
Эшмәкәрлеге ата-бабалар ғилеменә һәм быуындар көсөнә таянып ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы ул "Ағинәй". Шуға ла ағинәйлек сифаттарына эйә булырға ынтылған оло һәм урта быуын ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған урында ошо ғилем телгә килә һәм ҡатнашыусыларҙы алыҫ тарих төпкөлөндәге көнитмешкә, халҡыбыҙҙың аҫыл асылына сәйәхәт ҡылдыра.
Был юлы ла шулай булды: Асҡын район китапханаһында халыҡ йолалары, милли рух һаҡсылары йыйылып, ғәжәп бер мөхит барлыҡҡа килтерҙе. Берҙән, милли кейемдәрҙәге ағинәйҙәрҙең бер ни менән сағыштырғыһыҙ матурлығы, йөҙ яҡтылығы күҙҙең яуын алһа, уларҙың үҙ-ара тыйнаҡ, ипле, ихлас аралашыуы һәр кемгә, уларҙы ситтән күҙәтеүселәргә лә, күсеп, күңел һиллеге тыуҙырҙы. Башҡа саралар-тамашаларҙағы кеүек, шау-шыу ҙа, ярһып-ҡысҡырып гәпләшеүҙәр ҙә юҡ. Буш һүҙҙәр ҙә яңғыраманы. Сараға килгән ҡунаҡтар ҙа ошо тулҡынға көйләнде. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева һүҙ башлап, ағинәйҙәр араһында булырға, улар үткәргән сараларҙа ҡатнашырға атлығып тороуы тураһында белдерҙе. Районда үткән бар сараларҙы күтәрмәләп, дөйөм мөхиткә йәм биргәне өсөн һәр ағинәйға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева ла Эльза Ҡәҙим ҡыҙының сығышын тулыландырып, республиканың был төбәгендә айырыуса дәрт, фиҙаҡәрлек менән танылған Асҡын ағинәйҙәренә оло баһаһын, һоҡланыуын еткерҙе: "Бөгөн ағинәй - тик үҙ ғаиләһе сиктәрендә генә йәшәүсе, уңайлы мөхит булдырып, үҙ йортонда ғына бикләнеп ултырыусы түгел, ул - йәмғиәтебеҙҙең иң әүҙем ағзаһы ла. Бөгөн Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы уландарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыусы волонтерҙарҙың тәүге сафында ла һеҙ йөрөйһөгөҙ бит. Һеҙ ошо тынғыһыҙ эшмәкәрлегегеҙ менән башҡаларға донъябыҙға ишерелгән ауырлыҡты, ҡайғыларҙы күтәреү, кисереү өлгөһө лә булып тораһығыҙ. Бөгөн бөтә донъя Ринат Рамаҙанов һәм Руслан Шәмсетдиновтың "Урал батыр" дастанын тыңлай, уның серле ишараһына төшөнөргә тырыша. Беҙҙең дә телдә был эпос һүҙҙәре. Иғтибар итегеҙ: Урал батырға ярҙам кәрәк саҡта тоғролоҡ һәм рухи таяныс символы булып Күктән Һомай төшөрөлгән. Һомай боронғо белемдәр һәм йолалар һаҡсыһы, паҡлыҡ һәм әсәлек символы. Ул Уралға ҡара көстәр менән көрәшендә ярҙам итә һәм уны изге юлға йүнәлтә. Тарих ҡабатлана: шулай уҡ бөгөн беҙҙең ир-егеттәр өсөн ауыр осор, һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уларға ярҙам итеү өсөн бар көсөн һала. Ошо бар эштәрҙең алғы сафында һеҙ, ағинәйҙәр булыуы менән ғорурланам. Рәхмәт һеҙгә!" - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
"Һүҙҙәрегеҙгә, баһаларығыҙға - ҡеүәт!" тине Асҡын районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Йәриә Ялалетдинова артабан һүҙ алып һәм башҡарған эштәренә бер аҙ байҡау яһаны: "Районда ошо йәмәғәт ойошмаһы тирәләй тупланып, һәр битараф булмаған, иманлы, белемле, кәсепле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға "Ағинәй" статусы йөкмәтеп эш башлауға тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ошо ваҡыт эсендә райондың бөтә ауылдарында ла ағинәйҙәр бер нисә уртаҡ идея менән берләште: ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын һаҡлау, үҙебеҙҙең балыҡсы, ҡыр-танып, һыу-танып, унлар ырыуҙарына хас милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеү, йәш быуынды тәрбиәләү, уларҙа туған телгә, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу, иң мөһиме - яуҙа йөрөгән ететтәребеҙҙе хәстәрләп, уларға кәрәкле кейемдәр, аш-һыу әҙерләү, райондан оҙатылған гуманитар ярҙамды йыйыуҙа ҡатнашыу. Ҡаҙансы, Ҡартҡиҫәк, Ҡашҡа, Үрмияз, Күбияз, Петропавловка, Упҡанкүл, Солтанбәк ауылдары ағинәйҙәре үҙҙәренең ырыу милли кейемен тергеҙеү буйынса һоҡланғыс эш башҡарҙы һәм хәҙер улар районда үткән бар сараларҙы йәмләп кенә ҡалмай, балаларға, йәштәргә үҙ асылыңда булыуҙың баһаһы, ҡиммәте өлгөһөн дә күрһәтә. Иҫке Ҡаҙансы ауылынан ағинәйебеҙ Мәмдүна Зарипова бынан йөҙ йылдан ашыу элек өләсәһе кейгән күлдәкте, ике йөҙ йылдан ашыу ҡарт өләсәһе кейгән камзулды тергеҙеп күрһәтеп, милли кейем - ул беҙҙең тамырҙарыбыҙ, беҙҙең тарихыбыҙ, милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө икәнен тағы бер тапҡыр раҫлап ҡуйҙы. Күбияздар иһә бынан 80, 100 йыл элек өләсәләре кейгән тамбур сигеүле биш нәҫел алъяпҡыстарын тергеҙҙе. Районда тағы бындай осраҡтар булыуы ҡыуаныслы. Сөнки милли кейем - тарихи хәтерҙе тергеҙеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы бит..."
Осрашыу һуңында "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының үҙ эшенә тоғро 13 ҡатын-ҡыҙҙан торған яңы составы һайланды. Ойошманы артабан Архангел районы ҡыҙы, Кубияз ауылы килене Зәкирә Хәтмулла ҡыҙы Ғилметдинова етәкләйәсәк.
Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бүлешеп, шиғырҙар, йырҙар тыңлап, күңелде бушатып алдыҡ ағинәйҙәрҙең был йыйынында ла. Ихлас аралашыуҙан рухланған ҡатын-ҡыҙҙар, ишеткәндәрен һәм күргәндәрен тормошҡа ашырыу теләге менән үҙ ауылдарына таралды. Шуныһы ҡыуаныслы: боронғолоҡто һаҡлауға, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һәм көсөн ишәйтеүгә өлөш индереүсе кешеләр бар беҙҙең Асҡын ерендә лә. Улар, һис шикһеҙ, ағинәйҙәр!
Фәйрүзә ЙОНОСОВА.
Асҡын районы.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА