
Үткән аҙнала "Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары" тип аталған тура бәйләнеш һәм ҙур матбуғат конференцияһын берләштергән сара үтте. Уның сиктәрендә дәүләт башлығы журналистарҙың һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Быйыл тура бәйләнеш 4 сәғәт тә 27 минут дауам итте, Президент 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе. Тура эфирға бөтәһе 3 миллиондан ашыу, шул иҫәптән Башҡортостандан 43 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгәйне.
Программаны быйыл билдәле журналистар Павел Зарубин һәм Екатерина Березовская алып барҙы. Сарала Башҡортостандан "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйсән Закирова, Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Илдар Байбулатов һәм видеооператор Артур Хөснөтдинов, "Башҡортостан Республикаһы" мәғлүмәт агентлығы медиаредакторы Марсель Байдәүләтов һәм "Әбйәлил" гәзите мөхәррире Таңсулпан Йомағужина ҡатнашты. Ләйсән Закирова ил башлығына һорау бирә алды. Артабан - "Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары"ның ҡайһы бер тезистары:
Махсус хәрби операция тураһында: Владимир Путин журналистар һәм халыҡ менән аралашыуҙы һуғыш һәм тыныслыҡ мәсьәләһенән башланы. "Шулай ҙа, һуғышмы әллә тыныслыҡмы? Махсус хәрби операция маҡсаттарына ниндәй юл менән мотлаҡ өлгәшә алырбыҙ?" - тигән тәүге һорауын бирҙе Екатерина Березовская.
• Әлегә Украинаның тыныслыҡҡа ынтылыуын һәм территорияһын бирергә әҙер икәнен күрмәйбеҙ.
• Стратегик инициатива тулыһынса РФ Ҡораллы көстәре ҡулына күсте. Бөтә йүнәлештәр буйынса дошман сигенә. Йыл аҙағына Рәсәй Ҡораллы көстәренең фронт һыҙығында яңы уңыштары көтөлә.
• Аляскалағы саммит алдынан Рәсәйгә ҡайһы бер компромисҡа барырға тәҡдим итәләр. "Анкорриджда мин тәҡдим ителгән компромистар менән риза булыуыбыҙҙы әйттем. Нимәнелер кире ҡағабыҙ, тип әйтеү дөрөҫ түгел", - тине Президент. Рә-сәй низағты былтыр июндә тәҡдим иткән принциптар нигеҙендә тыныс юл менән тамамларға әҙер.
• "Геройҙар ваҡыты" федераль кадрҙар программаһына ингән Махсус хәрби операция яугирҙары ҙур потенциалға эйә. Программа эшләй һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте.
МХО хәлдәренә байҡау яһағас, Президент, килгән мөрәжәғәттәргә яуап бирә башлар алдынан, ил иҡтисады торошона туҡталды: Эске тулайым продукттың үҫеше быйыл 1 процент тәшкил иткән. Өс йыл эсендә дөйөм үҫеш - 9,7, ә Европа илдәрендә 3,1 процент булған.
• Йыл аҙағына инфляция 5,7-5,8 процентҡа тиклем төшөүе ихтимал. Бюджет дефицитының өс йыллыҡ күрһәткесе 1,5 проценттан артмаҫҡа тейеш.
• Эшһеҙлек кимәле, былай ҙа түбән булһа ла, тағы ла 2,2 процентҡа кәмегән. Ҡулға алған эш хаҡы үҫә, бер йылда ул, инфляцияны алып ташлап, 4,5 процентҡа артҡан.
• Бюджеттың баланслы булыуына өлгәшеү бурысы ҡуйыла. Уға өҫтәлгән хаҡҡа һалымды (НДС-ты) 22 процентҡа тиклем арттырыу ярҙамында өлгәшеү бурысы тора. Һалым йөкләмәһе артҡанда, ғәҙәттә, уны түләүҙән ситләшергә ынтылыу күҙәтелә. Быны булдырмау өсөн иҡтисадтың "күләгәгә" китеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк.
Демография тураһында: Билдәләнгән мохтажлыҡ күрһәткесенән саҡ ҡына тайпылышҡа бәйле күп балалыларға дәүләт ярҙамы сараларын тәғәйенләмәү осраҡтары - дөрөҫ түгел.
• Баланы ҡарау буйынса пособиеларҙы 3 йәшкә тиклем оҙайтыу бюджеткә бәйле. Министрҙар Кабинетына был мәсьәләне киләсәктә хәл итеү тураһында уйларға кәрәк.
• Рәсәйҙә тыуым коэффициентын 1,4-тән 2-гә тиклем күтәрергә кәрәк. Илдә бер ҡатынға кәмендә ике бала булырға тейеш. Ҡайһы бер төбәктәрҙә тыуымды көйләүгә һуңғы бер нисә йылда 75 миллиард һум аҡса бүленгән, дөйөм алғанда, 25 төбәктә ыңғай демографик динамика күҙәтелә.
• 2026 йылдың 1 ғинуарынан балалы ғаиләләргә яңы ярҙам төрө индерелә. Түләнгән 13 процентлы һалымдың 7 проценты ғаиләгә кире ҡайтарыла.
Башҡортостан тәжрибәһе файҙаланыласаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе. "Хәҙер Тажикстанда Рәсәй - Тажикстан индустриаль паркы булдырыла. Рәсәй яғынан был проекттың операторы булып Башҡортостан сығыш яһай. Беҙ бер нисә йыл инде Мысырҙа, Нил зонаһында, ошондай структура менән шөғөлләнәбеҙ. Унда бик яҡшы майҙансыҡ бар. Беҙҙең Хөкүмәт, Сәнәғәт министрлығы һәм Мысырҙағы коллегаларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ быға ҙур иғтибар бүлә. Был, минеңсә, Рәсәй өсөн дә, Мысыр өсөн дә етди иҡтисади һөҙөмтәләргә килтерергә тейеш. Беҙ башҡа бер нисә партнер-дәүләттәрҙә ошондай проекттарҙы ҡарайбыҙ. Һәм, һис шикһеҙ, Башҡортостан тәжрибәһе файҙаланыласаҡ", - тип яуап бирҙе һорауға Владимир Путин.
Шулай итеп, тура эфирҙа бирелгән һорауҙар дәүләт башлығының киләһе быуындарға теләге, мобиль интернетты сикләү, Президенттың эш режимы, сит илдәр етәкселәре менән мөнәсәбәттәре һәм башҡа бик күп темаларға ҡағылды. 200 йылдан һуң илдең киләсәге тураһында күҙаллап, Президент: "Илебеҙ юғары белемле һәм юғары технологиялы булыр һәм технологиялар ярҙамында алдында торған бөтә бурыстарҙы хәл итер, тыныслыҡ һәм именлек шарттарында йәшәр, тип уйлайым", - тине. Һөйләшеү Ҡаҙанға тиклем тиҙ йөрөшлө экспресс-поезд ебәреүгә ҡағылышлы Татарстан журналисына яуап менән тамамланды. "Хәҙер проект эштәре бара. Улар Мәскәү - Петербург линияһына ҡағыла. Әлбиттә, Мәскәү - Ҡаҙан йүнәлеше лә ғәмәлгә ашырыласаҡ", - тине Владимир Путин.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА