, ошо мәлдә, сығып китеп ҡотолмаһа, башҡа бер ҡасан да яйлы мөмкинселек булмаясағын яҡшы белә шул ул. Күпме генә иҫерек булһа ла, боларған сағында ире уға сығып ҡасыр өсөн ирек бирмәй ине.
Рәүиә тиҙ генә урамда уйнап йөрөгән балаларын саҡырып алды ла, таҙа кейемдәрен бирҙе. Алмаштырып кейенергә ҡушты. Балаларының һорауына, алыҫҡа ҡунаҡҡа барырҙарын, ошо мәлдә үтә торған автобусҡа өлгөрөр кәрәк икәнлекте әйтте. Улары, автобуста ҡунаҡҡа тигәс, оҙаҡ көттөрмәнеләр, ҡыуанышып йөрөп кейенделәр. Рәүиәнең йөрәге сығып килерҙәй дарҫлап типһә лә, үҙен тыныс тоторға тырышты. Балаларына һиҙҙермәне.
Ишекте бикләп, ишек төбөндәге балаҫ аҫтына асҡысты һалды ла, урамға сыҡтылар. Тирә-яҡҡа күҙ һалырға ваҡыты булманы шул, автобус бына-бына килеп етергә тейеш. Урам аша сығып, туҡталыш яғына атлауҙары булды, Мараттың көр тауышы башланып та өлгөрмәгән сәйәхәттең юлын ҡырҡа өҙҙө. Был тауыштан Рәүиә йығылып китә яҙҙы. Мараттың ни әйткәнен дә хатта аңламаны, атлауын әкренәйтеп, сираттағы ғауғанан ҡотолтор яуап эҙләп юлын дауам итте. Ул арала ҡаны ташып торған ир, ҡыуып етеп, ҡулынан эләктереп тә алды. Рәүиәнең ҡапыл һауанан алып һөйләгән яуабы буйынса ике туған инәһе саҡырып хәбәр ебәргәнен дә, шуға ашығыс юлға сығыуын да ире тыңлап торманы, елтерәтеп өйөнә кире алып ҡайтты. Урам буйында тап булған күрше-тирәләрҙең алдында ғына ҡатынына ҡулын күтәргеһе килмәне, солан ишеген асып инеү менән уның муйынына йәбеште:
- Йә, әйт, минән ҡасып уйнашыңа китеп бараңмы? Ҡайһы ауылдыҡы?
Марат Рәүиәне, муйынын һығып, солан стенаһына ҡыҫтаны. Солан таҡталарын тыштан тимер менән тышлағанда ҡулланылған ҡаҙаҡтарҙың эстән кәкерәйтелмәй тороп ҡалғанының бер осо Рәүиәнең баш тиреһен тишеп инде. Йылы ғына ҡан елкәһенә төшөп, арҡаһы буйлап ағып киткәнен һиҙҙе ҡатын. Марат бер туҡтауһыҙ:
- Арҙаныңдың исеме кем? Әйт, кәнтәй! - тип ҡан баҫҡан күҙҙәрен аҡайтып, хәшәрәт һорауҙарын яуҙырһа ла, ҡатынына яуап ҡайтарыу түгел, тын алырға ла ирек бирмәне.
Рәүиә, ҡаршылашыуҙың бер файҙаһы ла ошоғаса ярҙам иткәне булмағанды яҡшы белгәс, саҡ ҡына ла ҡаршылашып торманы. Уға барыбер ине. Ҡасып ҡотола алмаһам, исмаһам үлеп ҡотолормон был донъянан, тигән еңел генә уй килде. Шул уйынан үҙенә нисектер рәхәт тә булып китте. Мәрхүм атаһы менән әсәһенең йөҙҙәре күренгәндәй булды. Тиҙҙән бергә булырҙарын күҙ алдына килтерҙе. Фани донъя менән бер үкенесһеҙ генә хушлаша алыр хәлдә булыуына Хоҙайына рәхмәтен әйтте. Балаларымды Үҙеңдең ҡулыңа тапшырам, Хоҙайым, тип уйлап өлгөрҙө ул.
- Марат ағай! Марат ағай! - тип һөрәнләгән бер үҫмер малай тауышы ишетелде урамда.
Япмай ҡалдырған ҡапҡаһынан һыбайлы, атынан да төшмәй, солан тәңгәленә тиклем килеп етеп, ҡапҡа эсендә ата-әсәһенең боларыуына ни эшләргә лә белмәй тапанған балаларҙан:
- Атайың өйҙәме? - тип һораны.
Меҫкен балаларҙың яуабы ишетелмәне, баш ҡына ҡаҡҡандарҙыр инде. Һыбайлы малай тағы көслөрәк итеп Маратты саҡырҙы.
- Нимә булған? Кем унда? - тип тыныс ҡына тауыш менән яуап бирҙе лә ир яйлап ҡатынын ебәрҙе.
Рәүиә әкрен генә иҙәнгә шыуып төштө.
- Марат ағай, был мин, Фәрит. Бригадир Вәғиз ағай ебәрҙе!
- Ниндәй Фәрит ул? - тип тауышына, ҡиәфәтенә яғымлы төҫ индереп, бер нәмә лә булмағандай ҡырҡа үҙгәреп, ишектән йылмайған Мараттың башы күренде.
- Һаумы, Марат ағай. Был мин Сәғәҙәттең улы. Хәҙер аттарҙы дағаларға йыйынабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә шунда, һине лә саҡыра бригадир, - тип тиҙ генә йомошон әйтә һалды Марат менән бергә ат ҡараусы Сәғәҙәттең ат йәнле эшкә бөтмөр оло улы.
- Ярай, хәҙер барам, - тип бик яғымлы йылмайып тороп ҡалды Марат.
Һыбайлы ферма яғына кире сапты.
Башлаған эшен дауам итә алмауына тешләнеп, иҙәндә хәлһеҙ һөйәлеп ултырған Рәүиәнең елкәһенә барып йәбеште. Йәбеште лә ҡулындағы ҡанды күреп кире һелтәне. Бер аҙ юғалып, уйланып торҙо ла алҡымынан алып һөйрәп торғоҙҙо. Уҫал күҙҙәрен ҡатынының күҙҙәренә терәп теше аша ыҫылданы:
- Тоғроһон ғына әйт, кәнтәй, миңә хыянат иткәнең бармы? Тоғроһон әйт! Белеп ҡалһам, барыбер үлтерәм бит икегеҙҙе лә. Барыбер беләсәкмен.
Рәүиә иламаны ла, ҡурҡманы ла иренең күҙҙәренә тура ҡарап:
- Әгәр ҙә һиңә мин хыянат иткән булһам, Хоҙай мине ҡаҡ түбәмдән орһон, әгәр миңә һин хыянат иткән булһаң, Хоҙай һине ҡаҡ түбәңдән орһон, - тине иренең үҙенә нисә тапҡыр хыянат иткәнен үҙ күҙҙәре менән күргән ике бала әсәһе.
- Ах, кәнтәй! Нимә һөйләй. Йәл, хәҙер миңә эшкә китергә кәрәк, кәрәк кенәңде бирер инем. Ха-ха, ҡаҡ түбәңдән орһон, тинеңме? Бирһен, Хоҙай, бирһен, Хоҙай! Ҡаҡ түбәңдән орһон! - тип, Рәүиәне елкәһенән һөйрәтеп өй эсенә ырғытты.
- Орорбоҙ, ошонда көтөп ятып тор, яраймы, - тип өҫтәп тә ҡуйҙы, мыҫҡыллы тауышы менән.
Унан бик эшлекле ҡиәфәттә сығып балаларына:
- Әйҙәгеҙ минең менән, - тип бойорҙо.
Балалар шым ғына артынан эйәрҙе.
Рәүиәнең ятҡан ерендә ятып үлгеһе килһә лә, әкренләп торҙо. Башының ҡанһырап торған еренә ҡатлап-ҡатлап бинт һалды ла, һыҡтырып яулыҡ бәйләне. Шым ғына илай-илай йөрөп, иҙәндәге ҡан эҙҙәрен һөрттө, балаларына күрһәткеһе килмәне. Битен һалҡын һыу менән йыуып бер аҙ тынысланып, кейемен алыштырҙы. Телевизорын ҡабыҙҙы ла диванға ауҙы. Уйланып ята торғас телевизор тауышына йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Әсәй! Әсәй! - тигән тауышҡа күҙен асһа, яңы теле асылып йөрөгән улы тора янында. Ашығып йүгереп ҡайтҡанлыҡтан арыған бала йыш-йыш тын ала. Шул арала ул үҙе генә аңлаған телдә әсәһенә нимәлер аңлатып маташты.
- Әсәй, атай әм итте! - тине күҙҙәре шарҙай булған бала.
Рәүиә урынынан һикереп торҙо.
- Кемде әм итте? - тип һорай һалды.
Ул Мараттың эштә кемделер туҡмауын күҙалланы. Йөрәге ярһып тулап китте. Берәйһен үлтереп ҡуймаһа ярар ине, тип уйланы.
- Ат әм итте, - тип яуап бирҙе улы.
Рәүиә улын ҡосаҡлап алды.
- Ярай-ярай, улым, тыныслан. Ат ҡына булһа, ярай ҙа ул.
Бер-аҙ ваҡыт үткәс, соланда кемдәрҙеңдер инеп килгәне ишетелде. Сәғәҙәт менән улы һаҡ ҡына иҫәнләштеләр ҙә, ишек төбөндәге эскәмйәгә ултырҙылар. Икеһенең дә баштары түбән эйелгән.
- Аттарығыҙҙы дағалап бөттөгөҙҙәме ни? - тип һораны Рәүиә.
- Юҡ... Эйе... - тип, ни һөйләгәнен үҙе аңламай яуап бирҙе Сәғәҙәт.
- Сәй ҡуяйым, әйҙәгеҙ, сәй эсеп ҡайтығыҙ, - тип урынынан торҙо Рәүиә.
Ирен тышта йөрөйҙөр, инеп киләлер, тип уйланы.
- Юҡ, еңгәй, сәй эсеп тормаҫбыҙ. Ултыр әле урыныңа, - тине Сәғәҙәт.
Үҙе артабан ни әйтергә белмәй аптыранып ҡалды. Кеше барҙа Мараттың болармағанын белгәс, Рәүиә ҡунаҡтарҙы ебәргеһе килмәне. Шуға ла һаман сәйгә саҡырып маташты.
- Марат ағайҙы тиҙ ярҙам саҡыртып, больницаға оҙаттыҡ, - тине Сәғәҙәт, ниһайәт батырсылығын йыйып. - Һин тыныслан. Ултырып тор әле.
Рәүиә сәй әҙерләргә тип торған еренән кире урынына ултырҙы.
- Ниңә? Нимә булды? - тип төпсөндө.
- Кәртәгә индереп аттарҙы дағалап йөрөгәндә бер өйрәтелмәгәне Марат ағайға тибеп ебәрҙе бит. Үҙе лә әллә нимәһенә аяуһыҙ инеп бара ине шунда. Әйтеп торабыҙ, тыңлай торғаны бармы? Иртән бригадир менән ныҡ ҡына асыуланышып алдылар ҙа, шунан алып тыныслана алмай йөрөнө инде.
- Эйе, төшкә ҡайтҡанда ла бик енле ине. Ә ҡайһы еренә типкән һуң ул ат? - тип саҡ һорай алды хужабикә.
- Маңлайына ғына эләккән шул. Иҫенә килмәне, тиҙ ярҙамға һалып ебәрҙек. Ҡайғырма, еңгәй, Марат ағай ныҡ әле ул. Бирешмәҫ. Табиптар ҙа көслө хәҙер. Ҡотҡарып алырҙар.
Рәүиә Мараттан туҡмалғанда ла, тәндәре һыҙланып йөрөгәндә лә иламай түҙгәнен, әле килеп быуаһынан йырылған йылғалай түгелде. Ниңә илағанын да аныҡ аңламаны, сөнки ул йәштәргә бөтәһе лә ҡушылған ине. Күпме рәнйетеүҙәр, нахаҡ һүҙҙәр, мәсхәрәләүҙәр, мыҫҡыллауҙар һәм, иң мөһиме, Хоҙайына ялбарыуҙар.
Уның ҡолағы төбөндә Мараттың һуңғы мыҫҡыллы:
- Бирһен, Хоҙай! Бирһен, Хоҙай! Орорбоҙ, ошонда көтөп ятып тор! - тигән һүҙҙәре яңғыраны.
Ирекһеҙҙән Рәүиә Марат индереп ырғытҡан ишек төбөнә, ҡанһырап ятып ҡалған еренә ҡапыл әйләнеп ҡараны ла кире сүкте. Ул һулҡылдаманы, йырылған күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Улар үҙҙәренән-үҙҙәре субырлап түгелде. Рәүиәнең эстән генә Хоҙайынан ғәфү үтенерлек кенә хәле бар ине.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА