
"Беҙ, бөгөнгө быуын башҡорттары, телебеҙ үлеүен күҙәтәбеҙ - аяныслы тарихи күренештең шаһитыбыҙ. Күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп, 25-30 йылдан ижтимағи тормошта башҡорт теле эпизодик күренеш кенә булып ҡалмағайы, тип уйлайым". Гәзитебеҙҙең 31-се һанында баҫылған "Оло бер рухи байлыҡтан мәхрүмләмәйек сабыйҙарҙы" мәҡәләһендә ошо фекерҙе әйткәйнем.
Ысынлап та, башҡаса уйлау, фекерләү мөмкин түгел. Сөнки яҙыусының, милли баҫма журналисының балаһы уларҙың яҙғанын уҡыу түгел, күп осраҡта башҡортса һөйләшмәй, артистар, йырсылар араһында ла шул хәл күҙәтелә. Хатта башҡорт теле уҡытыусылары ғаиләләрендә лә ошондай уҡ күренеш. Үҙем шаһит булған хәлдәрҙән сығып әйтәм быларҙы. Ошо көндәрҙә генә республика баҫмаларының береһендә эшләгән коллегам менән бәхәсләшеп киттек: "Юҡ, балаларҙы башҡортса һөйләштереп булмай. Булмаясаҡ та!" - тип ҡырт киҫте һәм был хәлде тәбиғи бер күренеш булараҡ ҡабул итергә һәм уның менән күнергә өндәне. Милли интеллигенция туған тел яҙмышына шундай ҡарашта булғас, ябай халыҡтан ни көтмәк.
Әлбиттә, матур миҫалдар ҙа бар. Тик улар бик һирәк, һәм беҙ ундай осраҡты феномен кеүек ҡабул итәбеҙ: "Ҡарале, шуның балаһы башҡортса һөйләшә, башҡортса йырлай (!)", - тип һушыбыҙ китә, әйтерһең, ауыл уртаһында айыу бейетәләр. Йырсы Дамир Таиповтың Баязит улына, уның теленә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Интернет киңлегендә күҙгә салынғандарҙан йырсылар Азамат һәм Нәсимә Тимировтарҙың улдары Арыҫланды, мәҫәлән, маҡтап үтеү ҙә яҙыҡ булмаҫ.
Совет осоронда тел мәсьәләһе ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә, эшсе ҡасабаларҙа киҫкен торһа, хәҙер ауылдарҙа ла балалар русса һөйләшә. Ошо ысынбарлыҡты ҡабул итеп, телебеҙҙе яңы шарттарҙа нисек ҡотҡарыу тураһында етди уйларға һәм аныҡ ҡарарға килергә ваҡыт еткән генә түгел, уҙып бара бит, йәмәғәт. Башыбыҙға көл һибеп, илаулауҙан бер фәтеүә лә сыҡмаясаҡ. Йәмәғәтселек, ғалимдар, власть органдары бер ҡарарға килеп, аныҡ бер йүнәлеш һайлауҙан, ғәмәли сараларға тотоноуҙан башҡа хәлебеҙ юҡ.
Иң элек ғаиләлә башҡортса һөйләшеү модаға инергә тейеш. Бының өсөн киң пропаганда йәйелдерергә кәрәк. Аллаға шөкөр, телевидение-радиобыҙ эшләп тора, гәзит-журналдар сыға, коммерцияға ҡарамаған автономлы "Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы" әүҙемселәре кеүек йәмәғәтселәребеҙ бихисап, һәр районда һәм ҡалала эшләгән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының тәүге ойошмалары бар.
Икенсеһе - уҡытыу. Иҫегеҙҙәме, Ырымбур егете Вячеслав Чернев Башҡортостан юлдаш телеканалында үтә лә ябай, ләкин шул тиклем аңлайышлы итеп башҡорт теле һабаҡтары биргәйне бер осор. Шул методиканы нигеҙ итеп алып булмаймы ни академик уҡытыу, ҡағиҙәләр тылҡыу урынына. Иң элек уҡыусы һөйләш телен үҙләштерһен. Ә туған телде тәрән өйрәнеүҙе милли мәктәптәргә, полилингваль гимназия-лицейҙарға ҡалдырыу урынлылыр.
Өсөнсөнән, телдең ҡулланылыш даирәһен киңәйтмәй тороп, алға китеш булмаясаҡ. Бында иһә, аныҡ сараларҙы власть органдары күрергә тейеш. Мәҫәлән, дәүләт учреждениеларында, бюджет ойошмаларында эшләгәндәргә тел белгән өсөн эш хаҡына 15 процент өҫтәп түләү үтә лә әһәмиәтле булыр ине. Мин үҙем Сибай ҡала хакимиәтендә эшләнем, башҡа бүлектәргә килгән башҡортса мөрәжәғәттәрҙе лә тәржемә итеп ултырҙым. Тимәк, өҫтәмә хаҡ алмайынса, кемдеңдер хеҙмәтен башҡарҙым.
Финанслауға ҡағылышлы үтә лә мөһим был мәсьәлә, моғайын, дөйөм Рәсәй кимәлендә, барлыҡ милли республикалар ҡатнашлығында күтәрелһә, маҡсатҡа ярашлы булыр. Уның өсөн нигеҙ ҙә бар хәҙер - Президент Владимир Путин йыл һайын 8 сентябрҙә Рәсәй Халыҡтары телдәре көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тимәк, Дәүләт Думаһы депутаттары ла үҙ һүҙен әйтергә тейеш.
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА