
Рәхмәтлебеҙ ҡулдарына "Киске Өфө"бөҙҙө алып, беҙҙең аҡҡа ҡара менән яҙғандарҙы күҙҙән дә, аңдан да үткәргән, уның биттәренән кәрәкле мәғлүмәт тиргән, аҡыл, кәңәштәрҙе ҡабул иткән, ҡабул итмәгәне буйынса бәхәс ҡорған хөрмәтле уҡыусыларыбыҙға. Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлауҙарыбыҙға ҡушып оҙатабыҙ һеҙгә!
Гәзитебеҙ аша беҙҙе ишеткән зыялы милләттәштәребеҙ, беләһегеҙ, беҙ һеҙҙе һәр ваҡыт "аңлы уҡыусыбыҙ" тип атайбыҙ. Берҙән, һеҙ туған телдәге баҫманы йәшәтеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә кәрәк икәнен аңлайһығыҙ. Икенсенән, "Киске Өфө"ләге "Диалог", "Заман башҡорто" кеүек рубрикаларҙа сығыш яһаусы ҙур тормош тәжрибәһенә, оло дәрәжәләргә өлгәшкән, заман үҙгәрештәренә күҙҙәрҙе асҡан улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың зиһенегеҙгә иң юғары ҡиммәттәр тураһында уй һалған, аҡыллы фекерҙәргә ылыҡтырған, һығымталар яһатҡан, аңығыҙҙы уятҡан, рухландырған төплө һүҙен тыңларға, шул һүҙ менән күңел һауыттарығыҙҙы тултырырға теләйһегеҙ. Ә был иң мөһиме, моғайын. Бер риүәйәттә һүрәтләнгәнсә, борон һәр кемдең күҙгә күренмәҫ "һауыты" булған. Ул һауытҡа алтын-көмөш түгел, ә изге ғәмәлдәр һәм һүҙҙәр генә тултырылған. Ниндәйҙер ауыр һынауҙар килгәндә, кеше шул "һауыт"ҡа тултырылғандар ярҙамында артабан йәшәргә көс тапҡан... Был кинәйәнең мәғәнәһен аңлағанһығыҙҙыр. Беҙ ҙә үҙ уҡыусыларыбыҙға шулай тибеҙ: һин дә күңел һауытыңды "Киске Өфө" биттәренән уҡыған фәһемле һүҙҙәр менән тултырып, матур йәшәү өлгөләренә, һыналған тәжрибәләргә эйәреп, тормоштоң ваҡ-төйәктәренә иғтибар итмәйенсә, алға, маҡсатыңа табан ынтылып, юғарыға ҡарап фекер итеп, булғанына шөкөр итеп йәшә!
Әммә был мөрәжәғәтте барыһы ла ишетмәй - шуныһы ҡыҙғаныс. Ишеткәндәр кәмей бара. Быны беҙ ҡағыҙ баҫмаларҙың тираждарына ҡарап та беләбеҙ. Мин тағы шул бер үк "йырҙы йырлайым" инде: һуңғы йылдарҙа кешеләр гәзит, китап һүҙен ишетмәҫкә күнекте ләбаһа. Эйе, бер-береһен ишетеү, бер-береһен тыңлау һәләте юйыла төштө һымаҡ кешеләрҙә. Беҙ йыл әйләнәһенә уҡыусыларыбыҙҙы "Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ!" тип тә, " Әйҙәгеҙ, аңлы, рухлы, уңышлы, сәләмәт, иманлы булайыҡ!" тип тә әйҙәләйбеҙ. "Әйҙәгеҙ, тарихыбыҙҙы өйрәнәйек!" тип, төрлө тарихи сығанаҡтар тәҡдим итәбеҙ. "Әйҙәгеҙ, һаҡланайыҡ!" тип, сирҙәрҙән, тәбиғәт ҡазаларынан, аяҡ аҫтында булған бәләләрҙән генә түгел, һуңғы йылдарҙа ҡоторонған алдаҡсыларҙан, муттарҙан һаҡланырға ла саҡырабыҙ. Әйҙәләйбеҙ шулай. Бер-беребеҙҙе ишетеүгә өмөт итәбеҙ, әммә өмөттәр аҡланмай. Гәзиттәр ябылыу сигендә, китаптар китапханаларҙа саң йыйып ята... Әммә теләһә ниндәй хәбәрҙәргә, төрлө икеләнеүҙәр, шикләнеүҙәр, үпкәләүҙәр, үсәүҙәр, үсегеүҙәр, ҡурҡыу-шөбһәләнеүҙәр, көнләшеүҙәр кеүек сүп-сар хәбәрҙәргә күңел ишектәре шар асыҡ...
Ошоға бәйле тағы бер риүәйәт: "Бер саҡ Будда эргәһенә бик белемле, мәҙәниәтле ғалим килгән һәм һорау биргән. Будда хәҙер генә уның һорауына яуап бирә алмауы тураһында белдергән. Ғалим бик ныҡ аптырап:"Ни өсөн яуап бирә алмайһығыҙ, ваҡытығыҙ тармы?" - тип һораған. "Юҡ, ваҡытым етерлек минең, - тигән Будда, - һеҙ минең яуапты хәҙер генә ҡабул итә алмаҫһығыҙ, тип уйлайым". "Ни өсөн?" - тип ныҡышҡан ғалим. "Өс төрлө тыңлаусы була, - тип һүҙен дауам иткән Будда. - Беренсеһе баштүбән әйләндереп ҡуйылған көршәк кеүек: күпме генә һөйләһәң дә, уның башына бер ни ҙә инмәй. Икенсе төрлө тыңлаусы төбө тишек көршәк кеүек: уны мәғлүмәт менән тултыраһың, ләкин тишек көршәктә һыу тотҡарланмаған кеүек, һөйләнгән һүҙ ҙә башҡа һеңмәй, файҙаһыҙға елгә осоп бөтә. Өсөнсө тыңлаусы иһә төрлө сүп, ҡалдыҡ-ҡолдоҡтар менән тулы көршәк кеүек: уға һыу һалаһың, һыу бысранып, ағыуланып тик тора..."
Ғәфү, уҡыусыларыбыҙға адресланған рәхмәт һүҙҙәренә ялғанды ла китте был әйткәндәрем. Әммә гәзитебеҙҙе уҡыусылар танһығын ҡандырырҙай итеп ижад итергә һәләтле хеҙмәткәрҙәребеҙгә лә, авторҙарыбыҙға ла рәхмәт әйтергә онотмайбыҙ. Йылдағыса, кемдәрҙелер айырым билдәләп тә китәбеҙ. Билдәләүҙәр исемлегендә бер үк кешеләр исемдәре яңғырай инде, беләһегеҙ, хәҙер редакцияларға суҡтин-суҡ хат-хәбәрҙәр еткереүселәр ҙә юҡ тиерлек: тоғро авторҙарыбыҙ Хәлил Һөйөндөков, Әғләм Шәрипов, Зәкирйән Әминев, Радик Өмөтҡужин, Лена Абдрахманова, Хәйҙәр Тапаковҡа оло рәхмәтлебеҙ. "Киске Өфө"лә нисәмә йылдар арымай-талмай эшләүсе Фәүзиә Мөхәмәтшина, Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, Артур Батыршин, Ләйсән Нафикова-Вәлиева, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайға ла, беҙҙең коллективҡа күптән түгел килеп ҡушылған Рәсүл Байгилдин, Фәрзәнә Аҡбулатоваға ла рәхмәттәр яуһын.
Әйткәндәй, нисек кенә әрнеүле булһа ла бында яҙғандар, Яңы йыл менән ҡотлауҙарҙы ихлас ҡабул итегеҙсе. Ана, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотлай һеҙҙе, үҙебеҙҙең Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡотлай. Яңы йыл ишек ҡаҡҡанда бар ҡотлауҙар ҙа күңел һауыттарығыҙға ҡот, именлек, уңыштар, изгелектәр булып барып инһен!
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА