«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАР ҺҮҘҘӘРГӘ ЛӘ ТӘРЖЕМӘ КӘРӘКМӘЙ
+  - 

Туған телебеҙ - башҡорт теле - шул тиклем гүзәл һәм мөһабәт, уның киңлек-бейеклектәрен бер тында, бер көндә йә иһә айҙар-йылдар буйына ла иңләп сығып булмаҫ. Тик шуныһы: ошо ғәзиз телебеҙҙә аралашҡан, һөйләшкән, яҙған саҡтарыбыҙҙа үҙ телмәребеҙгә иғтибарлы түгелбеҙ, йыш ҡына ҡайһы бер һүҙҙәрҙе боҙобораҡ, урынһыҙыраҡ, хатта хаталыраҡ итеп ҡулланабыҙ.

Мәҫәлән, "бөгөнгө көн" тип һөйләгәндәрен йыш ишетергә тура килә. Был бит "майлы май" тип әйтеүгә тиң! Ошо хаталы һүҙбәйләнештең аңлатмаһы "был көнгө көн" була инде. "Бөгөн" һүҙенең мәғәнәһе "был көн", "әлеге көн" икәнен нисек итеп төшөнөп булмайҙыр инде, аптыраҡ. "Әлеге көндә" тип әйтеү семантик яҡтан урынлыраҡ бит.
Тағы ла бер лингвистик факт хаҡында әйтеп китеү урынлы булыр. Һүҙ - сит ил телдәренән башҡорт теле лексикаһына инеп, нығынып ҡалған һүҙҙәр тураһында. Мәҫәлән, беҙҙең барса киң матбуғат сараларында рус теленән ингән "цифровизация", "цифровые технологии" тигәнде "һанлаштырыу", "һанлы технологиялар" тип тәржемәләп әйтергә-яҙырға тамам күнегеп киттеләр. Был дөрөҫмө һуң? Юҡ инде. "Һан" ("число") һәм "цифр" - бер үк төшөнсә түгел икәнен башланғыс класс уҡыусыһы ла белә. Һан - әйбер-предметтарҙың иҫәбен белдерһә, цифр - һан билдәһе. Йәгеҙ әле, иптәш филологтар, "һанлы технологиялар" һүҙбәйләнешен рус теленә тәржемәләп ҡарағыҙ. "Числовые технологии" килеп сыға түгелме һуң? Ә бындай һүҙбәйләнеш рус телендә юҡ! Тимәк, дөрөҫө - "цифрлаштырыу", "цифрлы технологиялар" тип һөйләү һәм яҙыу фарыз беҙгә.
Ғөмүмән, боронғо латин теле, башҡа Европа халыҡтары телдәренән үтеп ингән һүҙҙәрҙе, кәрәге бармы-юҡмы, башҡортсалаштырыу менән мауығырға атлығып тормайыҡ әле. Шул уҡ "технология", "капитал", "социум", "паритет", "олигарх", "план", "комитет", "коридор", "конвенция", "контракт" һәм башҡа меңәрләгән ошондай һүҙҙәрҙе нисек бар, шулай ҡулланыуыбыҙ телебеҙ үҫешенең кире ҡаҡҡыһыҙ бер күренеше икәнен онотмаһаҡ ине.

Вәли ИҘРИСОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.25 | Ҡаралған: 369

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru