
Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙең фатир һатыу-һатып алыу баҙарында, эксперттар әйтмешләй, ысын мәғәнәһендә "төп башына ултыртыу эпидемияһы" хакимлыҡ итә. Фатир алдаҡсылары арҡаһында аҡсаһын да, торлағын да юғалтыусылар күп, ә судтар, яуыз уй менәнме, әллә муттар йоғонтоһона бирелепме, алданған фатир һатыусыны яҡлай.
Фатирын һатырға йәки, киреһенсә, һатып алырға теләгән кешеләр хәҙер икенсел торлаҡ баҙарында пәйҙә булған "Долина схемаһы", "Долина эффекты" тип аталған күренештән ҡурҡып, ниәттәренән кире ҡайталар. Рәсәйҙең халыҡ артисы, танылған йырсы Лариса Долинаның фатир ғауғаһы әлеге лә баяғы тормошобоҙҙоң бөтөн өлкәләренә лә үтеп ингән шул алдаҡсылыҡ арҡаһында килеп сыға, ләкин йырсының үҙен нисек тотоуы артабан уның ысынлап та алданғанмы икәнлегенә шик тә тыуҙырып ҡуя, сөнки уға ҡарата был тарих "һарыҡтар ҙа иҫән, бүре лә туҡ" тигән әйтемде иҫкә төшөрә. Үҙҙәрен "ФСБ хеҙмәткәрҙәре" тип таныштырған телефон мошенниктары йоғонтоһонда Долина, үҙе раҫлауынса, миллиондарын юғалта һәм әлеге муттар баҫымында баш ҡала үҙәгендәге элиталы фатирын Полина Лурьеға 112 миллион һумға һатып ебәрә. "Аралашсы" ролендәге алдаҡсылар кеҫәһенә лә "хеҙмәттәре" өсөн байтаҡ аҡса кереп ята һәм улар артабан Долинаның икенсе фатирына ла күҙ һала. Күп тә үтмәй, Долина үҙенең бурҙар йоғонтоһона бирелгән булыуын дәлилләп, судҡа мөрәжәғәт итә һәм һатыу-һатып алыу килешеүен юҡҡа сығарыуҙы талап итә. Суд Долинаны яҡлап ҡарар сығара һәм уға фатирын кире ҡайтара, ә бына намыҫлы һатып алыусы булараҡ, алдаҡсылар схемаһы хаҡында бер ни белмәгән Полина Лурье бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Уның йә түләнгән аҡсаһын, йә фатирын ҡайтарыуҙы юллап судҡа биргән мөрәжәғәттәре кире ҡағыла: суд тарафынан матди зыянды ҡаплатыу әлеге алдаҡсыларҙан талап ителеүе мөмкин, тип билдәләнә. Тимәк, батып барыусыны ҡотҡарыу - батыусының үҙ эше тигәндәй килеп сығамы? Ә шул уҡ ваҡытта икенсе яҡ, мәҫәлән, Лариса Долина һис бер выждан ғазабы кисермәйенсә, фатирын да ҡайтара, Полинаның аҡсаһын да кеҫәһенә һала. Ғәҙел суд шулай буламы?
Киң йәмәғәтселек һәм хатта Дәүләт Думаһында ла Полинаға аҡсаһын ҡайтарып биреүҙе талап итәләр. Бөтөн юристар берҙәмлеге бөгөн ошо һәм ошоға ҡағылышлы материалдарҙы өйрәнә, фекер алыша һәм бәхәсләшә. Юристар билдәләүенсә, Долина-Лурье эше буйынса суд ҡарары хоҡуҡи ғәмәлиәттә типик күренеш түгел, шуға күрә был осраҡҡа ҡарата РФ Юғары судтың аңлатмаһы кәрәк.
Ысынлап та, Рәсәйҙең хоҡуҡи даирәләрендә танылыуынса, хәҙерге көндәрҙә фатир һатыу-һатып алыу мәсьәләһе ҡатмарлаша бара. Шул арҡала граждандарҙың ҡайһы берҙәре фатир һатып алыуҙың альтернатив юлдарын һайлай икән, ләкин был юлда ла уларҙы хәүеф һағалай. Яуызлыҡ менән ҡомһоҙлоҡтоң иге-сиге юҡ. Ни булды был заманға? Ҡайҙан табылып тора боҙоҡ уйлы әҙәмдәр? Өфөлә йәшәүсе "эшҡыуар" Римма Барсегян, мәҫәлән, тап ана шул "альтернатив" юл менән егермеләгән кешене аҡсаһыҙ ҙа, торлаҡһыҙ ҙа ҡалдырған. Дүрт йыл бер нндәй һөҙөмтәһеҙ көткәндән һуң алданған граждандар Барсегянды судҡа бирә. Суд уларҙы яҡлап сыға һәм юлламаны ҡәнәғәтләндерә. Ләкин бер йыл инде суд приставтары эшҡыуарҙы йә таба алмай, йә зыянды ҡаплата алмай икән.
Был хәлдән алдараҡ Өфөлә полиция тағы бер алдаҡсы эшҡыуарҙың ҡойроғона баҫҡан һәм кешеләрҙең ышанысына инеп, уларҙы төҙөлөш бизнесына ҡушылырға өндәп, 300 млн һумға "төпкә ултыртҡан" 46 йәшлек Венера Мөхәмәҙиеваны ҡулға алған. Зыян күреүселәрҙән һәм полициянан эҙ яҙҙырыу маҡсатында ул хатта исем-фамилияһын үҙгәртеүгә тиклем барып еткән.
Kommersant.ru сайтында яҙылып сығыуынса, бөгөнгө көндә алдаҡсылар йоғонтоһонда торлағын һатыусы йә иһә уларға аҡса биреүселәрҙең юлламалары буйынса илдәге судтарҙа 5,8 мең эш ҡарала. Был йәһәттән мираҫ милке, ир йә ҡатындың торлаҡ өлөшө, Әсәлек капиталын түләү менән бәйле күсемһеҙ милек өлкәләре граждандарҙан айырыуса һаҡ булыуҙы талап итә, сөнки судтар һаман да әлеге "Долина ғауғаһы" схемаһы буйынса эш итә һәм алданған һатып алыусы ҙур зыян күрә. Ә шулай ҙа, бәхеткә күрә, хоҡуҡи ғәмәлиәт тә әкренләп үҙгәрә бара: Рәсәйҙең бер нисә суды намыҫлы һатып алыусыны яҡлаған ҡарар сығарған, тиҙәр. Тик был алдаҡсылыҡ һаҙлығында батмай ҡалған бер нисә генә бәхетленең өлөшө. Бәхетле тиһәң дә дөрөҫ булмаҫтыр: үҙенең хаҡлығын, намыҫлы һатып алыусы булыуын, бер кемде лә алдамауын, ә һатыусыға ышанып, аҡсаһын түләүен - ҡыҫҡаһы, үҙенең "дөйә түгеллеген" иҫбатлау өсөн уларға ниндәй генә дәлилдәр табырға тура килмәгәндер! Ә бит ҡайһы бер юристар әйтеүенсә, аҡсаны ла, милекте лә килешеү төҙөгән яҡтарға бер үк ваҡытта кире ҡайтарыу механизмын индереп, алдаҡсылыҡты юҡҡа сығарыу мөмкин булған эш! Хоҡуҡи тел менән әйткәндә, был механизм ике яҡлы реституция тип атала икән. Улайһа, йылдар буйына һуҙыла килгән торлаҡ-аҡса темаһына был енәйәтселекте тамырынан юҡ итеү өсөн ниңә һуң сара күрелмәй? Торлаҡһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа урамда ҡалған бер ғәйепһеҙ намыҫлы алданыусыны кем яҡлар?
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА