
Шундай бер риүәйәт бар: ни яғы менән асыуландырғандыр, әсәһе генерал улын сыбыҡ менән һыҙыра икән. "Әсәй, мин бит генерал", ти икән улы. "Һин, ана, һалдаттарыңа генерал, миңә һин бала", тигән әсәй кеше...
Эйе, һин генералһыңдыр ҙа, йә ябай һалдатһыңдыр, бәлки, юғары наградаға лайыҡ булған Геройһыңдыр, әммә әсәй өсөн һин - бала! Ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған Тамерлан Илһамов та, эйе, әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы өсөн күҙ нурындай ҡәҙерле бала булып ҡала. Дәрәжәләре лә, Герой булыуы ла әсәнең балаһын юғалтыу ҡайғыһын еңеләйтә, үлемде аҡлай алмай. Шулай итеп, Тамерлан Илһамовтың әсәһе һөйләгәндәрен тыңлайыҡ.
Балалар балдан татлы...
Тамерлан - беренсе балам, ул 1991 йылдың 22 июнендә тыуҙы. Һуғыш башланған көндә... Тыуғас та, әллә көнөн үҙгәртеп яҙырғамы, тигән уй килде башыма. Әсәйем: "Ярай, шулай ҡалһын да ҡуйһын инде, көнөн үҙгәртеп, яҙмышын үҙгәртә алмаҫһың", - тиһә лә, ул көн ниндәйҙер шомло бер мәл булып иҫтә ҡалды, йыш ҡына иҫкә төшөп ыҙалатты.
Бала табыу йорто дауахананың икенсе ҡатында урынлашҡайны. Хәлебеҙҙе белешергә килгәндә атаһы: "Исемен кем тип ҡушабыҙ?"- тип һорай. Шулай килеп сыҡты, икебеҙ бер юлы "Тамерлан!" тинек, сөнки шул ваҡытта телевизорҙа еңелеү белмәгән полководец Тамерлан тураһында матур ғына реклама бара ине. Икебеҙҙең дә ятыраҡ исем ҡушҡыбыҙ килгәндер, күрәһең. Оло кешегә был исемде әйтеүе ҡыйын булды микән, әсәйем ейәненә Тамерлан тип өндәшмәне, Там-там, тип йөрөттө. Ул мәлдә беҙ ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәй инек. Ҡәйнәм дә баштан уҡ ейәнен ныҡ яратты. Тыныс ҡына бала булды улыбыҙ, бик үк илап та барманы. Иртәнсәк ҡайным менән мал ҡарарға сығып китһәк, быуындары ауыртып, өйҙән сыҡмаған өләсәһе ҡултыҡ таяҡтарына таянып, беҙҙең бүлмәгә инә лә, һыйыр һауып ингәнсе аҫмалы сәңгелдәктә ятҡан Тамерланды бәүетеп ултыра торғайны. Ана, әсәйең ҡайтты, хәҙер килә эргәңә, тип, уның менән һөйләшкәне һаман да хәтерҙә. Тамерлан өләсәһенең һүҙҙәрен әкиәт һымаҡ тыңлап ята торғайны. Ҡайным да ныҡ ҡына яратты уны, ҡулында ҡәҙерләп бәүетеп кенә йөрөттө, атлай башлағас, етәкләп тышҡа алып сығып китер ине. Ҡәйнәм, ауырыуы көсәйеп, етмешкә етмәй үлеп ҡалды. Ҡайным ҡабат өйләнмәне, улар бер-береһен ныҡ хөрмәт итә инеләр.
Өс кешелек мәктәп
Тәүге тормош иптәшем - Тамерландың атаһы, Асҡарҙыҡы, ә минең төп сығышым Рысҡужа ауылынан. Ҡыҙғанысҡа, ғаиләбеҙ тарҡалды, беҙ айырылыштыҡ. Ирем икенсе ҡатын алғас, эргәһендә күренеп йөрөмәһен, балаға травма булмаһын, тип, Ярлыҡап ауылына фельдшер булып эшкә урынлаштым. Ул ваҡытта Тамерланға өс йәш ине. Бер йылдан икенсе ир менән тормоштарыбыҙҙы бәйләнек. Бәләкәй генә ике урамлы ауылда Тамерлан тиҙ арала дуҫтар тапты, үҙенән бер йәшкә өлкән Илгиз, күп балалы ғаиләлә тыуған Нәркәс исемле ҡыҙ менән бергә уйнап үҫтеләр. Илгиз, әсәһе үлеп, өләсәһе менән икеһе генә йәшәй ине. Бер көн уның өләсәһе беҙгә танышырға килде. "Балаларҙы мәктәпкә бирергә ваҡыт етте бит", - ти. Ул ваҡытта Илгизгә - ете, Тамерланға алты ғына йәш ине. Етмәһә, ауылда башланғыс мәктәп тә юҡ. Илгиздең өләсәһе, баламды бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, тип борсола. Район мәғариф бүлегенә барҙыҡ. Унда, өс бала булһа ғына мәктәп асып була, тинеләр. Рәсимә инәй, Илгиздең өләсәһе, "Әйҙә, һин дә балаңды уҡырға бир ҙә ҡуй", тип өгөтләй. Миңә лә бала йәл, Тамерлан әле мәктәпкә әҙер түгел һымаҡ. Аптыраныҡ, ни эшләргә, тағы ҡайҙан бер бала табырға? Улар менән бергә уйнап үҫкән Нәркәс 95-се йылғы ғына. Флүрә апай, Нәркәстең әсәһе, "Ярай, уҡыһа уҡыр, уҡымаһа, йөрөр шунда, ҡәләм тотоп ултырыр әле эргәләрендә", тип ризалығын бирҙе. Тағы мәғариф бүлегенә барып, Ярлыҡапта мәктәп асырға һөйләштек тә ул, тик уҡырға мәктәп бинаһы юҡ. Уйлай торғас, Илгиздең өләсәһе өйөнөң бер бүлмәһен бирергә риза булды. Шулайтып, Ярлыҡап ауылында күрше Тал Ҡусҡары ауылы урта мәктәбенең башланғыс класс филиалы булып, өс бала өсөн Ярлыҡап башланғыс мәктәбе асылды.
Тамерлан кәүҙәгә үҙенән күпкә ҙурыраҡ булған Илгизде ныҡ яҡын күрҙе, шуға ла уҡырға бармайым, уҡымайым, тип, ҡарышып торманы, иң мөһиме, холҡон күрһәтте, ирҙәрсә аҙым яһаны. Рәсимә инәйҙәр дәрес башланыуға йоҡо бүлмәләрен бушатып, класс кабинетына әйләндерәләр. Батша заманындағы боронғо мәктәпкә оҡшағайны ул белем усағы. Уҡытыусылары Рәзилә Рәхип ҡыҙы Ҡусҡар ауылынан йөрөп уҡытты. Бер ҡаршылыҡһыҙ ыңғай ғына уҡып алдылар ҙа киттеләр балалар. Рәсимә инәй эй ҡыуанды ейәненең эргәһендә ҡалыуына! Аҙаҡ парталар килтерҙеләр, тормош иптәшем класс таҡтаһы эшләп бирҙе. Йәшкә бәләкәй булһа ла, Нәркәс был ике малайҙы елтерәтеп кенә алып йөрөнө. Асҡарҙа гимназияла башланғыс кластарҙы уҡытҡан Әлиә (минең бер туған һеңлем) беҙгә килгән ваҡытта Тамерландың дәфтәрҙәрен ҡарай ҙа, уларҙың бөхтәлегенә аптырай торғайны. Ысынлап та, уның дәфтәрҙәре лә, дәреслектәре лә тәртиптә булды. Тимәк, уҡытыусылары ла талапсан булғандыр. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ бит уны мәктәпкә әҙерләмәнек тә, ҡулына мәктәп өсөн кәрәк-яраҡ һалынған пакет тотторҙоҡ та ебәрҙек. Мәктәп кейеме булды, әлбиттә, уҡыуға галстук тағып ҡына йөрөнө. Аҙаҡ, улым Герой исеме алғас, бер уҡытыусыһы, уның хәрби кеше булыры бала сағынан билдәле булды, тине.
Тамыры ниндәй, емеше шундай
Беҙҙең атайыбыҙ хәрби кеше, прапорщик булды, ғүмере буйы Асҡарҙа военкоматта эшләне. Ул йоҡларға ятыр алдынан кейемдәрен ултырғысҡа бөкләп кенә һала торғайны. Тамерлан да нәҡ уның кеүек, әйберҙәрен тәҫләп һалмайынса, йоҡларға ятмай торғайны. Атайым Рысҡужа ауылы Әхтәмовтар ғаиләһенән. Нурғәли олатайҙың өс улы хәрбиҙәр юлын һайлаған: Зиннәт апабыҙ (атайыбыҙҙың бер туған ағаһы) Стәрлетамаҡта ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Унан ҡала Һиммәт апабыҙ ҙа, хәрби училище бөтөп, хәрби кеше булды, Тәтешлелә военкоматта эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул беҙҙең атайҙы ла хәрби училищела уҡырға өндәгән. Атайым башта ул саҡтағы Сибай педагогия училищеһын тамамлаған, аҙаҡ хәрби училищены уҡып бөтә алмаған, өләсәйебеҙ ауырыу сәбәпле, уны ҡайтартып алғандар. Ул оҙаҡ йылдар Асҡарҙа военкоматта эшләне. Уны белгәндәр, шул хәтлем һәйбәт кеше булды, тип иҫләйҙәр.
Шул тиклем йыйнаҡ булды
Башланғыс мәктәпте бөткәс, Тамерлан менән Нәркәс Ярлыҡапҡа тау аша урынлашҡан ете саҡрым тирәһе алыҫлыҡтағы Тал Ҡусҡарына уҡырға барҙылар, Илгиз Асҡар урта мәктәбенә китте. Ҡайҙа ла барыбер шул уҡ ауыл малайҙары бит инде, класташтары менән тиҙ арала дуҫлашып киттеләр. Бигерәк тә ҡыҙҙар, Тамерлан да Тамерлан, тип иҫтәре китте. Бер мәл ҡыҙҙар, яңы класташтарына күҙҙәре төшөп, үҙ-ара сәкәләшеп тә алғандар. Сибәр ине балам! Класс етәкселәре лә һәйбәт булды, ғөмүмән, Тамерлан бәләкәйҙән дуҫтарынан, класташтарынан уңды, һәр саҡ көслө уҡытыусылар ҡулына эләкте. Ул төрлө патриотик конкурстарҙы, башҡа шундай сараларҙы ярата ине. Был Ҡусҡар мәктәбендә спортсмен уҡытыусыларҙың күп булыуынан да киләлер.
Ҡышҡы һыуыҡтарҙа Тамерлан туғаныбыҙ Саматтарҙа йоҡлап ҡала ине. Уның унда айырым бүлмәһе булды. Самат ағайҙарҙың үҙҙәренең өс малайы, ике ҡыҙы бар. Еңгәй, Тамерланға ҡарап иҫем китә, ти, иртәнсәк беҙҙең малайҙар нәски-фәлән өсөн һуғышып китә, ә бының һәр әйбере үҙ урынында.
Улымдың уҡыуы уртаса ине, ә бына физкультура дәрестәрен яратты, мәктәп эргәһендәге спорт майҙансығында ныҡ шөғөлләнделәр. Субботникмы, йә башҡа берәй сара булһа, өйгә ҡайтып, тамаҡ ялғап, кире мәктәпкә китер ине. Үҙе бер башҡа бала булды ул, шул тиклем тәртипле, ипле ине. Хәрби хеҙмәтен башлағас, отпускаға ҡайтҡанда мотлаҡ аҡ төҫтәге кейемдә ҡайта, бәләкәй генә берәй тап төшһә, сыҙамай, кейемен шунда уҡ таҙарта һала торғайны. Аҡты яратҡас, күңеле таҙа булғандыр, тим. Һәр ҡайтыуына өҫтәлдәр әҙерләп, оло ҡунаҡ һымаҡ ҡаршыланыҡ уны. Ул бит әҙ генә ваҡытҡа ҡайта, туғыҙ йылда туғыҙ тапҡыр ғына күреп өлгөрҙөк уны.
"Хеҙмәт итеү" тигән йола бар
Тамерлан туғыҙ класты бөткән йылда Асҡарға, атайыбыҙҙан ҡалған бер бүлмәле фатирға күстек. Баланы ситкә ебәргем килмәһә лә, "Әсәй, бында тарыраҡ, олатайҙы ҡарарға кәрәк, мөмкинме, мин уларҙа йәшәп торам?" тигәс, икеләнһәм дә, ҡаршы килмәнем. Ҡайным үҙе лә, ебәр инде, эргәмдә йөрөһөн, тигәс, атаһының атаһына - олатаһына барып-ҡайтып йөрөнө. Ул ваҡытта ҡәйнәм юҡ, ҡайным яңғыҙы ғына йәшәй ине. Улым элек сәңгелдәге эленеп торған бүлмәлә йәшәне, олатаһын ҡараны, тәүге ярҙамсыһы булды. Шулай Асҡарҙа ун бер класты бөттө, имтихандар тапшырҙы. Класташ ҡыҙҙары, Тамерлан беҙҙең араға электән бергә уҡыған һымаҡ килеп инде, тиҙәр. Бында ла Тимур командаһы ойоштороп, һуғыш ветерандарына ярҙамға йөрөгәндәр, төрлө экскурсияларҙа булғандар, Тамерлан кластарында шунда уҡ лидер булып киткән.
Мин уны, башҡаларҙы рәнйетмә, ҡаршы һүҙ әйтмә, һуғышма, тип иҫкәртеп кенә торҙом. Бәлки, шуға ла ул шулай ипле булғандыр. Уҡырға барғас та Усманов Нургиз, Шакиров Азамат исемле класташтары менән дуҫлашып киттеләр, айырылмаҫ өс таған кеүек булдылар. Спортты үҙ иттеләр, саңғыла, сноубордта шыуырға яраттылар, "Батыр" физкультура комплексынан сығышманылар. Өсөһө лә һомғол буйлы, мыҡты кәүҙәле булдылар, матур кейенеп йөрөнөләр, кис урамға сыҡһалар ҙа, эсеп, һуғышып йөрөмәнеләр. "Әсәй, беҙ сығарылыш кисәһенә аҡ костюм кейергә һөйләштек", - ти бер көн. Беҙ, тигәне, шул өсөһө инде. Һүҙҙәрендә торҙолар, өсөһө лә ап-аҡ ҡына костюм һатып алдылар.
Баҡтиһәң, улар армияға ла бергә барырға һөйләшкәндәр икән. Мин уның юғары уҡыу йортона уҡырға инеүен теләйем, ныҡышам хатта. Миңә әйтмәй генә документтарын Сибай институтының юриспруденция бүлегенә биргәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Үҙеңә оҡшаймы һуң, тиһәм, аныҡ ҡына яуап та бирмәй. Күрәһең, минең һүҙҙе йыҡҡыһы килмәгәндер, дуҫтарын да уйлағандыр. Шулай Сибайҙа уҡый башланы, тәүге сессияһын тапшырҙы, төркөмөндәге иптәштәре менән дә араһы һәйбәт булды. Ә баяғы дуҫтары армияға йыйына башлаған, Тамерлан да, ҡайтҡас уҡып бөтөрмөн әле, тип, уларҙан айырылмаҫҡа булған. Шулай килеп сыҡты, Азамат менән икеһен бер көндә армияға оҙаттыҡ. Уны оҙатҡас, әсәйебеҙгә ярҙам итергә Ҡусҡар ауылына барғайныҡ. "Айгөл, һөйөнсө, Тамерланың ҡайтып килә ята", тип шылтыраттылар. Баҡтиһәң, уны йәше тулмағанға Өфөнән кире ҡайтарғандар икән. "Йөрөп тә ҡайттыңмы, улым?" тип көлөштөк тә, шуның менән бөттө. Йәше тулғас, армияға яңынан оҙаттыҡ. Тамерлан Мәскәү өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Хат яҙышып торҙоҡ, хаттарында гел һеңлеһен, ике ҡустыһын ҡайғыртты, үҙе тураһында бик үк яҙып барманы. Дедовщина бармы, тип һорашһам, "Беҙҙең бында барыһы ла яҡшы", тип кенә яуаплай. Шулай ҙа ҡустыһына "Армияға барһаң, туҡмалып алаһың инде, миңә лә эләкте бер аҙ", тип һөйләгән. Шулай, бер йыл хеҙмәт итте лә, ҡайтты.
Өс таған
Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, өс дуҫ - Тамерлан, Азамат, Нургиз, контракт төҙөп, хәрби хеҙмәткә кире барырға һөйләшкәндәр. Тик медкомиссия үтеп йөрөгәндә Тамерландың күҙе менән проблема килеп сыҡҡан. Беҙҙең тоҡомда бар ундай хәл. Ике дуҫы Өфөләге комиссияны тиҙ генә үтте, Тамерланға өс тапҡыр барырға тура килде. Ныҡышып, нисектер барыбер комиссиянан үтте, өсөһө лә Мәс кәү эргәһендәге Краснознаменск ҡалаһында хеҙмәттәрен дауам иттеләр, биш йыл буйы бергә булдылар.
Аҙаҡ, Нургиз кәләш алғас, Сыбаркүлгә күсте, Азамат Чечняға китте, Тамерлан элекке урынында ҡалды, өс таған таралды. Нургиз, атаһы үлеп ҡалып, контрактын өҙөп ҡайтты, Азамат та тауҙан ҡолап төшөп, ҡулына операция яһатып, контрактын тамамланы. Беҙ ҙә Тамерланды, ҡайт, тип, көсләй башланыҡ. Ул һуңғы бер йылымды тултырам, тип йөрөнө, тик өлгөрмәне. Украинала ул 14-се йылда уҡ булған. Өс тапҡыр Сирияла булғанын, "За отвагу" миҙалы алғанын һуңынан ғына белдек, ул турала бер ваҡытта ла һөйләмәне, бәлки, һөйләргә ярамағандыр ҙа. Алты миҙалы барлығын беләбеҙ, бәлки, күберәктер ҙә. Улым 4 июлдә батырҙарса һәләк булған, Герой исеме биреү тураһындағы Указ 20 июлдә сыҡҡан, Алтын миҙалын 1 августа тапшырҙылар, Шайморатов ордены ла үлгәндән һуң бирелде.
Белеп тә бөтмәйем...
Ниндәй генә ситуация булһа ла, стресҡа бирешмәүсәнлеге улымдың армияла үҙләштергән иң төп сифаты булғандыр. Тамерлан тураһында төшөрөлгән "Ключи от неба" документаль фильмында Нургиз дуҫы уның тураһында һөйләй алмай, күҙ йәштәренә быуыла. Улым бит Сирияла ғына өс тапҡыр булған, өсөһөндә лә миҙал менән ҡайтты. "За отвагу" миҙалы уға 2015 йылда уҡ Сирияла күрһәткән батырлығы өсөн бирелгән. Бер ҡайтҡандарында Нургиз менән икеһен Асҡарҙағы мәҙәниәт йортонда үткән сараға саҡырғайнылар, шунда күптәр "Ул миҙал бит һирәк осраҡта бирелә", тип иҫтәре китте.
Уның ниндәй батырлыҡтар күрһәткәнен беҙ бөтәһен дә белмәйбеҙ. Улар хеҙмәт иткән хәрби часка барғанда күп нәмә ишетеп ҡайттыҡ. Баҡтиһәң, йыл һайын ПВО-сыларҙың ҙур хәрби частар араһында үткәрелгән "Ключи от неба" тигән хәрби ярыштар уҙғарыла икән. Унда ҡатнашҡандар хәрби техниканы, ракетаны тулыһынса яҡшы белергә, төҙ атырға тейештәр икән. 2015 йылда иң яҡшы дивизиондар араһында Тамерландың өс кешенән торған командаһы беренсе урын яулай, 2017 йылда - өсөнсө, 2020 йылда икенсе урын алалар. Һәр ярышҡа иң тәүҙә Тамерланды һайлағандар! Тамерландарҙың һуңғы яуынан бер ай элек, командирҙары аяғын һындырған, Тамерланды уның урынына тәғәйенләгәндәр. Шул Шурыгин фамилиялы командиры, Тамерлан урынында мин булырға тейеш инем, тип, илай-илай һөйләй. Алпауыттай кәүҙәле ир кеше күҙ йәштәрен йәшермәй, улымдың абруйы булған, тимәк. Шунда, Тамерландарҙың батырлығы арҡаһында йөҙҙән ашыу личный состав тере ҡалды, улар ҡыйыу булмаһа, боеприпастар ҙа көлгә осор ине, тип, беҙгә рәхмәттәр әйттеләр. Сөнки ул Герой! Һуңғы яуҙағы машинаның бер ишеген алып ҡайтып, Мәскәү эргәһендәге частарендә улым Тамерланға һәм уның менән бергә булған Дағстан егете Рехбергә мемориал астылар. Шул яуҙа улыма - Герой исеме, Рехбергә "Орден мужества" бирелә. Командирҙары әйтеүенсә, 93-сө дивизионға Тамерлан иң беренсе булып "За отвагу" миҙалын һәм Герой исемен алып ҡайта.
Бәләкәстән ҡыйыу булды
Тамерлан бәләкәй сағында Шакир олатаһын уттан алып сыҡҡанын да һөйләйем әле. Икенсегә тормошҡа сығып, Ярлыҡапта йәшәгәндә иремдең әсәһе юҡ ине, ҡайным йортонда йәшәнек. Тамерланға ул ваҡытта 12 йәш, минең өсөнсө балаға декрет отпускаһына сыҡҡан мәл ине. Икенсе улым Рушанды етәкләнем дә, Тамерланға, олатайыңды ҡарап тор, тип, Асҡарға балнисҡа киттек. Ара алыҫ түгел, төшкә урап ҡайтырға иҫәп. Барып еткәс, йомош менән почтаға ингәйнем, Ярлыҡапта Шәкировтарҙың өйө янған, тип ишетелде. Аптыраным, яңы ғына сығып киттем бит, нисек инде янып китергә тейеш, тип уйлайым. Балнисҡа инеп күрендем дә, регистратура эргәһенән үтеп барһам, ҡыҙҙар, һин ҡасан килдең, тип һорайҙар. Әле генә, тим. Шәкиров Мөхәмәтйәндең, ҡайныңдың, өйө янған, тип ишетелде, тиҙәр...
Беҙ ҡайтып етеүгә өйөбөҙҙөң дүрт тәҙрәһе генә өңрәйеп тора ине. Тамерлан шунда бит, тип, ҡотом осто. Үҙемде ҡулға алып, улымды эҙләй башланым. Әллә ҡайҙан килеп сыҡты ул, үҙе ҡоромға буялып бөткән. Ҡулына документтар тотҡан да, "Мин ғәйепле түгел", тигән һымаҡ ҡарап тора. Ҡосаҡлап алдым, олатаң ҡайҙа, тим. Уны күршеләргә алып ингәндәр икән. Өй соланында иҫке генә бер холодильник бар ине, баҡтиһәң, ут шунан сыҡҡан. Ҡолаҡҡа ҡатҡан олатаһы телевизор ҡарап ултырып, ут сыҡҡанын һиҙмәгән. Соландан төтөн сыҡҡанын күргән Тамерлан юғалып ҡалмаған, күршеләргә лә йүгермәгән, ут эсенә инеп, олатаһын алып сыҡҡан. Ул ғына ла түгел, кире инеп, өйҙәге документтарҙы ла алған. Бына шундай ҡыйыу ине ул минең балам!
Шулай итеп...
"Тыуған илде һаҡлаусы" тигән һөнәр бар, ти, командиры заставаға яңы килгән, киләсәктә генерал буласаҡ офицерға. Беҙ бала саҡта яратып ҡараған "Офицерҙар" нәфис фильмындағы ошо һүҙҙәр бөгөн ирмен тигән ирҙәр өсөн дә тормош девизы булып яңғырай бит...
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА